БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.86K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асылды

Төбәктең боронғоһон, уның донъя тарихындағы әһәмиәтен күрһәтеү урыны. Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асылды. Унда Алтын Урҙа осорондағы башҡорттарҙың тормошо менән генә түгел, башҡа төрки һәм монгол халыҡтарының формалашыуын да белергә мөмкин. Барлыҡ объекттар төҙөлөп бөткәс, комплекс Рәсәйҙә күсмә халыҡтарҙы өйрәнеү буйынса иң ҙур тарихи-мәҙәни үҙәккә әйләнәсәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовар районындағы Оло Әрәмә ауылына 300 йыл тулды

Өс быуатлыҡ юбилей уңайынан биләмәлә ҙур байрам ойошторолдо. Урындағы халыҡ Сәрмәсән йылғаһы буйына йыйылып концерт, милли уйындар, спорт ярыштары үткәрҙе, ауыл тарихын иҫкә алды. Ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә абхаз һәм башҡорт халыҡтары дуҫлығы хөрмәтенә колоннада төҙөлә

Архитектур объект Сухум ҡалаһындағы Мөһәжирҙәр яр буйындағы колоннада күсермәһе буласаҡ. Уның Ағиҙел яры буйында Дуҫлыҡ монументы ҡаршыһында урынлашыуы осраҡлы түгел. Колоннада Абхазия менән тығыҙ хеҙмәттәшлек, төбәккә ихтирам символы һәм баш ҡаланың сираттағы үҙенсәлекле урыны булыр, тип көтөлә. Ул быйыл Өфөнөң 450 йыллығына арналған саралар барышында асыласаҡ.
👍5👎1
Киләһе аҙнала республикала инвалидтар өсөн туризм фестивале уҙғарыла. Ярыштар “Янғантау” геопаркында Йүрүҙән буйында ойошторола. Сараға Башҡортостан, Татарстан, Луганск һәм Донецк республикалары, Пермь крайы һәм тағы ла 7 төбәктән командалар килә. Быйыл беренсе тапҡыр махсус хәрби операция яугирҙәре ҡатнаша. Фестивалде асыу тантанаһы 12 июлдә үтә. 2024 йыл Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе хәстәрләү йылы тип иғлан ителде.
Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлынан йөрөүселәр арта. Өс айҙа трассанан үтеүселәр 37 процентҡа күбәйгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан ошо турала белдерҙеләр. Майҙа яңы юлдан 400 меңдән ашыу автомобиль үтһә, июндә был һан 456 меңгә еткән. Юлдан көн һайын 15 мең машина йөрөй. 1 апрелдән башлап 1 миллион 200 мең водитель ошо трассаны ҡулланған. Йома һәм шәмбе ҡаланан сыҡҡан транспорт ағымы көсәйә. Йәкшәмбе һәм дүшәмбе баш ҡалаға инеүеләр арта. Түләү өсөн һәр йүнәлештә 5 касса булдырылған.
Өфөлә “Геройҙар дәүере” Бөтә Рәсәй конкурсы үтә. Патриотик йырҙар ярышында композиторҙар, йыр текстары яҙыусылар ҡатнаша ала. Приз фонды 1 миллион һум. Йыр конкурсы Рәсәй Геройы, 112-се башҡорт кавалрия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулыуға һәм баш ҡаланың юбилейына арнала. Еңеүселәр өс номинацияла асыҡлана. Ғаризалар 31 августҡа тиклем ҡабул ителә. Йәш сикләүе юҡ. Конкурс положениеһы менән “Башҡортостан” дәүләт концерт залы сайтында танышырға була. Ярым финал һәм финал 26 һәм 27 августа Өфөнөң Совет майҙанында үтә. Сара Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән ойошторола.
Башҡортостанда киң таралған һәм һирәк исемдәрҙе атанылар. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән уртаҡлаша. ЗАГС реестры мәғлүмәт-аналитика порталынан күренеүенсә, малайҙарға – Әмир, Марк, Тимур, Артем, ҡыҙҙарға – Әминә, София, Арина, Ева һәм Йәсминә тип йышыраҡ ҡушалар. Һирәк исемдәргә килгәндә, ҡыҙҙар араһында Йәнилә, Дилназа, Любава, Фрида, малайҙарҙан Арнольд, Рихард, Ансор, Одиссей, Луис Адриан осраған. Быйыл 4 айҙа республикала 11 мең сабый тыуған.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала контракт буйынса хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә

Хәрби комиссариатҡа көнөнә 40-50 кеше мөрәжәғәт итә. Тәүҙә ир-егеттәр урындағы мобиль пунктҡа бара, медицина тикшереүе үтә. Һуңынан Өфөгә килеп контракт буйынса хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуя. Һәр кандидат ентекле тикшерелә. Контрактты 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-атта төҙөй ала. Хәрби хеҙмәт үтмәгән көслө заттар ҙа Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүгә хоҡуҡлы. Килешеү төҙөүселәр өсөн федераль һәм төбәк түләүҙәре ҡаралған, ғаиләләре өсөн төрлө ярҙам саралары бар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
129-сы гуманитар конвой юлға сыҡты

Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға кәрәк-яраҡтар, техника, ағас материалдары, эсәр һыу, маскировка селтәрҙәре тупланған ылау республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ебәрелде. Адреслы ярҙам Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай, йәмәғәт ойошмалары, шулай уҡ 12 муниципалитет һәм битараф булмаған граждандар тарафынан йыйылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһенә хәләл ефете ҡурайҙа уйнаған видеояҙма һалды

Каринэ Хәбирова башҡорттарҙың милли уйын ҡоралы менән ансамбль составында сәхнәлә яңғыҙ сығыш яһай. Шулай итеп ул улдары Фәриттең 7 йәшенә үҙенсәлекле бүләк яһаған. «Был хәләл ефетемдең башҡорт мәҙәниәтен яратыуына һәм хөрмәт итеүенә тағы бер дәлил булыуын күрһәтә» тип яҙған төбәк етәксеһе.
Радий Хәбиров бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәровты бүләкләне. Уға Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеме бирелде. Бүләкләү сараһы оператив кәңәшмә барышында үтте. Бөгөн Фәнүр Йәғәфәровҡа 50 йәш тула. Ул бер нисә йыл элек республиканың дәүләт һәм муниципаль матбуғат сараларын берләштергән - “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы директорҙар советын етәкләне. Быға тиклем “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары булды. Фәнүр Мөхәррәм улын юбилейы һәм юғары наградаһы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡариҙел районында «Төньяҡ-көнсығыш башҡорттары мәҙәни коды» фестивале уҙҙы

Сарала республиканың 12 районы һәм күрше төбәктәр ҡатнашты. Райондың бренд сараһын тормошҡа ашырыуға республиканан ярты миллион һумлыҡ субсидия бүленгән. Фестивалдә милли кейемдәрҙе тергеҙгән оҫталар, ашнаҡсылар һәм умартасылар өсөн ярыштар ойошторолғайны. Еңеүселәргә аҡсалата бүләк тапшырылды. «Төньяҡ-көнсығыш башҡорттары мәҙәни коды» фестивале төбәктә йәшәгән башҡорттарҙың үҙенсәлекле йолаларын һаҡлауға йүнәлтелгән.
Бөгөн Бөрөлә Пётр һәм Февронияға һәйкәл асылды. Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров һәм уның тормош иптәше Каринэ Владимировна ҡатнашты.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Шаҡша күперендә автотранспорт хәрәкәте тулыһынса туҡтатыла

Бөгөн төндә Өфөнөң Шаҡша күперендә автотранспорт хәрәкәте тулыһынса туҡтатыла. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы рәйеслегендә уҙған кәңәшмәлә белдерелде. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ йылытыу миҙгеленә әҙерлек, Өфө медицина учреждениеларын капиталь ремонттлау тураһында һүҙ барҙы. Аҙнаның төп темалары тураһында киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн билдәләнеләр

Бөгөн Рәсәйҙә ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә. Ғаилә ҡиммәттәрен үҫтереү өсөн ойошторолған республика фестивале матур йолаға ярашлы Бөрө ҡалаһында үтте. Байрамда халыҡ ижады күргәҙмәһе, йәрминкә, коляскалар парады, уйындар һәм концерт уҙғарылды, Изге Петр һәм Февронияға һәйкәл асылды. Сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров оҙаҡ йылдар татыу ғүмер иткән парҙарҙы ҡотлап, «Әсәлек даны», «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалдарын тапшырҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан 50, 60 йыл бергә йәшәгән парҙар ҡотланды

Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан байрам саралары баш ҡаланың Киров районында үтте. Сергей Аксаков исемендәге паркта 50, 60 йыл бергә йәшәгән парҙар ҡотланды, концерт номерҙары, оҫталыҡ дәрестәре үтте. Рәсәйҙә ғаилә ҡиммәттәре гел беренсе урында тора, тиелде программа барышында. Римма менән Әғләм Ғәлимовтар ярты быуат иңгә-иң терәшеп йәшәйҙәр. Бер институтты тамамлайҙар, һуңғы курста өйләнешеп, ике бала - ул һәм ҡыҙ үҫтерләләр. Өлгөлө ғаиләне Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы ҡотланы.