This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Мин һине яратам, Өфө!» фильмы прокатҡа быйыл ноябрҙә сығасаҡ
Был турала бөгөн киноальманахҡа арналған конференция барышында белдерелде. Журналистар, актер һәм кинотәнҡитселәр һорауҙарына фильм режиссерҙары Айнур Асҡаров һәм Айҙар Аҡманов яуап бирҙе.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Гөлфиә Раянова ярты быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләне
Балалар телевидениеһына тоғролоҡ. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Гөлфиә Раянова ярты быуатлыҡ ғүмер байрамын билдәләне. Ул 27 йыллыҡ хеҙмәтен «Тамыр» телеканалында балаларға йөкмәткеле тапшырыуҙар эшләүгә арнаған. Тырыш, яуаплы хеҙмәткәрҙең шатлығын хеҙмәттәштәре һәм яҡындары менән бергә БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.

❤10👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рус география йәмғиәте ағзалары менән осрашты
Республика етәксеһе илдең 20 төбәгенән йыйылған ойошма ағзаларына Башҡортостандың туристик объекттарын презентацияланы, юғары һөҙөмтәләргә ирешкән белгестәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Рус география йәмғиәтенең сираттағы ултырышы төбәк бүлексәһе ойошторолоуға 70 йыл һәм Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арналды.

Республика ҡотҡарыусыларына яңы техника һатып алынды
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика ҡотҡарыусыларына яңы техника һатып алынды. «КамАЗ» автомобиле базаһындағы ауыр класлы авария-ҡотҡарыу машинаһы юғары үтеүсәнлеге менән айырыла. Ул һыуҙа ла, ерҙә лә хәрәкәт итә ала.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республика ҡотҡарыусыларына яңы техника һатып алынды. «КамАЗ» автомобиле базаһындағы ауыр класлы авария-ҡотҡарыу машинаһы юғары үтеүсәнлеге менән айырыла. Ул һыуҙа ла, ерҙә лә хәрәкәт итә ала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә курсант сығарылыш тантнатаһында һөйгән ҡыҙына кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны
Хәрби тормош һәм романтик күренеш. Өфө фән һәм технологиялар университетының Хәрби әҙерлек үҙәге курсанттарының береһе сығарылыш тантнатаһында һөйгән ҡыҙына кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Йәмғеһе хәрби үҙәкте 60-тан ашыу курсант тамамланы. Артабан уларҙы нимә көтә? Яуап киләһе яҙмала.

Бөгөн Мәскәүҙең Коломенское музей-ҡурсаулығы биләмәһендә Һабантуй уҙа. Милли байрам быйыл беренсе тапҡыр бер нисә майҙансыҡта ойошторола. Сараға махсус хәрби операция геройҙары саҡырылған. Һәр кем маскировка селтәрҙәре үреп ҡарай ала. Һабантуйҙа Башҡортостандың халыҡ артистары Нәзифә Ҡадырова, Артур Туҡтағолов, Лилиә Биктимирова, Фәдис Ғәниев һәм башҡа танылған артистар сығыш яһай. Сарала ҡатнашыусыларҙың йәше сикләнмәй.
Киләһе аҙнала Өфөләге Шаҡша күпере ике аҙнаға ябыла. Күперҙә 9 июлдән 24-енә тиклем машиналар хәрәкәте туҡтатыла. Ашығыс хеҙмәттәргә Князев паром кисеүе аша үтергә була.
- тип хәбәр итәләр баш ҡала хакимиәтенән. Шаҡша күперендә капиталь ремонт киләһе йылда тамамланырға тейеш.
“Автоһәүәҫкәрҙәр Көнсығыш сығыу юлын файҙалана ала. Шулай уҡ электричкала йөрөргә була”,
- тип хәбәр итәләр баш ҡала хакимиәтенән. Шаҡша күперендә капиталь ремонт киләһе йылда тамамланырға тейеш.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асылды
Төбәктең боронғоһон, уның донъя тарихындағы әһәмиәтен күрһәтеү урыны. Шишмә районында Евразия күсмә цивилизациялар музейының визит-үҙәге асылды. Унда Алтын Урҙа осорондағы башҡорттарҙың тормошо менән генә түгел, башҡа төрки һәм монгол халыҡтарының формалашыуын да белергә мөмкин. Барлыҡ объекттар төҙөлөп бөткәс, комплекс Рәсәйҙә күсмә халыҡтарҙы өйрәнеү буйынса иң ҙур тарихи-мәҙәни үҙәккә әйләнәсәк.

Благовар районындағы Оло Әрәмә ауылына 300 йыл тулды
Өс быуатлыҡ юбилей уңайынан биләмәлә ҙур байрам ойошторолдо. Урындағы халыҡ Сәрмәсән йылғаһы буйына йыйылып концерт, милли уйындар, спорт ярыштары үткәрҙе, ауыл тарихын иҫкә алды. Ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Өс быуатлыҡ юбилей уңайынан биләмәлә ҙур байрам ойошторолдо. Урындағы халыҡ Сәрмәсән йылғаһы буйына йыйылып концерт, милли уйындар, спорт ярыштары үткәрҙе, ауыл тарихын иҫкә алды. Ауыл тормошонда әүҙем ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары тапшырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә абхаз һәм башҡорт халыҡтары дуҫлығы хөрмәтенә колоннада төҙөлә
Архитектур объект Сухум ҡалаһындағы Мөһәжирҙәр яр буйындағы колоннада күсермәһе буласаҡ. Уның Ағиҙел яры буйында Дуҫлыҡ монументы ҡаршыһында урынлашыуы осраҡлы түгел. Колоннада Абхазия менән тығыҙ хеҙмәттәшлек, төбәккә ихтирам символы һәм баш ҡаланың сираттағы үҙенсәлекле урыны булыр, тип көтөлә. Ул быйыл Өфөнөң 450 йыллығына арналған саралар барышында асыласаҡ.

👍5👎1
Киләһе аҙнала республикала инвалидтар өсөн туризм фестивале уҙғарыла. Ярыштар “Янғантау” геопаркында Йүрүҙән буйында ойошторола. Сараға Башҡортостан, Татарстан, Луганск һәм Донецк республикалары, Пермь крайы һәм тағы ла 7 төбәктән командалар килә. Быйыл беренсе тапҡыр махсус хәрби операция яугирҙәре ҡатнаша. Фестивалде асыу тантанаһы 12 июлдә үтә. 2024 йыл Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе хәстәрләү йылы тип иғлан ителде.
Өфөнөң Көнсығыш сығыу юлынан йөрөүселәр арта. Өс айҙа трассанан үтеүселәр 37 процентҡа күбәйгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан ошо турала белдерҙеләр. Майҙа яңы юлдан 400 меңдән ашыу автомобиль үтһә, июндә был һан 456 меңгә еткән. Юлдан көн һайын 15 мең машина йөрөй. 1 апрелдән башлап 1 миллион 200 мең водитель ошо трассаны ҡулланған. Йома һәм шәмбе ҡаланан сыҡҡан транспорт ағымы көсәйә. Йәкшәмбе һәм дүшәмбе баш ҡалаға инеүеләр арта. Түләү өсөн һәр йүнәлештә 5 касса булдырылған.
Өфөлә “Геройҙар дәүере” Бөтә Рәсәй конкурсы үтә. Патриотик йырҙар ярышында композиторҙар, йыр текстары яҙыусылар ҡатнаша ала. Приз фонды 1 миллион һум. Йыр конкурсы Рәсәй Геройы, 112-се башҡорт кавалрия дивизияһы командиры Миңлеғәли Шайморатовтың тыуыуына 125 йыл тулыуға һәм баш ҡаланың юбилейына арнала. Еңеүселәр өс номинацияла асыҡлана. Ғаризалар 31 августҡа тиклем ҡабул ителә. Йәш сикләүе юҡ. Конкурс положениеһы менән “Башҡортостан” дәүләт концерт залы сайтында танышырға була. Ярым финал һәм финал 26 һәм 27 августа Өфөнөң Совет майҙанында үтә. Сара Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамы менән ойошторола.
Башҡортостанда киң таралған һәм һирәк исемдәрҙе атанылар. Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты ҡыҙыҡлы мәғлүмәт менән уртаҡлаша. ЗАГС реестры мәғлүмәт-аналитика порталынан күренеүенсә, малайҙарға – Әмир, Марк, Тимур, Артем, ҡыҙҙарға – Әминә, София, Арина, Ева һәм Йәсминә тип йышыраҡ ҡушалар. Һирәк исемдәргә килгәндә, ҡыҙҙар араһында Йәнилә, Дилназа, Любава, Фрида, малайҙарҙан Арнольд, Рихард, Ансор, Одиссей, Луис Адриан осраған. Быйыл 4 айҙа республикала 11 мең сабый тыуған.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала контракт буйынса хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә
Хәрби комиссариатҡа көнөнә 40-50 кеше мөрәжәғәт итә. Тәүҙә ир-егеттәр урындағы мобиль пунктҡа бара, медицина тикшереүе үтә. Һуңынан Өфөгә килеп контракт буйынса хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуя. Һәр кандидат ентекле тикшерелә. Контрактты 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-атта төҙөй ала. Хәрби хеҙмәт үтмәгән көслө заттар ҙа Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүгә хоҡуҡлы. Килешеү төҙөүселәр өсөн федераль һәм төбәк түләүҙәре ҡаралған, ғаиләләре өсөн төрлө ярҙам саралары бар.

129-сы гуманитар конвой юлға сыҡты
Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға кәрәк-яраҡтар, техника, ағас материалдары, эсәр һыу, маскировка селтәрҙәре тупланған ылау республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ебәрелде. Адреслы ярҙам Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай, йәмәғәт ойошмалары, шулай уҡ 12 муниципалитет һәм битараф булмаған граждандар тарафынан йыйылған.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһенә хәләл ефете ҡурайҙа уйнаған видеояҙма һалды
Каринэ Хәбирова башҡорттарҙың милли уйын ҡоралы менән ансамбль составында сәхнәлә яңғыҙ сығыш яһай. Шулай итеп ул улдары Фәриттең 7 йәшенә үҙенсәлекле бүләк яһаған. «Был хәләл ефетемдең башҡорт мәҙәниәтен яратыуына һәм хөрмәт итеүенә тағы бер дәлил булыуын күрһәтә» тип яҙған төбәк етәксеһе.

Радий Хәбиров бөгөн “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы директорҙар советы рәйесе Фәнүр Йәғәфәровты бүләкләне. Уға Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре исеме бирелде. Бүләкләү сараһы оператив кәңәшмә барышында үтте. Бөгөн Фәнүр Йәғәфәровҡа 50 йәш тула. Ул бер нисә йыл элек республиканың дәүләт һәм муниципаль матбуғат сараларын берләштергән - “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы директорҙар советын етәкләне. Быға тиклем “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары булды. Фәнүр Мөхәррәм улын юбилейы һәм юғары наградаһы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ҡариҙел районында «Төньяҡ-көнсығыш башҡорттары мәҙәни коды» фестивале уҙҙы
Сарала республиканың 12 районы һәм күрше төбәктәр ҡатнашты. Райондың бренд сараһын тормошҡа ашырыуға республиканан ярты миллион һумлыҡ субсидия бүленгән. Фестивалдә милли кейемдәрҙе тергеҙгән оҫталар, ашнаҡсылар һәм умартасылар өсөн ярыштар ойошторолғайны. Еңеүселәргә аҡсалата бүләк тапшырылды. «Төньяҡ-көнсығыш башҡорттары мәҙәни коды» фестивале төбәктә йәшәгән башҡорттарҙың үҙенсәлекле йолаларын һаҡлауға йүнәлтелгән.