БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.12K photos
7.85K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Һаҡ булығыҙ – асыҡ тәҙрә! Октябрьский ҡалаһында йәш ярымлыҡ сабый бейектән ҡолаған. Тән йәрәхәттәре алған бала дауаханала үлгән. Прокуратура осраҡ буйынса тикшереү башлаған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә быйыл 7 бала асыҡ тәҙрәнән осоп төшкән.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров төбәктең оператив штабы ултырышын үткәрҙе

Радий Хәбиров министрлыҡ һәм ведомство, шулай уҡ сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашлығында төбәктең оператив штабы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә - энергетика, транспорт объекттарының һәм сәнәғәт майҙансыҡтарының террорға ҡаршы хәүефһеҙлеген арттырыу. Ултырышта ҡатнашыусылар мөһим объекттарҙы диверсия-террористик һөжүмдәрҙән, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланып һаҡлауҙы тәьмин итеү буйынса күрелгән сараларҙы тикшерҙе.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров һәм Светлана Чупшева республика эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың һәм Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева республика эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән осрашты. Сарала Башҡортостанда бизнес алып барыу, ҡеүәтле инвесторҙарҙы йәлеп итеү шарттары юғары баһаланды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө хосписы тарихы - изгелек һәм мәрхәмәтлек тарихы

Меңдән ашыу өлкәндәргә һәм балаларға учреждениеның үҙендә, 3 меңдән ашыу пациентҡа өйҙәрендә паллиатив ярҙам. Өфө хосписының бер йыллыҡ эшмәкәрлеген һандар теле менән ошолай сағылдырырға мөмкин. Әммә дауалай алмаҫтай сиргә дусар булғандар, яҡты донъялағы һәр көн өсөн көрәшкәндәр, йәшәүҙән төңөлгәндәр тураһында һүҙ барғанда статистика мәлүмәттәре икенсе планға ҡала. Иң мөһиме хоспис ауыр хәлгә тарығандарға күңел йылыһы өләшеп, иғтибар, хәстәр менән уратып ала.
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала контракт буйынса хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә

Хәрби комиссариатҡа көнөнә 40-50 кеше мөрәжәғәт итә. Тәүҙә ир-егеттәр урындағы мобиль пунктҡа бара, медицина тикшереүе үтә. Һуңынан Өфөгә килеп контракт буйынса хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуя. Һәр кандидат ентекле тикшерелә. Контрактты 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-егеттәр төҙөй ала. Хәрби хеҙмәт үтмәгән көслө заттар ҙа Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүгә хоҡуҡлы. Килешеү төҙөүселәр өсөн федераль һәм төбәк түләүҙәре ҡаралған, ғаиләләре өсөн ҡырҡлап ярҙам төрө бар.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районынан Хәмитов крәҫтиән-фермер хужалығы йәйләүгә сығып ҡымыҙ бешә

Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән ҡымыҙ бешеүселәр өсөн ҡыҙыу миҙгел. Баймаҡ районы Ҡаратал ауылынан Хәмитов крәҫтиән- фермер хужалығы йәйләүгә сығып ҡымыҙ бешә. Тулыраҡ БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көйөргәҙе районы спорт туризмын үҙ итеүселәрҙе бергә йыйҙы

Дүрт көн дауам итәсәк сарала ҡатнашыусыларҙың тиҫтәләп төр һынау көтә. Уның һөҙөмтәһендә айырым команда төҙөләсәк һәм улар «Туриада» Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашыу хоҡуғын яулай.
👍41
Бөгөн, 4 июлдә республикала һәм Өфөлә көн аяҙлы-болотло була. Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән, талғын. Һауа температураһы Башҡортостанда +28, +33, Өфөлә +31, +33 градус эҫе.
Алдағы ике көндөң эҫе, яуым-төшөмһөҙ булыуы көтөлә.
3
Яҡташтарыбыҙҙы хуплайыҡ!

Күмертауҙан Корниловтар Бөтә Рәсәй “Йыл ғаиләһе” конкурсында ҡатнаша. Федераль этапҡа сыҡҡан ғаиләләр тураһында видеояҙмалар өсөн тауыш биреү башланды. Ошонда фекер белдерергә була: https://vk.com/write-224305407
Онлайн тауыш биреү 31 июлгә тиклем дауам итә.
3👍1
Республикала хәүефле эттәрҙе морондоҡһоҙ йөрөткән өсөн яңы штраф индерелде. Эттәр йәмәғәт урындарында бауҙа һәм морондоҡта булырға тейеш. 14 йәшкә тиклемге балаларға бындай йорт хайуанын йөрөтөү тыйыла. Закон боҙған граждандарға 4-5, вазифалы кешеләргә 10-15, ойошмаларға 20-30 мең һум аҡсалата яза ҡарала. Ҡанун менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин.
3
Үҙ балаңды нисек ташлап ҡасырға мөмкин?

Дүртөйлө ҡалаһы һәм районының суд приставтары бәлиғ булмаған балаларын ҡарау өсөн аҡса түләмәгән Галина Г.-ны эҙләй. Исмаил ауылынан 31 йәшлек әсәнең 2020 һәм 2022 йылда тыуған сабыйҙарына 200 мең һумдан ашыу бурысы йыйылған.

«Галинаны Өфөлә ҡасып йөрөй, аҙғын тормош алып бара, эсергә ярата, тиҙәр. Ул суд приставтары хеҙмәтенә бармаған, күптән ҡасып йөрөй, шуға күрә Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса баш идаралығы башланғысы менән уны эҙләү иғлан ителде», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Кемдәр уның ҡайҙа икәнлеген белә, 8 (937) 843 62 73, 8 (34787) 3-20-65 телефондарына шылтыратып хәбәр итегеҙ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй буйлап бик хәүефле мутлыҡ төрө тулҡыны бара

Рәсәй буйлап бик хәүефле мутлыҡ төрө тулҡыны бара. Мутлашыусылар тоҙағына меңдәрсә кеше эләккән. Кешенең бөтә иҫәп һәм шәхси мәғлүмәттәре кеҫә телефонында һаҡлана. Тимәк, был еңел байырға теләүселәр өсөн өҫтәмә уңайлыҡтар тыуҙыра. Сөнки смартфонда финанстан алып электрон почта һәм социаль селтәрҙәрҙәге мәғлүмәттәргә тиклем бөтә нәмә бар. Шуға ла енәйәтсе ҡоролманы «ватып» инә алһа, ҡушымталар уға һеҙҙең мәғлүмәткә сикһеҙ инеү мөмкинлеге аса. Бындай хәлдән бер кем дә стаховкаланмаған. Шуға ла белгестәр халыҡты ябай ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәргә саҡыра.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Илеш районынан эшҡыуар менән таныштырҙы

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә Илеш районы Рсай ауылынан эшҡыуар Ризида Ноғоманова менән таныштырҙы. Ханым - төбәктә билдәле сыр етештереүсе, «Башҡортостан продукты» проекты дипломанты. 2022 йылда хаҡлы ялға тиклем Ризида Сәғит ҡыҙы география уҡытыусыһы булып эшләй, һуңынан сыр бешереү менән шөғөлләнергә ҡарар итә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Светлана Чупшева Өфөнөң Аксаков исемендәге баҡсаһы менән танышты

Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана ЧупшеваӨфөнөң Аксаков исемендәге баҡсаһы менән танышты. Экскурсияны Радий Хәбиров үткәрҙе. Республика етәксеһе биләмәне төҙөкләндереү эшенең былтыр апрелдә башланыуы, «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә алып барылыуы хаҡында һөйләне.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 450 йыллығы алдынан Сипайлово биҫтәһенең ике төп юл артерияһы яңартыла

Яр буйы һәм Маршал Жуков урамдары. Әлеге мәлдә Маршал Жуков урамының иҫке асфальт япмаһын фрезерлау һәм яңыһын һалыу эшләре алып барыла. Халыҡ өсөн был айырыуса ҡыуаныслы, сөнки таушалған асфальт водителдәргә өҫтәмә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырҙы. Эштәрҙе башҡарыу өсөн ҡала һәм республика бюджетынан аҡса бүленгән. Яңы асфальт Академик Королевтан алып Сипайлово урамына тиклем һалына.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тыуған яҡҡа ялға ҡайтҡан бер төркөм яугирҙарҙың ҡыҫҡа ваҡытлы отпускы тамамланды

Егеттәр бөгөн «Өфө-арена» спорт һарайы эргәһенән Республика тарафынан бүленгән уңайлы автобуста алғы һыҙыҡҡа юлланды. Яҡташтарыбҙҙың бөтәһе лә тиерлек махсус хәрби операция биләмәһенә 2022 йылдың көҙөндә мобилизация буйынса эләккән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан яугирҙары махсус хәрби операция биләмәһендә йәшелсә үҫтерә

Беҙҙең телеканалға килгән кадрҙарҙан күренеүенсә, картуф, редис һәм һуғандан тыш, яҡташтарыбыҙ ҡарбуз менән ҡауын да сәскән. Баҡса ҡарауҙан улар психологик арыныуҙарын бушата.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яҙғы хәрби саҡырылыш кампанияһы аҙағына яҡынлаша

Бөгөн Өфө тимер юлы вокзалынан Республика биләмәһендә ойошторолған һуңғы эшелон Алыҫ Көнсығышҡа юлланды. Уның составында - Башҡортостандан йөҙгә яҡын йәш егет. Улар ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Яҙғы саҡырылышта Рәсәй Ҡораллы көстәрен Башҡортостандан 5 меңдән ашыу һалдат тулыландырыр тип көтөлә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тоҡомбәтовтар Мәскәүҙә «Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре осрашыуы»да Башҡортостан данын яҡлай

Иглин районынан Тоҡомбәтовтар Мәскәүҙә «Ғаилә йолалары һәм ҡиммәттәре осрашыуы»да Башҡортостан данын яҡлай. Бөгөн барған сара барышында ғаилә милли мәҙәниәтте күрһәтеп, ижади номер менән сығыш яһай. Әйткәндәй, Тоҡомбәтовтар - республика конкурс һәм фестивалдәре даими еңеүселәре.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында 1982 йылда юҡҡа сыҡҡан Аҡъегет ауылы урынында шәжәрә байрамы үтте

Тарихи үткәндәргә таянып, тыуғанлыҡ ептәрен нығытҡан байрам хаҡында киләһе яҙмала. Аҡъкгет ауылы хаҡында тәүге мәғлүмәт 1760-сы йылда теркәлгән. Аҡъегет-Уҙала Һарыһы (Урман Һарыһы) ауылы Ғәлиәхмәттән 10-12 саҡрым алыҫлыҡта, Рәнйән шишмәһе Кесе Уҙала йылғаһына ҡойған урында, Аҡбейек, Олотау, Ташлытау тауҙары менән уратылып, хозур тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан булған. 1850 йылдан алып Аҡъегет тип аталған. Үҫәргән ырыуының һарылар араһынан булған 6 нәҫел вәкилдәре ете быуынын ентекле өйрәнгән.
4👍1