БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.84K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамын дауам итәсәк

Радий Хәбиров, хәүеф-хәтәргә ҡарамаҫтан, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамын дауам итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Украина прокуратураһы ситтән тороп Башҡортостан Башлығы менән Өфө мэрына яла япты. Уларҙы Рәсәй ғәскәрҙәренең ихтыяждарын матди тәьмин итеүҙә ғәйепләйҙәр. Атап әйткәндә, һүҙ ҡорамалдар, техника һатып алыуҙа, гуманитар конвойҙарҙы махсус хәпби операция биләмәһенә ебәреүҙә ярҙам итеү тураһында бара. Бындай белдереүгә аңлатма һәм ниндәй эҙемтәләргә килтереү ихималлығы хаҡында киләһе яҙмала.
👍52
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфө хосписы коллективын бер йыллыҡ эшмәкәрлеге менән ҡотланы

Өфө хосписына бер йыл. Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә учреждение 1 меңдән ашыу ололарҙы һәм балаларҙы ҡабул иткән, күсмә бригадалар 3 меңдән ашыу пациентҡа өйҙәренә барып паллиатив ярҙам күрһәткән. Өфө хосписының бер йыллыҡ эшмәкәрлеге был хеҙмәткә ихтыяждың иҫ киткес ҙур булыуын иҫбатлай. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда дауалап булмаҫлыҡ онкология, неврология, генетика сирҙәре менән 23 мең өлкәндәр һәм 680 бала иҫәптә тора. Уларҙың һәр береһе паллиатив ярҙамға мохтаж. Өфө хосписы Башҡортостан башлығының тәҡдиме менән төҙөлдө. Радий Хәбиров бөгөн ошо изге эштең башланғысында торған һәм әле лә сафта булған кешеләргә рәхмәт белдерҙе, дәүләт наградаларын тапшырҙы.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Төньяҡ-Көнсығыш Олимпиада еңеүселәре билдәләнде

Имтиханһыҙ уҡыуға инеү менән бергә, ай һайын 58 мең һум күләмендә стипендия. Төньяҡ-көнсығыш олимпиадаһы еңеүселәре Өфө фән һәм технологиялар университетына имтиханһыҙ уҡырға ҡабул ителә. Былтыр бындай мөмкинлек менән 10 уҡыусы файҙаланған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында Рәсәй Геройы Андрей Мигунов хөрмәтенә бюст һәм мемориаль таҡтаташ асылды

Ғафури районында Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөндә Рәсәй Геройы Андрей Мигунов хөрмәтенә бюст һәм мемориаль таҡтаташ асылды. Тантаналы сара Красноусол ауылында үтте.
Андрей Павлович Мигунов Афғанстанды үтеп, оҙаҡ йылдар Ғафури районы хәрби комиссариатын етәкләй. Мемориаль таҡтаташ Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссариатының хәрби-иҫәп пункты стенаһына, ә бюст геройҙар аллеяһында ҡуйылды.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Агросәнәғәт ойошмалары Ватан һаҡсыларын УАЗ «Буханка» менән тәьмин иткән

Алғы һыҙыҡҡа юғары үтеүсәнле автомобиль. «Барыһы ла еңеү өсөн!» лозунгы Башҡортостан халҡының йәшәү мәғәнәһенә әүерелгән.
Агросәнәғәт ойошмалары ремонт-хеҙмәтләндереү ассоциацияһы Ватан һаҡсыларын УАЗ «Буханка» менән тәьмин иткән. Техника ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан «Костер» ҡушматлы яугирҙың шәхси һорауы буйынса һатып алынған.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл «Башҡорт ихатаһы» программаһы сиктәрендә 150-гә яҡын ихатаны төҙөкләндереү ҡаралған

Программа тормошҡа ашырыла башлағандан бирле, йәғни һуңғы 5 йылда, был күрһәткес меңдән ашҡан. Әле республика райондарында эш ҡыҙыу бара. Маҡсат - ихаталар матур ғына түгел, хәүефһеҙ ҙә булырға тейеш.
👍5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дәүләт программаһы проекты әҙерләнде

Ауылдарҙы яңыртыу һәм халыҡтың йәшәү сифатын күтәреү өсөн. Башҡортостандың ауыл хужалығы министрлығы 2024-2030 йылдарға ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү дәүләт программаһы проектын әҙерләне. Уға ярашлы ауылдарға 14 миллиард һумға яҡын аҡса йәлеп ителә. Дәүләт программаһы республикала бер нисә йыл рәттән уңышлы эшләп килә.
👍3
Һөйөнсө!💐

Билдәле бейеүсе, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Миләүшә Хәйбуллина икенсегә әсәй булған.
- Беҙ һине көтәбеҙ, атай-әсәйең һәм Батырхан ағайың һине бик ныҡ ярата, - тип яҙған бейеүсе социаль селтәрҙә.

Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
5
Батыр рухын һаҡлай Палдиски

Салауат Юлаевтың һуңғы төйәгендә, алыҫ Эстония ерендә, милли батырыбыҙҙы иҫкә алғандар. 1 июлдә Палдиски ҡалаһы буйлап һәм Салауат Юлаев бюсына экскурсия үткәрелгән.

Милләттәштәребеҙ батырҙың һәйкәленә сәскәләр ултыртҡан, доға-аяттар уҡыған, башҡорт һәм эстон телдәрендә шиғырҙар һөйләгән. Сара ҡунаҡтары өсөн милли аш-һыуҙан торған сәй табыны әҙерләнгән.
👍31👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров йәштәр ҡануниәт форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне

Киләсәк - йәштәр ҡулында. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров йәштәр ҡануниәт форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләп йәш быуынға булған өмөт-маҡсаттарҙы билдәләне. Республикала юғары йорттарҙа белем алыу, стартап асыу, эшҡыуарлыҡ йүнәлешендә үҫеү өсөн шарттар ойошторолған, дәүләт тарафынан гранттар ҡаралған.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенең стратегик сессияһында ҡатнашты

Михаил Мишустин сәнәғәт өлкәһендәге яңы милли проекттар тураһында хәбәр итте. Видеоэлемтә режимында ойошторолған Рәсәй Хөкүмәтенең стратегик сессияһында Башҡортостан башлығы ҡатнашты.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта газ шартлауы һөҙөмтәһендә зыян күреүселәр Өфөгә санитар авиация менән килтерҙеләр

Стәрлетамаҡта газ шартлауы һөҙөмтәһендә зыян күргән 4 кеше Өфөгә Республика тән бешеүҙе дауалау үҙәгенә санитар авиация менән килтерҙе.
Бөгөн иртән Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин дауаханаға барып пациенттарҙың хәлен белде. Аҙаҡ ул коллегалары менән зыян күреүселәрҙе артабан дауалау пландарын төҙөү тураһында фекер алышты.
2
Һаҡ булығыҙ – асыҡ тәҙрә! Октябрьский ҡалаһында йәш ярымлыҡ сабый бейектән ҡолаған. Тән йәрәхәттәре алған бала дауаханала үлгән. Прокуратура осраҡ буйынса тикшереү башлаған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан белдереүҙәренсә быйыл 7 бала асыҡ тәҙрәнән осоп төшкән.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров төбәктең оператив штабы ултырышын үткәрҙе

Радий Хәбиров министрлыҡ һәм ведомство, шулай уҡ сәнәғәт предприятиелары етәкселәре ҡатнашлығында төбәктең оператив штабы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибендә - энергетика, транспорт объекттарының һәм сәнәғәт майҙансыҡтарының террорға ҡаршы хәүефһеҙлеген арттырыу. Ултырышта ҡатнашыусылар мөһим объекттарҙы диверсия-террористик һөжүмдәрҙән, шул иҫәптән пилотһыҙ осоу аппараттарын ҡулланып һаҡлауҙы тәьмин итеү буйынса күрелгән сараларҙы тикшерҙе.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров һәм Светлана Чупшева республика эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың һәм Стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры Светлана Чупшева республика эшҡыуарлыҡ берләшмәһе менән осрашты. Сарала Башҡортостанда бизнес алып барыу, ҡеүәтле инвесторҙарҙы йәлеп итеү шарттары юғары баһаланды.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө хосписы тарихы - изгелек һәм мәрхәмәтлек тарихы

Меңдән ашыу өлкәндәргә һәм балаларға учреждениеның үҙендә, 3 меңдән ашыу пациентҡа өйҙәрендә паллиатив ярҙам. Өфө хосписының бер йыллыҡ эшмәкәрлеген һандар теле менән ошолай сағылдырырға мөмкин. Әммә дауалай алмаҫтай сиргә дусар булғандар, яҡты донъялағы һәр көн өсөн көрәшкәндәр, йәшәүҙән төңөлгәндәр тураһында һүҙ барғанда статистика мәлүмәттәре икенсе планға ҡала. Иң мөһиме хоспис ауыр хәлгә тарығандарға күңел йылыһы өләшеп, иғтибар, хәстәр менән уратып ала.
3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикала контракт буйынса хеҙмәткә ҡабул итеү дауам итә

Хәрби комиссариатҡа көнөнә 40-50 кеше мөрәжәғәт итә. Тәүҙә ир-егеттәр урындағы мобиль пунктҡа бара, медицина тикшереүе үтә. Һуңынан Өфөгә килеп контракт буйынса хеҙмәт килешеүенә ҡул ҡуя. Һәр кандидат ентекле тикшерелә. Контрактты 60 йәшкә тиклемгеләр, айырым осраҡта 65 йәшлек ир-егеттәр төҙөй ала. Хәрби хеҙмәт үтмәгән көслө заттар ҙа Рәсәйҙең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөүгә хоҡуҡлы. Килешеү төҙөүселәр өсөн федераль һәм төбәк түләүҙәре ҡаралған, ғаиләләре өсөн ҡырҡлап ярҙам төрө бар.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районынан Хәмитов крәҫтиән-фермер хужалығы йәйләүгә сығып ҡымыҙ бешә

Йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән ҡымыҙ бешеүселәр өсөн ҡыҙыу миҙгел. Баймаҡ районы Ҡаратал ауылынан Хәмитов крәҫтиән- фермер хужалығы йәйләүгә сығып ҡымыҙ бешә. Тулыраҡ БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Көйөргәҙе районы спорт туризмын үҙ итеүселәрҙе бергә йыйҙы

Дүрт көн дауам итәсәк сарала ҡатнашыусыларҙың тиҫтәләп төр һынау көтә. Уның һөҙөмтәһендә айырым команда төҙөләсәк һәм улар «Туриада» Бөтә Рәсәй фестивалендә ҡатнашыу хоҡуғын яулай.
👍41