БСТ | Яңылыҡтар
2.43K subscribers
5.12K photos
7.83K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Мәшһүр ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев тураһында китап-альбом донъя күрҙе.

Йомабай Иҫәнбаев милли сәнғәтте донъяға танытҡан башҡорт музыканттарының береһе. Бар ғүмерен ҡурайҙы данлауға арнаған кеше. Китапты төҙөүҙә Йомабай Иҫәнбаевтың биографияһын өйрәнгән халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев, танылған артист Хөрмәтулла Үтәшев һәм тарихсы Азат Ярмуллин ҡатнаша. “Йыйынтыҡҡа ҡурайсы хаҡында хәтирәләр, һирәк фотоһүрәттәр, архив документтары һәм шиғырҙар тупланды”, - тип белдерҙе Азат Ярмуллин.
Йомабай Иҫәнбаев Франция, Германия, Швеция һәм тағы ла байтаҡ сит илдәрҙә сығыш яһай. 1991 йылда музыканттың 100 йыллығы уңайынан уны Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә күрһәтәләр. Хәйбулла районында ҡурайсы иҫтәлегенә бағышланған конкурс ойошторола. Быйыл августа Түңгәүер ырыуы йыйыны барышында һәйкәл асыу ҡарала. Шулай уҡ яңы нәшер ителгән китап-альбомдың исем туйы уҙғарыла.
1
Радий Хәбиров Берҙәм дәүләт имтихандарына бәйле һөйөнөслө хәбәр менән уртаҡлашты.

Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, быйыл ике тапҡырға күберәк яҙма тест – 147 эш иң юғары баһаға лайыҡ булған. 11 сығарылыш уҡыусыһы ике фән буйынса 100-әр балл йыйған. Радий Хәбиров юғары һөҙөмтә күрһәткән балаларҙы ҡотлап уңыштар теләй. Республикала мәғариф ойошмаларын яңыртыу дауам итә. Президент программаһы буйынса 31 мәктәптә капиталь ремонт үтә. Быйыл “Мәғариф” милли проекты буйынса 9 мең урынға иҫәпләнгән яңы 8 мәктәп файҙаланыуға тапшырыла.
1
Башҡортостанда өлкәндәр өсөн дә һөт ризыҡтары етештерелә башланы.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев социаль селтәрҙә яҙыуынса, “Һөт кухняһы” кибеттәрендә һәм магазиндарҙа яңы тауарҙар тәҡдим ителә. Бында өлкән кешеләр өсөн һөт, кефир, ҡаймаҡ, эремсек һатыла. Уны Октябрьский ҡалаһында сығаралар. Һөт ризыҡтары сифатына етди иғтибар бирелә. Республикала ауырлы ҡатындар, йәш әсәләр һәм мохтаж ғаиләләрҙә үҫкән балалар, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар яҡындарына “Һөт кухняһы” тауарҙары бушлай таратыла. 2019 йылдан 70 меңдән ашыу кеше ошондай мөмкинлек менән файҙаланған.
3👎1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан делегацияһы Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумында ҡатнаша

Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы эш сәфәре менән Белоруссияла. Улар бөгөн Витебск ҡалаһында башланған 11-се Беларусь һәм Рәсәй төбәктәре форумында ҡатнаша. Дуҫ дәүләттең өлкәләре һәм ҡалалары менән хеҙмәттәшлек тураһында яңы килешеүҙәр төҙөлә. Шулай уҡ, Башҡортостан етәксеһе Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар иҫтәлегенә «Урочище Пески» мемориалына сәәкә һалды. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан берҙәм дәүләт имтиханын йөҙ балға яҙыусылар һаны буйынса рекорд ҡуйған

Иң юғары баһаны 147 имтихан эше алған. Былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк. 11 сығарылыш уҡыусыһы бер үк ваҡытта ике предмет буйынса 100 балл йыйҙы, былтыр улар икәү булған. Был бығаса булмаған һөҙөмтәләр. Балаларыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайым! Артабанғы һөнәр һайлауҙа уңыштар теләйем, һәм уларға һәр ваҡыт уңыш юлдаш булһын, тип яҙған социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Дәүләт идаралығы һөҙөмтәһе рейтингында алдынғы төбәктәр иҫәбенә инде

Был «Юғары һөҙөмтәлелек» төркөмө тип атала. Исемлектә 12 субъект, шул иҫәптән Башҡортостан бар. Рейтингты төҙөүселәр иҡтисади процестарҙы, социаль өлкәнең үҫешен, шулай уҡ төрлө аварияларҙы тәбиғәт афәттәрен, террористик хәүефте анализлаған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге «Ҡурай уйнаусы малай» фонтанын яңыртыу эштәре 31 августҡа тамамлана

Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында ҡуйылған скульптура композицияһы тулыһынса таҙартылып, махсус составтағы буяу менән яңыртыласаҡ. Фонтанға килгәндә, подрядсы компанияға уның нигеҙен тулыһынса үҙгәртеп ҡорорға тура килгән. Сәит Ғәлиев бульварында һәм уның эргәһендәге биләмәлә ойошторолған күләмле төҙөкләндереү эштәре
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында яугирҙарға МХО-ла күрһәткән батырлыҡтары өсөн наградалар тапшырылды

Хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «Абу» ҡушаматлы яугир «Батырлыҡ» орденына, . «Бүре» менән «Кәрим» «Батырлыҡ өсөн» миҙалдарына лайыҡ булды. «Тимур» ҡушаматлы хәрбигә генерал Шайморатов миҙалы тапшырылды.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала 50 тәрбиәсе Башҡортостан башлығы грантына лайыҡ булды

Үҙ проектыңды тормошҡа ашырыуға - ярты миллион һум. Республикала 50 тәрбиәсе Башҡортостан башлығы грантына лайыҡ булды. Конкурс төбәктә беренсе тапҡыр үткәрелә һәм илдә тәрбиәселәрҙе матди ҡеүәтләү буйынса берҙән-бер тәжрибә һанала. Радий Хәбиров гранттарҙы тапшырыу тантанаһында конкурсанттар араһындағы тағы ла 25 тәрбиәсегә матди ярҙам күрһәтеү бурысын ҡуйҙы. Милли тәрбиә, музыка, спорт - йәш белгестәр төрлө йүнәлештә проекттарын тормошҡа ашыра башлаған да инде.
👍4
Башҡортостанда физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса дәүләт программаһы ҡабул ителде.


Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған. Программаға ярашлы, 2030 йылға физкультура һәм спорт менән шөғөлләнгәндәр һаны 2 миллиондан ашыу булырға тейеш. Бының өсөн тейешле шарттар булдырыу ҡарала. Әле республикала 13 меңдән ашыу спорт объекты иҫәпләнә.
1
Башҡортостанда тынлыҡ законына үҙгәреш индерелде. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡанун проектына төҙәтмә әҙерләне.


Уға ярашлы күп фатирлы торлаҡ биләмәһендә киске сәғәт 11-ҙән һуң шау-шыулы һәм тауышлы уйындар үткәреү тыйыла. Дәүләт власы йәки урындағы үҙидара органдары рөхсәте менән үткәрелгән күмәк сараларға ғына ташлама яһала. Тынлыҡ законына ярашлы, эш көндәрендә киске сәғәт 11-ҙән иртәнге 7-гә тиклем шауларға ярамай. Ял һәм байрам көндәрендә сикләү иртәнге 9-ға тиклем оҙайтыла.
1
Иртәгә Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе һабантуйы була.


Байрамда йыл һайын 100 меңгә яҡын кеше ҡатнаша. Тәүге һабантуй 1913 йылда Санкт-Петербургтың Йосопов баҡсаһында үткәрелә. Быйыл рәсми делегацияны Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова етәкләй. Байрамда Сибай концерт-театр берләшмәһе, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары ҡатнаша. Ҡунаҡтарға милли аш-һыу тәҡдим ителә. Ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыла. Ҡумыҙ һәм ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә була. Батырҙар көрәш турнирында көс һынаша ала. Башҡорт мәҙәниәтен танытыуға ҙур өлөш индергән замандаштарыбыҙҙы бүләкләү ҡарала.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Белоруссияның Гродно өлкәһе башҡарма комитеты рәйесе Владимир Караник менән осрашты

Эшлекле һөйләшеүҙә төбәктәр араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу, берҙәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса перспектив йүнәлештәр билдәләнде. Ауыл хужалығы машиналары төҙөлөшө өлкәһендә кооперация, минераль ашламалар етештереүҙә берләшеү, ауыл хужалығы продукцияһы менән тәьминәт кеүек мөһим проекттар бар. Яҡтар туризм буйынса бәйләнештәрҙе нығытырға иҫәп тота. «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» проектын үҫтереү, студенттар һәм мәктәп турҙарын ойоштороу мөмкинлектәре шулар иҫәбендә.
2
Өфө хосписына 1 йыл


Үҙенсәлекле учреждение былтыр 28 июндә асылды. Ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән төҙөлдө. Республика етәксеһенең фекерен эшҡыуарҙар, ойошма һәм предприятиелар, битараф булмаған кешеләр хупланы. Хоспис Рәсәй-Беларусь төбәктәре форумы барышында файҙаланыуға тапшырылды. Уны асыу сараһында Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Валентина Ивановна учреждениеға сенсор бүлмәһен йыһазландырыу өсөн сертификат тапшырҙы. Ул Башҡортостандың хоспис төҙөү буйынса уңышлы тәжрибәһен башҡа төбәктәргә таратыу кәрәклеге хаҡында белдергәйне.
“Өфө хосписы - уңайлы һәм заманса паллиатив ярҙам комплексы. Ул медицина һәм социаль хеҙмәткәрҙәрҙе, ирекмәндәрҙе, руханиҙарҙы берләштерә. Уларҙың барыһы ла ҡаты сирле кешеләргә йөрәк йылыһын өләшә. Учреждение командаһына рәхмәт белдерәм. Уңыштар, сәләмәтлек һәм именлек теләйем”,

- тип яҙа социаль селтәрҙә республика башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин.
🔥3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың инициативалы яугирҙар төркөмө уҡыу кабинетын ойошторған

Өҫтәүенә, поход шарттарында. Бында хәрбиҙәр пилотһыҙ аппараттар һәм дрондар менән идара итеү күнекмәләрен камиллаштыра. Һалдаттар кәрәкле ҡорамалдар һәм йыһаздар менән тәьмин ителә, ҡайһы бер предметтар гуманитар ярҙам менән дә килтерелә. Яугирҙар атыштар тынған мәлдәрҙә симулятор ярҙамында тәжрибәһен арттырыу мөмкинлегенә эйә.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй төбәктәрендә һәм Башҡортостанда йәшәүсе Игебаевтар нәҫеле шәжәрә байрамына йыйылды

Ырыу һәм ҡан-ҡәрҙәштәреңдең тарихын белеү-мәртәбә. Рәсәй төбәктәрендә һәм Башҡортостанда йәшәүсе Игебаевтар нәҫеленең 400-ҙән ашыу вәкиле Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан Йәнтеш ауылына шәжәрә байрамына йыйылды. Игебаевтар нәҫеленең быуындан-быуынға тапшырылып килгән йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихи үткәне тураһында киләһе яҙмала.
3
Өфөлә үҙенсәлекле телефон ҡумтаһы барлыҡҡа килде. Арт-объектта элекке заманда йәшәгән төрлө билдәле кешеләр тауышын ишетергә була. Мәҫәлән, Иосиф Бродский, Владимир Высоцкий, Белла Әхмәҙуллинаға шылтыратып аҡыллы фекерҙәрен тыңларға мөмкин. Телефон ҡумтаһы Гоголь урамында Башҡорт дәүләт филармонияһы янында яҙыусы Сергей Довлатов ихатаһында урынлашҡан.
2