БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөнөң 9-сы холоҡ төҙәтеү колонияһында булды

Ул учреждениеның енәйәт-башҡарыу системаһының етештереү базаһы менән танышты һәм федераль яза башҡарыу хеҙмәте идаралығы етәксеһе Владислав Дзюба менән үҙ-ара эшмәкәрлектең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында яңы мәктәп төҙөлә

Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яңы мәктәп төҙөлә. Объект Республика адреслы инвестиция программаһына индерелгән. Белем биреү комплексында йәмғеһе 180 урынға иҫәпләнгән мәктәп менән балалар баҡсаһы урынлашасаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районында йәшәгән эшҡыуар ҡатын үҙ эшен үҫтереүгә дәүләттән матди ярҙам алған

Бизнесты үҫтереүгә - 350 мең һум. Ғафури районында йәшәгән эшҡыуар ҡатын үҙ эшен үҫтереүгә дәүләттән матди ярҙам алған. Земфира Рәхимова матурлыҡ салонын район үҙәгендә асҡан. Субсидияны ул техник базаны нығытыуға йүнәлткән. Социаль ярҙамға тағы ла кемдәр дәғүә итә? Яуап киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе 10 йәшлек Байрас Мараҡановҡа ярҙам кәрәк

Өс йыл элек Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында тәне бешкән малайға тағы ла операция талап ителә. Ҡатмарлы операцияны Санкт- Петербург табиптары эшләйәсәк. 6 миллион һумға яҡын сумманы йәш ғаилә үҙе таба алмай.
😢4😁1
Түтәлдәрҙе машина тәгәрмәстәре менән биҙәү тыйыла

Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты ошо турала иҫкәртә. Законға ярашлы, ҡулланылған автомобиль шинаһы 4-се класлы хәүефе булған ҡалдыҡ тип һанала, ул махсус полигонда утилләштерелергә тейеш. Шинаны биләмәләрҙе матурлау өсөн ҡулланыусыларға штраф ҡаралған.
👍2😁2🤔1
Уҡыусыларға көмөш миҙал да тапшырыласаҡ

Быйылдан Башҡортостан мәктәптәрендә сығарылыш уҡыусыларына алтын миҙалдан тыш, көмөшө лә тапшырыла. Был турала “Сәләм” тапшырыуында Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Светлана Антипина белдерҙе. Һүҙ аттестатта тик "бишле" билдәләре булған егет һәм ҡыҙҙар тураһында бара. Республикала дәүләт аттестацияһына 51 мең 9-сы, 15 мең ярым 11-се класс уҡыусыһы әҙерләнә. 24 май “Һуңғы ҡыңғырау” байрамынан һуң имтихандар башлана.
👍4
Ҡатмарлы туристик маршруттарға сығыусыларҙы махсус инструктор оҙатып барасаҡ

Башҡортостанда туристик эшмәкәрлек тураһындағы законға төҙәтмәләр әҙерләнә. Төп маҡсат - туристар хәүефһеҙлеген тәьмин итеү. - Эске туризм үҫешә, был баҙарҙа тәҡдимдәр күбәйә бара. Тауға менеү, йә мәмерйәгә инеү күптәр өсөн ғәҙәти шөғөлгә әйләнде. Бурыс - туристик һуҡмаҡтарҙы хәүефһеҙ итеү. Ҡатмарлы, махсус әҙерлек һәм ҡорамалдар талап иткән маршруттар айырым теркәлергә, унда сәфәр ҡылыусыларҙы профессиональ инструктор оҙатып барырға тейеш - тине Республика парламенты спикеры Константин Толкачев. Закон проекты 30 майҙа беренсе уҡыуға сығарыла.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Көмөш» йәштәге туристар өсөн Белоруссия һәм Үзбәкстан буйлап турҙар ойошторола

Быйыл 20 мең кеше «Башҡортостан оҙон ғүмерлелеге. Туризм» программаһы сиктәрендә республика буйлап бер көнлөк бушлай сәйәхәткә сыға. Был хаҡта социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙҙы. 2020 йылдан алып дәүләт программаһы менән 34 меңдән ашыу кеше файҙаланған.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 450 йыллығына 450 биттән торған альбом барлыҡҡа киләсәк

Өфөнөң 450 йыллығына 450 биттән торған альбом. Баш ҡала юбилейына мегаполистың иң матур архитектураһы, иҫтәлекле урындары, халҡын һүрәтләгән фотокитап барлыҡҡа киләсәк. Уны «Комсомольская правда» гәзите мөхәриррҙәре һәм рәссамдары төҙөй. Әле улар баш ҡалала фото төшөрөү менән шөғөлләнә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Аҡын районы Барахаевка ауылында йәшәүсе тимерҙән күҙ яуын алырлыҡ продукция етештерә

Уның ҡулында тимер йәнләнә. Аҡын районы Барахаевка ауылынан Эдуард Тимерғәлин тимерҙән күҙ яуын алырлыҡ продукция етештерә. «Атайсал» проекты сиктәрендә ул тыуған ауылын һәм районын төҙөкләндерә.
👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафуриҙар махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы партия маскировка селтәрҙәре ебәрергә әҙерләнә

Был эш райондағы һәр бер ауыл советында көйләнгән. Ирекмәндәр һаҡланыу селтәрен махсус үрергә өйрәнеп, көн һайын тиерлек пункттарға йыйыла. Әйтәйек, Родина ауылында маскировка селтәрҙәрен үрергә хаҡлы ялдағылар ҙа, йәштәр ҙә йыйыла.
2
Йәш яҙыусы Рәзинә Зәйнетдинованың яны китабы донъя күрҙе

«Ҡашлы йөҙөк» тип исемләнгән китапҡа повесть, хикәйәләр, юморескалар ингән. Психологик характерҙа яҙылған әҫәрҙәрҙә күп ваҡыт телде һаҡлауға, иманға килеүгә ҡағылышлы проблемалар күтәрелә.Автор үҙен төрлө жанрҙа һынап ҡарай. Мажаралы повесть, детектив, фантастик хикәйәләр уҡыусыларҙың күңеленә хуш килер, тип уйлайбыҙ. "

— Китабымды сығарыуға ҙур өлөш индергән Яҙыусылар Союзы Рәйесе Айгиз Ғиззәт улы Баймөхәмәтовҡа, «Китап» нәшриәтенә рәхмәт! Унда индерелгән әҫәрҙәрҙең барыһы ла тиерлек «Шоңҡар», «Йәшлек», «Башҡортостан», «Йәншишмә»лә баҫылды. «Китап-Байрам»да уны һатып алырға мөмкин», — ти автор шатлығы менән бүлешеп.

2017 йылда «Йәштәр тауышы» серияһында «Килен шәле» исемле китабы донъя күрҙе. Әйткәндәй, 25 майҙа 17:00 сәғәттә «Ҡашлы йөҙөк» китабының презентацияһы уҙасаҡ.
3
Радик Юлъяҡшин мәртәбәле награда менән бүләкләнде

Бөгөн, 23 майҙа, билдәле йырсы Радик Юлъяҡшиндың Өфөләге Йәштәр һарайында барған концерты мәлендә йырсыға «Башҡортостандың халыҡ артисы» исеме тапшырылды. Артист награданы Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ҡулынан алды.

Ихлас ҡотлайбыҙ!
👍72🤮2👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Виктор Басаргин менән осрашты

Былтыр республика юлдарында һәләк булыусыларҙы 390 кешегә кәметеүгә өлгәшелгән. Радий Хәбиров Транспорт өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Виктор Басаргин менән осрашыуҙа ошо йүнәлештәге эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Республика башлығы әйтеүенсә, төбәктә рөхсәтһеҙ пассажирҙар ташыуҙы иҫкәртеү, юл хәрәкте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, автомобиль трассаларын контролдә тотоу буйынса ҙур эш башҡарыла. Федераль ведомство етәксеһе лә Башҡортостандың транспорт өлкәһе ҡаҙаныштарын юғары баһаланы. Осрашыу һуңында Виктор Басаргин Башҡортостан башлығын «Хеҙмәттәшлек өсөн» ведомство миҙалы менән бүләкләне.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә Берҙәм дәүләт имтихандарының төп осоро башланды

Төбәктең мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйыл Башҡортостанда урта дөйөм белем биреү программалары буйынса 15 мең ярым уҡыусы һынау тота. Уларҙың дүрт меңе география, рус әҙәбиәте, химия буйынса. Сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн яуаплы һәм тулҡынландырғыс мәл тураһында киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың халыҡ артисы махсус хәрби операция ихтыяждарына 3 миллион һум аҡса тапшырған

«Әсән» ҡушаматлы яугир 20 көнлөк реабилитацияға ҡайтҡан. Яу яланында уның ҡабырғаһы һынған. Әммә хәрбиҙәр алған йәрәхәттәр менән сағыштырғанда, был еңелсә имгәнеү генә, ти билдәле яҡташыбыҙ. Шуға ла ул Оборона министрлығы бүлгән 3 миллион һум компенсацияны еңеүҙе яҡынайтыуға йүнәлтергә ниәтләгән. Республика башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов менән һөйләшкәндән һуң, ул «Башҡортостан» полкына пилотһыҙ осоу аппараттары һәм медицина ротаһына башҡа кәрәк-яраҡтар, ә инде ҡалған суммаға Бишбүләк һәм Дүртөйлө райондарында маскировка селтәрҙәре үреүсе ирекмәндәргә тейешле материалдар һатып алырға ҡарар иткән.
👍53🤮1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда иң оҫта иретеп-йәбештереүсе билдәләнде

Һөнәрмәндәр ярышы бөгөн Өфөлә үтте. Республиканың төрлө предприятиеларынан килгән хеҙмәткәрҙәр теоретик һәм практик белемен һынап ҡараны. Төбәк еңеүсеһе Башҡортостан данын федераль округ кимәлендә яҡлаясаҡ.
3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғафури районы Красноусол ауылында Алмаз Шафиҡовҡа хәтер таҡтаһы асылды

Ғафури районы Красноусол ауылында махсус хәрби операцияла һәләк булған Алмаз Шафиҡовҡа хәтер таҡтаһы асылды. Объект һалдат тамамлаған 3-сө урта мәктәп бинаһына ҡуйылған.
2👎2
Өфөлә сығарылыш уҡыусылары ҙур вальста әйләнә

Бөгөн республикала Һуңғы ҡыңғырау була. Мәктәптәрҙә тантаналы саралар ойошторола. Өфөлә “Торатау” Конгресс-холының аҫҡы майҙансығында сығарылыш уҡыусылары өсөн байрам ойошторола. Егеттәр һәм ҡыҙҙар вальс бейей, уҡытыусылар хоры яңғырай һәм флешмоб була. Сара серпантин фейервергы менән тамамлана. Быйыл Өфөлә 4 мең 300-ҙән ашыу уҡыусы 11-се класты тамамлай.
👍3
Өфөлә юбилей алдынан трамвайҙар биҙәлә

"Меморандум" тигән проектҡа ярашлы, транспорт сағыу төҫтәргә буяла. Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 18-се маршуттағы бер трамвай милли балаҫ төҫтәре менән биҙәлде. Тағы өс трамвайҙы биҙәү планлаштырыла. Өфө быйыл 450 йыллығын билдәләй. Төп саралар август айында була.
😢2👎1