Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы медицина учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы
Һүҙ тәү сиратта урта персонал, йәғни фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары тураһында бара. Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәре, автотранспортты газ яғыулығына күсереү, юлдарҙы ремотлау мәсьәләләре ҡаралды.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Үзбәкстандың энергетика министры етәкселегендәге рәсмии делегация менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың энергетика министры Журабек Мирзамәхмүтов етәкселегендәге рәсмии делегация менән осрашты. Унда ике яҡ араһындағы эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһы төҙөү тураһында фекер алышынды.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың энергетика министры Журабек Мирзамәхмүтов етәкселегендәге рәсмии делегация менән осрашты. Унда ике яҡ араһындағы эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһы төҙөү тураһында фекер алышынды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияала ҡатнашыусы яугирҙар пилотһыҙ осоу аппараттары менән көрәшеү хаҡында һөйләне
Яуҙа бар саралар ҙа яҡшы. Пилотһыҙ осоу аппараттарын бәреп төшөрөү өсөн һунар мылтыҡтары ла ҡулланыла. Украина ҡораллы көстәре снарядтар етешмәүен дрондар менән ҡапларға тырыша. Махсус ҡорал менән уларҙың барыһын да юҡ итерлек түгел. Көтмәгәндә килеп сыҡҡан ФПВ дрондар, комикадзеларға ҡаршы тороу өсөн йәҙрә мылтығынан да һөҙөмтәлерәк ҡорал юҡ, ти хәрбиҙәр. Айнур Кәбиров Донецк халыҡ республикаһының Луганское ауылы эргәһендә тороусы мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ менән осрашты.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» республика конкурсының төбәк этабы еңеүселәре билдәләнде
47 мәғариф учреждениеһы араһынан финалға тик 14 ашхана үтте. Жюри ағзалары конкурсанттарҙы 3 һынау һөҙөмтәләре буйынса баһаланы. Еңеүселәр быйыл көҙ федераль кимәлдә Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.
47 мәғариф учреждениеһы араһынан финалға тик 14 ашхана үтте. Жюри ағзалары конкурсанттарҙы 3 һынау һөҙөмтәләре буйынса баһаланы. Еңеүселәр быйыл көҙ федераль кимәлдә Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрөлә «Ваҡыт йылғаһы» тарихи-патриотик фестивале уҙҙы
Мушкетерҙар, славян бәһлеүәндәре һәм совет һалдаттары бер майҙанда. Был нәфис фильм сценарийы түгел. Бөрөлә «Ваҡыт йылғаһы» тип исемләнгән тарихи-патриотик фестиваль уҙҙы. Йыл һайын ойошторолған сарала төрлө дәүер яуҙары тергеҙелә. Бында хәрби техника, ҡоралдар, кәсептәр менән танышырға ла мөмкин.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Хәйбулла районында тыуып-үҫкән яҡташтар осрашыуы үтте
Өфөнөң мәғариф һәм мәҙәниәт усаҡтарында Хәйбулла районында тыуып-үҫкән яҡташтар осрашыуы үтте. Көн дауамында барған йыйында спортта әүҙем хәйбуллалар волейбол ярыштарында ҡатнашты. Сараның пленар өлөшөндә район хакимиәте етәкселеге студенттар һәм яҡташтар менән осрашты, мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барланы. Хәйбулла оҫталары күргәҙмәһе, район таланттары концерты менән үрелеп барған осрашыу хаҡында киләһе яҙмала.

👍4❤1
😱Башҡортостанда хужабикәне һыйыры һөҙөп үлтергән
Әбйәлил районының Селивановка ауылында һыйыр хужабикәһен һөҙөп үлтергән. «Салауат ерендә» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, һыйыр яңыраҡ быҙаулаған. 74 йәшлек хужабикә уны һауып, һарайҙан сығып барғанда малҡай артынан килеп һөҙгән. Ҡатын ергә ҡолаған, ләкин һыйыр оторо ярһып, уны тапай, һөҙә башлаған.
Әсәһен ҡысҡырыуын ишетеп ҡалған улы һыйырҙы ҡыуып ебәргән һәм ашығыс ярҙам хеҙмәтенә шылтыратҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡара алмағандар, ҡатын ауыр йәрәхәттәрҙән йән биргән.

😱5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумын асыу тантанаһы үтте
Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумын, «Газ. Нефть. Технологиялар» 32-се махсуслаштырылған күргәҙмәне асыу тантанаһы үтте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров телекүпер режимында Ғафури районында ҡасаба-ара газ үткәргесте файҙаланыуға тапшырыуға старт бирҙе.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында «Спаркс» киберспорт үҙәге асылды
Башҡортостанда IT мөмкинлектәр өсөн шарттар булдырыла. Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында «Спаркс» тип исемләнгән киберспорт үҙәге асылды. Майҙан заманса компьютер һәм башҡа техника менән йыһазландырылған. Киберүҙәктә онлайн уйындар уйнарға ғына түгел, тура трансляциялар алып барырға, дизайн һәм видеомонтаж менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырылған.

👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙә Башҡорт этномәҙәни клубының отчет концерты үтте
Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Башҡорт этномәҙәни клубының отчет концерты үтте. Унда 3 йәштән 12 йәшкә тиклемге балалар сығыш яһай. Сараны әсәйҙәр һәм балалар - клуб уҡыусылары алып барҙы.

❤2
Өфөлә йәнә үҫмерҙәр юғалған
20 майҙа Өфөлә 15 йәшлек Тимур Йомағужин һәм 16 йәшлек Айҙар Хәбибрахманов юғалған. Бер тәүлек инде уларҙың ҡайҙа икәне билдәһеҙ, тип хәбәр итә «Башрегионспас» отряды ирекмәндәре.
Тимурҙың билдәләре: буйы 170 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле. Аҡһыл көрән толстовка, аҡ футболка, ҡара салбар кейгән.
Айҙарҙың билдәләре: буйы 178 сантиметр, уртаса кәүҙәле, һары сәсле, күҙҙәре зәңгәр. Ул ҡара толстовка, аҡ футболка, һоро джинсы кейгән.
Уларҙың ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙең 8(937)3-102-112 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.

😱3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй нефть, газ һәм химия форумы сиктәрендә Ғафури районында ҡасаба-ара газүткәргес сафҡа инде
Ул Ҡаран-Йылға менән Ҡолҡан ауылдарында 180 йортто һәм ике социаль объектты зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ Өфөлә ойошторолған күләмле сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров телекүпер режимында тағы ла ике яңы производствоны асыуға старт бирҙе. «Газ. Нефть. Технологиялар» махсуслаштырылған күргәҙмәһенә килгәндә, ойошторолоу тарихында ул иң күләмлеһе. Экспозициялар һәм яңы сәнәғәт комплекстары менән тәүгеләрҙән булып БЮТ ижади төркөмө танышты.

Өфөлә Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә етештерелгән текстиль һатыласаҡ сауҙа йорто асыла
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хакимы Шәүҡәт Абдуразаҡов менән осрашты. Улар төбәктәр араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү йүнәлештәрен һәм проекттарҙы тикшерҙе. Ауыл хужалығында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, Наманган өлкәһенән йәшелсә-емеш, киптерелгән еләк импорты мөмкинлектәре ҡарала.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала сәсеү эштәре бара
Башҡортостанда баҫыуҙарҙың 10 мең гектарҙан ашыуын ҡырау һуҡҡан. Майҙандарҙың яртыһынан күберәге яңынан сәселәсәк. Тик аграрийҙар бирешмәй, көндәр йылытыу менән, йылдам эшкә тотондо. Республиканың 8 районында сәсеү 80 проценттан артҡан, Ҡырмыҫҡалы һәм Стәрлетамаҡ райондарында эш аҙағына яҡынлаша. Ике аҙна тигәндә, сәсеү кампанияһы тамамланырға тейеш.

Башҡортостанда «Сәләмәтлек поезы» маршруты дауам итә
Уға ярашлы ауылдарҙа йәшәүселәр һаулығын тикшертә ала. Урындағы халыҡты төрлө йүнәлештәге тәжрибәле табиптар бушлай ҡабул итеп, диагностика үткәрә Медицина белгестәрен берләштергән күсмә бригадалар Әлшәй районында ла эшләй.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Үҙенсәлекле балалар донъяһы» хәйриә фотопроекты уҙғарылды
Унда үҙенсәлекле балалар үҫтергән 10 ғаилә һайлап алынды. Студияла бушлай фотосессиянан тыш, бүләктәр ҙә тапшырҙы. Проекттың маҡсаты - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабый тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам итеү, уларҙың проблемаларына иғтибар йүнәлтеү.
Унда үҙенсәлекле балалар үҫтергән 10 ғаилә һайлап алынды. Студияла бушлай фотосессиянан тыш, бүләктәр ҙә тапшырҙы. Проекттың маҡсаты - һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән сабый тәрбиәләгән ғаиләләргә ярҙам итеү, уларҙың проблемаларына иғтибар йүнәлтеү.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта Йүгереү марафоны үтте
Чемпиондар менән бергә. Баймаҡта Йүгереү марафоны үтте. Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған ярышта күрше район-ҡалаларҙан да спортсылар ҡатнашты.

Башҡортостанда 2 йәшлек баланы эт талап үлтергән
Тәфтиш комитетының республика буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, был хәл Баҡалы районында булған. 20 майҙа шәхси йорт биләмәһендә 3 йәше тулып килгән ҡыҙ бәйҙә булған эт янына килгән. Йорт хайуаны балаға ташланған. Ҡыҙҙың әсәһе этте ҡыуып ебәргән, баланы дауаханаға алып барғандар. Әммә алынған йәрәхәттәр үлемесле булған. Был хәл буйынса тикшереү бара.

😱3
Гөлдәриә Йосопова - Рәсәйҙең атҡаҙанған журналисы
Хеҙмәттәшебеҙҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының мәғлүмәт программалары баш редакцияһының баш белгесе ватан журналистикаһын үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ фиҙакәр хеҙмәте өсөн «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» исеме менән бүләкләнде.

❤12👍4