БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.89K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
ЗАГС залынан — махсус хәрби операцияға

Бөгөн Салауат районының ЗАГС бүлегендә ябай булмаған никах теркәлгән. Ғаилә башлығы тантананан һуң ЗАГС залынан тура махсус операцияға юлланған.

🇷🇺 Арҡауыл ауылынан 37 йәшлек «Батл» позывнойлы яҡташыбыҙ Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән һәм ил һаҡсылары сафына баҫҡан. Үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмалар тоҫҡаусыһы булған хәрби, мин унда кәрәкмен, ти.

💞Хәрби ҡатыны менән бергә 18 йыл, улар өс балаға ғүмер биргән. Ирле-ҡатынлы икенсе тапҡыр никахлаша. Ун йыл элек улар айырылышҡан булған. Хәҙер йәнә ғаиләһен законлаштырған.

🔥Яугирҙы һөйөклө ҡатыны һәм өс балаһы өйҙә еңеү менән көтә. Яҡташыбыҙға уңыштар!
3👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан махсус хәрби операция зонаһына 126-сы гуманитар ярҙам юлланды

Алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға 40 автомобиль, 4 мотоцикл һәм квадроцикл, төҙөлөш материалдары һәм эш ҡоралдары оҙатылды. 10 тоннанан ашыу эсәр һыу, квадрокоптерҙар, биноклдәр, рациялар, генераторҙар, йоҡо тоҡтары, гигиена кәрәк-яраҡтары, посылкалар һәм хаттар тупланған гуманитар ылау Ватан һаҡсыларына даими ебәрелә. 126-сы гуманитар ярҙам Рәсәйҙең яңы 4 субъектында урынлашхан хәрби подразделениеларға таратыласаҡ.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Республикаға идара итеү үҙәгендә яңғыраған төп фекерҙәр

Радий Хәбиров Өфөлә асыласаҡ Рәмил Әйүпов исемендәге Фехтование үҙәге янында ер участкаһы ҡалдырырға ҡушты, унда тағы ла бер ҙур спорт объекты төҙөләсәк.

Салауат Юлаевтың тыуған көнөндә — 16 июндә — «Салауат ере» тарихи-мемориаль комплексы асыла.

Радий Хәбиров проблемалы юлдарҙы контролдә тоторға ҡушты. Район башлыҡтарына юлдарға ҡырсынташ түшәү йөкмәтелде.

Республика Башлығы «Алға» картаһы эшләмәү сәбәпле, автобустан төшөрөп ҡалдырылған үҫмергә бәйле мәсьәләне асыҡларға һәм хәл итергә ҡушты.

Радий Хәбиров етәкселәргә һабантуйҙарҙа «ризыҡ ауыҙ итеү» тирмәләре ҡормаҫҡа ҡушты. Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, халыҡ өсөн ойошторолған сара етәкселәрҙең гастрономик байрамына әүерелергә тейеш түгел.
💩1👌1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районында Өфөлә ноябрҙә үтәсәк VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды

Райондың ҡоролтай ағзалары тыуған төйәгенең бөгөнгөһө, киләсәге өсөн янған алдынғы ҡарашлы кешеләр. Ойошма эшендә ир-егеттәр ҙә актив ҡатнаша. Ултырышта көнүҙәк мәсьәлләр тикшерелде, Өфөлә ноябрҙә уҙасаҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоротайына делегаттар һайланды. Абруйлы форумда Бөрйәндән 6 вәкил ҡатнаша.
👎1😁1
Республикаға идара итеү үҙәгендә яңғыраған төп фекерҙәр

Республика Башлығы «Алға» картаһы эшләмәү сәбәпле, автобустан төшөрөп ҡалдырылған үҫмергә бәйле мәсьәләне асыҡларға һәм хәл итергә ҡушты.

Башҡортостанда сәселгән культуралар күпләп ҡырылмаған. Аграрийҙар 6 мең гектар ергә яңынан орлоҡ сәсә.

Республика Башлығы Башҡортостостан һабантуйҙарындағы «ҡоро закон» хаҡында иҫкәртте һәм хеҙмәт кешеләренә, махсус операцияла ҡатнашҡан һалдаттарҙың ғаиләләренә ҙур иғтибар бүлергә ҡушты.

Радий Хәбиров етәкселәргә һабантуйҙарҙа «ризыҡ ауыҙ итеү» тирмәләре ҡормаҫҡа ҡушты. Төбәк етәксеһе һүҙҙәренсә, халыҡ өсөн ойошторолған сара етәкселәрҙең гастрономик байрамына әүерелергә тейеш түгел.

Башҡортостанға газ-мотор яғыулығы менән эшләгән техника күпләп һатып алынасаҡ. 2024 йылда 2200 берәмек техниканы метан менән заправкалауға күсереү, яңы 200 берәмек автобус алыу өсөн федераль проектта ҡатнашыу планлаштырыла. Бынан тыш, 2025-2030 йылдарҙа газ яғыулығы менән эшләгән 400 автобус һатып алыу маҡсаты ҡуйылған.

Бөгөн республикала 51 газ тултырыусы компрессор станцияһы бар. Был күрһәткес буйынса беҙ икенсе урында. Хәбиров газ-мотор яғыулығы заправкалары асыуға иғтибар бирмәгән райондарҙы тәнҡитләне.

М. Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропортында 2030 йылға тиклем пассажирҙар ағымы 7 миллион кешегә етергә тейеш (былтыр был күрһәткес 4, 8 миллион тәшкил иткән).

Радий Хәбиров район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына урта звено медицина тармағына йәш белгестәрҙе йәлеп итеү буйынса эште йәнләндерергә ҡушты.

Башҡортостан Ҡытай менән хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләй.

Был аҙнала Башҡортостанға эш сәфәре менән Үзбәкстан Республикаһынан өс делегация киләсәк.

Быйыл республика мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе Стәрлетамаҡта уҙа.

Радий Хәбиров сығарылыш класс уҡыусыларына дәүләт имтихандарында уңыштар теләне.
👍4🤮2
Ире артынан махсус операцияға киткән

Әбйәлил районының Красная Башкирия урта мәктәбенең математика уҡытыусыһы Хәмдиә Әбделғазинаның ҡыйыу аҙымы күптәрҙе һоҡландырҙы. Ул СВО зонаһында ашнаҡсы булып эшләй.

— 40 йыл буйы балаларға белем биреп хаҡлы ялға сыҡҡас, тормошомдо 180 градусҡа борҙом. Быға ғаиләбеҙҙә килеп тыуған үҙ-ара аңлашылмаусанлыҡ та тәьҫир итте, мин Себергә вахтаға сығып киттем. Ғаилә тормошонда 38 йыл ҡайғы-зар белмәй бәхетле йәшәнем. Балалар үҫеп таралышып бөткәс, бер көндө бер-беребеҙҙе еңә алмай, икебеҙ ике яҡҡа сығып китербеҙ тип ике ятып бер уйламаным. Мин вахтала саҡта тормош иптәшем дә үҙ ҡарарын ҡылып, МХО-ға китергә контракт төҙөнө. Бер-беребеҙҙең ҡәҙерен аңлар өсөн ошондай һынауҙар аша үтергә кәрәк булған, тимәк. Хушлашҡанда: «Мин күп уйлап тормам, кәрәк булһа, артыңдан ЛНР-ға ла барып етермен», тинем. Хәҙер Луганск Халыҡ Республикаһына килеүемә ике ай булып килә, — ти Хәмдиә Зиннур ҡыҙы.

Хәмдиә Әбделғазина ире менән бер блиндажда йәшәй, хәрбиҙәргә тәмле ризыҡтар бешерә.
👍4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы медицина учреждениеларын кадрҙар менән тәьмин итеү бурысын ҡуйҙы

Һүҙ тәү сиратта урта персонал, йәғни фельдшерҙар, шәфҡәт туташтары тураһында бара. Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәре, автотранспортты газ яғыулығына күсереү, юлдарҙы ремотлау мәсьәләләре ҡаралды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Үзбәкстандың энергетика министры етәкселегендәге рәсмии делегация менән осрашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың энергетика министры Журабек Мирзамәхмүтов етәкселегендәге рәсмии делегация менән осрашты. Унда ике яҡ араһындағы эшлекле бәйләнештәрҙе нығытыу һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһы төҙөү тураһында фекер алышынды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Махсус хәрби операцияала ҡатнашыусы яугирҙар пилотһыҙ осоу аппараттары менән көрәшеү хаҡында һөйләне

Яуҙа бар саралар ҙа яҡшы. Пилотһыҙ осоу аппараттарын бәреп төшөрөү өсөн һунар мылтыҡтары ла ҡулланыла. Украина ҡораллы көстәре снарядтар етешмәүен дрондар менән ҡапларға тырыша. Махсус ҡорал менән уларҙың барыһын да юҡ итерлек түгел. Көтмәгәндә килеп сыҡҡан ФПВ дрондар, комикадзеларға ҡаршы тороу өсөн йәҙрә мылтығынан да һөҙөмтәлерәк ҡорал юҡ, ти хәрбиҙәр. Айнур Кәбиров Донецк халыҡ республикаһының Луганское ауылы эргәһендә тороусы мобилизацияланған яҡташтарыбыҙ менән осрашты.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Иң яҡшы мәктәп ашханаһы» республика конкурсының төбәк этабы еңеүселәре билдәләнде

47 мәғариф учреждениеһы араһынан финалға тик 14 ашхана үтте. Жюри ағзалары конкурсанттарҙы 3 һынау һөҙөмтәләре буйынса баһаланы. Еңеүселәр быйыл көҙ федераль кимәлдә Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрөлә «Ваҡыт йылғаһы» тарихи-патриотик фестивале уҙҙы

Мушкетерҙар, славян бәһлеүәндәре һәм совет һалдаттары бер майҙанда. Был нәфис фильм сценарийы түгел. Бөрөлә «Ваҡыт йылғаһы» тип исемләнгән тарихи-патриотик фестиваль уҙҙы. Йыл һайын ойошторолған сарала төрлө дәүер яуҙары тергеҙелә. Бында хәрби техника, ҡоралдар, кәсептәр менән танышырға ла мөмкин.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Хәйбулла районында тыуып-үҫкән яҡташтар осрашыуы үтте

Өфөнөң мәғариф һәм мәҙәниәт усаҡтарында Хәйбулла районында тыуып-үҫкән яҡташтар осрашыуы үтте. Көн дауамында барған йыйында спортта әүҙем хәйбуллалар волейбол ярыштарында ҡатнашты. Сараның пленар өлөшөндә район хакимиәте етәкселеге студенттар һәм яҡташтар менән осрашты, мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын барланы. Хәйбулла оҫталары күргәҙмәһе, район таланттары концерты менән үрелеп барған осрашыу хаҡында киләһе яҙмала.
👍41
😱Башҡортостанда хужабикәне һыйыры һөҙөп үлтергән

Әбйәлил районының Селивановка ауылында һыйыр хужабикәһен һөҙөп үлтергән. «Салауат ерендә» телеграм-каналы хәбәр итеүенсә, һыйыр яңыраҡ быҙаулаған. 74 йәшлек хужабикә уны һауып, һарайҙан сығып барғанда малҡай артынан килеп һөҙгән. Ҡатын ергә ҡолаған, ләкин һыйыр оторо ярһып, уны тапай, һөҙә башлаған.

Әсәһен ҡысҡырыуын ишетеп ҡалған улы һыйырҙы ҡыуып ебәргән һәм ашығыс ярҙам хеҙмәтенә шылтыратҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡара алмағандар, ҡатын ауыр йәрәхәттәрҙән йән биргән.
😱5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумын асыу тантанаһы үтте

Өфөлә Рәсәй нефть һәм газ химияһы форумын, «Газ. Нефть. Технологиялар» 32-се махсуслаштырылған күргәҙмәне асыу тантанаһы үтте. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров телекүпер режимында Ғафури районында ҡасаба-ара газ үткәргесте файҙаланыуға тапшырыуға старт бирҙе.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында «Спаркс» киберспорт үҙәге асылды

Башҡортостанда IT мөмкинлектәр өсөн шарттар булдырыла. Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында «Спаркс» тип исемләнгән киберспорт үҙәге асылды. Майҙан заманса компьютер һәм башҡа техника менән йыһазландырылған. Киберүҙәктә онлайн уйындар уйнарға ғына түгел, тура трансляциялар алып барырға, дизайн һәм видеомонтаж менән шөғөлләнеү өсөн шарттар тыуҙырылған.
👍4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мәскәүҙә Башҡорт этномәҙәни клубының отчет концерты үтте

Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә Башҡорт этномәҙәни клубының отчет концерты үтте. Унда 3 йәштән 12 йәшкә тиклемге балалар сығыш яһай. Сараны әсәйҙәр һәм балалар - клуб уҡыусылары алып барҙы.
2
Өфөлә йәнә үҫмерҙәр юғалған

20 майҙа Өфөлә 15 йәшлек Тимур Йомағужин һәм 16 йәшлек Айҙар Хәбибрахманов юғалған. Бер тәүлек инде уларҙың ҡайҙа икәне билдәһеҙ, тип хәбәр итә «Башрегионспас» отряды ирекмәндәре.

Тимурҙың билдәләре: буйы 170 сантиметр, уртаса кәүҙәле, ҡара сәсле, ҡуңыр күҙле. Аҡһыл көрән толстовка, аҡ футболка, ҡара салбар кейгән.

Айҙарҙың билдәләре: буйы 178 сантиметр, уртаса кәүҙәле, һары сәсле, күҙҙәре зәңгәр. Ул ҡара толстовка, аҡ футболка, һоро джинсы кейгән.

Уларҙың ҡайҙа икәнлеген белгәндәрҙең 8(937)3-102-112 йәки 112 телефондары буйынса хәбәр итеүҙәрен һорайҙар.
😱3👍1
Өфөлә ваҡыт капсулаһын асырға әҙерләнәләр

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, сара 12 июндә Дуҫлыҡ Монументы янында була. 50 йыл элек, ҡаланың 400 йыллығын билдәләгәндә киләсәк быуынға хәбәр ҡалдырыла. Ул суйын һауыт эсенә һалына. Быйыл Өфө 450 йыллығын билдәләй.
4
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй нефть, газ һәм химия форумы сиктәрендә Ғафури районында ҡасаба-ара газүткәргес сафҡа инде

Ул Ҡаран-Йылға менән Ҡолҡан ауылдарында 180 йортто һәм ике социаль объектты зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ Өфөлә ойошторолған күләмле сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров телекүпер режимында тағы ла ике яңы производствоны асыуға старт бирҙе. «Газ. Нефть. Технологиялар» махсуслаштырылған күргәҙмәһенә килгәндә, ойошторолоу тарихында ул иң күләмлеһе. Экспозициялар һәм яңы сәнәғәт комплекстары менән тәүгеләрҙән булып БЮТ ижади төркөмө танышты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә етештерелгән текстиль һатыласаҡ сауҙа йорто асыла

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Наманган өлкәһе хакимы Шәүҡәт Абдуразаҡов менән осрашты. Улар төбәктәр араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү йүнәлештәрен һәм проекттарҙы тикшерҙе. Ауыл хужалығында хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, Наманган өлкәһенән йәшелсә-емеш, киптерелгән еләк импорты мөмкинлектәре ҡарала.
👍21