БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.92K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡорт йыры - 2024» телевизон бәйгеһе старт алды

Ҡаршы алығыҙ, «Башҡорт йыры-2024». Башҡортостан телерадиокомпанияһында ижади проекттың 14-се миҙгеле старт алды. Быйыл телевизион бәйгегә 100-ҙән ашыу ғариза килгән, һайлап алыу турынан һуң конкурсҡа 30-ға яҡын ҡатнашыусы үткән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, ижади ярыш сәмле һәм ҡатмарлы барасаҡ, сөнки көслө, үҙенсәлекле тауыштар күп.
👍3
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районының Күгәрсен ауылында өйҙәрҙе һыу баҫҡан

Яҙғы ташҡын төшөрөлгән видеояҙмалар интернетҡа таралған. Видео авторы һөйләүенсә, ҡар һыуы тауҙан кинәт килеп төшкән. Һөҙөмтәлә ауылдағы бер нисә йортто һыу баҫҡан.

Башҡортостанда ташҡынды күҙәтеү буйынса автоматлаштырылған система булдырылған. Уның ярҙамында һәр кем ғәмәлдәге һыу торошо, гидропостарҙағы хәл менән таныша ала.
😱2
Башҡортостан ҡыҙы Азалия Әминева — Нефть илдәре кубогы чемпионы

Кисә ярымфиналда Азалия Әминева Ҡаҙағстан спортсыһы Милана Сафронованы еңде. Ә бөгөн финалда яҡташыбыҙ Белоруссиянан Дарья Лецко менән алышта алдынғылыҡты бирмәне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Нижневартовскиҙа Социалистик Хеҙмәт Геройы Фарман Сәлмәнов иҫтәлегенә бокс буйынса Нефть илдәре кубогы үтте. Турнирҙа 16 яҡын һәм алыҫ сит илдән 165 спортсы ҡатнашты.
👍9
1 апрелдән социаль пенсия 7,5 процентҡа күтәрелә

Хөкүмәт ҡарарына ярашлы, хаҡлы ялдағыларға йәшәү минимумы артыуына ҡарап йыл һайын индексация үткәрелә. Социаль пенсия хеҙмәт стажы тулмағандарға, шулай уҡ инвалидтар һәм ғаиләне ҡараған кешеһен юғалтҡандарға тәғәйенләнә. Бынан тыш, киләһе айҙан ветерандар һәм яраланған хәрбиҙәргә түләү 7,5 процентҡа арта. Бының өсөн бюджетта 37,5 миллиард һум һалынған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ялдан һуң Башҡортостан хәрбиҙәренең сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ял итеп, көс туплағандан һуң йәнә хәрби бурысты үтәргә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң Башҡортостан хәрбиҙәренең сираттағы төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яугирҙарҙы «Өфө-Арена» майҙанынан тантаналы шарттарҙа яҡындары, туғандары һәм дуҫтары оҙатты. Ҡайһы бер хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн был отпуск беренсе түгел. Ғаиләнән айырылыу еңел булмаһа ла, кәйефтәр хәрбиҙәрсә, ти ватан һаҡсылары.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы халҡынан махсус хәрби операция биләмәһенә 23-сө сираттағы гуманитар ылау оҙатылды

Яугирҙарға күсереп йөрөтмәле мунса. Баймаҡ районы халҡынан махсус хәрби операция барған зонаға 23-сө сираттағы гуманитар ылау оҙатылды. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда сәнәғәт производствоһы индексы артҡан

Һүҙ 2024 йылдың ике айындағы күрһәткестәр хаҡында бара. Республика буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 109,1 процент тәшкил иткән. Рәсәй буйынса өс процентҡа тиерлек кәмерәк - 106,6 процент. Ыңғай динамика ике секторҙа билдәләнә: эшкәртеү һәм энергетика секторында.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киләһе өс йылда Башҡортостандың 74 мәктәбендә капиталь ремонт көтөлә

Мәғариф өлкәһендә күләмле яңырыу. Киләһе өс йылда Башҡортостандың 74 мәктәбендә капиталь ремонт көтөлә. Ошо маҡсатта федераль программа буйынса биш миллиард һумдан ашыу дәүләт ярҙамы алынасаҡ. Ил президенты ҡушыуы тормошҡа ашырылған проектта Өфө ҡалаһы тәүге тапҡыр ҡатнаша, төҙөкләндереү эштәре старт алған белем усағында БЮТ ижади төркөмө лә булды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында республиканың бюджетын үҫтереү ҡаралды

Балаһын ташлап киткән әсәйҙәрҙән алимент түләтеү, махсус хәрби операциялағы дин әһелдәрен ирекмәндәргә тиңләү, етемдәргә интернаттан һуң социаль ярҙам саралары. Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың бөгөнгө ултырышында 40-тан ашыу мәсьәлә ҡаралды, уларҙың төп өлөшө закон проекттарын тикшереү менән бәйле. Иң төп ҡануни документ Башҡортостандың киләһе йылдарға бюджеты тураһында.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ағиҙел йылғаһы аша һалынған тарихи күпер төҙөлөшө бөгөн 47 процентҡа тиклем теүәлләнгән

Өфө ҡалаһы хакимиәте эштең планға ярашлы алып барылыуын билдәләй. Әлеге ваҡытта 3800 тонналыҡ металл ҡоролмаларҙың 1800 тоннаһы урынлаштырылған. Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә белдереүенсә, объектты йыл аҙағына тиклем асыу ҡарала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса баш идаралығы көстәре юғары әҙерлек режимында эшләй

28 март иртәһенә Башҡортостан буйынса баш идаралыҡ тарафынан һыу баҫыуға бәйле 3 осраҡ контролгә алынған.Республика район-ҡалаларында яҙғы ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү хаҡында киләһе яҙмала.
👍41
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы» конкурсына йомғаҡ яһалды

Абсолют еңеүсе тип Өфөләге Николай Кузнецов исемендәге 105-cе гимназияның тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Сергей Александрович Наумов билдәләнде. Тәжрибәле педагог төбәктең мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлитбирҙин ҡулынан диплом һәм иҫтәлекле бүләктәр алды.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ландшафт дизайны» компетенцияһы буйынса ярышы уҙҙы

Өфө лимонарийында «Һөнәрмәндәр-2024» чемпионатының «Ландшафт дизайны» компетенцияһы буйынса ярышы уҙҙы. Конкурстың төбәк этабында республика колледждары студенттары ҡатнашты.
👍1
Башҡортостанда балалар киберспорт менән бушлай шөғөлләнә ала

Евразия фәнни-мәғариф үҙәгендә шундай мөмкинлек булдырылды. Программа буйынса лекциялар һәм практик дәрестәр ҡаралған. Балалар киберспорт нигеҙҙәрен өйрәнә, төрлө ярыштарҙа ҡатнаша. Дәрестәр аҙнаһына өс тапҡыр уҙғарыла, 14-17 йәшлектәр араһынан уҡыусылар конкурс нигеҙендә һайлап алына.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ағиҙел йылғаһына аҡҡоштар төшкән

Мәләүез районының Сыртлан ауылы янындағы Ағиҙел йылғаһына аҡҡоштар төшкән, тип хәбәр итә «Башҡортостан» милли паркының телеграм-каналы.

«Көньяҡтан осоп ҡайтып килешләй ялға туҡтағандар. Был һомғол ҡоштар башлыса апрель урталарында ҡайта. Көндәрҙең йылыныуын һиҙгәндәр, күрәһең», — тип билдәләй белгестәр.
👍2
Рәсәйҙә һалым декларациялары менән бәйле мутлашыу осраҡтары теркәлә

Үҙәк банктан хәбәр итеүҙәренсә, кешеләрҙең электрон почтаһына Федераль һалым хеҙмәте исеменән ялған хат ебәрелә. Унда махсус һылтанма буйынса үтеп декларация тултырырға тәҡдим ителә. Ошо ваҡытта мутлашыусыларға шәхси мәғлүмәт эләгә һәм банк иҫәбенән аҡса урларға мөмкин. Федераль һалым хеҙмәте электрон почтаға хат ебәреп онлайн түләргә тәҡдим итмәй. Белгестәр бындай хәбәрҙәргә иғтибар итмәҫкә һәм интернетта шикле һылтанмалар аша үтмәҫкә кәңәш итә.
😱1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Саҡмағош районы ирекмәндәре махсус хәрби операция биләмәһенән ҡайтты

Донбаста активистар хәрби бурыс үтәгән яҡташтары менән осрашып, исемле посылкалар тапшырҙы. Гуманитар колоннаны Саҡмағош районы хакимиәте башлығының контракт хеҙмәте мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе етәкләне. Башҡа ирекмәндәр менән бергә Айҙар Насиров зонаға үҙенең «УАЗ» һәм «Нива» внедорожниктарын да алып килә.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта халыҡ ижадын пропагандалаған тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле сара үтте

Бишек йырҙары - халҡыбыҙ рухы. Ғаилә йылы уңайынан Баймаҡ ҡалаһының «Әкиәт» балалар баҡсаһында халыҡ ижадын пропагандалаған тәрбиәүи яҡтан әһәмиәтле сара үтте. Тулыраҡ, киләһе яҙмала.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа яман шеште дауалауға арналған семинар-кәңәшмә үтте

Башҡортостанда онкология сирҙәрен дауалау, диагностика, инфраструктура. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа яман шеште дауалауға арналған семинар-кәңәшмә үтте. Ул Дәүләт Думаһының онкология, онкогематология, трансплантация буйынса эш төркөмө тарафынан ойошторолған. Сарала Рәсәй Фәндәр академияһы академигы, Дәүләт Думаһы депутаты Александр Румянцев сығыш яһаны. Эшсе төркөм Өфөлә быйыл ғына файҙаланыуға тапшырылған Балалар онкологияһы һәм гематология үҙәгендә лә булды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Медфест» - Кесе Ватанда минең карьера» республика мәшғүллек йәрминкәһе үтте

Сараның маҡсаты - Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡараған медицина ойошмаларының кадрҙарға ихтыяжын тәьмин итеп, табип һөнәренең абруйын күтәреү. Фестивалгә профилле юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары, мәктәп уҡыусылары саҡырылғайны. Улар өсөн профориентация майҙансығы ла эшләне.
3