БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.91K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Амур өлкәһендә ер аҫтында ҡалған шахтерҙарҙы ҡотҡарыу операцияһы дауам итә

Эш тәүлек әйләнәһенә бара, төндә ҡотҡарыусылар 214 кубометр ерҙе таҙартҡан. Әле белгестәр өсөнсө скважинаны бырауларға әҙерләнә. Бының өсөн урынға быраулау ҡоролмаһы килтерелгән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дүшәмбе «Пионер» алтын мәғдәне ятҡылығында 100 метрҙан ашыу тәрәнлектә тау массаһы емерелде. Шахтала 13 кеше, шул иҫәптән Сибайҙан һәм Учалынан 5 кеше булыуы билдәле. Улар менән бәйләнеш юҡ. Хәлде ер аҫты һыуҙары ағымы ҡатмарлаштыра. Ғәҙәттән тыш хәл урынына шахтерҙарҙың яҡындары барған. Улар менән психологтар эшләй, тейешле ярҙам күрһәтелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы халҡын махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ярҙам итеү маҡсаты берләштерә

Олоһо-кесеһе дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерергә ынтыла. Еңеүҙе яҡынайтыуға тылда тос өлөш индереүсе «Хәйбулла ирекмәндәре» хәрәкәте эшмәкәрлеге хаҡында киләһе яҙмала.
👍31
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Рәхмәт» акцияһына йомғаҡ яһалды һәм еңеүселәр билдәләнде

Рәсәй Президенты өсөн тауыш биреүселәр сайтта теркәлгән куар-билет буйынса ҡиммәтле бүләктәр, шифаханаларға юлламалар отто. Башҡортостан юлдаш телеканалында тура эфирҙа супер-приз - фатир һәм «Нива» автомобилдәре уйнатылды. Саҡмағош районында йәшәүсе фатир асҡыстары отто, машитналар Бөрө һәм Благовещен райондарында йәшәүселәргә тапшырыласаҡ.
Сибай яугирҙәре наградаланды

Бөгөн Өфөлә һөнәри байрамдары алдынан мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырылды.

«Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исеме менән Сибай концерт-театр берекмәһенең бер төркөм артистары наградаланды. Улар араһында махсус операцияла ҡатнашҡан халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе Данир Хәмзин һәм музыкант Илһам Мөхәмәтшин бар.
👍7
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде

Һөнәри байрамдары алдынан бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре маҡтаулы исемдәр менән билдәләнде. Юғары дәүләт наградаларын Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова тапшырҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә башҡорт телендә нәшер ителгән яҡут эпосының исем туйы үтте

«Нюргун батыр» олонхоһо Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары тарафынан тәржемә ителгән. Фән белгестәре мөрәжәғәт иткән төрки халыҡтары араһындағы сираттағы героик эпос һанала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Биҙәк» республика милли мәҙәниәттәр фестивале үтте

«Биҙәк» дуҫтарын йыя. Бөгөн Өфөлә ошондай исем аҫтында милли мәҙәниәттәр фестивале үтте. Нәфис һүҙ, йыр, бейеү номинациялары буйынса ойошторолған ижади конкурста Башҡортостандың ике тиҫтәнән ашыу ҡала-районынан 100-гә яҡын бала ҡатнашты. «Биҙәк» республика милли мәҙәниәттәр фестивале икенсе тапҡыр ойошторола. Ул былтыр баш ҡаланың Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейы тарафынан ойошторола башлай. Күркәм башланғысты быйыл Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы, ҡала мәҙәнит идаралығы ла күтәреп алған.
Мәскәүҙә — ҙур фажиғә

Баш ҡаланың Crocus City Hall концерт залында билдәһеҙ кешеләр теракт ойошторған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡынса 40 кеше һәләк булған, 100-ҙән ашыу кеше яраланған. Мәғлүмәттәр аныҡлана.

Концерт залында «Пикник» төркөмөнөң концерты үтергә тейеш була. Ошо ваҡытта террорсылар бинаға үтеп инә һәм теракт ойоштора. Әлеге мәлдә ҡалала ҡотҡарыу эштәре дауам итә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәү халҡына ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе. Төбәк етәксеһенең ҡарарына ярашлы, 23-24 мартта республикала күңел асыу саралары үткәрелмәйәсәк. Шулай уҡ Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тапшырыуҙар теҙмәһенә үҙгәрештәр индереләсәк.
😢10
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
⚡️Владимир Путин Мәскәү өлкәһендәге фажиғәгә бәйле ил халҡына мөрәжәғәт итте.

24 март Рәсәйҙә матәм көнө итеп иғлан ителде.
😢3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә терактта һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориал ойошторолдо

Ҡала халҡы ҡот осҡос теракт ҡорбандарын иҫкә ала. Мемориал майҙансығы «Мир» сауҙа үҙәге эргәһендәге Ғаилә һәйкәле һәм Йәштәр һарайы алдында асылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Крокус сити холл» концерт залында һәләк булыусыларҙың яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, яраланған пациенттарға тиҙерәк һауығып сығыуҙарын теләне. Террор ғәмәлен ойоштороусылар иң ҡаты яза алырға тейеш, тигән Башҡортостан башлығы.
❤‍🔥2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан ҡотҡарыусылары ташҡын менән бәйле хәлде һауанан күҙәтә

Республиканың һыу баҫыу хәүефе янаған төбәктәре буйынса вертолетта рейд ойошторолдо. Вертолеттан күҙәтеү ваҡытында һыу баҫыу хәүефе янаған торлаҡ пункттар асыҡлана, шартлатыу эштәре талап ителгән урындар билдәләнә. Башҡортостан Хөкүмәте етәкселәре фекеренсә, ташҡын ҙур матди юғалтыуҙарға килтереүе ихтимал. Шуға күрә лә профилактика эштәрен ваҡытында алып барыу мөһим. Ошо һәм башҡа һорауҙар Йомағужа һыуһаҡласығында үткән кәңәшмәлә ҡаралды.
❤‍🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы ҡалаһының автобетоновоздар заводында хеҙмәткәрҙәр етмәй

Эшсе ҡулдар талап ителә. Туймазы ҡалаһының автобетоновоздар заводында хеҙмәткәрҙәр етмәй: слесарҙарҙан алып бүлек етәкселәренә тиклем. Предприятие киңәйә. Производство акценттары үҙгәрә. Хәҙер урында прицептар һәм ярымприцептар етештерелә башланған.
❤‍🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Спорт һарайы алдында ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙҙы

Унда төрлө төбәктәрҙән килгән фермерҙар һәм шәхси хужалыҡтар ҡулаҡса, ә ҡала халҡы тәбиғи һәм сифатлы продукция алып ҡыуанды
❤‍🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы мәҙәниәт йортонда «Бөтә Рәсәй балалар китабы аҙналығы» асылды

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулдары алдынан Хәйбулла районы мәҙәниәт йортонда «Бөтә Рәсәй балалар китабы аҙналығы» асылды. Акцияның девизы - «Ғаилә уҡый - ил уҡый». Йәш китап һөйөүселәр менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
❤‍🔥2👍21
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта Илдус Алғушаев иҫтәлегенә бокс буйынса турнир үтте

Бокс- көслөләр ярышы. Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында Илдус Алғушаев иҫтәлегенә бокс буйынса 8-се төбәк-ара турниры үтте. Яугир-интернационалист Илдус Алғушаев бала сағынан спорт менән дуҫ була. Афғанстанда хеҙмәт итеп ҡайтта, шуна ул ҡаланың балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер булып эшләй. 39 йәшендә генә вафат булған яҡташыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә коллегалары йыл да бокс буйынса ярышы үткәрә.
❤‍🔥2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районы хакимиәте башлығы ялға ҡайтҡан яугирҙар менән осрашты

Хәйбулла районы яугирҙары махсус хәрби операция биләмәһендә Ватанды һаҡлау бурысын лайыҡлы үтәй. Яугирҙарҙың сираттағы төркөмө тыуған ерҙәренә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Улар ике аҙналыҡ ялды өйҙә туғандары, яҡындары янында үткәрәсәк. Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов отпускҡа ҡайтҡан яугирҙар менән осрашты. Ир-егеттәр ил алдында хәрби бурыстарын намыҫлы үтәүҙәре, өйҙә ҡалған ғаилә ағазаларының көнитмеше хаҡында бәйән итте.
3👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
👏15 йәшлек уҡыусы «Крокус Сити Холл» бинаһынан 100 кешене сығарған

15 йәшлек геройҙың исеме — Ислам. Уның һүҙҙәренсә, бөтә администраторҙарға ла инструктаж үткәрелгән, концертҡа килгән кешеләрҙе лә ул ошоға ярашлы алып сыҡҡан.

Һөжүм ваҡытында Ислам кешеләрҙең бәҙрәфкә табан йүгереүен күргән һәм барыһына ла дөрөҫ юлды күрһәткән. Һәм халыҡты эвакуациялауҙы үҙ өҫтөнә алған. Исламдың аҡыллы аҙымы йөҙҙән ашыу кешегә террорсыларҙан ҡотолорға ярҙам иткән.

Уҡыусы буш ваҡытында гардеробта аҡса эшләй һәм «Спартак» футбол клубының үҫмерҙәр командаһында уйнай.
👍14
БСТ | Яңылыҡтар
👏15 йәшлек уҡыусы «Крокус Сити Холл» бинаһынан 100 кешене сығарған 15 йәшлек геройҙың исеме — Ислам. Уның һүҙҙәренсә, бөтә администраторҙарға ла инструктаж үткәрелгән, концертҡа килгән кешеләрҙе лә ул ошоға ярашлы алып сыҡҡан. Һөжүм ваҡытында Ислам кешеләрҙең…
Фажиғәлә йөҙ кешенең ғүмерен ҡотҡарған үҫмерҙе бүләкләнеләр

👏 «Спартак» клубы теракт ваҡытында «Крокус»тан 100 кешене алып сыҡҡан 15 йәшлек Ислам Хәлиловты бүләкләне.

Клуб төп команда футболсылары менән осрашыу ойошторған, малайға исемле футболка һәм бөтә уйындарға бушлай абонемент бүләк иткән.

Шулай уҡ Исламды «Батырлыҡ өсөн» Рәсәй мосолмандары миҙалы менән наградалаясаҡтар. Миҙалға мөфтөй Рауил Ғәйнетдин тәҡдим иткән. Бүләкләү Мәскәү йәмиғ мәсетендә үтәсәк.
👍8
Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе бер минут тынлыҡтан башланды

Республика етәксеһе йәнә һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, зыян күргәндәрҙең тиҙерәк һауығыуын теләне.

— Барығыҙ ҙа Мәскәү өлкәһендә булған ҡот осҡос ваҡиғалар тураһында беләһегеҙ. Мин «Крокус Сити Хол»да вәхшиҙәрсә ҡылынған террор актын күҙ уңында тотам. Беҙ, әлбиттә, бөгөн тотош республика менән мәрхүмдәрҙең туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, зыян күргәндәрҙең барыһына ла тиҙерәк һауығыуҙарын теләйбеҙ. Унда яраланғандар һәм зыян күргәндәр күп. Ошо енәйәтте башҡарыусылар, заказсылар, ойоштороусылар — барыһы ла язаға тарттырылыр тип ышанам, биыл бик мөһим, — тине Радий Хәбиров.
👍3🙏1