Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфөнөң 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе
Бөгөн Рәсәй Президентын һайлау башланды. Иртәнге сәғәт 8-ҙә республикала барлыҡ һайлау участкалары ла үҙ ишеген асты. Тәүгеләрҙән булып гражданлыҡ бурысын Башҡортостан башлығы үтәне.
Радий Хәбиров тормош иптәше Каринэ Владимировна менән Өфөнөң «Башҡортостан» концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Һайлау өс көн дауам итә. Был сәйәси ваҡиға илебеҙ, уның киләсәге өсөн мөһим һәм хәл иткес әһәмиәткә эйә. Башҡортостан сәйәси кампанияны үткәрергә әҙер, тине Башҡортостан башлығы. Республикала бөтәһе 3 мең 308 һайлау участкаһы эшләй, тауыш биреү хоҡуғына эйә граждандарҙың иҫәбе 2 миллион 887 мең.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Өфөлә «Рәсәй Президентын һайлау-2024» йәмәғәт матбуғат үҙәге асылды
Унда саҡырылған йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, сәйәсмәндәр, ойоштороусылар, күҙәтеүселәр, белгестәр, эксперттар һайлау барышы тураһында һөйләй һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирә. «Рәсәй Президентын һайлау-2024» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә БЮТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров эшләй
Унда саҡырылған йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, сәйәсмәндәр, ойоштороусылар, күҙәтеүселәр, белгестәр, эксперттар һайлау барышы тураһында һөйләй һәм журналистарҙың һорауҙарына яуап бирә. «Рәсәй Президентын һайлау-2024» йәмәғәт матбуғат үҙәгендә БЮТ хәбәрсеһе Айнур Кәбиров эшләй
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 185-се һайлау участкаһында «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре эшләй
Өфө ҡалаһындағы 185-се һайлау участкаһы комиссияһы ағзалары беҙҙең хеҙмәттәштәр, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре. Мөһим компания башланған иртәлә участкаларҙа БЮТ хәбәрселәре эшләй.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районында быйыл 53 һайлау участкаһы ойошторолған
Ғәҙәттәгесә, һайлауҙа ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтә. Ейәнсура районында быйыл 53 һайлау участкаһы ойошторолған, 19 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә. Муниципалитта Яңылыҡтар хеҙмәтенең ижади төркөмө лә эшләй.
Ғәҙәттәгесә, һайлауҙа ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтә. Ейәнсура районында быйыл 53 һайлау участкаһы ойошторолған, 19 меңдән ашыу кеше һайлау хоҡуғына эйә. Муниципалитта Яңылыҡтар хеҙмәтенең ижади төркөмө лә эшләй.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан район-ҡалаларында һайлау участкалары ваҡытында асылды
Иглин районында 43 һайлау участкаһы эшләй. Уларҙа илле меңдән ашыу кеше тауыш бирергә хоҡуҡлы. Иглин район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан 2013 -сө һайлау участкаһына Иглин ауылында теркәлгән ике мең ярымдан ашыу кеше тауыш бирергә киләсәк. Һайлауҙың беренсе көнөндә бында район активистары - «көмөш ирекмәндәр» иң беренселәрҙән булып килде.
Шишмә районында һайлаусылар иҫәбендә - 39 меңдән ашыу кеше. Тауыш биреү көндәрендә 54 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Шишмәлә һайлауҙа өлкән быуын вәкилдәренән тыш, йәштәр ҙә әүҙем ҡатнаша.

👍3❤1
100 йәшлек Мәғәфүрә инәй өйҙән тауыш бирҙе
Ейәнсура районынан 100 йәшлек тыл һәм хеҙмәт ветераны Мәғәфүрә Абдуллина Рәсәй Президентын һайлауҙа ҡатнашты. Һайлау участкаһы хеҙмәткәрҙәре йөҙйәшәр инәйҙең өйөнә килде һәм уға гражданлыҡ бурысын үтәргә мөмкинлек бирҙе.
Ошо уҡ райондың аҡһаҡалы, 97 йәшлек һуғыш ветераны Әхмәтдин Хәлитов та һайлауҙан ситтә ҡалманы. Был хаҡта тулыраҡ «Яңылыҡтар» сығарылышында 18:30 сәғәттә ҡарағыҙ.

👍4
Ағинәй һайлауға милли кейемдә килгән
Ҡырмыҫҡалы районының Үтәгән ауылынан 82 йәшлек Гәүһәр инәй Моталлапова һәр сараның уртаһында ҡайнап йөрөй.
Гәүһәр Моталлапова оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ҡул эштәре менән дә була, бик матур шиғырҙар ҙа яҙа.
- Үҙ ғүмеремдә бер тапҡыр ҙа һайлауға бармайынса ҡалғаным булманы. Был барыһы өсөн дә мөһим булырға тейеш. Илебеҙҙең киләсәге өсөн беҙ тауыш бирмәй, кем бирһен, - ти ул.

👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсура районы халҡы һайлауҙа әүҙем ҡатнаша
Һайлауҙа айырыуса ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтә. Ейәнсуралар ҙа мөһим сәйәси ваҡиғала дәррәү ҡатнаша. Районда илленән ашыу һайлау участкаһы эшләй, мөмкинлектәре сикләнгәндәр, өлкән йәштәгеләр өй шарттарында тауыш биреү мөмкинлеге менән файҙалана.
Һайлауҙа айырыуса ауыл халҡы әүҙемлек күрһәтә. Ейәнсуралар ҙа мөһим сәйәси ваҡиғала дәррәү ҡатнаша. Районда илленән ашыу һайлау участкаһы эшләй, мөмкинлектәре сикләнгәндәр, өлкән йәштәгеләр өй шарттарында тауыш биреү мөмкинлеге менән файҙалана.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика район-ҡалаларында йәшәүселәр тауыш биреүҙең тәүге көнөдә үк юғары әүҙемлек күрһәтте
Ауырғазы районында ла халыҡ тотош ғаиләләре менән иртә таңдан һайлау участкаларына ағылды. Стәрлетамаҡ районында насар күргән граждандар өсөн махсус участкалар ойошторолдо.
Ауырғазы районында ла халыҡ тотош ғаиләләре менән иртә таңдан һайлау участкаларына ағылды. Стәрлетамаҡ районында насар күргән граждандар өсөн махсус участкалар ойошторолдо.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Президентын һайлауҙа һайлаусыларҙың етмештән ашыу проценты ҡатнашыр тип көтөлә
Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү хоҡуғына эйә граждандарҙың етмештән ашыу проценты ҡатнашыр тип көтөлә. Был турала йәмәғәт матбуғат үҙәгендә ойошторолған брифинг спикерҙары белдерҙе.
Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү хоҡуғына эйә граждандарҙың етмештән ашыу проценты ҡатнашыр тип көтөлә. Был турала йәмәғәт матбуғат үҙәгендә ойошторолған брифинг спикерҙары белдерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө медицина колледжында физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған
Һәр тауыш биреүсегә уңайлы шарттар. Өфө медицина колледжында физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. Унда насар күреүсе һәм һуҡырҙар тауыш бирә ала. Уларға тауыш биреү өсөн махсус трафареттар һәм эре шрифт менән кандидаттар тураһында яҙылған мәғлүмәт әҙерләнгән.
Һәр тауыш биреүсегә уңайлы шарттар. Өфө медицина колледжында физик мөмкинлектәре сикләнгән граждандар өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. Унда насар күреүсе һәм һуҡырҙар тауыш бирә ала. Уларға тауыш биреү өсөн махсус трафареттар һәм эре шрифт менән кандидаттар тураһында яҙылған мәғлүмәт әҙерләнгән.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе комиссия ағзалары халыҡ-ара күҙәтеүселәр менән осрашты
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Азат Ғәлимханов, комиссия ағзалары халыҡ-ара күҙәтеүселәр менән осрашты. Эксперттар иртәнге сәғәт 8-ҙән баш ҡала һәм райондарының бер нисә һайлау участкаһында булды, йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшмәкәрлеге менән танышты, мөһим сәйәси ваҡиға барышын күҙәтте. Осрашыу барышында эксперттар тәҫьораттары менән бүлешеп, тауыш биреүҙә етешһеҙлектәр булмауын белдерҙе.

Республикала станоктар эшләү буйынса Бөтә Рәсәй белем биреү үҙәге булдырылыуы ихтимал
Был турала Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән урта һөнәри белем биреүҙе үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмәлә әйтелде. Фекер алышыуҙа республика башлығы, колледж һәм предприятие етәкселәре, шулай уҡ «Ростех» дәүләт корпорацияһы вәкилдәре ҡатнашты. Радий Хәбиров колледж етәкселәренә киләһе йылдан ил президенты иғлан иткән урта һөнәри белем биреү системаһын яңыртыу буйынса федераль программаға ҡушылырға саҡырҙы. Шул иҫәптән, буласаҡ үҙәк өсөн яңы кадрҙар әҙерләү мәсьәләһе күтәрелде.

Республика халҡы Рәсәй Президентын һайлауҙа әүҙем ҡатнаша
Бергә беҙ көс, Рәсәй өсөн тауыш бирәбеҙ! Быйыл һайлауҙа ошондай рәсми лозунгтар ҡулланыла. Башҡортостанда мөһим һәм яуаплы ваҡиға Рәсәй Президентын һайлауҙа өс көнлөк тауыш биреүҙең бөгөн тәүге көнө. Республика район-ҡалаларында тауыш биреүҙең нисек үтеүе тураһында киләһе яҙмала.

👍2❤1
Юлаевсылар республика райондары һәм ҡалалары буйлап сәфәргә сыҡты
Хоккейсылар халыҡ менән осраша, балалар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. “Салауат Юлаев” командаһы Октябрьскиҙа булды. Бөгөн Өфөлә көйәрмәндәр менән осрашыу ҡаралған, иртәгә Ишембайға баралар. Быға тиклем хоккейсылар Ҡырмыҫҡалы, Благовар райондары һәм Благовещен ҡалаһында осрашыуҙар үткәрҙе.

👎1
Башҡортостан халҡы йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереү өсөн тауыш бирә
Президент һайлау барышында “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһы буйынса проекттар тәҡдим ителә. Халыҡ киләһе йылда төҙөкләндереләсәк объекттарҙы һайлай. Бының өсөн 16 меңдән ашыу волонтер йәлеп ителгән. Исемлектә 216 проект күрһәтелгән. Иң күп тауыш йыйған 120 йәмәғәт биләмәһе 2024 йылда тәртипкә килтерелә.

Башҡортостан вәкилдәре Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнаша
Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, халыҡ-ара турнирға әҙерләнеү өсөн ойоштороу комитеты булдырыла. Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала быйыл сентябрҙә үтә. Унда ат сабышы, милли көрәш, уҡ атыу, ҡош сөйөү, халыҡ уйындары һәм башҡа ярыштар була. Сарала 100-ҙән ашыу илдән 4 мең кеше ҡатнашыуы көтөлә.

Ил Президентын һайлау көнө - байрам
Быны республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән фото-видео хәбәрҙәр ҙә дәлилләй. Бик күптәр һайлау участкаларына зауыҡлы милли биҙәүестәрҙә , ә ҡайһы берҙәр милли кейемдәрен кейеп килә.
Өфө ҡалаһының Октябрь районында йәшәгән Фәриҙә һәм Рауил ғаиләһе менән Башҡорт милли кейемендә килеп, барыһын да хайран иткән. "Беҙҙең өсөн мәҙәниәтегеҙҙе һәм тарихығыҙҙы яратыуығыҙ, һәм шул уҡ ваҡытта һайлау кеүек мөһим ваҡиғаны онотмауығыҙ үтә ҡиммәтле!" - тип яҙа Октябрь районы хакимиәте матбуғат хеҙмәте.

👍5