БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.18K photos
8.15K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Радий Хәбиров 2024 йылдағы беренсе “Инвестиция сәғәте” ултырышын үткәрҙе

Унда сәнәғәт, ауыл хужалығы һәм юл яны сервисы өлкәһендә яңы проекттар ҡаралды. “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә цистерна, нефть табыу һәм резервуар ҡорамалдары етештереүҙе киңәйтеү ҡарала. Бының өсөн 1,7 миллиард һум инвестиция йәлеп ителә. Инвесторға инженер селтәре үткәреүҙә ярҙам итәләр, шулай уҡ Сәнәғәтте үҫтереү фондынан льготалы заем бирелә. “Ойлтиммаш” компанияһы етәксеһе Денис Савутин һөйләй.
Мәләүез ҡалаһында газ яғыулығы станцияһы төҙөлә. Бының өсөн 82 миллион һум тотонола. Радий Хәбиров инвестиция проекты мөһимлеген билдәләп уны өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерергә тәҡдим итте. Бөрө районында һөт фермаһы яңыртыла. Бының өсөн 87 миллион һум йәлеп ителә. Һауын һыйырҙарын ашатыу, һөт һауыу һәм ферманы таҙартыу өсөн роботтар ҡулланыу ҡарала. Проект шулай уҡ өҫтөнлөклө статусын алды.
👍1
Стәрлетамаҡ уҡыусыһы Төньяҡ ҡотопҡа бара

Ҡаланың 2-се гимназияһынан Алиса Калюжная быйыл йәй ғилми-мәғрифәтселек экспедицияһы составында сәйәхәткә юллана. Республика идара итеү үҙәгенән белдереүҙәренсә, етенсе класс уҡыусыһы “Атомный урок. Ледокол знаний” конкурсында еңеү яулаған. Мәскәүҙә уҙған финалда ул атом технологиялары һәм фән, сәнғәт һәм мәҙәниәт темаһына һорауҙарға яуап биреп, интеллектуаль уйында ҡатнашыусылар араһында иң юғары балл йыйған.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға өҫтәмә 100 мең һум түләү оҙайтыла

Республика Башлығы указына тейешле үҙгәреш индерелде. Документҡа ярашлы, 2023 йылдың 10 ноябренән һуң Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған мобилизацияланғандар һәм армияға саҡырылғандарға өҫтәп 100 мең һум бирелә. Указ “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкы яугирҙәренә ҡағылмай. Быйыл республика ҡаҙнаһында доброволецтар һәм мобилизацияланғандарға ярҙам өсөн 2,8 миллиард һум һалынған.
👎1
Бөгөн Өфөлә журналистар бүләкләнде

Рәсәй Матбуғаты көнө уңайынан киң мәғлүмәт саралары хәбәрселәре араһында уҙғарылған ижади конкурс еңеүселәре тәбрикләнде. Шулай уҡ Маҡтау һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды. “Юлдаш” радиоһы хеҙмәткәрҙәре Әнисә Муллағолова һәм Клара Шәриповаға Башҡортостан Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының Почет грамотаһы тапшырылды. Коллегабыҙ Илнур Рамазанов Башҡортостан Матбуғат агентлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. “Юлдаш” радиоһының Яңылыҡтар хеҙмәте ике ижади конкурста еңеү яуланы. Сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау һәм “Алға” иҡтисади биләмәһе эшмәкәрлегенә арналған журналист материалдары икенсе урынға лайыҡ булды.
Республикала буран сәбәпле ҙур юлдарҙа хәрәкәтте сикләү оҙайтылды

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, М-7 “Волга” һәм М-5 “Урал” федераль трассалары, шулай уҡ Өфө – Ырымбур юлының айырым өлөштәре ваҡытлыса ябыҡ. “Халыҡҡа мөмкин тиклем оҙон юлға сыҡмаҫҡа кәңәш итәбеҙ”, - ти ведомство хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова.
Ризаитдин Фәхретдиновтың тыуыуына 165 йыл тулыуға арналған түңәрәк өҫтәл үтте

Унда мәшһүр ғалим, дин белгесе һәм яҙыусының Башҡортостан мәғарифы һәм мәҙәниәтенә индергән өлөшөнә баһа бирелде. “Ризаитдин Фәхретдинов бай фәнни мираҫ ҡалдырған. Уның ҡулъяҙмаларын ентекләп өйрәнеү мөһим”, - ти Өфө Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры Зөһрә Рәхмәтуллина.
Ризаитдин Фәхретдинов 1922 йылда Рәсәй һәм Себер мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе итеп һайлана. 1936 йылда 78 йәшендә вафат була, Өфө йәмиғ мәсете янында ерләнә. Киләһе аҙнала республика Милли китапханаһында “Ризаитдин Фәхретдиновтың ижады һәм ғилми мираҫы” тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторола. Өфөләге Рәсәй ислам университеты бөйөк шәхестең исемен йөрөтә.
Юлаевсылар ғинуар аҙағынаса ситтә 8 уйын үткәрә

Континенталь хоккей лигаһында даими чемпионат барышында бөгөн Түбәнге Камала “Салауат Юлаев” һәм “Нефтехимик” командалары осраша. Матч Өфө ваҡыты менән киске 9-ҙа башлана. Һуңынан Мәскәү өлкәһендә “Куньлунь Ред Стар”, Астанала “Барыҫ”, Новосибирскиҙа “Себер”, шулай уҡ Хабаровскиҙа “Амур” һәм Владивостокта “Адмирал” менән икешәр уйын уҙғара. Әле турнир теҙмәһендә Көнсығыш конференцияһында юлаевсылар 3-сө урында килә.
Өфөлә Көнсығыш юл 88 процентҡа әҙер

Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, ошо көндәрҙә трассала яҡтыртыу ҡабыҙылды. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса 14 километр оҙонлоҡта 800-гә яҡын ҙур бағана ҡуйылды. Көнсығыш сығыу юлы – Волга буйы федераль округында ҡеүәтле транспорт инфраструктураһы проекты иҫәпләнә. Ул 1 километрлыҡ тоннель, күпер, эстакада һәм 10 километрлыҡ юлдан тора. Төҙөлөш өсөн 40,3 миллиард һум йәлеп ителде. Юлда быйыл хәрәкәт башлана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовещен районы хакимиәте башлығы итеп Анна Карабанова тәғәйенләнде

Район етәкселегендә өсөнсө ҡатын-ҡыҙ. Благовещен районы хакимиәте башлығы итеп Анна Карабанова тәғәйенләнде. Кандидатураны район советы депутаттары бер тауыштан хупланы. Быға тиклем Анна Николаевна күп йылдар идаралыҡ вазифаларында эшләгән һәм бай тәжрибә туплаған. Республика башлығы Радий Хәбиров яңы етәксегә артабан да ҙур өмөттәр бағлауын әйтте һәм үҫеш йүнәлештәре ,маҡсаттар билдәләне. Төбәк башлығының Благовещенға эш сәфәре барышынан репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Аксаков шыршыһы үтте

Әкиәт иленә сәйәхәт. Өфөләге Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Аксаков шыршыһы үтте. Хәйриә акцияһы республика район-ҡалаларынан 300-гә яҡын баланы бергә йыйҙы. Байрам тамашаһына мөмкинлектәре сикләнгән малай-ҡыҙҙарҙан тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары ла саҡырылғайны.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан Өфөлә бөтә республиканың медиатармағы вәкилдәре йыйылды

13 ғинуарҙа билдәләнгән Рәсәй матбуғаты көнө уңайынан Өфөлә йола буйынса бөтә республиканың медиатармағы вәкилдәре йыйылды. «Башинформ» агентлығының конференц-залында Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары үткәргән республика конкурстары еңеүселәре билдәләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө эргәһендәге юл буйы сервисы объекты төҙөлөшө тамамланыу алдында

Шаҡша биҫтәһендәге бинаның техник асылышы март айында көтөлә Республикала берҙәм стилдә төҙөлгән юл буйы сервисы объекттары Рәсәйҙә иң яҡшы тәжрибә тип табылған. Былтыр төбәктә 235 юл буйы сервисы сафҡа индерелде. Был объекттарҙа кафе, ҡунаҡхана, дарыухана һәм башҡа уңайлыҡтар ойошторола.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ейәнсуралар урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында әүҙем ҡатнаша

Урындағы башланғыстар үҙидараға һәм халыҡсанлыҡҡа нигеҙләнгән. Унда һәр кем үҙ идеяларын белдереү, проекттар тәҡдим итеү, уларҙы тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәмәғәтселеге күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдиновты иҫкә алды

Республика йәмәғәтселеге бөгөн күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Ризаитдин Фәхретдиновты иҫкә алды. Шәхестең 165 йыллығына арналған сара Өфөнөң «Торатау» Конгресс-холлында түңәрәк өҫтәл форматында үтте. XIX - XX быуат әҙәбиәте һәм мәҙәниәт тарихында яҡты эҙ ҡалдырған шәхес тураһында фекер алышыуҙа ғалим, яҙыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты.
👍1
Контракт буйынса хеҙмәткә алыу дауам итә

Махсус пункттарға 65 йәшкә тиклем ирҙәр һәм 45 йәшкә тиклем ҡатын-ҡыҙҙар мөрәжәғәт итә ала. Ҡатын-ҡыҙҙар махсус хәрби операция биләмәһендә медицина белгесе, элемтәсе йәки ашнаҡсы булараҡ ярҙам күрһәтә. Хәрби көстәр төрөнә йүнәлткән саҡта, контракт төҙөүсенең теләге иҫәпкә алына. Төбәктә йыйылған исемле хәрби берәмектәргә эләгеү мөмкинлеге лә бар. Контракт төҙөүселәр һәм уларҙың ғаиләләре өсөн социаль льготалар ҡаралған. Контракт буйынса һайлап алыу пункты инструкторы Азамат Шәрәфетдинов.
👎2👍1
Бөгөн Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә

1703 йылдың 13 ғинуарында Петр Беренсе указына ярашлы, “Ведомости” газетаһының 1-се һаны донъя күрә. Ошо ваҡиға айҡанлы, 1991 йылдан алып 13 ғинуарҙа Рәсәй матбуғаты көнө билдәләнә башлай. Был дата журналистарҙың ғына түгел, шулай уҡ полиграфия өлкәһендә эшләүселәрҙең, газета-журнал таратыусыларҙың байрамы ла. Беҙҙең илдә 50 меңгә яҡын төрлө баҫма нәшер ителә, республикала 1 меңгә яҡын традицион һәм 200 самаһы электрон баҫма иҫәпләнә.
👍1
ВДНХ күргәҙмәләр үҙәгендә Башҡортостандың спорты аҙналығы дауам итә

“Спорт еңеүҙәренә 100 йыл” тип исемләнгән сара Халыҡ-ара “Рәсәй” күргәҙмә-форумы барышында ойошторола. Бөгөн программала башҡорт эпостары буйынса виртуаль ысынбарлыҡ форматында “Зәрҡүм” тигән интеллектуаль уйын уҙғарыла, бокс буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы Азалия Әминева менән оҫталыҡ дәрес ойошторола, ZASPORT фабрикаһы һәм “Салауат Юлаев” хоккей командаһы менән таныштырыу була.
👍1
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ярҙам программаһы раҫланды

Республика Хөкүмәтенән белдереүҙәренсә, программа һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәрҙе йәмғиәткә яраҡлаштырыуға һәм уларҙың йәшәү кимәлен күтәреүгә булышлыҡ иткән хоҡуҡи, иҡтисади шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. 2024 йыл Башҡортостанда Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде. Республика Башлығы Радий Хәбиров идара итеү командаһына 31 ғинуарға тиклем саралар планын раҫларға ҡушты.
👍3
Башҡортостанда коммуналь инфраструктураны яңыртыуға 7,8 миллиард һум тотонола

Тарифтар буйынса дәүләт комитетынан белдереүҙәренсә, электр һәм йылытыу энергетикаһы объекттарын ремонтлауға иғтибар ҙур. Һыу үткәреү һәм ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу буйынса ла саралар күрелә. Коммуналь инфраструктураны яңыртыу ҡулланыусылар түләгән аҡсаға ла үткәрелә. Быйыл ресурс менән тәьмин иткән ойошмалар 95 миллиард һум килем алырға ниәтләй.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Благовещен районында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты

Республика батыр улдарын онотмаясаҡ, уларҙың исемдәре мәңгеләштереләск. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Благовещен районында махсус хәрби операцияла һәләк булған Александр Круглов, Артур Саяпов, Әлмир Фәтҡуллин, Владислав Лабыгин һәм Олег Маленковтың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе уларҙың ҡайғыһын уртаҡлашып ысын илһөйәрҙәр, Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәтен еткерҙе. Миңә республика башлығы булараҡ һеҙҙең, яугирҙарҙың балалары нисек йәшәүен белеү мөһим, тине Радий Хәбиров.