БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.18K photos
8.17K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Республикала бер кеше янып үлгән

2024 йылда ут сығыуға бәйле тәүге фажиғә Шишмә районында теркәлде. Кузьминка ауылында бер ҡатлы йорт янып киткән. Уның хужалары утты үҙ аллы һүндерергә маташҡан. 55 йәшлек ир һәләк булған. 64 йәшлек ҡатындың тәне бешкән, ул дауаханаға һалынған, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.
😢1
Халыҡ үтенестәрен хәл итеү буйынса иң әүҙем район һәм ҡалалар аталды

Республика менән идара итеү үҙәге 2023 йыл һөҙөмтәләре буйынса рейтинг әҙерләгән. Унда социаль селтәрҙәрҙә халыҡ мөрәжәғәттәренә яуап биреү һәм мәсьәләләрҙе ни тиклем тиҙ хәл итеү күрһәткесе иҫәпкә алынған. Ҡалалар араһында Октябрьский, Салауат, Сибай, Межгорье һәм Нефтекама, райондарҙан – Стәрлетамаҡ, Благовещен, Ҡалтасы, Яңауыл, Баймаҡ алдынғылар исемлегендә күрһәтелгән.
👍1
Яңы йыл төнөндә күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған

Бөгөн төндә Дүртөйлө районы Әңгәсәк ауылында янғын булған.  8 кешенән торған ғаилә янғын иҫкәртеү приборын ишетеп тышҡа сығып өлгөргән. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса ут ихатаны биҙәгән гирлянданан сыҡҡан, тип  хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Бөгөн төндә  Шишмә районында ла янғын булған. Бер кешенең ғүмере өҙөлгән.
😢1
Башҡортостанда инвестиция шарттары яҡшыра

Республикала быйыл 66 миллиард һумлыҡ 130-ҙан ашыу инвестиция проекты тормошҡа ашырыла башлаған. Башҡортостан Үҫеш корпорацияһы белгестәре бизнесҡа ярҙам итә. Инвесторҙарға төҙөлөш өсөн ер сауҙа үткәрелмәйенсә бирелә, ҡайһы бер проекттар өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелә һәм һалым льготалары тәҡдим ителә. Эшҡыуарҙарға уңайлы булһын өсөн буш майҙансыҡтар буйлап виртуаль тур эшләнгән. Әле 400-гә яҡын биләмәне онлайн ҡарарға була.
😁1
"Өфө" сик буйы патруль карабы илде һаҡлау буйынса бурысын үтәй башлай

Тейешле һынауҙар үткәрелде. Был турала Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итә. 2022 йылдың 4 июнендә Федераль именлек хеҙмәтенең сик буйы хеҙмәте етәкселеге ҡарары менән патруль караптарының береһенә "Өфө" исеме бирелде. Бындай караптар һыу биләмәләрен һаҡлау, балыҡсылыҡ эшмәкәрлеген контролдә тотоу өсөн ҡулланыла.
👍1
Башҡортостанда хәмер һатыу сикләнә

Яңы йыл каникулында, 3, 4 һәм 5 ғинуарҙа киске биштән иртәнге 10-ға тиклем спиртлы эсемлек алып булмай. 6 ғинуарҙа бындай сикләү сәғәт биштән төнгө 11-гә тиклем ҡаралған. Закон кафе, ресторан һәм барҙарға ҡағылмай. Сикләүҙе боҙған ойошмаларға 300 мең һумға тиклем штраф һалына.
👍2
Өфөлә 8 автобус маршруты бөтөрөлә

Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, уларҙың ҡайһы берәүҙәре башҡа маршруттарҙы ҡабатлай, шулай уҡ халыҡ аҙ йөрөгән йүнәлештәр бар. Ошоно иҫәпкә алып яңы йылдан 243-сө, 285-се, 204-се һәм башҡа маршруттарҙы ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Тулы исемлек менән хакимиәт сайтында танышырға мөмкин.
🤬1
Водитель танытмалары ғәмәлдән сыҡмай

2024-25 йылда алмаштырылырға тейешле водитель танытмаларын тағы өс йыл ҡулланып була. Был турала Эске эштәр министрлығынан хәбәр итәләр. Хөкүмәт ҡарары менән рәсми мәғлүмәттәр порталында танышырға мөмкин. Был яңылыҡ ил буйынса 5 миллиондан ашыу водителгә ҡағыла.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йылдың тәүге сәғәттәрендә Башҡортостанда 10 сабый донъяға ауаз һалған

Уларҙың 6-ы ҡыҙ һәм дүртәүһе малай. Сабыйҙарҙың ата-әсәләрен социаль селтәр аша республика башлығы Радий Хәбиров та тәбрикләне. Төбәк етәксеһе,ш улай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә лә рәхмәт һүҙҙәре еткереп, аҡ халатлылар эш көндәрендә һәм байрамдарҙа ла үҙ эшен сифатлы һәм ихлас башҡара, тип билдәләне.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров, һауа шарттары үҙгәреүен күҙ уңында тотоп, республика халҡына мөрәжәғәт итте

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, һауа шарттары үҙгәреүен күҙ уңында тотоп, республика халҡына мөрәжәғәт итте. «Башҡортостанда 2 градустан 20 градусҡаса һыуытты. Көн ҡояшлы, матур. Әммә юлда һаҡ булығыҙ. Тауҙарға, сәйәхәткә сығырҙан алда, тәңҙә 112 телефонына шылтыратып, ҡайҙа барыуығыҙҙы һәм ҡасан ҡайтырға йыйыныуығыҙҙы хәбәр итегеҙ. Барығыҙға ла уңыштар теләйем! Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, тип белдергән төбәк етәксеһе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала уҙған «Терра Ҡыш» фестивале сиктәрендә самауырҙар бәйгеһе үтте

Еҙ, әтәс, сиған һәм электр самауырҙары. Баш ҡалала уҙған «Терра Ҡыш» фестивале сиктәрендә самауырҙар бәйгеһе үтте. Унда Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән шәхси коллекционерҙар, йәмәғәт туҡланыуы ойошмалары, район хакимиәттәре ҡатнашты. Совет майҙанында боҫлап ҡайнаған самауыр сәйенән репортаж.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауырғазы районынан кәсепсе Өфөнөң 450 йыллығына балсыҡтан сувенирҙар әҙерләй башлаған

Өфөнөң 450 йыллығына балсыҡтан сувенирҙар. Ауырғазы районынан кәсепсе Зәки Нагаев күләмле байрам сараларына әленән әҙерлек башлаған. Ҡунаҡтарға ул баш ҡала тураһында иҫтәлеккә магнит, визитка һалыу ҡулайламалары, панно, тирмәләрҙең бәләкәй күсермәһен эшләй. Оҫтаханала урындағы колледж студенттары ла ижади һәләттәрен аса.
1
Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү техникаһы алына

Киләһе йылда бының өсөн 39 миллион һумдан ашыу тотоноу планлаштырыла. "Экология" милли проекты буйынса шунда сумма ҡаралған. Был аҡса 7 янғын һүндереү машинаһын алыуға тәғәйенләнә. Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, 2023 йылда 49 яңы техника алынған, заманса машиналар урман биләмәләрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә.
Быйыл "Башҡортостан тауары" проектына 800 компания ҡушыла

Был турала Премьер-министр Андрей Назаров социаль селтәрҙә хәбәр итә. - Башҡортостандың һәр районы уникаль тауары менән билдәле. Бал, икмәк, он, һөт продукцияһы, колбаса, шоколад, ҡаҡ, сәй, май, ҡош-ҡорт һәм башҡаһы. Иң сифатлы тауар махсус билдә менән тамғалана. 2024 йылда проектта ҡатнашыусылар һанын арттырырға планлаштырабыҙ. "Башҡортостан тауарына" өҫтөнлөк биреүселәр күбәйә бара, - тип яҙа ул. Проект республикала 2013 йылдан ғәмәлгә ашырыла.
👍2
Башҡортостанда 1 мең 600-ҙән ашыу яугир шифаханала һаулығын нығытҡан

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары һаулыҡтарын нығыта ала. Бының өсөн сертификат тапшырыла. Республикала 14 шифахана яугирҙәргә бушлай дауалау хеҙмәттәре күрһәтелә. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская әйтеүенсә, 14 көнлөк ял бирелә. Хәрбиҙәр уны икегә бүлеп яҡындары менән бергә була ала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яңы йылды ғаиләләре менән ҡаршы алған ир-егеттәрҙең күпселеге байрамға өйгә ҡайтасаҡтарын ғаиләләренә алдан хәбәр итмәгән. Башҡортостан еренә аяҡ баҫҡас өйҙәренә шылтыратып, улар яҡындарына көтөлмәгән бүләк эшләгән. Яңы йылды ғаиләләре менән үткәргән яугирҙар, тыуған ерҙән көс-дәрт алып, йәнә илебеҙҙе һаҡларға юллана.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡалаһының янғын һағы идаралығы үҙенсәлекле рейдтар ойоштора

30 декабрҙән 8 ғинуарға тиклем белгестәр опека һәм попечителлек органдары менән берлектә янғындарҙы иҫкәртеү маҡсатында күп балалы ғаиләләргә барҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең иң яҡшы акушеры Бәләбәйҙә йәшәй

Мәртәбәле исемгә район дауаханаһында эшләүсе Ирина Кукушкина лайыҡ булған. Табип урта белемле белгестәр араһында ойошторолған федераль конкурста беренсе урын яулаған. 35 йыл дауамында акушер 6 меңгә яҡын балаға тыуырға ярҙам иткән, методик әсбап яҙған һәм йәш белгестәргә остаз булып өлгөргән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡорт-Белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты дауам итә

Былтырғы кеүек үк, быйыл да мең ярым пенсионер Белоруссияның тарихи урындары, мәҙәни объекттары менән танышып ҡайтасаҡ. Экскурсия программаһы, ялда булған туристарҙың тәьҫораттары хаҡында ентекләберәк видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Фәнисә Бикбаева кеше буйлыҡ ҡурсаҡтар эшләй

Әле уның шәхси коллекцияһында төрлө милләтле 12 ҡурсаҡ бар. Оҫта ҡуллы замандашыбыҙ хаҡында киләһе яҙмала.
1