БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.18K photos
8.18K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белорет районы Тирлән ауылында социаль-мәҙәни үҙәк сафҡа индерелде

Яңы йылды заманса социаль-мәҙәни үҙәк менән. Белорет районы Тирлән ауылында мәҙәниәт йортон, музыка-сәнғәт мәктәбен, ололар һәм балалар китапханаһын, ижади түңәрәктәрҙе, спорт секцияларын үҙ эсенә алған заманса объект сафҡа индерелде. Тирлән ауылы халҡын, объектты асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы онлайн рәүештә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Әйткәндәй, мәҙәниәт усағы тап Республика башлығы башланғысы менән төҙөлгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика йәмәғәтселеге Ришат Миндияровты һуңғы юлға оҙатты

Республика йәмәғәтселеге билдәле тележурналист, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Ришат Миндияровты һуңғы юлға оҙатты. Хеҙмәттәшебеҙгә ни бары 57 йәш ине. Күренекле журналист менән хушлашырға Башҡортостан башлығы хакимәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, башҡа рәсми вәкилдәр килде.
😢4
Башҡортостанда “Атайсал” проектында ҡатнашҡандар 1,3 миллиард һум йәлеп иткән

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, хәрәкәттә 5,3 мең кеше ҡатнаша, улар 22 меңдән ашыу проектты тормошҡа ашырған. “Атайсал” 2021 йылда старт алды. Быйыл Ҡалтасы, Стәрлетамаҡ, Краснокама райондары, Стәрлетамаҡ, Салауат, Ағиҙел ҡалаларынан меценаттар айырыуса әүҙем булған. Социаль объекттар ремонтлау һәм төҙөү, парктарҙы тәртипкә килтереү, фестивалдәр ойоштороу кеүек мөһим проекттар тормошҡа ашырылған. “Атайсал”да ҡатнашҡандарға ҙур рәхмәт. Ул беҙҙең берҙәмлек һәм көсөбөҙҙө сағылдыра”, - тип яҙа Радий Хәбиров.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй Геройы Денис Чернавин Өфөнөң 128-се мәктәбендә уҡыусылар менән асыҡ дәрес үткәрҙе

Сарала авиация ветерандары ла ҡатнашты. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Денис Чернавин илдең юғары наградаһы - «Алтын Йондоҙ» менән бүләкләнеүселәрҙең береһе.
1
Башҡортостан халҡы яңы йыл байрамдарында 10 көн ял итә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, быйыл эшләп йөрөгән халыҡ өсөн бөгөндән ҡышҡы каникул башлана һәм киләһе йылдың 8 ғинуарына тиклем дауам итә. Эш көнө, шишәмбе, 9 ғинуарҙа башлана. Раштыуаға тура килгән ялдар киләһе йылдың 10 майына һәм 31 декабренә күсерелә.
👍1
Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин һәм уның водителе дауаханаға һалынған

Уларға Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһында ярҙам күрһәтелә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәлдәре тотороҡло. Ҡариҙел районында үлемесле авария булды. 4 машина бәрелеште. Ике кеше һәләк булды. Йәрәхәтләнеүселәр араһында Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин бар.
Өфөлә яңы йыл байрамдарында поликлиникаларҙың эш тәртибе иғлан ителде

Медицина ойошмалары ял көндәрендә лә халыҡты ҡабул итә. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөндән 8 ғинуарға тиклем поликлиникалар иртәнге 8-ҙән көндөҙгө 5-кә тиклем асыҡ була. Табипты өйгә 16 сәғәткәсә саҡыртырға мөмкин. Травматология пункттары ғәҙәти тәртиптә эшләй. Яңы йыл каникулдары мәлендә медицина тикшеренеүе һәм диспансеризация ла үтергә була.
👎1
Өфө халҡы “Вәғәҙәләр йүгереше”ндә ҡатнаша

Спорт байрамы 1 ғинуарҙа уҙғарыла. Старт "Ҡунаҡһарай" сауҙа-күңел асыу комплексы янында 12-лә бирелә. Дистанция Яңы йыл иҫәбе буйынса, 2 мең 24 метрға иҫәпләнгән. Сараның маҡсаты – үҙеңә Яңы йылда ниндәйҙер эште атҡарып сығырға вәғәҙә биреү һәм йыл дауамында уға өлгәшеү. “Вәғәҙәләр йүгереше” Өфөлә туғыҙынсыға ойошторола.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йылға тиклем бер көн ҡалды!
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Балаҡатай районы Урғалы ауылында заманса модулле табип амбулаторияһы асылды

Халыҡҡа Яңы йыл бүләге. Балаҡатай районы Урғалы ауылында заманса модулле табип амбулаторияһы асылды. Беренсел медицина звеноһын модернизациялау Сәләмәтлек милли проекты сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырылды.
👍75
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яңы йылға тиклем һанаулы ғына сәғәттәр ҡалды

Ҡуян хеҙмәт сафын Аждаһаға тапшырырға әҙерләнә. Халыҡ байрам мәшәҡәттәре менән мәшғүл. Туғандарға, яҡындарға бүләк барлауҙан башҡа, байрам табынына нимә әҙерләү, өҫкә нимә кейеү тураһында хәстәрләйбеҙ. Йыл уңышлы килһен өсөн был йәһәттән ниндәй кәңәштәр бар? Ентекләберәк киләһе яҙмала.
👍4🤮1
Радий Хәбиров Белгород өлкәһендәге фажиғәгә бәйле ҡайғы уртаҡлашты

- Ҡала мәкерле рәүештә утҡа тотолдо. Тыныс халыҡ зыян күрҙе, балалар, өлкәндәр һәләк булды. Был енәйәтте террор ғәмәле тип иҫәпләйем. Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй Белгород халҡы менән бергә, - ти Радий Хәбиров. Был шәмбе Белгород Украинаға яғынан утҡа тотолдо. 21 кеше һәләк булды, 110 кеше йәрәхәттәр алды. 30 күп фатирлы йортҡа, мәктәп, лицей, балалар баҡсаһына зыян килде.
Яңы йыл төнөндә Өфөлә йәмәғәт транспорты сәғәт икегә тиклем эшләй

Бөгөн киске сәғәт ундан ҡала һәм район байрам майҙансыҡтарына 15-20 минут һайын автобустар йөрөй. Бөгөндән 8 ғинуарға тиклем пассажирҙар транспортының эше ял көнө теҙмәһе буйынса ойошторола. Ҡала маршруттарында үҙгәрештәр көтөлмәй.
Башҡортостанда сәнәғәт үҫешкән

Быйыл 11 айҙа күрһәткестәр 6,8 процентҡа яҡшырған. Һөҙөмтәләр ил буйынса һандарҙан яҡшыраҡ. Статистика хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, иң ҙур үҫеш эшкәртеү сәнәғәтендә һәм энергетикала теркәлгән. Республикала тармаҡта ыңғай күрһәткестәр апрель айынан күҙәтелә.
Владимир Путиндан Яңы йыл менән ҡотлау килде

Президент Владимир Путин Республика Башлығы Радий Хәбиров исеменә Яңы йыл менән ҡотлау ебәрҙе. - Был байрамды иң изге хистәр менән ҡаршы алабыҙ. Теләктәр ҡабул булһын, - тиелә Президент ҡотлауында. Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустиндан да ҡотлау бар. - Уҙып барған йыл илебеҙ өсөн мөһим ваҡиғаларға бай булды. Ул беҙҙе тағы берләштерҙе. Ҡаршылыҡтарҙы үтергә, ҡуйылған маҡсаттарға ирешергә өйрәтте. 2024 йыл уңышлы булһын, ныҡлы һаулыҡ теләйем, - тиелә ҡотлау хатында. Радий Хәбиров исеменә Президенттың Волга буйы округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтан да ҡотлау килде.
Республика кардиоүҙәгенә яңы медицина ҡорамалдары тапшырылды

“Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш” төбәк программаһына ярашлы, УЗИ һәм ИВЛ аппараттары ҡайтарылды. Бының өсөн 17 миллион һум бүленде. Яңы ҡорамалдар медицина ярҙамы күрһәтеү сифатын яҡшыртырға мөмкинлек бирә, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Республикала 1 ғинуарҙан сүп-сар түләү өсөн хаҡ артмай

Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан белдереүҙәренсә, тариф күтәрелеүгә бәйле хәбәрҙәр дөрөҫлөккә тап килмәй. Социаль селтәрҙәрҙә киләһе йылдан сүп-сар түләү өсөн хаҡ 160-320 һумға күтәреләсәк тигән имеш-мимеш таралғайны. Республика 5 зонаға бүленгән. Төбәк операторҙары һәр кешенән 90-109 һум ала. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн тариф 1 июлдә 3-9 процентҡа күтәрелә.
Рәсәйҙә яңы йылдан кредит каникулы даими ғәмәлдә була

Матди хәле ауырлашҡан кеше түләүҙе кисектәре ала. Кредит каникулы менән 6 айға тиклем файҙаланырға мөмкин. Бының өсөн банкка тейешле белешмә тапшырырға кәрәк. Кредит каникулы кеүек алым 2020 йылда коронавирус пандемияһы ваҡытында индерелде. 2022 йылда махсус хәрби операция башланғас ул ҡайтанан ҡулланылды. 2024 йылдан кредит каникулы даими була.
Бөгөн Республикала Спорт һәм сәләмәтлек 10 көнлөгө старт ала

Каникулда 500-ҙән ашыу сара уҙғарыла. Бөгөн һәр кеше "Вәғәҙәләр йүгереше"ндә ҡатнаша ала. Республика баш ҡалаһында Ленин майҙанында, "Карауанһарай"ҙа һәм "Ҡашҡаҙан" паркында йыйылыусылар 2 мең 24 метрға йүгерә. Өфөлә был көндәрҙә 32 каток, 22 саңғы трассаһы халыҡты ҡабул итергә әҙер. Шулай уҡ фехтование, биатлон, шахмат буйынса ярыштар уҙғарыла.
Республикала бер кеше янып үлгән

2024 йылда ут сығыуға бәйле тәүге фажиғә Шишмә районында теркәлде. Кузьминка ауылында бер ҡатлы йорт янып киткән. Уның хужалары утты үҙ аллы һүндерергә маташҡан. 55 йәшлек ир һәләк булған. 64 йәшлек ҡатындың тәне бешкән, ул дауаханаға һалынған, тип хәбәр итәләр Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан.
😢1