Башҡортостанда шәкәр диабеты менән көрәш программаһы раҫланды
Уға ярашлы, сирҙе иҫкәртеү буйынса саралар күрелә, тейешле медицина белгестәре әҙерләнә. 15 дауалау учреждениеһында эндокринология үҙәктәре булдырыла. Киләһе йылда республикала шәкәр диабеты менән ауырыусы балаларҙы контроль приборҙары менән тәьмин итеү өсөн аҡса бүленә.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй суверенитеты өсөн белем биреү сифатын күтәреү мөһим
Был хаҡта Владимир Путин уҡытыусы һәм остаз ролен нығытыуға арналған Дәүләт Советы ултырышында белдерҙе. Кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Осрашыуҙа уҙып барған уҡытыусы һәм остаз йылына йомғаҡ яһалып, уҡытыусы һөнәренең абруйын күтәреүсе саралар һәм остазлыҡ институтын үҫтереүҙең көнүҙәк проблемалары тикшерелде.

Баш ҡалала АЛ-41СТ сәнәғәт газ турбиналы двигатель тәүге һынау үтте
Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең перспективалы ҡулайламаһы «Газпром» компрессор станциялары өсөн булдырылған. Тәжрибә сәнәғәттә файҙалана башлауҙы көтә. Яңы модель 25 мегаватт ҡеүәткә эйә. Был тәү сиратта, зәңгәр яғыулыҡты транспортировкалауҙа яңы мөмкинлектәр аса.
Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең перспективалы ҡулайламаһы «Газпром» компрессор станциялары өсөн булдырылған. Тәжрибә сәнәғәттә файҙалана башлауҙы көтә. Яңы модель 25 мегаватт ҡеүәткә эйә. Был тәү сиратта, зәңгәр яғыулыҡты транспортировкалауҙа яңы мөмкинлектәр аса.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит үҙәге төҙөлөшөнөң яртыһы тамамланған
Евразия күсмә халыҡтар цивилизацияһы музейының визит үҙәге төҙөлөшөнөң яртыһы тамамланған тиерлек. Шишмә районында республиканың күләмле объекты өҫтөндә эш дауам итә. Ул «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексынан да ҙурыраҡ булыр тип көтөлә.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан хөкүмәтендә матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде
Республика тормошо менән бәйле оператив яңылыҡтар менән эшләүсе журналистарға, матбуғат сәркәтиптәренә рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Республика тормошо менән бәйле оператив яңылыҡтар менән эшләүсе журналистарға, матбуғат сәркәтиптәренә рәхмәт хаттары, Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Спорт һарайы алдындағы майҙанда боҙ ҡаласығы асылды
Ул ике төп темаға - Өфөнөң 450, ә Александр Волковтың «Зөбәржәт ҡалаһы тылсымсыһы» повесеның 85 йыллығына арналған.

👍3
Журналист Ришат Миндияров вафат булған
Журналист, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының радиотапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе Ришат Миндияров вафат булды. Был турала телеканал коллективы хәбәр итә. Ришат Миндияров ғүмерен журналистикаға бағышлай. Радиола тәүге тәжрибәһен 1991 йылда Башҡорт дәүләт университеты студенты булғанда ала. "Радио-2" каналын булдырыуҙа ҡатнаша, башҡорт телендә тапшырыуҙар алып бара. Төрлө йылдарҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында "Сәләм" программаһы авторы һәм алып барыусыһы була, яңылыҡтар хеҙмәтенең башҡорт редакцияһын етәкләй. 2016 йылда Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһына эшкә күсә. Мәрхүм менән хушлашыу урыны һәм ваҡыты һуңыраҡ билдәле була.

Өфөлә Яңы йыл төнөндә байрам концерты була
Ул Рус драма театры янындағы майҙанда ойошторола. Сәхнәлә Башҡортостандың халыҡ артистары, шулай уҡ “Бишбармаҡ” оркестры сығыш яһай. Тамашасыларҙы Өфө Ҡыш Бабайы һәм Ҡарһылыу сәләмләй. Программа 31 декабрҙә киске сәғәт 9-ҙа башлана, 1 ғинуарҙа төнгө 2-лә тамамлана. Баш ҡалала төнгө сәғәттәрҙә лә йәмәғәт транспорты йөрөй.

🎄2
Өфөлә транспорт инфраструктураһын яңыртыуға 18 миллиард һум йүнәлтелә
Республика Хөкүмәтендә ошо турала белдерелде. Аҡса тимер юл төҙөлөшөнә, бер нисә күпер төҙөүгә һәм төҙөкләндереүгә тотонола. Өфөнө, Дим районын, аэропорт һәм Иглин ауылын тимер юл тоташтырырға тейеш. Киләһе йылда Өфөнән Көнсығыш юл асыла. Шаҡша күперендә реконструкцияны тиҙҙән тамамлау көтөлә.

Башҡортостан халҡын Яңы йыл ғаилә уйындарында ҡатнашырға саҡыралар
“Каникул - ғаилә менән мәҙәни сараларға йөрөү, спорт менән шөғөлләнеү өсөн шәп ваҡыт”, - тип яҙҙы социаль селтәрҙә мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин. Уйындар киләһе йылдың 4 ғинуарынан 11-нә тиклем республиканың барлыҡ райондарында ойошторола. Беренсе-дүртенсе кластарҙа уҡыған балалар ғаилә командаларында ҡатнаша. Башҡортостандың иң спортсы ғаиләләрен 27 ғинуарҙа Өфөлә финалда көтәләр.

Башҡортостанда киләһе йылға иҫтәлекле даталар календары сығарылды
Уны Архив эштәре буйынса идаралыҡ һәм Милли архив әҙерләгән. Баҫмала ауыл-ҡалаларҙағы юбилей даталар, предприятиелар, ойошмалар тураһында мәғлүмәттәр күрһәтелгән. Киләһе йылда Өфөнөң 450 йыллығы, Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл, Башҡортостандың беренсе президенты Мортаза Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл тулыу билдәләнә. Хеҙмәт ветераны, Милли костюм, Умартасы, Сәнәғәт хеҙмәткәре, Башҡорт теле көнө һәм башҡа республика байрамдары тураһында мәғлүмәттәр бирелгән.

Башҡортостан шәкәр заводтары 1 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө эшкәрткән
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Шишмә һәм Раевка шәкәр заводтары сеймалдан 151 мең тонна продукция етештергән. Быйыл республикала татлы тамыр 47 мең ярым гектар майҙанда үҫтерелде, 1 миллион 600 мең тонна уңыш йыйып алынды.

Республикала “Шыршы” оператив-профилактик операцияһы бара
Урман хужалығы министрлығы полиция менән берлектә тикшереүҙәр ойоштора. Профилактик сара башланғандан алып 1 мең 200-гә яҡын рейд үткәрелгән. Уның барышында рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осраҡтары асыҡланған. 6 ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу ҡарала. Тәбиғәткә 456 мең һум зыян килтерелгән. Халыҡ ылыҫлыларҙы рөхсәтһеҙ әҙерләү осраҡтары тураһында хәбәр итә ала. Бының өсөн Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә 8-347-218-14-14 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк.

Башҡортостанда өлкән быуынға аралашыу өсөн етенсе үҙәк асылды
Ул Белорет ҡалаһында эшләй башланы, тип хәбәр итәләр Социаль фонд буйынса төбәк бүлексәһенән. Бындай үҙәктәрҙә оло йәштәгеләр өсөн төрлө саралар ойошторола. Өлкәндәр ҡул эштәре менән шөғөлләнә ала, компьютер һәм финанс белем дәрестәре үткәрелә, конкурстар уҙғарыла, бергәләп кино ҡарарға була. Оло быуынға аралашыу үҙәге проекты беҙҙең республикала былтырҙан һынала. Тәүге ошондай урын декабрҙә Мишкә районында асылды.

«Атайсал» проектында Кесе Ватанға ярҙам итеү өсөн 1,3 млрд һум аҡса йүнәлтте
«Атайсал» проектында ҡатнашыусылар Кесе Ватанға ярҙам итеү өсөн быйыл 1,3 млрд һум аҡса йүнәлтте. Проектта барлығы 5,3 мең кеше ҡатнашты. Уларҙың тырышлығы менән 22 мең проект тормошҡа ашырылды, тағы ла 800-ҙө буйынса эш алып барыла.

😁1
70 меңдән ашыу ғаилә социаль ярҙам юллаған
Республикала быйыл 600 меңгә яҡын кеше коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса субсидия менән файҙаланған. Башҡортостан статистика хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, 70 меңдән ашыу ғаилә социаль ярҙам юллаған. Бының өсөн бюджеттан 1,2 миллиард һум бүленгән. Һәр ғаиләгә яҡынса 1 мең 870 һум субсидия тура килә. Мохтаждарға торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн аҡсалата субсидия йәки социаль ярҙам тапшырыла.

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе журналистар менән осрашты
Яңы йыл алдынан күркәм йола буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев журналистар менән осрашты. Яңы йыл алдынан күркәм йола буйынса Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев журналистар менән осрашты.Республика парламенты спикеры 2023 йыл республика өсөн еңелдән булманы, шуға ҡарамаҫтан депутат корпусы ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы атҡарып сыҡты тип билдәләне.

🤮1
Республика йәмәғәтселеге Ришат Миндияровты һуңғы юлға оҙата
Танылған журналист, «Башҡортостан» ДТРК-һы радиотапшырыуҙар студияһы етәксеһе Ришат Фәтхинислам улы Миндияров бәхилләшеү иртәгә «Телеүҙәк» бинаһында үтә. Сара 12:30 сәғәттә башлана.
Адресы: Өфө ҡалаһы, Ғафури урамы, 9/1-се йорт, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы.

😭3😢1