БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.18K photos
8.15K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
«Ватанды Һаҡлаусылар» төбәк филиалы Рәсәйҙә иң һөҙөмтәле эшләүсе бүлексәләрҙең береһе тип танылды

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының республика филиалы илдә иң һөҙөмтәле эшләүсе бүлексәләрҙең береһе тип танылған. Йыл йомғаҡтары илдең барлыҡ филиалдары етәкселәре ҡатнашлығында «Сенеж» идара итеү оҫтаханаһында барланған. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостан башлығы хәбәр итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ялдан һуң яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Отпуск ялында булған яугирҙар яңы йыл алдынан йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Ике аҙна ял иткән яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡта ҡуйылған бурыстарҙы үтәүен дауам итәсәк. Яугирҙар ғәҙәттәгесә, «Өфө-арена»спорт комплексы алдындағы майҙандан ҡуҙғалды. Ил именлеге өсөн көрәшеүселәрҙе берҙәмлек, туғандарса ҡараш берләштерә. Ялға ҡайтыусылар шәхси әйберҙәрен генә түгел, хеҙмәттәштәренә алып барып тапшырыу өсөн посылкалар ҙа алған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен бүләкләү тантанаһы үтте

Дәүләт наградаларын Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин тапшырҙы. Яңы йыл алдынан дәүләт наградаһы менән бүләкләнеүселәр араһында ҙур медицина учреждениелары етәкселәре лә, табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла, водителдәр ҙә бар. Һәр береһе үҙ һөнәренең оҫтаһы, тиҫтәләрсә йылдар дауамында халыҡ сәләмәтлеге һағында тора. Махсус хәрби операция башланғандан һуң күптәре Донбасҡа барып ерле халыҡҡа, яугирҙарыбыҙға медицина ярҙамы күрһтәкән.
Өфөлә Яңы йыл төнөндә транспорт йөрөшө билдәле булды

Автобус, троллейбус һәм трамвайҙар 31-енән 1-енә ҡарай төнгө сәғәт икегә тиклем хәрәкәт итә. Был турала бөгөн ҡала хакимиәтендә оператив кәңәшмәлә белдерелде. Маршруттар байрам тамашалары үтәсәк урындарҙы иҫәпкә алып билдәләнгән. Каникулдың башҡа көндәрендә иһә йәмәғәт транспорты ял көнө теҙмәһе буйынса йөрөй. Иртәнге 6-нан киске унға тиклем ултырып китергә була.
"Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты киләһе йылда ла ғәмәлгә ашырыла

Был турала Республика транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. 2024 йылда дөйөм оҙонлоғо 132 километр юлды, 7 күперҙе тәртипкә килтереү планлаштырыла. Бының өсөн 4 миллиард 200 миллион һум тотонола. Быйыл Башҡортостанда милли проект буйынса 209 километр юл ремонтланды. Эштәр өсөн 10 миллиард ярым һум тотонолдо. Аҡсаның күбеһе федераль ҡаҙнанан бүленде.
Батырҙар һәм уңғандар бүләкләнде

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төрлө өлкә хеҙмәткәрҙәре бүләкләнде. - Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең геройҙар-Ватан һаҡсылары, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар. "Башҡортостан" полкы, исемле батальондар, контракт буйынса хеҙмәт итеүселәр, мобилизация буйынса алыныусылар һәр көн батырлыҡ күрһәтә. Командование Башҡортостан һалдаттарына юғары баһа бирә. Республиканың хеҙмәт фронты бар. Халыҡ - хәрбиҙәр өсөн ныҡлы һәм ышаныслы тыл. Беҙ Рәсәй, балаларыбыҙ киләсәге өсөн алышабыҙ һәм хеҙмәт итәбеҙ. Яҡынлашып килгән Яңы йыл менән, изгелек һәм именлек теләйем, - тине Радий Хәбиров.
Мутлашыусылар халыҡты алдап аҡса ала

Башҡортостан буйынса Эске Эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дежур частарға 17 мөрәжәғәт килгән. Өфө районында 46 йәшлек ир интернет аша ҡаргиҙәр һатып алырға теләгән. Миллион ярым һум аҡсаһын күсергән, әммә тауар килеп етмәгән. Аҡса мутлашыусылар иҫәбенә күскән. Башҡортостанда халыҡ көн һайын 6 млилион һумға алдана, тип белдерәләр ведомствонан.
Яңы йыл каникулында 800-гә яҡын ҡар таҙартыу машинаһы юлға сығырға әҙер була

Был турала социаль селтәрҙә Премьер-министр Андрей Назаров хәбәр итә. Трассалар боҙлауыҡҡа ҡаршы материалдар менән эшкәртелә. Күперҙәр, үргә менгән һәм төшкән урындар, йәмәғәт транспорты туҡталыштарына айырыуса иғтибар бирелә. Яңы йыл уңайынан 30 декабрҙән башлап 10 көнлөк ял ҡаралған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне

Тырыш эшкә баһа. Бөгөн Радий Хәбиров бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләне. Башҡортостан Башлығы Рәсәй һәм республика дәүләт наградалары, рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Колонналар залына төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәре - идарасылар, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, ғалимдар, уҡытыусылар, инженерҙар, эшселәр, табиптар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар йыйылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киләһе йыл Башҡортостан колледждары нигеҙендә алты яңы мәғариф кластеры барлыҡҡа киләсәк

Ошо маҡсатта федераль субсидия бүленә. Был турала Радий Хәбиров урта махсус һөнәри белем биреү буйынса Республика Советы ултырышында билдәләне. Рәсәй президенты тарафынан тармаҡҡа алдағы биш йылда эшсе һөнәрҙәр буйынса миллион белгес әҙерләү бурысы тора. Был йәһәттән республика колледждар һәм студенттар һаны буйынса илдә иң ҙуры иҫәбендә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә юғалған кешеләрҙе табырға ярҙам итәсәк «Амулет» проекты эшләй башланы

Изге башланғыс. Юғалған кешеләрҙе эҙләү буйынса Мәскәүҙәге үҙәк «Лиза Алерт» эҙләү отряды менән берлектә Башҡортостанда «Амулет» хәүефһеҙлек беләҙектәре проектын тормошҡа ашыра башлай. Улар хәүеф төркөмөндә булған граждандар, тәү сиратта, хәтер юғалтыуҙан яфаланыусылар, менталь үҙенсәлектәре булған балалар һәм өлкәндәргә тәғәйенләнгән. Тиҙҙән тәүге дүрт мең беләҙек Өфөгә килтерелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Константин Толкачев «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Парламент спикерына Өфөнән, Яңауыл һәм Борай райондарынан балаларҙың теләктәре эләкте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Телевидение һәм радио академигы Шәүрә Ғилманова 70 йәшен билдәләй

Башҡортостан радиоһы һәм телевидение йылъяҙмаһына үҙ исемен хеҙмәте аша алтын хәрефтәр менән яҙған хеҙмәттәшебеҙ Шәүрә Ғилманова 70 йәшен билдәләй. 50 йыл ғүмерен ул тап тармаҡ үҫешенә арнаған шәхес. Бөгөн дә юбиляр республика радио-телевидениеһын үҫтереү менән бергә, уның тарихын яҙыу эшен алып бара.
👍2
Башҡортостан медицина белгестәре яугирҙәрҙе дауалай

Өфөнөң 8-се ҡала дауаханаһы баш табибы Руслан Гәрәев алғы һыҙыҡта эшләгән белгестәрҙең береһе. Ул Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән, әле хәрби госпиталдә эшләй. Өфө хирургы яралы һалдаттарға операция яһай. Республиканан ебәрелгән медицина ротаһы ла бөгөн ҡыҙыу һыҙыҡта. Уның составында төрлө белгестәр бар. Башҡортостан табиптары Красный Луч ҡалаһында халыҡты дауалай. Луганск республикаһында 18-се смена эшләй. 2022 йылдың мартынан 120 мең самаһы пациент ҡабул ителгән.
Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереүгә 293 миллион һум йүнәлтелә

Киләһе йылға федераль һәм республика ҡаҙнаһынан ошондай сумма бүлеү ҡарала. Был һан быйылғы менән сағыштырғанда 59 миллионға күберәк. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, аҡсаның бер өлөшө грант булараҡ бирелә, эшҡыуарҙарға техника һәм йыһаздар алған аҡсаны кире ҡайтырыуға тотонола. Быйыл ауыл хужалығы кооперативтары 3 миллиард һум килем алған.
😁1
Башҡортостан илдең “Яңы йыл туризмы” рейтингында 6-сы урын алды

Исемлектә беренсе баҫҡыста Краснодар крайы тора. Икенселә - Мәскәү, өсөнсө урында Санкт-Петербург. Башҡортостан Башлығы белдереүенсә, туристар инфраструктура яҡшы булған төбәктәрҙе һайлай. Радий Хәбиров республика эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына “Кешеләрҙе Башҡортостанға ғашиҡ итеү” бурысын ҡуйҙы.
Башҡортостанда оборона сәнәғәте өсөн кадрҙар әҙерләүгә иғтибар арта

Урта профессиональ белем биреү буйынса совет ултырышында шулай тип билдәләнде. Өфө моторҙар төҙөү производство берекмәһе директоры урынбаҫары Николай Лютов белдереүенсә, колледждар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барыла. Киләһе йылда предприятие 4 мең 800 белгесте эшкә алырға планлаштыра. Ул Оборона-сәнәғәт предприятиелары өсөн колледж студенттары менән маҡсатлы килешеүҙәр төҙөүгә квоталарҙы арттырырға тәҡдим итте. Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына ошо тәҡдимде өйрәнергә ҡушты.
Өфөләге Шаҡша күперендә ремонт ваҡытынан алда тамамлана

Эштәрҙе киләһе йыл аҙағында теүәлләү көтөлә. Был турала Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. - Контракт буйынса ремонтты 2025 йылдың беренсе кварталында тамамлау ҡаралған. Шулай ҙа эште тиҙләтеү мөмкинлеге бар. Өфө йылғаһы аша был күпер "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проектына ярашлы ремонтлана. Бының өсөн 2 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән.
Башҡортостан почта бүлексәләре яңы йыл каникулында эш тәртибен үҙгәртә

31 декабрҙә, шулай уҡ 1 һәм 7 ғинуарҙа улар ял итә. Каникулдың башҡа көндәрендә бүлексәләр ғәҙәти тәртиптә эшләй. Пенсия, пособие, газета-журнал таратыу менән бәйле ҡайһы бер ауыл бүлексәләрендә эш сәғәттәре үҙгәреүе ихтимал тип белдерҙеләр Почта хеҙмәтенең республика идаралығынан.
Өфө - Рәсәйҙең иң эҫе ҡалаһы

"Яндекс Погода" метеокүҙәтеүҙәр мәғлүмәттәрен анализлаған. Рәсәйҙә быйыл йәй иң юғары температура Өфөлә, Силәбе һәм Омскиҙа теркәлгән, 40 градустан юғары күтәрелгән. Аяҙ көндәрҙе лә иҫәпләгәндәр. "Ҡояшлы" рейтингта Өфө һәм Краснодар беренсе урындарҙы алған. Өфөлә 2023 йылдың 115 көнө аяҙ булған.