БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.18K photos
8.15K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда быйыл милли проекттар үтәлешенә 24 миллиард һум тотонолған

Республика буйынса Баш федераль инспектор аппаратынан шул турала белдерәләр. Милли проекттар буйынса 77 мәктәп ремонтланған, өс поликлиника һәм 98 модулле фельдшер-акушер пукнты төҙөлгән, 4 меңдән ашыу медицина ҡорамалы һәм йыһаз һатып алынған. Бынан тыш, Нефтекама, Учалы, Октябрьский ҡалалары һәм Дыуан районында медицина колледждары филиалдары асылды. Йәмәғәт биләмәләре, юлдар, мәҙәниәт ойошмалары тәртипкә килтерелде, авариялы торлаҡтан күсереү программаһы тормошҡа ашырылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика мәҙәниәт учреждениелары технопаркы 26 транспорт сараһы менән тулыланды

Автомобиль асҡыстарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт учреждениеларның матди-техник базаһын яңыртыуға ныҡлы иғтибар бүленә. Быйыл ижади коллективтарға 90 транспорт алынған, ошо маҡсатта ярты миллиард һумға яҡын аҡса тотонолған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл республикала кино индустрияһын үҫтереү өсөн 50 миллион һум субсидия бүленгән

Дәүләт ярҙамында «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәте һәм «Ауыл менән һынау» кино таҫмаһы төшөрөлгән. Бынан тыш, Башҡортостан илдә төҙөкләндерелгән кинозал һаны буйынса беренсе урында. Был турала бөгөн Башҡортостан башлығы Мәҙәниәт һәм сәнғәтте үҫтереү һорауҙары буйынса Совет ултырышында белдерҙе.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры асылды

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры асыҡ! Ике йыллыҡ ремонттан һуң, бина танымаҫлыҡ булып үҙгәртелгән. Бөгөн төҙөкләндерелгән ҡурсаҡ театры тәүге кескәй тамашасыларын ҡабул итте. Уларға «Шелкунчик» спектакле күрһәтелде.
🔥2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды

Радий Хәбиров Ҡыш бабай ролендә. Башҡортостан башлығы «Теләктәр шыршыһы» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Уға Стәрлетамаҡтан Алеся һәм Өфөнән Розалинда исемле ҡыҙҙарҙың хаты эләкте. Ҡыҙҙарҙың икеһенә лә 7-шәр йәш, улар бүләктең сюрприз булыуын һораған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай ҡалаһы ағинәйҙәре Ватан һаҡсыларына бейәләй- ойоҡбаштар бәйләй

Ишембай ҡалаһы ағинәйҙәре Ватан һаҡсыларына бейәләй- ойоҡбаштар бәйләп, изге теләктәр яҙылған посылкалар оҙата. Милли мәҙәниәттәр үҙәгенең Хәйриә концерты ла биләмәлә изгелек хәрәкәтен нығытыуға булышлыҡ иткән. Билеттан килгән аҡсаға бәйләм өсөн ептәр, маскировка селтәрҙәре үреү өсөн материалдар, хәрбиҙәргә итектәр һатып алынған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мостай Кәрим исемендәге республика милли йәштәр театрында - «Һуғыш балалары».

Йәмғиәттең иң яҡлауһыҙ кешеләре балаларға һуғыш һалған михнәт һәм һынау хәтирәләре хаҡында репортаж.
👍31
Башҡортостанға тағы 9 зубр килтерелде

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә шул турала яҙа. Беловежье шырлығынан тәүге зубрҙар быйыл майҙа килтерелгәйне. Ҡырағай хайуандар “Мораҙым тарлауығы” тәбиғәт паркында эйәләшеп китте. Хәҙер уларға тағы 9 йәнлек ҡушылды. Башҡортостан һәм Беларусь араһында килешеүгә ярашлы беҙҙең республикаға зубрҙар алып килделәр. Башта ҡырағай хайуандар Эйек зоология заказнигында тотола, һуңынан иреккә сығарыла.
🔥3👍1🙈1
Башҡортостанда Владимир Путин кандидатураһы өсөн ҡултамғалар йыйыу башланды

Волонтерҙар һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Белорет һәм башҡа ҡалаларҙа эшмәкәрлек алып бара. Өфөлә уҙған аҙнала Владимир Путинды хуплау буйынса төбәк һайлау штабы асылды. Ирекмәндәр ғәмәлдәге дәүләт башлығы кандидутары өсөн халыҡтан имзалар йыя. Президент өсөн тауыш биреү киләһе йылда 15-17 мартта үткәрелә.
👍1👎1🔥1
Республикала “Шыршы” оператив-профилактик операцияһы дауам итә

Урман хужалығы министрлығы полиция менән берлектә тикшереүҙәр ойоштора. Профилактик сара башланғандан алып 1 мең 200-гә яҡын рейд үткәрелгән. Уның барышында рөхсәтһеҙ ағас ҡырҡыу осраҡтары асыҡланған. 6 ваҡиға буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыу ҡарала. Тәбиғәткә 456 мең һум зыян килтерелгән. Халыҡ ылыҫлыларҙы рөхсәтһеҙ әҙерләү осраҡтарытураһында хәбәр итә ала. Бының өсөн Урман хужалығы министрлығының диспетчер хеҙмәтенә 8-347-218-14-14 телефоны буйынса шылтыратырға кәрәк.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан юлдаш телевидениеһы алып барыусыһы Наил Юнысовтан хат

#Һалдатҡахат
👍2🙏1
Башҡортостан ашлыҡ һатыуҙы ике тапҡыр арттырған

Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 11 айҙа 23 төбәккә 461 мең тонна иген оҙатылған. Улар араһында Алтай крайы, Ҡырым, Татарстан, Новосибирск өлкәһе, Луганск халыҡ республикаһы бар. Рәсәй төбәктәренә бойҙай, арпа һәм көнбағыш эшкәртеүгә экспортлана. Сеймал лабораторияларҙа ентекле тикшерелә.
👍1
Юл камералары ярҙамында 6 миллионға яҡын тәртип боҙоу осрағы теркәлгән

1 декабргә комплекстар ярҙамында 2,3 миллиард һумға штраф һалынған. Республикала 1 мең 800-ҙән ашыу юл камераһы ҡуйылған. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәгән автоматик фото- һәм видеокомплекстар водителдәрҙе тәртипкә өйрәтә, юлда ҡағиҙә боҙоуҙар кәмей, тығындар менән көрәшергә мөмкинлек бирә, ти белгестәр. Яҡын арала Өфө, Октябрьский, Нефтекама һәм Салауат ҡалаларында тағы 56 автоматик камера ҡуйыла.
👍1
Башҡортостанда “Ватанды һаҡлаусылар” фондына 10 меңдән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән

Республика буйынса Баш федераль инспектор аппаратынан хәбәр итеүҙәренсә, фонд белгестәре юрист, табип һәм психологтар менән берлектә кәңәштәрен бирә. Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр һәм уларҙың яҡындарынан 19 меңгә яҡын мөрәжәғәт теркәлгән. Бөгөнгә шуларҙың 14 меңе хәл ителгән.
👍1
Йәрмәкәй халҡы хәрбиҙәргә ярҙам итә

Йәрмәкәйҙәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙәргә сираттағы ылау илтеп тапшырҙы. Запорожьеға барған гуманитар конвойҙы район хакимиәте башлығы Илшат Райманов етәкләне.
👍1
Башҡортостанда Владимир Путин кандидатураһы өсөн ҡултамғалар йыйыу бара

Волонтерҙар һәм йәштәр ойошмалары вәкилдәре Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Белорет һәм башҡа ҡалаларҙа эшмәкәрлек алып бара. Өфөлә уҙған аҙнала Владимир Путинды хуплау буйынса төбәк һайлау штабы асылды. Ирекмәндәр ғәмәлдәге дәүләт башлығы кандидутары өсөн халыҡтан имзалар йыя.
🔥2👍1🤮1
Өфөлә ВУЗ-ара кампуста пилотһыҙ осоу аппараттары лабораторияһы булдырыла

Был турала Республика Хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Бында "Аврора" таланттар үҫтереү үҙәге һәм Пилотһыҙ осоу аппараттары, авиация моделдәре эшләү, ракета төҙөлөшө, программа яҙыу һәм робототехника лабораторияһы урынлаша. Бөтә студенттар һәм мәктәп уҡыусылары өсөн шөғөлләнеү мөмкинлеге булдырыла. Балалар үҙ аллы моделдәр йыясаҡ, аэродромдарҙа уларҙы осороп ҡараясаҡ.
👍3
Республикала президент һайлауына 4 мең 700-ҙән ашыу күҙәтеүсе әҙерләнгән

Йәмәғәт штабы республикала тауыш биреүҙәргә әҙерлек үткәрә. Эксперттар 34 район һәм ҡалала осрашыуҙар ойошторҙо. Унда һайлауҙарҙы күҙәтеү өсөн ирекмәндәргә курстар уҙғарыла. Мартта президент өсөн тауыш биреүгә 10 меңдән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһе йәлеп ителә. Бының өсөн 64 район һәм ҡалала осрашыуҙар ойошторола.
👍2😁1
Башҡортостандан Никита Богданов боҙҙа мотоуҙыш буйынса ил чемпионатында еңде

Беренсе этап Тольятти ҡалаһында уҙҙы. Ғабдрахман Ҡадыров исемендәге Техник спорт төрҙәре үҙәге уҙышсыһы 29 мәрәй йыйып беренсе урынға күтәрелде. Быйылдан “Мега-Лада” командаһы өсөн сығыш яһаған яҡташыбыҙ Динар Вәлиев икенсе урында туҡталды. Өфөнән тағы бер спортсы Евгений Шаров 10-сы урында килә. Боҙҙа мотоуҙыш буйынса Рәсәй чемпионатының икенсе этабы 6-7 ғинурҙа Каменск-Уральскиҙа үтә.
2
Башҡортостанда ял көндәрендә 50-нән ашыу иҫерек водитель тотолған

Республика буйынса дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә генә 28 кеше спиртлы эсемлектәр ҡулланып рулгә ултырған. Ял көндәрендә баш ҡалала рейдтар барышында юл хәрәкәте ҡағиҙәһеҙ боҙоуҙың 800-гә яҡын осрағы теркәлгән. Хәүефһеҙлек ҡайышын таҡмаған йәки балаларҙы дөрөҫ йөрөтмәгән өсөн күптәргә штраф һалынған. Бынан тыш, 40 йәйәүле тейешле талапты үтәмәгән өсөн яуапҡа тарттырылған.