БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.18K photos
8.12K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Өфөлә "Ижади теләктәр шыршыһы" тигән акция башланды

Уның барышында балалар матди бүләктәрҙән тыш, башҡа хыялдарын тормошҡа ашыра ала. “Эстрада йондоҙо менән бер сәхнәлә сығыш яһау, футбол, йә хоккей матчын стадионда ҡарау мөмкинлеге бар”, - ти “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры урынбаҫары Хәлил Хәмзин. Теләктәр яҙылған хаттарҙы 29 ғинуарға тиклем "Башҡортостан" дәүләт концерт залындағы махсус йәшниктә ҡалдырырға мөмкин.
Хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өйҙәрендә түләүһеҙ социаль хеҙмәтләндерелә

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай законға үҙгәреш индерҙе. Хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына йортто таҙартыу, кер йыйыу, ашарға бешереү йәки хат ебәреү буйынса ярҙам итәләр. Ҡанун проекты махсус хәрби операцияла ҡатнашып яраланған яугирҙәргә булышлыҡ итеү маҡсатынан әҙерләнгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров энергетиктарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Бөгөн энергетиктар һөнәри байрамын билдәләй. Башҡортостанда был өлкәлә 50 меңдән ашыу кеше эшләй. Радий Хәбиров социаль селтәрҙә энергетиктарҙы байрамдары менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе энергетика предприятиеларының республика иҡтисады үҫешенә индергән ҙур өлөшөн билдәләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Туймазы районы сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты

Үҫеш юлында. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазы районы сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты. Мебель, контейнерҙар етештереү, автобетоновоз заводы һәм башҡа ҡеүәтле объекттар иғтибар үҙәгендә булды. Республика етәксеһе «Мастер» технопаркын асыуға старт биреп, сәнәғәт тармағында ҡуйылған маҡсаттарҙы барланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Өфөнөң Зинин ауылы эргәһендәге яңы юл үткәргес файҙаланыуға тапшырылды

Күптән көтөп алынған объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектына ярашлы төҙөлдө. Үткәүелде сафҡа индереү өсөн федераль, республика һәм ҡала бюджеттарынан финанстар бүленде. Уҙған ял көндәрендә күп тонналы йөк машиналары ярҙамында юл үткәргес һынау үтте. Объект тимер юл аша сыға торған урындан 200 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Хәҙер Зинин, Нуғай, Аҡбирҙе, Ҡарамалы, Шипов, Блохин, Охлебинин ауылы халҡына юл йөрөү еңелләшә, сөнки тимер юл аша сыға торған ерҙә йыш ҡына оҙайлы тығындар күҙәтелә торғайны
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университетында милли стилдәге йәштәр киңлеге асылды

Студенттарҙың ижад ҡомарын һәм интеллектуаль үҫешен ҡеүәтләп. Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, журналистика һәм шәрҡиәт факультетында милли стилдәге йәштәр киңлеге асылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Мәғфирә Ғәлиеваның тыуыуына 95 йыл тулыуға арналған сара ойошторолдо

Онотолмаҫ осрашыуҙар. «Ашҡаҙар» радиоһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана менән берлектә ойошторған ижади ҡунаҡханаһы дауам итә. Был юлы осрашыу Башҡортостандың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың эстрада артистары конкурсы дипломанты Мәғфирә Ғәлиеваның тыуыуына 95 йыл тулыуға арналды. Йылы, моңло һөйләшеүгә мәшһүр сәхнә оҫтаһының ижадташ һәм ғаилә дуҫтары, балалары, яҡындары саҡырылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Урал батыр көндәре» үтте

Өфөлә - «Урал батыр көндәре». Быйыл икенсегә ойошторолған сарала халҡыбыҙҙың мәшһүр тел ҡомартҡыһын популярлаштырыу маҡсат итеп ҡуйылған. Тамашала эпосты яттан һөйләүселәр араһында республика конкурсы еңеүселәре, билдәле сәсәндәр һәм тел белгестәре ҡатнашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң 136-сы башҡорт лицейында класстарҙы байрамса биҙәү буйынса конкурс үтә

Байрам мөғжизәһен көткәндә. Өфөнөң Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейы Яңы йылды ҡаршыларға әҙер. Белем усағында класстарҙы байрамса биҙәү буйынса конкурс үтә.
4
Башҡортостан һәм Үзбәкстан араһында сауҙа үҫешә

Бер йылда 11,4 процентҡа күберәк тауар һатылған. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева белдереүенсә, Башҡортостан Үзбәкстанға минераль продукция, химия сәнәғәте тауарҙары, ағас, аҙыҡ-түлек һата. - Хеҙмәттәшлек өсөн яңы мөмкинлектәр өйрәнелә, тине министр.
Башҡортостанға күберәк туристар йәлеп итеү көтөлә

Республикала туризмды үҫтереү программаһы әҙерләнде. Документ 2030 йылға тиклем иҫәпләнгәнә. Ошо ваҡытҡа йыллыҡ туристар ағымын 2 миллион 900 мең кешегә еткереү маҡсаты ҡуйыла. Уға күрһәтелгән хеҙмәттәр сифатын яҡшыртыу, инфраструктураны яңыртыу аша ирешеү күҙаллана.
Башҡортостанда боҙ ҡаласыҡтары асыла

Бөгөн Өфөлә, Дим районында ял һәм күңел асыу урындары эшләй башлай. "Дим" мәҙәниәт һәм ял паркында Ҡыш бабай резиденцияһын асыу тантанаһы ла ҡаралған. Өфөнөң Ҡыш Бабай ихатаһы һәм Үҙәк шыршы иртәгә асыла. Башҡортостан район һәм ҡалаларында боҙ ҡаласыҡтары араһында конкурс та уҙғарыла. Иң яҡшылары ғинуарҙа билдәләнә.
Бөгөн Өфөлә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры асылды

Бында "Мәҙәниәт" милли проекты буйынса реконструкция эшләнде. Бының өсөн 1 миллиард 380 миллион һум тотонолдо. Эштәр ике йыл буйы алып барылды. Бөгөн яңыртылған театрҙы Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡараны. -Бөгөн, Яңы йыл алдынан беҙҙең балаларға, юбилей алдынан Өфөгә ҙур бүләк эшләйбеҙ. Бында ике зал, кафе, ял итеү урындары бар. Беҙҙең балалар быға лайыҡлы. Яңы йылдың бәхетле булыуын теләйем, - тине Радий Хәбиров. Төҙөкләндерелгәндән һуң театр бинаһының дөйөм майҙаны ике тапҡырға артты. Бынан тыш, театр янындағы биләмә тәртипкә килтерелде.
Бөгөн Мәҙәниәт буйынса совет ултырышы үтте

Унда Мәскәүҙән дә ҡунаҡтар ҡатнашты. Артистар Ольга Кормухина, Владимир Овчинников, сенатор Лилиә Ғүмәрова, Образцов исемендәге Үҙәк ҡурсаҡ театры директоры Елена Булукова килде. Радий Хәбиров мәҙәниәт өлкәһендә ҡаҙаныштар менән таныштырҙы. Быйыл республикала кино төшөрөүселәргә 50 миллион һумлыҡ гранттар бүленгән. Башҡорт, рус, татар драма театрҙарына ярҙам күрһәтелгән. - Быйыл мәҙәниәт үҫеше өсөн 14 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде. Был сумма уҙған йылдағынан күберәк. Ҡурсаҡ театрында реконструкция булды, Милли йәштәр театры төҙөкләндерелде, 15 мәҙәниәт учреждениеһы ремонтланды. Башҡорт дәүләт филармонияһын төҙөкләндереү планлаштырыла, - тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы бөгөн театрҙарға, Фәйзи Ғәскәров исемен йөрөткән ансамблгә, "Башҡортостан" дәүләт концерт залына, Башҡорт дәүләт филармонияһына, мәғариф учреждениеларына 23 еңел машина, 2 мәктәп автобусы һәм бер туристик автобус асҡыстарын тапшырҙы.
Социаль фондта берҙәм пособиены оҙайтыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә

Берҙәм пособие 12 айға тәғәйенләнә, һуңынан түләү туҡтатыла. Пособиены тағы бер йылға оҙайтыу өсөн яңынан ғариза яҙырға кәрәк. Быны алданыраҡ, түләү ваҡыты тамамланғанға тиклем бер ай эсендә башҡарырға мөмкин. Быйыл ғинуарҙан пособие түләнә башлаған граждандар декабрҙә Социаль фондҡа ғариза менән мөрәжәғәт итә ала. Берҙәм пособие юллау өсөн ғаризаны дәүләт хеҙмәттәре порталында, Күп функциялы үҙәктә йәки Социаль фондтың теләһә ниндәй клиент хеҙмәтендә бирергә мөмкин.
Башҡортостан хәрбиҙәргә ярҙам оҙатты

Бөгөн Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау юлға сыҡты. Хәрбиҙәр өсөн ярҙамды ойошмалар, йәмәғәт берләшмәләре, халыҡ йыйған. Төҙөлөш материалдары, мунсалар, маскировка селтәрҙәре, тепловизор, генератор, бензобысҡы, аҙыҡ-түлек, йыуыныу өсөн кәрәк-яраҡ, медикаменттар алып барыла. Шулай уҡ Луганск госпиталенә стоматология ҡоролмаһы оҙатылды.
Башҡортостан мәктәптәрендә ҡышҡы каникул 30 декабрҙә башлана

Был турала мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин социаль селтәрҙә хәбәр итте. “Уҡыусыларҙың ҡышҡы каникулы 8 ғинуарға тиклем дауам итә. 9 ғинуарҙа балаларҙы мәктәптәргә көтәбеҙ”, - тип яҙған ведомство етәксеһе.
👍2
Башҡортостан депутаттары интернетта тауар һатып алғандар хоҡуғын яҡларға ниәтләй

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа “Авито” һәм “Юла” кеүек онлайн-сауҙа майҙансыҡтары эшен көйләүгә бәйле закон проекты әҙерләнә. Документҡа ярашлы һатыусыға бәйле мәғлүмәт билдәле булмаған ваҡытта ла, мутлашыу осрағында судҡа мөрөжәғәт итергә рөхсәт бирелә. Ҡайһы берҙәр интернетта һатылған әйбер өсөн алдан аҡса һорайҙар, әммә тауарҙы ебәрмәй алдап ҡасалар. Ошондай хәлдә судҡа бирергә мөмкин.
Башҡортостанда быйыл милли проекттар үтәлешенә 24 миллиард һум тотонолған

Республика буйынса Баш федераль инспектор аппаратынан шул турала белдерәләр. Милли проекттар буйынса 77 мәктәп ремонтланған, өс поликлиника һәм 98 модулле фельдшер-акушер пукнты төҙөлгән, 4 меңдән ашыу медицина ҡорамалы һәм йыһаз һатып алынған. Бынан тыш, Нефтекама, Учалы, Октябрьский ҡалалары һәм Дыуан районында медицина колледждары филиалдары асылды. Йәмәғәт биләмәләре, юлдар, мәҙәниәт ойошмалары тәртипкә килтерелде, авариялы торлаҡтан күсереү программаһы тормошҡа ашырылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республика мәҙәниәт учреждениелары технопаркы 26 транспорт сараһы менән тулыланды

Автомобиль асҡыстарын Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы. Һуңғы йылдарҙа мәҙәниәт учреждениеларның матди-техник базаһын яңыртыуға ныҡлы иғтибар бүленә. Быйыл ижади коллективтарға 90 транспорт алынған, ошо маҡсатта ярты миллиард һумға яҡын аҡса тотонолған.
👍1