БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.18K photos
8.11K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостанда киләһе йылда электромобилдәр өсөн 70 зарядлау станцияһы төҙөлә

Был маҡсаттан федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Станцияла машиналар ярты сәғәт эсендә электр тогы йыя ала. Башҡортостанда быйыл 500 электромобиль теркәлгән. Әле электр тогы менән йөрөгән машиналар 55 станцияла көс туплай ала.
Рәсәй халҡы Ҡыш Бабайға 40 меңдән ашыу хат ебәргән

“Рәсәй Почтаһынан” белдереүҙәренсә, Яңы йыл алдынан мөрәжәғәттәр бер нисә тапҡыр артҡан. Былтыр Ҡыш Бабай 170 мең хәбәр алған. Кешеләр Яңы йыл тылсымсыһынан үҙенә һәм яҡындарына сәләмәтлек, илгә тыныслыҡ һәм именлек һорай. Матди байлыҡ, лайыҡлы эш, ғаилә бәхете, мөхәббәт һәм уңыш йыш яҙылған теләктәр исемлегендә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Октябрьский ҡалаһында «Боҙ һарайы»ның беренсе сираты асылды

Спорт-һауыҡтырыу комплексы 800 урынға иҫәпләнгән. Ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Демография» милли проекты ярҙамында төҙөлдө. Яһалма боҙҙа хоккей уйнарға, коньки шыуырға, шулай уҡ төрлө кимәлдәге ярыштарҙы ҡабул итергә мөмкинлек асыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Тыуған яҡҡа ялға ҡайтҡан яугирҙар отпусктан һуң махсус хәрби операция зонаһына юлланды

Егеттәр алғы һыҙыҡҡа мобилизия буйынса эләккән, улар махсус хәрби операция биләмәһендә бер йылдан ашыу, ошо ваҡыт эсендә икенсе тапҡыр ялға ҡайтҡан. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпуск мәлендә яугирҙар туғандары, дуҫтары янында булған, йорт-ҡура тирәһендә ярҙам итешкән, уҡыусылар, студенттар менән осрашыуҙарҙа ҡатнашҡан. Яҡташтарыбыҙ алыҫ юлға үҙҙәренә генә түгел, дуҫтары өсөн дә кәрәкле әйберҙәр, күстәнәстәр тейәп алған. Хеҙмәттәш дуҫтарыбыҙға тыуған яҡ сәләмен алып барабыҙ, ти яугирҙар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡала ирекмәндәре махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам әҙерләгән

Өфөнөң «Маскировка» «Ҡалҡан» ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам әҙерләгән. Башҡортостан рустары соборында көмөш ирекмәндәр маскировка селтәрҙәре бәйләй, посылкалар йыя. Посылкаларға хәрбиҙәргә йылы ойоҡбаштар, шоколад һәм балалар яҙған йылы йөкмәткеле хаттар. Башҡортостан рустары Соборы алтынсы тапҡыр гуманитар ылау туплауҙа ҡатнаша. «Башинформ» акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре лә ярҙам туплауҙа әүҙемлек күрһәткән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө ҡотҡарыусылары имтихан тапшырҙы

Һыуға батып барған балыҡсыны ҡотҡарыу, яралыны боҙ тоҙағынан эвакуациялау һәм хатта ҡар аҫтындағы кешеләрҙе эҙләү. Өфө ҡотҡарыусыларына ҡала шарттарында ғына эшләргә тура килмәй.
Шуға күрә Өфөнөң граждандарҙы яҡлау идаралығы йыл һайын экстремаль шарттарҙа имтихандар үткәрә. Был юлы ҡышҡы һынау бәләгә тарыусы 4 төрлө төрлө осраҡты үҙ эсенә алды.
Башҡортостан халҡы юлдарҙа байрамса биҙәлгән “Яңы йыл автобустары”н күрә ала

Акция байрам кәйефен күтәреү өсөн уҙғарыла, тип белдерәләр “Башавтотранс” предприятиеһынан. Транспортта пассажирҙарҙы Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу менән ҡаршы ала, яҡынлашып килгән Яңы йыл менән ҡотлай, балаларға һәм үҫмерҙәргә тәм-том бүләк итә. Социаль акция 29 декабргә тиклем бара.
Рәсәйҙә Президент һайлау кампанияһы әүҙемләшә

Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова белдереүенсә, дәүләт башлығы вазифаһына кандидаттарҙан ғаризалар алына. Әле 16 кешенән заявка килгән. Элла Памфилова традицион тауыш биреү менән бер рәттән 29 төбәктә электрон тауыш биреү уҙғарырға тәҡдим итте. 7 декабрҙә һайлау кампанияһы рәсми иғлан ителде. Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, президент һайлауы 15 марттан 17-һенә тиклем дауам итә.
Бөгөн “Ватанды һаҡлаусылар” фондының төбәк филиалы күсмә ҡабул итеү уҙғара

Республика министрлыҡ һәм ведомство хеҙмәткәрҙәренән торған “Ярҙам поезы” бөгөн Октябрьский ҡалаһында була. Белгестәр яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына консультация бирә. “Ярҙам поезы”ның эше киләһе йылда ла дауам итә. Белгестәр 12 ғинуарҙа Нефтекамала халыҡты ҡабул итергә ниәтләй.
Өфөлә пилотһыҙ осҡостар етештереү ҡарала

Улар 15 километрға оса ала. Проект “Прогресс” предприятиеһында тормошҡа ашырыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә компания вәкилдәре айына 1 мең самаһы осоу аппараты етештерергә ниәтләүҙәре хаҡында белдерҙе. Республика етәксеһе был фекерҙе хупланы һәм ғинуарҙа ошо мәсьәләгә арналған йыйылыш уҙғарырға вәғәҙә бирҙе.
Башҡортостанда 1 мең 600-ҙән ашыу яугир шифаханаларҙа ял иткән

Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары һаулыҡтарын нығыта ала. Бының өсөн сертификат тапшырыла. Республикала 14 шифахана яугирҙәргә бушлай дауалау хеҙмәттәре күрһәтелә. Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская әйтеүенсә, 14 көнлөк ял бирелә. Хәрбиҙәр уны икегә бүлеп яҡындары менән бергә була ала.
Рәсәйҙә киләһе йылда армияға саҡырыу яңыса үткәрелә

Президент Владимир Путин Оборона министрлығына электрон мөмкинлектәрҙе ҡулланырға рөхсәт итте. 2024 йылдың көҙгө саҡырылышында Берҙәм хәрби иҫәп һәм саҡырыу ҡағыҙҙары реестры әйләнешкә индерелә. Егеттәргә повестка электрон почтаға ла ебәрелә. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталына ошо турала белдереү килә. Бынан тыш, берҙәм реестр ярҙамында хәрби иҫәпкә баҫырға йәки төшөргә була.
Башҡортостанда туризмды үҫтереү буйынса дәүләт программаһы раҫланды

Республика Хөкүмәте тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында урынлаштырылған. Программаға ярашлы 2030 йылға беҙҙең республикаға 3 миллионға яҡын турист килергә тейеш. Бының өсөн туристик инфраструктураны яҡшыртыу бурысы ҡуйыла. Былтыр Башҡортостанда туризм өлкәһендә 13 миллиард һумға хеҙмәттәр күрһәтелгән.
Башҡортостандан Палестинаға 10 тонна гуманитар йөк оҙатылды

Мосолман диндарҙар Газа секторында йәшәгән халыҡҡа ярҙам итеү үтенесе менән мөрәжәғәт итте. Палестинаға гуманитар йөк оҙатыу ҡарары Республика Башлығы ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет улытырышында ноябрҙә ҡабул ителгәйне. Хәйриә сараһына халыҡ, ойошмалар һәм эшҡыуарҙар ҡушылды. Әле Берҙәм республика логистик үҙәгендә Палестина халҡы өсөн 50 тонна гуманитар ярҙам йыйылған.
1
Башҡортостанда Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең студент ҡаласығы асыла

Ошо көндәрҙә юғары уҡыу йорттары әҙер бүлмәләргә ҡорамалдар һәм йыһаздар индереп ҡора башлай. Фойела ҙур мультимедия экраны ҡуйылған. Һәр лаборатория ишеге өҫтөндә донъяға танылған ғалимдарҙың ҡанатлы һүҙҙәре яҙыла. Кампус лофт стилендә биҙәлгән. Әле Өфөнөң тарихи үҙәгендә IQ-парк янында яңы биналар төҙөлөшөнә лә әҙерлек бара. Студент ҡаласығы 2025 йылда тулыһынса файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Комплекс Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса “Фән һәм университеттар” тигән милли проектҡа ярашлы төҙөлә.
Өфөлә "Ижади теләктәр шыршыһы" тигән акция башланды

Уның барышында балалар матди бүләктәрҙән тыш, башҡа хыялдарын тормошҡа ашыра ала. “Эстрада йондоҙо менән бер сәхнәлә сығыш яһау, футбол, йә хоккей матчын стадионда ҡарау мөмкинлеге бар”, - ти “Башҡортостан” дәүләт концерт залы директоры урынбаҫары Хәлил Хәмзин. Теләктәр яҙылған хаттарҙы 29 ғинуарға тиклем "Башҡортостан" дәүләт концерт залындағы махсус йәшниктә ҡалдырырға мөмкин.
Хәрби хәрәкәттәр инвалидтары өйҙәрендә түләүһеҙ социаль хеҙмәтләндерелә

Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай законға үҙгәреш индерҙе. Хәрби хәрәкәттәр инвалидтарына йортто таҙартыу, кер йыйыу, ашарға бешереү йәки хат ебәреү буйынса ярҙам итәләр. Ҡанун проекты махсус хәрби операцияла ҡатнашып яраланған яугирҙәргә булышлыҡ итеү маҡсатынан әҙерләнгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров энергетиктарҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Бөгөн энергетиктар һөнәри байрамын билдәләй. Башҡортостанда был өлкәлә 50 меңдән ашыу кеше эшләй. Радий Хәбиров социаль селтәрҙә энергетиктарҙы байрамдары менән ҡотланы. Төбәк етәксеһе энергетика предприятиеларының республика иҡтисады үҫешенә индергән ҙур өлөшөн билдәләне.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Туймазы районы сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты

Үҫеш юлында. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Туймазы районы сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты. Мебель, контейнерҙар етештереү, автобетоновоз заводы һәм башҡа ҡеүәтле объекттар иғтибар үҙәгендә булды. Республика етәксеһе «Мастер» технопаркын асыуға старт биреп, сәнәғәт тармағында ҡуйылған маҡсаттарҙы барланы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн Өфөнөң Зинин ауылы эргәһендәге яңы юл үткәргес файҙаланыуға тапшырылды

Күптән көтөп алынған объект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған «Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары» милли проектына ярашлы төҙөлдө. Үткәүелде сафҡа индереү өсөн федераль, республика һәм ҡала бюджеттарынан финанстар бүленде. Уҙған ял көндәрендә күп тонналы йөк машиналары ярҙамында юл үткәргес һынау үтте. Объект тимер юл аша сыға торған урындан 200 метр алыҫлыҡта урынлашҡан. Хәҙер Зинин, Нуғай, Аҡбирҙе, Ҡарамалы, Шипов, Блохин, Охлебинин ауылы халҡына юл йөрөү еңелләшә, сөнки тимер юл аша сыға торған ерҙә йыш ҡына оҙайлы тығындар күҙәтелә торғайны