Торатау итәгендә Ҡыш бабай резиденцияһы асылды
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тирмәлә ҡунаҡтарҙы 7 ғинуарға тиклем ҡабул итә. Ауылға барыу өсөн 8 (987) 254-20-24 телефоны буйынса алдан яҙылырға кәрәк. Ҡыш бабайҙың Өфөләге резиденцияһы 24 декабрҙә эш башлай. Быйыл ул “Азимут” ҡунаҡханаһы алдындағы скверҙа урынлаша.

Баймаҡта балалар поликлиникаһы 29 декабрҙә асыла
Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе. “Бөтәһе лә яңы объектты килеп күрһен өсөн асыҡ ишектәр көнөн үткәрәбеҙ”, - тине ведомство етәксеһе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был көндө эш сәфәре менән республиканың төньяҡ-көнсығышына барырға йыйыныуын әйтте. Шуға ла һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын асыу тантанаһы видеоконференция тәртибендә ойошторола.

👎1
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға бушлай ер биләмәһе бирелә
Республика Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская әйтеүенсә, был программа хәрби наградалар менән бүләкләнгән һалдаттар йәки алғы һыҙыҡта һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре өсөн тәғәйенләнгән.Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре һаулыҡтарын да нығыта ала. Бының өсөн бушлай сертификат тапшырыла. Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-ҡа яҡын ярҙам сараһы булдырылған.

😱1
Радий Хәбиров дауаханаларға күсмә медицина комплекстарынан асҡыстар тапшырҙы
Автомобилдәр федераль бюджет иҫәбенә һатып алынған һәм Рәсәйҙә етештерелгән. Күсмә медицина комплекстары Баҡалы, Бишбүләк, Ҡыйғы райондары, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалалары һәм башҡа муниципалитеттарға ебәрелә. Заманса йыһазландырылған махсус техника “сәләмәтлек поездары” составында ҡулланыла. Быйыл республика дауаханалары автопаркы 37 ашығыс медицина ярҙамы машинаһы, 25 күсмә медицина комплексы, 200-гә яҡын еңел автомобиль менән тулыланды.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров тиҫтәнән ашыу дауаханаға заманса күсмә медицина комплексы асҡыстарын тапшырҙы
Яңы йылға - яңы транспорт. Бөгөн Башҡортостан башлығы тиҫтәнән ашыу дауаханаға заманса күсмә медицина комплексы асҡыстарын тапшырҙы. Транспорт саралары таулы-урманлы юлдарҙа ла, ҡатмарлы һауа шарттарында ла эшләүгә иҫәпләнгән. Автомобилдәр паркын яңыртыу урындарҙа медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыуҙа төп бурыстарҙың береһе булып тора, тине Радий Хәбиров.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда М-5 «Урал» трассаһының ике участкаһында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнгән
Һауа шарттарына бәйле, Башҡортостанда М-5 «Урал» трассаһының ике участкаһында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнгән. Сикләүҙәрҙең тәүгеһе Ырымбур өлкәһенә ҡараған Северное ауыл биләмәһенән Иҫке Бүздәк юл үткәүеленә, икенсеһе Шаҡша юлынан Силәбе өлкәһе сигенә тиклем дауам итә. Ике участка ла айырым рөхсәт бирелгәнгә тиклем пассажир автобустары, такси һәм йөк транспорты өсөн ябылған.

😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Федераль именлек хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән тәбрикләне
Именлек хеҙмәте булдырылыуға - 106 йыл. Һөнәри байрам уңайынан ведомство хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Террорға, сәйәси һәм дини экстремизмға, ришүәтселеккә, наркобизнес һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш алып барыусы һөнәр эйәләренә дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Федераль именлек хеҙмәте вәкилдәре йәмғиәттә тотороҡлоҡ, тәртип һаҡлап , ил тыныслығы өсөн ҙур өлөш индерә тип билдәләне, Радий Хәбиров

Өфө эргәһендәге Зинин үткәүеле 29 декабрҙә асылыр тип көтөлә
Бөгөн Өфө ҡала хакимиәтендә уҙған йыйылышта шулай тип билдәләнде. Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ултырышта йыл йомғаҡтары барланды, киләһе йылға бурыстар билдәләнде. Өфө ҡалаһының 450 йыллығына әҙерлек эштәре барланды.
Бөгөн Өфө ҡала хакимиәтендә уҙған йыйылышта шулай тип билдәләнде. Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ултырышта йыл йомғаҡтары барланды, киләһе йылға бурыстар билдәләнде. Өфө ҡалаһының 450 йыллығына әҙерлек эштәре барланды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовещен ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙа
«Күмәкләгән-яу ҡайтарған». Благовещен ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙа. Рәсәй яугирҙарына тылдан йөрәк йылыһы еткереүселәр хаҡында ентекләберәк видеояҙмала.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала быйыл йөрәктең яһалма һул ҡарынсаһын имплантациялау буйынса алты операция башҡарылған
Бөгөн тағы өс пациент бер ай реабилитация үткәндән һуң, өйҙәренә ҡайтарылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында үткән операцияла республика табиптары менән бергә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаһы белгестәре лә ҡатнашты.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Урал батыр» Пермь ҡалаһында үткән «Роботтар алышында» көс һынашты
Ике тәгәрмәсле тулы приводлы роботты Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары эшләгән.
Ике тәгәрмәсле тулы приводлы роботты Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалы студенттары эшләгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Тамыр» телеканалы «Бишек» ойошмаһы менән берлектә Шайморатов кластары өсөн патриотик проект әҙерләй
Беренсе этап еңеүселәре билдәләнде лә инде. Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар араһында яңы проект - “Ат уйнатып!” хәрби-патриотик уйынға ғаризалар ҡабул итеү этабы ҡыҙыу бара. Йәш шайморатовсылар үҙҙәре хаҡында ҡыҙыҡлы видеояҙмалар төшөрә, анкеталар тултыра. Конкурста бөтәһе 69 команда ҡатнашырға теләк белдерһә, уларҙың 15 -е киләһе этапҡа үтә.

Киләһе йылдан Башҡортостанда “Ҡала тренеры” проекты ғәмәлгә ашырыла башлай
Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. “Абруйлы чемпионаттарҙа еңеү яулаған спортсылар һәм тренерҙарҙы дәртләндереү өсөн махсус дәүләт стипендияларын булдырҙыҡ. Әле уны 73 спортсы һәм тренер ала. “Ауыл тренеры” проекты барышында түләүҙең күләмен 600 меңдән миллион һумға тиклем арттырҙыҡ. Киләһе йылда “Ҡала тренеры” проектын башлайбыҙ”, — тине Радий Хәбиров. “Ҡала тренеры” программаһын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләһе Башҡортостан хөкүмәте ултырышында ҡаралды. Унда 100 меңдән ашыу кеше йәшәгән ҡалаларҙа “Ауыл тренеры” проекты кеүек программа талап ителеүе билдәләнде. Был проект ҡалаларҙа эшләмәй, тренерҙарға ихтыяж бар.

Башҡортостанда ауыл ипотекаһын алыусылар артҡан
Быйыл 3 миллиард 47 миллион һумлыҡ ошондай торлаҡ килешеүҙәре төҙөлгән. Меңгә яҡын кеше 3 процентлыҡ ипотека алған. Уҙған йыл менән сағыштырғанда сумма 45 процентҡа артҡан, тип белдерҙе вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Башҡортостан өс йыл рәттән был күрһәткес буйынса алдынғы төбәк. Ауыл биләмәләрен үҫтереү мөмкинлеге бар. Агросәнәғәт комплексында инвестициялар йәлеп итеүгә лә юл асыла, - тине ул.

Өфөлә сәкән һуғырға яратыусылар өсөн бушлай һырғалаҡ асылды
Майҙансыҡ “Өфө-Арена” эргәһендә урынлашҡан. Хоккей ҡумтаһы яһалма боҙ менән ҡапланған. Ул “Салауат Юлаев” хоккей клубының боҙ комбайны менән даими эшкәртелеп торасаҡ. Һырғалаҡ янында кейенеп-сисенеү өсөн йылы сатырҙар ҡуйылған. Майҙансыҡта теләгән һәр кем боҙҙа шыуа ала.

Башҡортостанда етемдәр торлаҡ сертификатын киңерәк ҡуллана ала
Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандар 23 йәше тулғас социаль түләү менән файҙаланырға хоҡуҡлы. Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай ҡабул иткән законға ярашлы, торлаҡ сертификатын ипотеканы ҡаплау йәки башҡа төбәктә йорт һатып алыуҙа ҡулланырға рөхсәт ителә. Закон проекты Республика Башлығына ебәрелгән.

Башҡортостанда киләһе йылдан “Башҡорт йорто” проекты тормошҡа ашырыла башлай
Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Программаға ярашлы, Республика көсө менән инфраструктура булдырыла һәм урындағы төҙөлөш материалдарын файҙаланып, бер типтағы йорттар сафҡа индереләсәк. Хөкүмәткә 1 апрелгә тиклем программаның концепцияһын һәм уны финанслауҙы әҙерләү бурысы ҡуйылды. Радий Хәбиров халыҡты борсоған көнүҙәк һорауҙарға төплө яуап бирҙе, ти Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов.