БСТ | Яңылыҡтар
2.39K subscribers
5.17K photos
8.08K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Рәсәйҙә Яңы йыл байрамдарында сикләү һәм битлек тәртибе булмай

Баш санитар табип Анна Попова шулай тип белдерҙе. Илдә грипп һәм тын юлдары менән ауырыуҙары менән сирлеләр һаны артыуы күҙәтелә. Ҡайһы бер төбәктәрҙә күрһәткестәр юғары ҡала. Башҡортостанда сирлеләр һаны кәмеүе теркәлгән, тип белдерҙеләр Ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү буйынса төбәк идаралығынан. “Ҡышҡы каникулға бәйле сикләүҙәр булмай, ләкин шәхси санитар-гигиена профилактикаһын онотмаҫҡа кәрәк”, - тип иҫкәртте Анна Попова.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө программистары милли технологиялар конкурсында еңеү яулап 100 миллион һумлыҡ призға лайыҡ булды

Башҡортостан командаһы составында өс кеше - Сәлим Байгилдин, Илназ Фәтҡуллин,Тимур Иҙрисов. Улар өсөһө лә республикалағы юғары уҡыу йорттарын тамамлаған. Егеттәр юғалған кешеләрҙе эҙләү буйынса программа әҙерләгән. Ошо маҡсатта улар 6 мең мәғлүмәтте, йәғни фотоһүрәттәрҙе һәм кординаталарҙы үҙ эсенә алған күләмле база туплаған. Нейроселтәр ярҙамында пилотһыҙ аппараттарҙы ҡулланып юғалған кешеләрҙе табып була.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районы Торатау итәгендә Ҡыш бабай ауылы асылды

Шихан ауылында урынлашҡан Ҡыш бабай тирмәһендә БЮТ ижади төркөмө лә булды.
👍1👎1
Башҡортостанда Бөрө йылғаһы аша күперҙә капиталь ремонт аҙағына яҡынлаша

Мишкә районында 33 метрлыҡ объект ремонтлана. Бының өсөн 30 миллион һумдан ашыу аҡса бүленде. “Күпер халыҡ өсөн кәрәк. Ул Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы юлы аша ята. Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары күрше төбәктәр менән тоташтырыла,” - тине Транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Эштәр "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса ғәмәлгә ашырыла. Күпер киләһе йылда файҙаланыуға тапшырыла.
Башҡортостан тыуым буйынса илдәге алдынғы төбәктәр исемлегендә

Һүҙ октябрь айы күрһәткестәре тураһында бара. Көҙҙөң икенсе айында республикала 2 мең 865 сабый донъяға килгән. Чечня республикаһы һәм Ростов өлкәһенән ҡала был өсөнсө һан. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса Башҡортостанда быйыл 29 мең 900 бала тыуған.
🤔1
Республикала юлдар төҙөкләндерелә

Башҡортостанда милли проект буйынса Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында 32 километр юл тәртипкә килтерелгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 14 урында ремонт үткәрелгән. Бының өсөн 502 миллион һум тотонолған. Өфө, Иглин, Нуриман, Благовещен, Архангел, Стәрлетамаҡ, Ғафури, Кушнаренко райондарында юл төҙөкләндерелде. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты буйынса Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларында ремонт киләһе йылда ла дауам итә.
Рәсәйҙә инфляция 7,5 процентҡа еткән

Үҙәк Банктан хәбәр итеүҙәренсә, бер айҙа был күрһәткес яҡынса 1 процентҡа артҡан. Ноябрҙә емеш һәм йәшелсә, йомортҡаға хаҡ күтәрелгән, туризм һәм пассажирҙар йөрөтөү хеҙмәттәре ҡиммәтләнгән. Эксперттар фекеренсә, йыл аҙағына инфляция 7,5 процент кимәлендә ҡалырға тейеш.
Торатау итәгендә Ҡыш бабай резиденцияһы асылды

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тирмәлә ҡунаҡтарҙы 7 ғинуарға тиклем ҡабул итә. Ауылға барыу өсөн 8 (987) 254-20-24 телефоны буйынса алдан яҙылырға кәрәк. Ҡыш бабайҙың Өфөләге резиденцияһы 24 декабрҙә эш башлай. Быйыл ул “Азимут” ҡунаҡханаһы алдындағы скверҙа урынлаша.
Баймаҡта балалар поликлиникаһы 29 декабрҙә асыла

Был турала Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдерҙе. “Бөтәһе лә яңы объектты килеп күрһен өсөн асыҡ ишектәр көнөн үткәрәбеҙ”, - тине ведомство етәксеһе. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был көндө эш сәфәре менән республиканың төньяҡ-көнсығышына барырға йыйыныуын әйтте. Шуға ла һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын асыу тантанаһы видеоконференция тәртибендә ойошторола.
👎1
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға бушлай ер биләмәһе бирелә

Республика Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская әйтеүенсә, был программа хәрби наградалар менән бүләкләнгән һалдаттар йәки алғы һыҙыҡта һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре өсөн тәғәйенләнгән.Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре һаулыҡтарын да нығыта ала. Бының өсөн бушлай сертификат тапшырыла. Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға һәм уларҙың ғаиләләренә 40-ҡа яҡын ярҙам сараһы булдырылған.
😱1
Радий Хәбиров дауаханаларға күсмә медицина комплекстарынан асҡыстар тапшырҙы

Автомобилдәр федераль бюджет иҫәбенә һатып алынған һәм Рәсәйҙә етештерелгән. Күсмә медицина комплекстары Баҡалы, Бишбүләк, Ҡыйғы райондары, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалалары һәм башҡа муниципалитеттарға ебәрелә. Заманса йыһазландырылған махсус техника “сәләмәтлек поездары” составында ҡулланыла. Быйыл республика дауаханалары автопаркы 37 ашығыс медицина ярҙамы машинаһы, 25 күсмә медицина комплексы, 200-гә яҡын еңел автомобиль менән тулыланды.
Өфө районында ике урам төҙөләсәк

Дәүләт һатып алыуҙары сайтында ошондай контракт тәҡдим ителә. Урамдар Миловка ауыл биләмәһендә була. Һәр береһенең оҙонлоғо 400 метр самаһы. Төҙөлөш өсөн 67 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Эштәр киләһе йылдың йәйендә тамамланырға тейеш.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров тиҫтәнән ашыу дауаханаға заманса күсмә медицина комплексы асҡыстарын тапшырҙы

Яңы йылға - яңы транспорт. Бөгөн Башҡортостан башлығы тиҫтәнән ашыу дауаханаға заманса күсмә медицина комплексы асҡыстарын тапшырҙы. Транспорт саралары таулы-урманлы юлдарҙа ла, ҡатмарлы һауа шарттарында ла эшләүгә иҫәпләнгән. Автомобилдәр паркын яңыртыу урындарҙа медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыуҙа төп бурыстарҙың береһе булып тора, тине Радий Хәбиров.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда М-5 «Урал» трассаһының ике участкаһында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнгән

Һауа шарттарына бәйле, Башҡортостанда М-5 «Урал» трассаһының ике участкаһында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнгән. Сикләүҙәрҙең тәүгеһе Ырымбур өлкәһенә ҡараған Северное ауыл биләмәһенән Иҫке Бүздәк юл үткәүеленә, икенсеһе Шаҡша юлынан Силәбе өлкәһе сигенә тиклем дауам итә. Ике участка ла айырым рөхсәт бирелгәнгә тиклем пассажир автобустары, такси һәм йөк транспорты өсөн ябылған.
😢1
Өфөлә байрам алдынан боҙ ҡаласыҡтары асыла

Иртәгә Ҡашҡаҙан паркында яңы йыл программаһы тәҡдим ителә. Күңел асыу сараһы көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. 21 декабрҙә баш ҡала майҙандарында тағы 6 ҡаласыҡ эшләй башлай. Уларҙың адресы менән баш ҡала хакимиәте сайтында танышырға була.
Балалар һәм өлкәндәр Ҡыш Бабайға хат ебәрә ала

“Рәсәй Почтаһы” бүлексәләрендә яңы йыл йәшниктәре ҡуйылды. Илдең төп тылсымсыһына 31 декабргә тиклем хат, открытка, посылка йәки бандероль һалырға була. Ҡыш Бабайҙың адресы: Вологодск өлкәһе, Бөйөк Устюг ҡалаһы, Ҡыш Бабай йорто.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Федераль именлек хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән тәбрикләне

Именлек хеҙмәте булдырылыуға - 106 йыл. Һөнәри байрам уңайынан ведомство хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Террорға, сәйәси һәм дини экстремизмға, ришүәтселеккә, наркобизнес һәм енәйәтселеккә ҡаршы көрәш алып барыусы һөнәр эйәләренә дәүләт наградалары, маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары тапшырылды. Федераль именлек хеҙмәте вәкилдәре йәмғиәттә тотороҡлоҡ, тәртип һаҡлап , ил тыныслығы өсөн ҙур өлөш индерә тип билдәләне, Радий Хәбиров
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө эргәһендәге Зинин үткәүеле 29 декабрҙә асылыр тип көтөлә

Бөгөн Өфө ҡала хакимиәтендә уҙған йыйылышта шулай тип билдәләнде. Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән ултырышта йыл йомғаҡтары барланды, киләһе йылға бурыстар билдәләнде. Өфө ҡалаһының 450 йыллығына әҙерлек эштәре барланды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Благовещен ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙа

«Күмәкләгән-яу ҡайтарған». Благовещен ҡатын-ҡыҙҙары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙарға ярҙам ҡулы һуҙа. Рәсәй яугирҙарына тылдан йөрәк йылыһы еткереүселәр хаҡында ентекләберәк видеояҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала быйыл йөрәктең яһалма һул ҡарынсаһын имплантациялау буйынса алты операция башҡарылған

Бөгөн тағы өс пациент бер ай реабилитация үткәндән һуң, өйҙәренә ҡайтарылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында үткән операцияла республика табиптары менән бергә, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаһы белгестәре лә ҡатнашты.
👍1