Ҡайғылы хәбәр...
Республикаға ғына түгел, ил кимәлендә билдәле булған һәүәҫкәр рәссам Марат Ғафаров арабыҙҙан китте. Уның 3D форматындағы һүрәттәре бик күптәрҙә һоҡланыу тыуҙырған ине. Тыуған яҡ тарихына, тәбиғәтенә арналған картиналары ла бихисап ине уның. талант эйәһен яуыз сир аяманы.
Ул үҙенең илһөйәрлеге, тормошто, тәбиғәтте яратыуы менән айырылып тора ине. Нисәмә кешегә матурлыҡ бүләк итте?! Һанап бөткөһөҙ.
Мәрхүмдең ғаиләһенә һәм яҡындарына күркәм сабырлыҡтар теләйбеҙ. Йәне йәннәттә булһын, иманын юлдаш итһен.
Тыныс йоҡла, рәссам...

😢1
Ауыр саҡта хеҙмәттәшебеҙгә ярҙам итәйек!
Кисә Архангел районынан ҡот осҡос хәбәр килде. Билдәле оператор, БЮТ каналы хеҙмәткәре Эдуард Ғәйнанов юл фажиғәһенә эләккән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатыны һәләк булған. Өс сабый әсәйһеҙ ҡалды. Эдуард Адис улы дауаханала, табиптар операция эшләгән.
Ауыр минутта ярҙам ҡулы һуҙайыҡ. 89191410960 телефон һандары буйынса аҡса ебәрергә мөмкин. Хәмитова Гүзәл Сулпан ҡыҙы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының баш мөхәррире.

Радий Хәбиров “Рәсәй” форум-күргәҙмәһенән тәьҫораттары менән уртаҡлашты
Республика Башлығы “Халыҡ фронты” тапшырыуында сығыш яһаны. 3 декабрҙә Мәскәүҙә күргәҙмә барышында Башҡортостан көнө ойошторолдо. Радий Хәбиров әйтеүенсә, “Күскенселәрҙән пилотһыҙ осҡостарға тиклем” тигән төшөнсә буйынса әҙерләнгән стенд халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. “Рәсәй” форум-күргәҙмәһе Мәскәүҙә ВДНХ-комплексында урынлашҡан. Унда бөтә 89 төбәк ҡаҙаныштары менән таныштыра. Экспозиция 12 апрелгә тиклем эшләй.

Радий Хәбиров “Газпром трансгаз Өфө” ойошмаһын 70 йыллығы менән ҡотланы
Башҡортостан Башлығы компания юбилейы уңайынан алдынғы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Компания инвестиция программаһында әүҙем ҡатнаша, социаль проекттар үтәлешенә яуаплы ҡарай. Радий Хәбиров әйтеүенсә, бөгөн ойошма республиканың стратегик партнерҙарының береһе иҫәпләнә. Республикала газ үткәреү буйынса социаль программа уңышлы тормошҡа ашырыла. Мохтаждарға сертификаттар бирелә, йортҡа тиклем газ торбаһы бушлай һуҙыла. Халыҡтың 85 проценты “зәңгәр яғыулыҡ” менән ҡуллана.

Башҡортостанда юл хеҙмәттәре көсәйтелгән тәртиптә эшләй
Һауа торошона бәйле шундай ҡарар ҡабул ителгән. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, республика юлдарына 900-ҙән ашыу берәмек махсус техника сығарылған. Ошо көндәрҙә һауа температураһы -36 градусҡа тиклем түбәнәйә. Сатлама һыуыҡтар сәбәпле Өфөлә ваҡытлыса туҡталыу урындары йыһазландырылған.

Башҡортостан фәнни йәмәғәтселеге танылған тарихсы Әнүәр Әсфәндиәровты иҫкә ала
Бөгөн Өфө фән һәм технологиялар университетында Әсфәндиәров уҡыуҙары башланды. Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференция “17-се – 20-се быуат башында Рәсәй халыҡтары: империяға ҡушылыу тәжрибәһе” тигән темаға арнап ойошторола. “Башҡорт халҡы тарихы” үҙәгенең әүҙәүсе белгесе, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов әйтеүенсә, Әнүәр Әсфәндиәров башҡорт халҡы тарихын өйрәнеүҙә тәрән эҙ ҡалдырған шәхес. Әсфәндиәров уҡыуҙары барышында башҡорт старшинаһы һәм ғәскәр башлығы, абыҙ Кинйә Арыҫлановтың 300 йыллығына бағышланған түңәрәк өҫтәл дә уҙғарыла.

Башҡортостанда 3 меңдән ашыу ғаилә әсәлек капиталынан айлыҡ пособие ала
Социаль фонд буйынса төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, сабыйға 3 йәш тулғансы ғаиләләр айлыҡ түләү юллай ала. Ул балаға йәшәү минимумы йәғни 12 мең 271 һумға тиң. Киләһе йылдың февраленән Рәсәйҙә әсәлек капиталы 7,5 процентҡа арта. Икенсе бала өсөн түләү 833 мең 800 һумға етә.

👍1
Ил Президентын киләһе йылдың 17 мартында һайлайбыҙ
Федерация Советы һайлау көнөн билдәләне. Ҡарар бөгөн ҡабул ителде. Президент өсөн өс көнлөк тауыш биреү тураһында ла проект бар. Ул иртәгә Үҙәк һайлау комиссияһында ҡараласаҡ, тип белдерҙе комиссия рәйесе Элла Памфилова. Конституцияға ярашлы, Президент 6 йылға һайлана.

Башҡортостанда 585,5 миллиард һумға инвестиция йәлеп ителгән
Быйыл был күрһәткес 107 процентҡа еткән. Республика Хөкүмәте беренсе вице-премьеры – Иҡтисади үҫеш һәм инвестицион сәйәсәт министры Рөстәм Моратов белдереүенсә, сәнәғәт, ауыл хужалығы, туризм һәм юл яны сервисы өлкәһендә проекттар әүҙем тормошҡа ашырыла. Импортҡа алмаш мәсьәләләре лә уңышлы хәл ителә. Әле дөйөм исемлектә 1,2 триллион һумға баһаланған 2 меңдән ашыу инвестиция проекты күрһәтелгән.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бишбүләккә маскировкалау селтәрҙәре үреү өсөн туҡымаларҙың тәүге партияһы оҙатылды
Район ирекмәндәре тауарға ҡытлыҡ барлығын республика башлығы менән тура бәйләнеш ваҡытында белдергәйне. Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республиканың сәнәғәт , энергетика һәм инновациялар министрлығы был мәсьәләне хәл итте.
Бишбүләк ирекмәндәренә Туймазы районында эшләгән мебель фабрикаһы ярҙам иткән. Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы башҡа предприятиелар менән дә һөйләшеүҙәр алып бара. Мәсьәлә хәл ителһә бушлай туҡымаларҙы башҡа район ирекмәндәре лә аласаҡ.

Башҡортостан командаһы Бөтә Рәсәй ҡышҡы гимназиадаһында беренсе урын алды
Спорт ярышы Силәбелә уҙҙы. Унда 11 төбәктән мәктәп уҡыусылары һәм урта һөнәри уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты. Егеттәр һәм ҡыҙҙар саңғы һәм коньки уҙышы, спорт йүнәлешен билдәләү, мини-футболда көс һынашты. Республика командаһы 27 алтын, 12 көмөш һәм 16 бронза миҙал яуланы.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә сыҙамлыҡты арттырыу һәм һаулыҡты яҡшыртыу өсөн үҙенслекле ысул уйлап табылған
Оҙон ғүмер өсөн биологик актив матдәләр. Өфө фән һәм технологиялар университетында сыҙамлыҡты арттырыу һәм һаулыҡты яҡшыртыу өсөн үҙенслекле ысул уйлап табылған. «Өҫтөнлөк - 2030» федераль программаһының стратегик проекты сиктәрендә уҡыу йортонда һаулыҡты яҡшыртыу өсөн бер нисә эшләнмә уйлап табылған.

Баш ҡалала «Өфө пехота полкының легендар даны» документаль китабының исем туйы үтте
Өфө тарихы музейында тарих фәндәре кандидаты, хәрби тарихты өйрәнеүсе Рәмил Рәхимовтың «Өфө пехота полкының легендар даны» документаль китабының исем туйы үтте. Баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ойошторолған сарала хәрби тарихты төплө өйрәнеүсе ғалим асыҡ лекция уҡыны.

Башҡортостанда ҡала яны поездарында йөрөгән миллиардынсы пассажирҙы ҡаршыланылар
Республика Башлығы Радий Хәбиров һәм “Рәсәй тимер юлы” компанияһының Куйбышев бүлексәһе етәксеһе Вячеслав Дмитриев “Өфө” станцияһында юбилейлы пассажирҙы ҡотланы. Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Карина Янбарисоваға иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Радий Хәбиров әйтеүенсә, “Рәсәй тимер юлы” компанияһы менән хеҙмәттәшлек эҙмә-эҙлекле үҫешә. Йылдан-йыл пассажирҙар һаны арта. Быға хеҙмәтләндереү сифаты яҡшырыуы ла булышлыҡ итә.Быйыл республикала 5 миллион пассажир тимер юл хеҙмәте менән файҙаланған. Был күрһәткес былтырғыға ҡарағанда, 21 процентҡа артҡан.

Республикала 14,5 мең сығарылыш уҡыусыһы йомғаҡлау иншаһын яҙҙы
Мәғариф һәм фән министрлығынан шул турала белдерәләр. Берҙәм дәүләт имтихандарына рөхсәт алыу өсөн мотлаҡ инша йәки изложение яҙып тапшырырға кәрәк. Егеттәр һәм ҡыҙҙарға алты тема тәҡдим ителгән. Инша һөҙөмтәләре өсөн юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәмә балл бирелә. Киләһе йылда Берҙәм дәүләт имтихандары 23 майҙа башлана.

Октябрьскийҙа яңы боҙ һарайы асыла
Башҡортостан Спорт министры Руслан Хәбибов ҡалала төҙөлөш барышы менән танышты. Бина дәүләт-шәхси партнерлыҡ алымы ярҙамында һалынды. Бында хоккей һәм фигуралы шыуыу менән шөғөлләнергә мөмкин. Спорт объектында 800 урынлыҡ трибуна була, шулай уҡ күнекмәләр үткәреү бүлмәһе йыһазландырыла. Боҙ һарайы йыл аҙағында асылырға тейеш.

Бөгөн Өфөлә медицина взводы командиры Михаил Каменевты һуңғы юлға оҙаттылар
Хушлашыу сараһында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул геройҙың ата-әсәһенә Шайморатов генерал орденын тапшырҙы. Табип был наградаға үлгәндән һуң күрһәтелде. Михаил Каменев медицина университетынан һуң Ҡыуатов исемендәге Республика дауаханаһында 20 йылдан ашыу хирург булып эшләй. Табип доброволец булып хәрби контракт төҙөй. Алғы һыҙыҡта иптәштәрен ҡотҡарам тип һәләк була.

Өфөлә ВУЗ-ара кампустың тәүге өлөшө файҙаланыуға тапшырыла
Премьер-министр Андрей Назаров төҙөлөш барышын ҡараны. - 15 декабргә тиклем төҙөлөп бөткән бүлмәләрҙе тапшырырға кәрәк. ВУЗдар тейешле ҡоролмаларҙы урынлаштырыуға әҙер булырға тейеш, - тине Андрей Назаров. Кампустың икенсе өлөшөндә иһә төҙөлөшкә әҙерлек бара. Проект ил Президенты ҡушыуы буйынса ғәмәлгә ашырыла. Биналар 4 мең кешегә иҫәпләнә. Бында фәнни-белем биреү комплексы, лабораториялар, магазиндар, скверҙар булдырыла.

Мәктәптәрҙә мобиль телефон ҡулланыу тыйылды
Дәүләт Думаһы ошоға бәйле закон проектын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Документҡа ярашлы, дәрес ваҡытында мобиль телефон менән файҙаланыу сикләнә. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡыттарында ғына шылтыратырға рөхсәт ителә. Мәғарифкә бәйле закон проектына ярашлы мәктәптәрҙә хеҙмәт дәресе лә индерелә.
Дәүләт Думаһы ошоға бәйле закон проектын өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итте. Документҡа ярашлы, дәрес ваҡытында мобиль телефон менән файҙаланыу сикләнә. Ғәҙәттән тыш хәл ваҡыттарында ғына шылтыратырға рөхсәт ителә. Мәғарифкә бәйле закон проектына ярашлы мәктәптәрҙә хеҙмәт дәресе лә индерелә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡалала Михаил Каменевты һуңғы юлға оҙаттылар
Баш ҡалала медицина взводы командиры, уҡсылар батальоны табибы Михаил Каменевты һуңғы юлға оҙаттылар. Матәм митингында Республика башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Хушлашыу сараһы табип эшләгән Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында үтте.