БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.22K photos
8.35K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының яңы составы раҫланды

Ултырышта төрлө йәмәғәт ойошмаларынан 10 кандидат һайлап алынды. Быға тиклем 20 кешене Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай һәм Республика Башлығы тәҡдим итте. Йәмәғәт палатаһының етенсе составы декабрҙә эшләй башлай. Ул өс йылға тәғәйенләнә.
Өфөлә трамвайҙар селтәре яңыртыла

Республика Башлығы Радий Хәбиров Мәскәүҙә “Рәсәй транспорты” форумы барышында “Мовиста төркөмө” ойошмаһы директорҙар советы ағзаһы Михаил Хромов менән осрашты. Унда концессия шарттарында Өфөнөң көньяҡ өлөшөндә трамвай юлдарын төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса фекер алышыу булды. Бының өсөн 7 миллиард һум федераль грант йәлеп итеү ҡарала. Осрашыу барышында Республика Хөкүмәте һәм “Мовиста төркөмө” ойошмаһы араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Өфөлә трамвай селтәрҙәре оҙонлоғо 86 километрға етә. Былтыр 8 миллионға яҡын кеше йөрөткән.
Башҡортостандың иң яҡшы хирургы асыҡланды

Башҡорт дәүләт медицина университетында “Алтын скальпель” премияһы тапшырыу сараһы уҙҙы. Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы хирургия бүлегенең баш табибы урынбаҫары Антон Сафонов республиканың иң яҡшы хирургы тип танылды. Юғары награда табипҡа 56 йәшлек пациентҡа ҙур шеште алып ташлау буйынса үҙенсәлекле операция яһағаны өсөн тапшырылды. Республика Башлығы Хакимиәте Етәксеһе Максим Забелин был турала социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. “Антон Сафонов – минең уҡыусым. Бергә эшләгәндә белем һәм тәжрибәм менән ихлас уртаҡлаштым, тип билдәләй Максим Забелин. Башҡортостан Хирургтар ассоциацияһы премияһы 1996 йылдан тапшырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә полицияның участка уполномоченныйҙары бүлексәләре ойошторолоуға 100 йыл

Тарихи дата айҡанлы Өфөнөң Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле янындағы майҙанда тантаналы митинг ойошторолдо, хеҙмәт алдынғылары бүләкләнде. Сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
29 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы менән тура элемтә булдырыла

Радий Хәбиров халыҡ һорауҙарына яуап бирә. 29 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы менән тура элемтә булдырыла. Һорауҙар бөгөндән ҡабул ителә башлай. Уны социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһендәге яҙмалар аҫтында ҡалдырырға, шулай уҡ Башҡортостан Башлығының рәсми сайтына яҙырға мөмкин. Бынан тыш, видео яҙҙырып мөрәжәғәт итергә була. Видеояҙмалар 28 ноябрь киске 7-гә тиклем ҡабул ителә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районындағы «Барыһы ла еңеү өсөн» ирекмәндәр штабы яңы бинаға күсте

Район хакимиәте ярҙамында бүленгән иркен өс бүлмәлә маскировка селтәрҙәре, «Леший» костюмдары һәм ҡоро душ эшләү өсөн яңы станоктар ҡуйыу мөмкинлеге бар. Иң мөһиме ирекмәндәр өсөн эш урындары артҡан. Райондың хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзы ирекмәндәр штабы, эшҡыуарҙар, урындағы халыҡ менән берлектә алғы һыҙыҡҡа ебәреү өсөн яңы гуманитар ылау йыя башланы.
👏1
Радий Хәбиров халыҡ һорауҙарына яуап бирә

29 ноябрҙә Башҡортостан Башлығы менән тура элемтә булдырыла. Һорауҙар бөгөндән ҡабул ителә башлай. Уны социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбировтың шәхси сәхифәһендәге яҙмалар аҫтында ҡалдырырға, шулай уҡ Башҡортостан Башлығының рәсми сайтына яҙырға мөмкин. Бынан тыш, видео яҙҙырып мөрәжәғәт итергә була. Видеояҙмалар 28 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Башҡа һорауҙар тура эфир барышында ла ҡарала. Ул 29 ноябрҙә киске етелә башлана. Уны республиканың төп телеканалдарында һәм интернетта ҡарарға, шулай уҡ “Юлдаш” радиоһында тыңларға була. Былтыр Радий Хәбиров менән тура элемтә октябрь аҙағында уҙҙы. Ул 4 сәғәт самаһы дауам итте. Халыҡтан 3 меңдән ашыу һорау килгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Октябрьский ҡалаһында милли проект сиктәрендә энергия үҙәге төҙөлгән

Объект яҡынса 98 процентҡа әҙер, ноябрь аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ. 40 мегаватҡа иҫәпләнгән ҡаҙанлыҡ ҡаланың бер нисә биҫтәһен йылылыҡ һәм эҫе һыу менән тәьмин итәсәк.
👍1
Башҡортостан яугирҙәре ҡайтанан алғы һыҙыҡҡа юлға сыҡты

Бөгөн “Өфө-Арена” алдындағы майҙанда яҡташтарыбыҙҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу сараһы уҙҙы. Республика башлығы исеменән яугирҙәрҙе Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне. Вице-премьер әйтеүенсә, хәрбиҙәр һәм уларҙың яҡындарына һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына махсус автобустарҙа алып баралар. Транспорт Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола.
Өфөлә тәүге яңы йыл шыршыһы урынлаштырылды

"Тулҡын” паркында 23 метрлыҡ ағас ҡуйылды. Баш ҡаланың Ленин районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, һауа шарттарына ҡарамай Яңы йылға әҙерлек башланған. Байрамға парк матур биҙәлә, яҡтыртҡыстар ҡуйыла, “2024” тигән ҙур яҙма ҡуйыла.
“Ватанды һаҡлаусылар” фондына 5 айҙа 9 мең мөрәжәғәт ҡабул ителгән

Фондтың төбәк филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина ошо турала белдерҙе. 8 меңдән ашыу мәсьәлә хәл ителгән. Яугирҙәр һәм уларҙың ғаиләләре документ юллауға бәйле ҡыйынлыҡтар килеп сыҡҡанда фондтан ярҙам һорай. Унда шулай уҡ психолог һәм табип ярҙамы күрһәтелә. “Ярҙам поезы” ҡала һәм райондарға сыға, министрлыҡ һәм ведомство хеҙмәткәрҙәре консультация бирә”, тине ул. Фонд филиалы Өфөлә 1 июндә асылды. Унда эшләү өсөн 40 социаль координатор уҡытылды.
👍1
Өфөнән Көнсығыш юл киләһе йылдың ғинуар-февралендә файҙаланыуға тапшырыла

- Республика етәксеһе Радий Хәбиров Мәскәүҙә "Рәсәй транспорты" форумы барышында ошо турала белдерҙе. “Р-240 трассаһының Стәрлетамаҡтан Ергәнгә тиклемге өлөшөн 4 һыҙатлы итеү бурысы тора, - тине Башҡортостан етәксеһе. Интернациональ урамы янында, шулай уҡ Кузнецов затонында Ағиҙел аша күпер һалыу ҡарала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә беренсе креатив индустрия мәктәбе асылды

Өҫтәмә белем биреү учреждениеһын асыу тантаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Музыка етештереү, тауыш режиссеры, анимация, фото һәм видео йүнәлештәрендәге белгестәрҙе әҙерләү мәктәбе «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә ойошторолдо. Анкета буйынса һайлап алынған уҡыусылар заманса һөнәрҙәргә бушлай белем аласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республиканың хәрби комиссариатында телекүпер ойошторолдо

Студенттар бәйләнешкә сыҡты. Республиканың хәрби комиссариатында юғары уҡыу йортонда белем алыуҙы ваҡытлыса туҡтатып махсус хәрби операцияға ҡушылыусы егеттәр һәм уларҙың яҡындары менән телекүпер ойошторолдо. Ғәҙәттә, яңылыҡтар менән бүлешеү, тыуған яҡ сәләмдәре еткереү, өгөт-нәсихәттәр әйтеүгә генә ҡоролған сара был юлы ҙур тулҡынландырғыс һәм тантаналы байрамға әйләнде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала Ковид-19 инфекцияһын йоҡтороусылар артыуы күҙәтелә

Ябай һыуыҡ тейеүгә оҡшаған. Республикала Ковид-19 инфекцияһын йоҡтороусылар артыуы күҙәтелә. Һуңғы тәүлектә 139 кешегә ошондай диагноз ҡуйылған. Коронавирустан стационар һәм амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар ике меңгә яҡынлашҡан. Ентекләберәк видеояҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Гөлнара Мостафина алтын юбилейы уңайынан ижадташ дуҫтарын йыйҙы

Тормош - ул ижади ҡомар. Яҙыусы, журналист Гөлнара Мостафина алтын юбилейы уңайынан, кесе Ватаны Баймаҡта үҙенең ижадташ дуҫтарын йыйҙы. Үҙәк биләмә-ара китапханала ойошторолған осрашыуҙа әҙибәнең яҡын туғандары, дуҫтары, ҡәләмдәштәре, журналистар, яҙыусылар ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1
Республикала “Ҡарһылыу” конкурсына кастинг иғлан ителде

Ярышта өлкәндәр һәм балалар ҡатнаша ала. “Ҡыҙҙар өсөн матур бүләктәр әҙерләнде”, ти ойоштороусыларҙың береһе Зарина Йәнбирҙина. Конкурстың финалы мюзикл-шоу булараҡ уҙғарыла. Унда эстрада артистарының ҡатнашыуы көтөлә. Ҡарһылыуҙар ярышы 2021 йылдан башлап үткәрелә.
1👏1
Бөгөн Өфөлә көрәш буйынса Бөтә Рәсәй турнирын асыу тантанаһы үтә

Ул полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтхановтың иҫтәлегенә бағышлана. Ярышта илдең 20-нән ашыу төбәгенән 250 спортсы ҡатнаша. Бәһлеүәндәр “Динамо” стадионында көс һынаша. 10 ауырлыҡ үлсәмендә миҙалдар уйнатыла. Еңеүсе һәм призерҙарҙы бүләкләү сараһы иртәгә сәғәт 12-лә башлана. Инеү бушлай.
ВУЗ-ара кампустың төп бинаһындағы башняларға бөйөк ғалимдарҙың исеме бирелә

Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры профиль ведомство етәкселәре, архитектор һәм төҙөүселәр менән объектта төҙөлөш барышын ҡараны. 15 ҡатлы бинала бөтә бүлмәләр әҙер, инженер коммуникациялар үткәрелгән, йылылыҡ бирелгән. Төҙөлөштә эш 3 сменала ойошторолған. Башняларҙың береһе бөйөк ҡытай ғалимы Шэнь Ко исемен йөрөтәсәк. “Республикалағы төп белем биреү ойошмалары Ҡытай вәкилдәре менән бәйләнеш булдырҙы. Студент, аспирант һәм докторҙар менән алмашыу программаһы уңышлы тормошҡа ашырыла. Фән һәм мәғариф был дәүләт менән хеҙмәтәшлектең төп йүнәлештәренең береһе”, тип белдерҙе Андрей Назаров. Кампус Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса төҙөлә.
👍1
Радий Хәбиров "Патриот"тың ашханаһында булды

Бөгөн Республика Башлығы Радий Хәбиров - Шишмә районында. Ул "Патриот" паркында яңы ашхана бинаһында булды, Башҡортостанда "Аванград" уҡытыу-методика үҙәге селтәрен ойоштороу буйынса кәңәшмә уҙғарҙы. Ашхана бер юлы 250 кешене хеҙмәтләндерә ала. Бинала шулай уҡ лекция залы һәм кинотеатр урынлаштырыу мөмкинлеге бар. Киләсәктә "Аванград" уҡытыу-методика үҙәге филиалдарын Баймаҡ, Ҡыйғы һәм Стәрлебаш райондарында асыу планлаштырыла.