БСТ | Яңылыҡтар
2.31K subscribers
5.31K photos
9.21K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт аты — 2026 йыл календарының символдары иҫәбендә

Башҡорт аты Яңы йыл календарында. Мәскәүҙең Рус әҙәби үҙәге уҡыусыларға яҡынлашып килгән яңы йыл календарын тәҡдим итте. 2026 йылдың Ат йылы булыуын иҫәпкә алып, авторҙар календарға йыл символының төрлө тоҡомдары тураһында мәғлүмәт биргән. Башҡорт аты тоҡомо тураһында мәғлүмәт июнь айына тура килә. Аттың һүрәтенә аңлатмала башҡорт атының Рәсәйҙәге ауыр климат шарттарына яраҡлашҡан ыҡсым кәүҙәле, сыҙамлы, тыныс холоҡло боронғо дала тоҡомо булыуы билдәләнгән.
3
Рәсәйҙә йәмәғәт транспорт туҡталыштарында вейп һәм тәмәке һатыу тыйылды

Дәүләт Думаһы ошо турала закон ҡабул итте. Парламент рәйесе Вячеслав Володин белдереүенсә, туҡталыштарҙа халыҡ күпләп йыйыла. Закон ярҙамында, балалар һәм йәштәрҙе тәмәкенән аралау, сәләмәтлекте һаҡлау маҡсаты ҡуйыла.
Өфөнөң Октябрь районы ЗАГС бүлегенән Римма Закирова-Торба 10 мең никах теркәгән

Ул ошо өлкәлә 32 йыл эшләй. Римма Закирова-Торба тураһында социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙа. - Рәсәй һәм Башҡортостан ЗАГС органдары хеҙмәтенә 108 йыл, ул иң боронғо дәүләт институттарының береһе. Римма Илдус ҡыҙын, барлыҡ хеҙмәткәрҙәрҙе һөнәри байрамдары менән ҡотлайым, ти Радий Хәбиров. Бөгөн Рәсәйҙә ЗАГС хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.
Өфөлә яңы йыл ҡаласыҡтары өсөн боҙ әҙерләнә башланы

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бындай эшкә ваҡыт талап ителә. Һыу ятҡылығын ҡарҙан таҙартырға, боҙҙо тигеҙ киҫәктәргә бүлеп, машинаға тейәп тәғәйен урынға алып барырға кәрәк. Өфөнөң Ленин районында эштәр башланған, тиҙҙән башҡа урындарҙа ла боҙ әҙерләүгә тотоналар.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтайҙың 28-се пленар ултырышында сығыш яһаны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙың 28-cе пленар ултырышында ҡатнашып, депутаттарға конструктив һәм һөҙөмтәле эш өсөн рәхмәт белдерҙе. Киләһе йылға бурыстар ҙа билдәләнде. Әйтәйек, ун айҙан һуң Дәүләт думаһына һәм Өфө ҡала советына депутаттар һайланасаҡ. Сәйәси кампанияға әленән үк әҙер булыу талап ителә. Ултырышта күтәрелгән көнүҙәк мәсьәләләр тураһында репортаж.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда МХО ҡатнашыусыларына ярҙам итеү йылына йомғаҡ яһалды

Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылына йомғаҡ яһалды. Ошо уңайҙан бөгөн «Торатау» конгресс-холында уҙған тантаналы сарала Радий Хәбиров ҡатнашты. Сараға махсус хәрби операция ветерандары, власть органдары һәм илтөбәктәренән Ватанды һаҡлаусылар фонды филиалдары етәкселәре йыйылды.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының яңы бүлексәһе асылды

Совет майҙанында урынлашҡан фонд бүлексәһен асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡан яугир-ветерандарға ҡул менән йөрөшлө автомобиль асҡыстарын тапшырҙы.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән яугирҙар йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Йәнә алғы һыҙыҡҡа. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң, Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә өлөшләтә мобилизация буйынса саҡырылыусы һәм үҙ теләге менән хәрби хеҙмәтте һайлаусылар юлланды. Улар баш ҡаланан тыш, республиканың башҡа район-ҡалаларынан йыйылған хәрбиҙәр. Махсус хәрби операция биләмәһенә дүрт тиҫтәнән ашыу яҡтабышыбыҙ юлланды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәрен юғары наградалар менән бүләкләне

Көс структураларының элитаһы. Дәүләт именлеге хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан республика башлығы Радий Хәбиров Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәрен юғары дәүләт наградалары менән бүләкләне.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Владимир Путин менән тура бәйләнешкә ике миллиондан ашыу мөрәжәғәт килгән

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнешкә ике миллиондан ашыу мөрәжәғәт килгән. Ҙур матбуғат конференцияһы менән берләштерелгән эфир иртәгә көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Йылдың иң мөһим ваҡиғаһында Башҡортостандан да бер төркөм журналистар ҡатнаша.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда законһыҙ ылыҫлы ағастар һатыуға ҡаршы рейд уҙғарылды

Бөгөн законһыҙ рәүештә ылыҫлы ағастар менән сауҙа итеүселәргә ҡаршы рейд ойошторолдо. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы белгестәре ҡатнашлығындағы профилактик сара республиканың барлыҡ төбәктәрендә лә үтте. Ведомство хеҙмәткәрҙәре бер сауҙа нөктәһен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай, тауарға бәйле документтарҙың теүәллеген тикшерҙе.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең ауыл хужалығы өлкәһендә белем биреүсе алдынғы юғары уҡыу йорто 95 йыллығын билдәләй

Башҡорт дәүләт аграр университетының һигеҙ факультетында 9 меңдән ашыу студент белем ала. Уҡыу йортоноң 2-се корпусында капиталь ремонт-университет юбилейына ҙур бүләк. Барлыҡ эштәр «Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген технологик тәьмин итеү» милли программаһының «Агросәнәғәт комплексында кадрҙар»федераль проекты сиктәрендә башҡарылған.
1🥰1
Бәләкәй ҡалалар һәм ауылдарҙа эшләүсе тренерҙарға миллион һум бирелә

"Ауыл тренеры" проекты буйынса иң яҡшыларға йыл һайын 22 сертификат тапшырыла. Ошо турала документҡа премьер-министр Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Субсидия алыуға кандидаттың урта һәм юғары һөнәри белеме булырға тейеш. Шулай уҡ уның ойошмала кәмендә биш йыл эшләү тураһында йөкләмә алыуы шарт. Хеҙмәт килешеүе өҙөлһә субсидияны тулыһынса, йә өлөшләтә ҡайтарырға кәрәк була.
Башҡортостанда транспорт һалымы буйынса бурыслылар күберәк сумма түләйәсәк

Федераль һалым хеҙмәтенең республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, граждандар өсөн түбән ставка ҡаралған. Әммә, ул 2026 йылдың 1 ғинуарына бурысы булғандарға ҡағылмай. Мәҫәлән, 87 ат көслө "Лада Гранта" машинаһы өсөн һалым 870 һум. Ул йыл аҙағына тиклем түләнмәһә бурыслы 2 мең 175 һум тейеш була. Һалым буйынса бурыстарҙы Һалым хеҙмәте сайтында ҡарарға, йә һалым инспекцияларында белешергә мөмкин.
Башҡортостан балалары Кремль шыршыһында ҡатнаша

Республика мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Мәскәүгә 120 ҡыҙ һәм малай бара. Уларҙыңкүбеһе махсус хәрби операция яугирҙарының балалары. Сара 24-17 декабрҙә үтә.Кремль шыршыһы – Дәүләт Кремль һарайында уҙғарыла. Был сара беренсе тапҡыр 1937йылда ойошторола һәм традицияға әйләнә. Ошо уҡ көндәрҙә Рәсәй Президентыныңтулы хоҡуҡлы вәкиле шыршыһы ла була. Түбәнге Новгородҡа 20 уҡыусы саҡырылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәй президенты Башҡортостандың үҫешкән технологик базаһын юғары баһаланы

Бөгөн Владимир Путин 4 сәғәт ярым дауамында халыҡтың һәм журналистарҙың 80 һорауына яуап бирҙе. Төр темалар хаҡында репортаж.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Владимир Путинға Башҡортостандың потенциалын юғары баһалағаны өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты Владимир Путинға төбәк эшмәкәрлеге һәм мөмкинлектәрен юғары баһалағаны өсөн рәхмәт белдерҙе.
Төбәк етәксеһе социаль селтәрҙә Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын булдырыу проекты тураһында яҙып, республикала сәнәғәт корпорацияһын, сит ил партнерҙары менән берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүленеүен билдәләне.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Эльвира Айытҡолова: Владимир Путин менән тура бәйләнеш татыу ғаилә һөйләшеүен хәтерләтте

Владимир Путин менән йыл йомғаҡтары татыу ғаилә эсендә асыҡтан-асыҡ һөйләшеүҙе хәтерләтте. Рәсәй Президентының халыҡ менән тура бәйләнештә аралашыуын күҙәткән Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова ошондай фекерҙә.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды

Ике аҙнанан ашыу ял иткәндән һуң, Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды. Хәрбиҙәрҙе республика Башлығы Радий Хәбиров исеменән Дим һәм Өфө райондары хәрби комиссары, подполковник Эрнест Кәбиров тәбрикләне.