БСТ | Яңылыҡтар
2.33K subscribers
5.29K photos
9.1K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районы Әбйәлил ауылында йәшәүселәр МХО-ла ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн кәбеҫтә тоҙланы

Әбйәлил районы Әбйәлил ауылында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ебәреү өсөн кәбеҫтә тоҙланы. Был изге эштә урындағы дауахана коллективы, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалы студенттары һәм йәмәғәт алдынғылары әүҙемлек күрһәтте. Һөҙөмтәлә, дөйөм тырышлыҡ менән 80 банка файҙалы һәм витаминлы аҙыҡ әҙерләнгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан граждандарҙы һәм хәрбиҙәрҙе яҡлау комитеты 35 йыллығын билдәләне

Байрам сиктәрендә илһөйәрлек темаһына арналған концерт ойошторолдо.
Өс тиҫтә йылдан ашыу комитет ағзалары хәрби конфликт биләмәләрендә: Грузияла, Тажикстанда, Төньяҡ Кавказда, Көньяҡ Осетияла, Афғанстанда хәрби бурыстарын үтәгән яугир-яҡташтарға әүҙем ярҙам итә.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Милли музейҙа «Урал батыр» образдары һаҡланған яңы экспозиция күрһәтелде

Башҡортостандың Милли музейында рәссам Ирина Окружнованың «Легенданың тыуыуы» тип исемләнгән шәхси күргәҙмәһе асылды. Экспозиция бөйөк башҡорт эпик ҡомартҡыһы-«Урал батыр»ға арналған. Ижадсы сағыу буяуҙар аша эпоста телгә алынған һәр образды реалистик деталдәрҙә һүрәтләргә тырышҡан. Бер циклға ҡоролған эштәр тамашасыны фәлсәфәүи уйҙарға һала. Экспозицияны асыу тантанаһында «ИшембайФильм» балалар һәм үҫмерҙәр студияһының анимация картинаһы тәҡдим ителде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙең иң көслө атлеттары Өфөгә йыйылды

Улар данлыҡлы спортсы Эльбрус Ниғмәтуллин ойошторған «Еңеү кубогы» халыҡ-ара турнирында ҡатнашты. Мәртәбәле сара асыҡ һауала үтте. «Нива» автомобилен күтәреү беренсе эстафетаның һуңғы һынауы. Әммә был ауырлыҡты күтәрергә барыһының дә хәленән килмәй. Сөнки быға тиклем уларға күп тир түгергә тура килә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡта бокс мәктәбе ойошторолоуға 45 йыл тулды

Ошо уңайҙан «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында төбәк-ара турнир үтте. Ярыш төбәктә был спортҡа нигеҙ һалыусы Константин Сентюринға арналды. Тулыраҡ киләһе видеояҙмала.