БСТ | Яңылыҡтар
2.33K subscribers
5.29K photos
9.09K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Рәсәйҙә көҙгө саҡырылыш кампанияһы дауам итә

Был осорҙа Башҡортостандан 3 мең ярым егет һалдат итеге кейәсәк. Улар сафында Баймаҡ һәм Йылайыр райондарынан 10 егет тә бар. Ватан һағы оҙатыу тантанаһынан киләһе репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районыың «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында «Әҙер бул!» фестивале үтте

Ярышта республика район-ҡалаларынан йыйылған мәктәп уҡыусылары патриотик йүнәлештәге проекттары менән сығыш яһаны. Сараға 250-нән ашыу уҡыусы йәлеп ителде. Иң яҡшы проект миҫалы киләһе йылға бөтә муниципалитеттарҙа тормошҡа ашырыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта «Ҡаҙ 2.0» фествиале гөрләне

Ике көн дауам иткән сара йәмәғәт туҡланыу өлкәһендә эшләүсе эшҡыуарҙарҙы, ҡул оҫталарын, ижади коллективтарҙы берләштерҙе. Ҡаланың символы-ҡаҙға бағышланған байрамдан репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Донъя халыҡтары һөйөүен яулаған «Әй Йола» төркөмө тәүге гастролен Өфөлә тамамланы

Бөйөк «Урал батыр» эпосына арналған музыкаль альбом Рәсәйҙең 22 ҡалаһында яңғыраны. Һәр осрашыу аншлаг менән үткән. Өфө тамашасыһы ла ижади коллективтың сығышын түҙемһеҙләнеп көтөп алған. Әйткәндәй, баш ҡалалағы концерт алдынан «Әй Йола»ның йәнә бер композицияһы донъя күрҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ейәнсура районы яҡташтар ойошмаһының осрашыуы уҙғарылды

Дебет шәл менән дан тотоусылар. Өфөнөң «Химиктар» мәҙәниәт һарайында Ейәнсура районы яҡташтар ойошмаһының осрашыуы уҙғарылды. Сара Өфөлә йәшәгән яҡташтарҙы һәм муниципалитеттан сыҡҡан кешеләрҙе берләштерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы үҙенең юбилей йылын юғары күтәренкелектә тамамланы

Бер төркөм радио хеҙмәткәрҙәре Дәүләт-Йыйылышы-Ҡоролтай, Башҡортостан Хөкүмәте, төрлө министрлыҡ-ведомстволарҙың Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары менән бүләкләнде. «Юлдаш»тар 25 йыллыҡта ла «Беҙ бергә» девизына тоғро ҡалып яратҡан тыңлаусыһы менән бергә билдәләне.