БСТ | Яңылыҡтар
2.33K subscribers
5.29K photos
9.09K videos
1 file
215 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Бизнес һаҡсылары» бүләкләнде

Премия эшҡыуарҙар өсөн уңайлы мөхит булдырыусыларҙы һәм уларҙың мәнфәғәттәрен яҡлаусыларҙы билдәләүгә йүнәлтелгән. Ҡатнашыусылар араһында-коммерсанттар, бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү институттары вәкилдәре, шулай уҡ юристар бар. Уларҙың хеҙмәте 8 номинация буйынса баһаланды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Салауатта «Ғаилә ҡунаҡханаһы» клубы осрашыуы үтте

Ауыр юғалтыу кисереүселәр тураһында хәстәрлек. Салауатта «Ғаилә ҡунаҡханаһы» клубы осрашыуы үтте. Махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың яҡындары өсөн эшләп килгән ойошма «Ватан һаҡсылары» дәүләт фонды филиалы һәм «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте» менән берлектә булдырылған. Бындай осрашыуҙар яҡындарын юғалтыусыларға ярҙам һәм көс бирә, яраланып ҡайтҡан яугирҙарға киләсәккә өмөт уята.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда вертолеттың ҡолау сәбәбе булып техник етешһеҙлек һәм пилотаж хатаһы кеүек версиялар ҡарала

Был хаҡта Рәсәй тәфтиш комитетының үҙәк төбәк-ара транспорт тәфтиш идаралығы хәбәр итә. Тикшереүгә Волга буйы транспорт прокуратураһы белгестәре лә ҡушылған. Улар осоштар хәүефһеҙлеге тураһындағы ҡануниәттең үтәлешен тикшерә, нигеҙ булғанда тейешле сара ҡабул ителәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, һауа судноһы кисә Өфөнөң Атаевка ауылы эргәһендә урынлашҡан шәхси вертолет майҙансығында ҡазаға тарый. Йәрәхәтләнгән пилотҡа медицина ярҙамы талап ителгән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Уҡытыу, тәжрибә, профессионализм» 2-се Евразия торакаль хирургтар конгресы асылды

Өс көн дауам иткән форумда Рәсәй төбәктәре һәм Ҡытайҙан, Ҡаҙағстандан, Үзбәкстандан, Төркмәнстандан, Беларусь республикаһынан, Ирандан, Төркиәнән, Тажикстандан 700-ҙән ашыу кеше ҡатнаша.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала күренекле дипломат Кәрим Хәкимовтың тыуыуына 135 йыл тулыу айҡанлы хәтер саралары үтә

Өфө фән һәм технологиялар универсиетында асылған ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусылар шәхестең тормош юлын һәм дәүләт эшмәкәрлеген иҫкә алды. Совет дипломаты, ғәрәп илдәрендәге тәүге тулы хоҡуҡлы илсе Кәрим Хәкимов Сәғүд дәүләтенең барлыҡҡа килеүендә ҡатнаша һәм ил менән идара иткән хакимдың яҡын дуҫына әйләнә, ярымутрау халҡының ышанысын яулап дәүләт-ара хеҙмәттәшлекте нығыта.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
13 декабргә тиклем республикала ваҡытлы матбуғат баҫмаларына ташламалы хаҡҡа яҙылырға мөмкин

Ошо уңайҙан Матбуғат йорто «Изге подписка» акцияһын иғлан итте. Ташламалы хаҡҡа гәзит-журналдарға яҙылып яҡындарыңа, ветерандарға файҙалы бүләк эшләргә мөмкин. Акцияла ҡатнашыусылар араһында ҡиммәтле приздар ҙа уйнатыла. Башҡортостанда алты телдә 145 гәзит- журнал нәшер ителә һәм бөтә баҫмаларға Изге подписка акцияһы буйынса ташламалы хаҡ менән яҙылырға була.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында -үҙенсәлекле матурлыҡ һәм ижад конкурсы ойошторолдо

Әсәләр һәм ҡыҙҙар араһында сәмле ярыш. Баймаҡ районында -үҙенсәлекле матурлыҡ һәм ижад конкурсы ойошторолдо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәй сәнәғәте флагмандары менән эш пландарын тикшерҙе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй сәнәғәте флагмандары менән эш пландарын тикшерҙе. Осрашыуҙа «Газпром» йәмғиәте идараһы рәйесе урынбаҫары Виталий Маркелов, «Ростех» дәүләт корпорацияһы авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюков ҡатнашты.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө сиктәрендә ойошторолған сара барышында йыл йомғаҡтары барланды

Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө сиктәрендә ойошторолған сара барышында йыл йомғаҡтары барланды, коррупция, башҡа хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү буйынса яуаплы дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында конкурсҡа йомғаҡ яһалды. Башҡортостандың дәүләт власы органдарында һәм урындағы үҙидара органдарында асыҡланған коррупцияға ҡаршы ҡануниәтте боҙған осраҡтарҙы тикшерелде, тейешле тәҡдимдәр индерелде.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Уҡытыу, тәжрибә, профессионализм» 2-се Евразия торакаль хирургтар конгресы асылды

Өс көн дауам иткән форумда Рәсәй төбәктәре менән Ҡытайҙан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Беларусь республикаһы, Иран, Төркиә, Тажикстандан 700-ҙән ашыу кеше ҡатнаша.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә онкология диспансерында иртә асыҡланған эсәк яман шеше буйынса ҡатмарлы операция үтте

Республика клиник онкология диспансерында эсәк яман шеше диагнозы ҡуйылған пациентҡа операция яһанылар. Был сир онкологияла иң йыш осрай торған ауырыуҙарҙың береһе. Республикала йәшәүсе 13 меңгә яҡын кеше иҫәптә тора.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре Ирекмәндәр көнөн изге эштәр менән ҡаршыланы

Бөгөн-Халыҡ-ара ирекмәндәр көнө. Был байрамды ярҙамсыл, бәләгә тарыусыларҙы ҡотҡарырға ашҡынған, изге күңелле кешеләр билдәләй. Улар араһында иң кескәй малай-ҡыҙҙар ҙа бар. 51-се балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр пластмасс ҡапҡастар, макулатура йыйып хайуандарға аҙыҡ-түлек йыйырға ярҙам итә. Уларға был изге эштә ата-әсәләр, педагогтар ярҙам итә. Ирекмәндәр эшмәкәрлеге балаларға бәләкәйҙән яуаплы, миһырбанлы, хәстәрлекле булырға ярҙам итә.
👍3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 14 йәшлек үҫмерҙәргә паспорттар тантаналы рәүештә тапшырылды

Өфөлә «Беҙ-Рәсәй граждандары» федераль программаһы сиктәрендә 14 йәше тулған үҫмерҙәргә төп рәсми документ-паспорт тапшырылды. Малай-ҡыҙҙарҙың барыһы ла «Беренселәр хәрәкәте» Дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе ағзалары. Тантаналы сара Халыҡ-ара ирекмәндәр көнөнә бәйле ойошторолдо.
4👍3🔥2
Башҡортостандан халыҡ театры Ҡазанда Гран-при яуланы

"Иҙел-йорт" тигән төбәк-ара фестиваль уҙғарылды. Төп призға Зөфәр Солтанов исемендәге халыҡ театры лайыҡ булды. Был турала Дүртөйлө район хакимиәте башлығы Риф Йосопов хәбәр итә. Ҡазан тамашасыһына Назар Нәжми пьесаһы буйынса "Гармунсы егет" тигән спектакль тәҡдим ителгән. Фестивалдә илдең төрлө төбәктәренән халыҡ театрҙары ҡатнашҡан.
Башҡортостан Ҡытайҙың Шаньдун провинцияһы менән хеҙмәттәшлек итә

Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республиканың агросәнәғәт комплексы мөмкинлектәре менән таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, Башҡортостан Ҡытайға етен, киптерелгән һөт, көнбағыш һәм рапс майы һата. Беҙҙә сифатлы продукция етештерелә. Тауар шулай уҡ Һиндостан, Пакистан, Афғанстан, Африка дәүләттәренә оҙатыла. Төрлө йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ, - тине Илшат Фәзрахманов. Шаньдун вәкилдәре билдәләүенсә, провинцияла 100 миллионндан ашыу кеше йәшәй. Шуға ауыл хужалығы продукцияһына ихтыяж ҙур. Эшкәртеү өсөн мөмкинлектәр бар, күпләп сеймал кәрәк. Башҡортостан менән был өлкәлә хеҙмәттәшлек мөмкинлектәре ҙур.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Алға» айырым иҡтисади зонаһы милли рейтингта өс лидер иҫәбенә инде

Рейтинг һөҙөмтәләрен Рәсәй кластерҙар, технопарктар һәм махсус иҡтисади зона ассоциацияһы ярҙамында Дәүләт Думаһының иҡтисади сәйәсәт буйынса комитеты һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһы Юғары советы бюроһы комиссияһы эксперт советының берлектәге ултырышында иғлан иттеләр.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районы Ҡотан ауылында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Яңы ФАП «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ярҙамында сафҡа инде. Хәҙер 250-гә яҡын урындағы халыҡ уңайлы һәм заманса шарттарҙа беренсел медицина ярҙамы аласаҡ. Был быйыл төбәктә эшләй башлаған өсөнсө медицина учреждениеһы, декабрь аҙағына тиклем тағы ла ике ФАП асыу планлаштырыла.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәләренә муниципаль миҙалдар тапшырыла

Бөгөнгә бындай наградаға дүрт тиҫтәнән ашыу гүзәл зат вәкиле лайыҡ булған. Урындағы хакимиәт башлығы Гүзәл Насирова «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының әсәһе» миҙалын Рәхилә Низамоваға ла тапшырҙы. Уның улы әлеге ваҡытты илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡлай. Заман геройҙарын тәрбиәләнгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәбрикләү тантаналары райондың башҡа ауылдарында ла үтте.