Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районы предприятиеһы яңы етештереү линияһын йыя
Ул торлаҡ төҙөлөшө темптарын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. «Эрстед» компанияһы алюминий профилдәренән быяла конструкциялар эшләү менән шөғөлләнә. Быға тиклем республиканың төрлө объекттары, шул иҫәптән, «Әр-Рәхим» мәсете өсөн дә тәҙрәләр етештергән.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Беренсе Моҡас ауылына зәңгәр яғыулыҡ килеп етте
Һуңғы 3 йылда райондың15-се тораҡ пункты «Төбәкте газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү» программаһы буйынса газға тоташтырылды.
Һуңғы 3 йылда райондың15-се тораҡ пункты «Төбәкте газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү» программаһы буйынса газға тоташтырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә республика отельерҙары һәм туризм тармағы эшҡыуарҙары фекер алышты
Осрашыу Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропорты ҡунаҡханаһында үтте. Һөйләшеүҙә төбәктә ҡунаҡналар эшен яҡшыртыу, туристар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, отелдәрҙә ҡул оҫталарының даими күргәҙмәләрен ойоштороу кеүек һорауҙар күтәрелде.
Осрашыу Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропорты ҡунаҡханаһында үтте. Һөйләшеүҙә төбәктә ҡунаҡналар эшен яҡшыртыу, туристар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, отелдәрҙә ҡул оҫталарының даими күргәҙмәләрен ойоштороу кеүек һорауҙар күтәрелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Билдәле йырсы Полина Гагаринанан Өфөлә йәшәүсе малайға ярҙам
Башҡортостандың халыҡ артисы 8 йәшлек Таирҙы дауалауға 2 миллион 400 мең һум аҡса күсерҙе. Таир 3 йыл лейкоз менән көрәшә. Химия терапияһы үткәрә, әммә яңынан рецидив була, хәҙер уға елек мейеһен күсереп ултыртырға кәрәк. Донорҙар донъя регистрҙары аша эҙләнә. Яҡынса сығымдар 3,5 миллион һумға барып баҫа. Сумманың өстән бер өлөшөн ғаиләнең дуҫтары һәм туғандары көсө менән йыйылған. Ҡалған өлөшөнә Полина Гагарина матди ярҙам күрһәткән, әлеге ваҡытта аҡса йыйыу тамамланған.

Хәйбулла районында Асия Ғәйнуллинаның 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте
Халыҡ сәсәниәһенән оҫталыҡ дәресе. Хәйбулла районында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәне Асия Ғәйнуллинаның 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте. Сара Әбеш ауылы мәктәбендә балаларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүҙән башланып, артабан мәҙәниәт йортонда дауам итте.