БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.28K photos
8.99K videos
1 file
214 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә хазина эҙләү мәсьәләләренә арналған халыҡ-ара конференция үтте

Өфөлә «Торатау» конгресс холында «Үҙәк Евразияла хазина эҙләү күләме һәм мәсьәләне хәл итеү юлдары»на арналған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы. Тарихи-мәҙәни мираҫты һаҡлауҙағы археологик тәжрибә алымдары менән Рәсәй ҡалалары, күрше республикалар белгестәре һәм ғалимдары уртаҡлашты.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан умартасылары «Рәсәйҙе алтын балы» Бөтә Рәсәй конкурсында ете миҙал яуланы

Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы бүләкләү тантанаһы Краснодар ҡалаһында «ЮГАГРО 2025» Халыҡ-ара ауыл хужалығы күргәҙмәһе сиктәрендә үтте. Бөрө районынан Артем Черников бер юлы дүрт наградаға эйә булһа, Йәлил Хәкимов йүкә балына алтын һәм аҡһыл полифлорлы продукция менән көмөш миҙалға лайыҡ булған.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Бетеү» фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм» исемен алды

«Бетеү» махсус хәрби операция темаһына төшөрөлгән башҡорт фильмы халыҡ-ара кинофестивалдә еңеү яуланы. Игнушетияла уҙған XI «Алтын башня» халыҡ-ара кинофестивалдә «Бетеу» «Иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм» дипломы менән бүләкләнде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баш ҡала 19 боҙ ҡаласығы һәм 150 шыршы менән йәшелләндерелә

Өфөлә 19 боҙ ҡаласығы төҙөлә. Шыршылар-Ленин майҙанында һәм «Торатау» конгресс-холы янында ҡуйыла. Яңы йыл ҡаласыҡтарынан тыш, парктарҙы, скверҙарҙы һәм ихаталарҙы 150-нән ашыу йәшел ҡупшыҡай биҙәйәсәк. Өфөнөң спорт һарайы алдындағы майҙанда ла бейеклеге 22 метрлыҡ пиксель шыршыһы ҡуйылды.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан спортты үҫтереү буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы төбәге тип танылды

Был хаҡта бөгөн Мәскәүҙә милли спорт премияһын тапшырыу тантанаһында иғлан иттеләр. Еңеүсе статуэткаһын республика башлығы Радий Хәбиров илдең спорт министры Михаил Дегтярев ҡулынан алды. «Спортты үҫтереүгә өлөш индергән иң яҡшы төбәк» номинацияһында күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырған субъекттар бүләкләнә. Төбәктә уҙғарылған ярыштар, ҡатнашыусылар һәм ирекмәндәр һаны, берлектә финанслау күләме баһалана.
🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районы предприятиеһы яңы етештереү линияһын йыя

Ул торлаҡ төҙөлөшө темптарын арттырырға мөмкинлек бирәсәк. «Эрстед» компанияһы алюминий профилдәренән быяла конструкциялар эшләү менән шөғөлләнә. Быға тиклем республиканың төрлө объекттары, шул иҫәптән, «Әр-Рәхим» мәсете өсөн дә тәҙрәләр етештергән.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Беренсе Моҡас ауылына зәңгәр яғыулыҡ килеп етте

Һуңғы 3 йылда райондың15-се тораҡ пункты «Төбәкте газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү» программаһы буйынса газға тоташтырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә республика отельерҙары һәм туризм тармағы эшҡыуарҙары фекер алышты

Осрашыу Мостай Кәрим исемендәге Өфө халыҡ-ара аэропорты ҡунаҡханаһында үтте. Һөйләшеүҙә төбәктә ҡунаҡналар эшен яҡшыртыу, туристар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, отелдәрҙә ҡул оҫталарының даими күргәҙмәләрен ойоштороу кеүек һорауҙар күтәрелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Билдәле йырсы Полина Гагаринанан Өфөлә йәшәүсе малайға ярҙам

Башҡортостандың халыҡ артисы 8 йәшлек Таирҙы дауалауға 2 миллион 400 мең һум аҡса күсерҙе. Таир 3 йыл лейкоз менән көрәшә. Химия терапияһы үткәрә, әммә яңынан рецидив була, хәҙер уға елек мейеһен күсереп ултыртырға кәрәк. Донорҙар донъя регистрҙары аша эҙләнә. Яҡынса сығымдар 3,5 миллион һумға барып баҫа. Сумманың өстән бер өлөшөн ғаиләнең дуҫтары һәм туғандары көсө менән йыйылған. Ҡалған өлөшөнә Полина Гагарина матди ярҙам күрһәткән, әлеге ваҡытта аҡса йыйыу тамамланған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында Асия Ғәйнуллинаның 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте

Халыҡ сәсәниәһенән оҫталыҡ дәресе. Хәйбулла районында Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, халыҡ сәсәне Асия Ғәйнуллинаның 70 йәшлек юбилей кисәһе үтте. Сара Әбеш ауылы мәктәбендә балаларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәтеүҙән башланып, артабан мәҙәниәт йортонда дауам итте.