БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.27K photos
8.87K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы ауыл биләмәләрендә район хакимиәте етәкслеге менән осрашыуҙар үтә

Күптән түгел ошондай аралашыу Юлыҡ ауылында ла ойошторолдо. Унда ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе, фекер алышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районында башҡорт ҡоролтайҙарының артабанғы стратегияһы билдәләнде

Район һәм төбәк ҡоролтайҙары эшмәкәрлеге стратегик сессия күҙлегенән. Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә лә артабанғы эш йүнәлештәре билдәләнде. Урындағы етәкселәрҙе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәрен һәм йәмәғәт алдынғыларын башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын тулыландырыу маҡсаты берләштерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Бәхетле көмөш» проектының өсөнсө уҡытыу төркөмө старт алды

Программа 2024 йылдан тормошҡа ашырыла һәм унда 100-ҙән ашыу өлкән йәштәгеләр ҡатнашҡан. Алда уларҙы бер ай ярым эсендә аҙнаһына ике тапҡыр табиптар, психологтар, интернет хәүефһеҙлеге һәм финанс грамоталылығы буйынса эксперттар менән осрашыуҙар көтә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә археология һәм тарих буйынса Халыҡ-ара ғилми конференция эш башланы

Был юлы форум этнограф Сергей Руденконың 140 йыллығына һәм уның башҡорттар тураһында яҙған фундаменталь хеҙмәтенең бер быуатлыҡ юбилейына арналды. Конференция Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тыш, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь, Германия, Ҡытай һәм Иран ғалимдары ҡатнашлығында үтә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Андрей Каприн Өфө табиптары менән бергә ҡатмарлы операция үткәрҙе

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы Андрей Каприн Өфө табиптары менән бергә ҡатмарлы операция үткәрҙе. Медиктар төркөмө пациенттың быуын төбөнән яман шеш күҙәнәктәрен таҙартып ҡырҡылған урында пластика операцияһын яһаны. Башҡортостанда ойошторолған «Онкопатруль» проекты сиктәрендә яман шешкә ҡаршы көрәштә күп яҡлы эш алып барыла. Проект һөҙөмтәләре менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан әрме хеҙмәтенә тәүге эшелон ҡуҙғалды

Республика хәрби комиссариатында һалдаттарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. 160 егет Байкал аръяғында ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Быйыл көҙ 3 мең ярым егет Ватан һағына алына. Яҙғы саҡырылыш менән бергә дөйөм алғанда 9 меңдән ашыу тирәһе кеше һалдат шинеле кейәсәк. Көҙгө саҡырылыш 1 октябрҙән 31 декабргәсә дауам итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала аномаль йылы һауа торошо көтөлә

Башгидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, иртәгә республикала аномаль йылы һауа торошо көтөлә. Температура норманан 6-8 градусҡа юғарыраҡ була. Синоптиктар күҙаллауынса температура Өфө-Дим аэрология станцияһында бынан 15 йыл элек теркәлгән рекордты уҙыр тип күҙаллана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә мохтаждар өсөн приют асылды

Бында ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар ваҡытлыса йәшәргә урынлаша ала. Бының өсөн ике ҡатлы йорттарҙа бөтә шарттар булдырылған. Душ, бөҙрәхана, кер йыуыу бүләмәләре һәм ашхана бар. Бынан тыш, үҙәктә йәшәмәгән кешегә лә мохтажлыҡ кисергән осраҡта йылы аш тәҡдим ителә. Бер үк ваҡытта учреждениела 60 кеше йәшәй ала. Уларҙың тәүгеләре уңайлыҡтарҙы баһалап өлгөргән дә инде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда диабет осраҡтары арта: белгестәр сирҙең йәшәреүен билдәләй

Бөгөн-Бөтә донъя диабетҡа ҡаршы көрәш көнө. Рәсәйҙә йыл һайын ойошторолған махсус аҙналыҡ «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә үткәрелә. Уның барышында диабетты иҫкәртеү һәм дауалау, дөрөҫ туҡланыу, физик әүҙемлек мәсьәләләре яҡтыртыла. Республикала шәкәр сире менән йыл һайын ун меңләп ауырыу теркәлә. Белгестәр сирҙең йәшәреүен билдәләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөләге «Йондоҙ» белем биреү үҙәгендә «Файҙалы йома» акцияһы үтте

Сарала баш ҡала мәктәптәре уҡыусыларына төрлө ведомство вәкилдәре, рестораторҙар дөрөҫ туҡланыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Белгестәр яһалма ҡатнашмалар һәм уның организмға йоғонтоһо тураһында һөйләне. Ашнаҡсылар тәбиғи ризыҡты бешереү рецепттарын күрһәтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала «Изге яҙылыу» акцияһы дауам итә

Хәйриә проектына 2023 йыл «Китап байрам» фестивалендә Радий Хәбиров менән Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский старт биргәйне. Акция барышында теләгән һәр кем мохтаждар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары, мөмкинлектәре сикләнгәндәр исемендә матбуғатҡа яҙыла ала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында «Өлкән улым» спектакленең премьераһы үтте

Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт драма театрында «Өлкән улым» спектакленең премьераһы үтте. Александр Вампилов пьесаһы буйынса режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған спекталкь тәү ҡарашҡа ябай, шул уҡ ваҡытта ни тиклем тамашасыға яҡын булыуын күрһәтә. Спектаклдәге ваҡиғалар 90-сы йылдарҙа бара.