БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.27K photos
8.86K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Онкопатруль» проектының тәүге һөҙөмтәләре барланды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы Андрей Каприн менән яман шеште иртә стадияла асыҡлау, дауалау маҡсатында ойошторолған проект тәжрибәһе менән танышты. Республикала алтынсы йыл эшләгән «Онкопатруль» медицина программаһы буйынса ҙур предприятияларҙа хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы тикшерелгән, республика район -ҡалаларында табиптар менән консультациялар ойошторолған.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл Башҡортостан экспортҡа былтырғы менән сағыштырғанда 10 мең тоннаға күберәк иген оҙатҡан

Ситкә сығарыр алдынан уңыш ентекле тикшерелә. Ошондай 482 партия иген Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы контроле аша үткән. Экспорт өсөн иген ведомствоның Башҡортостандағы һынау лабороторияһы белгестәре тарафынан төрлө күрһәткестәр буйынса тикшерелә. Белгестәр әйтеүенсә, экспертиза һөҙөмтәләре буйынса ауыл хужалығы продукцияһы фитосанитар хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса яуап бирә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө гимназистары Росгвардия кадеттары сафына баҫып ант бирҙе

Тантаналы анттан һуң 20 балаға маҡтаулы исемдәр бирелде. Өфөнөң 121-се гимназияһының яңы профилле класы быйыл асылған. Йәш кадеттар 8-се класс уҡыусылары. Мәғариф учреждениеһында бөтәһе дүрт профилле класс ойошторолған, уларҙың өсөүһе сик буйы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы йүнәлештәре буйынса.
👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан студенттары өсөн Мәскәүгә ылау юлға сыға

Мәскәү күҙ йәштәренә ышанмай һәм илдең баш ҡалаһына уҡырға киткән йәштәрҙең барыһы ла унда төпләнә алмай. Ҡайтырға теләк белдергән студенттар менән әле үк эш башлау мөһим. Улар беҙҙең ресурс, тине Радий Хәбиров «Тура линия» ваҡытында. Республика етәксеһе үҙе лә сит төбәктәрҙә уҡыусы йәштәр менән осрашыуҙар үткәрә. Ноябрҙә Радий Хәбиров Мәскәүҙә белем алыусы студенттар менән осраша. Ошо уңайҙан Башҡортостандан ылау ҙа алып барыласаҡ. Әле ул республика райондарында туплана.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы ауыл биләмәләрендә район хакимиәте етәкслеге менән осрашыуҙар үтә

Күптән түгел ошондай аралашыу Юлыҡ ауылында ла ойошторолдо. Унда ауыл халҡы үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе күтәрҙе, фекер алышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡырмыҫҡалы районында башҡорт ҡоролтайҙарының артабанғы стратегияһы билдәләнде

Район һәм төбәк ҡоролтайҙары эшмәкәрлеге стратегик сессия күҙлегенән. Ҡырмыҫҡалы районы үҙәгендә лә артабанғы эш йүнәлештәре билдәләнде. Урындағы етәкселәрҙе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәрен һәм йәмәғәт алдынғыларын башҡорт халҡының үҫеш стратегияһын тулыландырыу маҡсаты берләштерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Бәхетле көмөш» проектының өсөнсө уҡытыу төркөмө старт алды

Программа 2024 йылдан тормошҡа ашырыла һәм унда 100-ҙән ашыу өлкән йәштәгеләр ҡатнашҡан. Алда уларҙы бер ай ярым эсендә аҙнаһына ике тапҡыр табиптар, психологтар, интернет хәүефһеҙлеге һәм финанс грамоталылығы буйынса эксперттар менән осрашыуҙар көтә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә археология һәм тарих буйынса Халыҡ-ара ғилми конференция эш башланы

Был юлы форум этнограф Сергей Руденконың 140 йыллығына һәм уның башҡорттар тураһында яҙған фундаменталь хеҙмәтенең бер быуатлыҡ юбилейына арналды. Конференция Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән тыш, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Беларусь, Германия, Ҡытай һәм Иран ғалимдары ҡатнашлығында үтә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Андрей Каприн Өфө табиптары менән бергә ҡатмарлы операция үткәрҙе

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш онкологы Андрей Каприн Өфө табиптары менән бергә ҡатмарлы операция үткәрҙе. Медиктар төркөмө пациенттың быуын төбөнән яман шеш күҙәнәктәрен таҙартып ҡырҡылған урында пластика операцияһын яһаны. Башҡортостанда ойошторолған «Онкопатруль» проекты сиктәрендә яман шешкә ҡаршы көрәштә күп яҡлы эш алып барыла. Проект һөҙөмтәләре менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров танышты. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан әрме хеҙмәтенә тәүге эшелон ҡуҙғалды

Республика хәрби комиссариатында һалдаттарҙы оҙатыу тантанаһы үтте. 160 егет Байкал аръяғында ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Быйыл көҙ 3 мең ярым егет Ватан һағына алына. Яҙғы саҡырылыш менән бергә дөйөм алғанда 9 меңдән ашыу тирәһе кеше һалдат шинеле кейәсәк. Көҙгө саҡырылыш 1 октябрҙән 31 декабргәсә дауам итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала аномаль йылы һауа торошо көтөлә

Башгидрометеорология үҙәге мәғлүмәттәренә ярашлы, иртәгә республикала аномаль йылы һауа торошо көтөлә. Температура норманан 6-8 градусҡа юғарыраҡ була. Синоптиктар күҙаллауынса температура Өфө-Дим аэрология станцияһында бынан 15 йыл элек теркәлгән рекордты уҙыр тип күҙаллана.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә мохтаждар өсөн приют асылды

Бында ауыр тормош хәлендә ҡалыусылар ваҡытлыса йәшәргә урынлаша ала. Бының өсөн ике ҡатлы йорттарҙа бөтә шарттар булдырылған. Душ, бөҙрәхана, кер йыуыу бүләмәләре һәм ашхана бар. Бынан тыш, үҙәктә йәшәмәгән кешегә лә мохтажлыҡ кисергән осраҡта йылы аш тәҡдим ителә. Бер үк ваҡытта учреждениела 60 кеше йәшәй ала. Уларҙың тәүгеләре уңайлыҡтарҙы баһалап өлгөргән дә инде.