БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.27K photos
8.85K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Республика хөкүмәте тура линиянан һуң эш планын аныҡланы

Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, бындай саралар халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлау мөмкинлеген бирә. Күтәрелгән темалар хөкүмәт эшмәкәрлеге өсөн көнүҙәк. Андрей Назаров билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, инвестиция, юлдар, йәмәғәт транспорты, инновацион иҡтисад үҫеше өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып ҡала. - Инвестицияны 800 миллиард һумға еткереү маҡсаты ҡуйылды. Киләһе йылда М-12 федераль трассаһын һалғанда зыян килгән юлдарҙың бер өлөшөн ремонтлайбыҙ. Федераль программа буйынса автобустар алыу планлаштырыла. Инновацион иҡтисад үҫешендә Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең ВУЗ-ара студнеттар кампусы ҙур роль уйнаясаҡ. Был ҡуйылған бурыстарҙың бер өлөшө генә, - тине премьер-министр.
Өфө ҡотҡарыусылары ерҙә ятҡан әйберҙәрҙе алмаҫҡа кәңәш итә

Аҡса, йә уйынсыҡтарға ҡыҙығырға ярамай. Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ата-әсәләр балаларына яңы хәүеф тураһында аңлатырға тейеш. Ошо көндәрҙә Мәскәү өлкәһендә ерҙә ятҡан 10 һумлыҡ аҡсаны алырға теләгән малай йәрәхәтләнде. Купюраға шартлатҡыс беркетелгән булған. Бала дауаханаға оҙатылған, уға бер нисә операция эшләнгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан предприятиелары федераль ярҙамдың 40 процентын алды

Башҡортостандың рейтингтағы алдынғы позициялары кластерҙар һанына ғына түгел, уларҙың һөҙөмтәлелегенә лә бәйле, тип иҫәпләй эксперттар. Предприятиелар берләшмәләре яҡшы бәйләнеш булдырырға, уларға төбәк кимәлендә ярҙам күрһәтергә һәм федераль финанслау йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Быйыл
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе коллективы уҡыусылар менән бергә яугирҙарға гуманитар ылау туплай

Еңеү өсөн. Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе коллективы уҡыусылар менән бергә яугирҙарға гуманитар ылау туплай. Махсус хәрби операция башланғас та Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе маскировка селтәрҙәре үрергә тотона. Тәүҙә ҡул аҫтындағы туҡымаларҙы ҡулланһалар, һуңғараҡ гүзәл заттар оҫтара. Әле мәктәп райондың «Еңеү үрәбеҙ» ирекмәндәр клубына ҡушылып, дронға ҡаршы юрған, маскировка костюмдары әҙерләү менән шөғөлләнә.
🔥2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Һаҙый Арыҫланов исемендәге журналистар конкурсы лауреаттары билдәләнде

Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, билдәле журналист Һаҙый Арыҫлановтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған республика журналистар конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә башҡорт балалар баҡсаһында туған телгә һөйөү тәрбиәләйҙәр

Өфөлә 51-се башҡорт балалар баҡсаһында башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеү буйынса проекттар Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында әүҙем тормошҡа ашырыла. Тыуған телде һаҡлауға ҡоролған дәрестәр ете модуль буйынса үткәрелә. Бынан тыш балалар баҡсаһына башҡорт телен һаҡлау Һәм үҫтереү фондынан тел өйрәнеүҙә ҡулланыу өсөн 5 төрлө уйын тапшырылған.Тел һағында торған тәрбиәселәр һәм һәләтле балалар менән беҙҙең ижади төркөм осрашты. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә өсөнсө Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезы асылды

Бөгөн Өфөлә өсөнсө Бөтә Рәсәй креатив индустрия мәктәптәре съезы асылды. Сара тәүге тапҡыр Мәскәүҙән ситтә уҙғарыла, Был төбәктәрҙә креатив индустриялар үҫешенә иғтибарҙың артыуы һәм Башҡортостандың ижади башланғыстар өсөн перспективалы үҙәк булараҡ танылыуы хаҡында һөйләй. Ике көн дауам иткән форумда 174 кеше ҡатнаша.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы ҡалаһында реабилитация үҙәгенә капиталь ремонт талап ителә

Туймазы ҡалаһында реабилитация үҙәгенә капиталь ремонт талап ителә. Был турала һорау Башҡортостан башлығы менән үткән тура линия барышында килде. Радий Хәбиров мәсьәләне хәл итергә вәғәҙәләне. Туймазылағы реабилитация бүлеге йыл дауамында төрлө райондарҙан йыйылған 500-ҙән ашыу балаға хеҙмәт күрһәтә.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Киров районының 90 йыллығына арналған тантанала хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләнеләр

Өфөнөң тарихы Киров районы ойошторолоуҙан башлана. Тәүге административ ойошмалар, юғары уҡыу йорттары, медицина учреждениелары һәм башҡа объекттар уҙған быуатта тап тарихи үҙәк булған биләмәлә төҙөлә. Баш ҡаланың Киров районы 90 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
1👍1🔥1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда МХО ветерандары эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәрен үҙләштерҙе

Башҡортостанда йөҙҙән ашыу махсус хәрби операция ветераны һәм уларҙың ғаилә ағзалары эшҡыуарлыҡ алып барыу нигеҙҙәрен өйрәнде. Курстарҙы тамамлаусы бизнес-академия уҡыусыларына сертификаттар тапшырылды. Уҡыусылар үҙ эшен теркәүҙән алып клиенттар менән эшләү, персонал һайлау, һатыу, һалым түләү, маркетинг стратегиялары һәм йәмәғәт сығыштары өлкәһендә белемдәрен камиллаштарҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районының Түбә ауылында оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәүсе 13 ғаилә тәбрикләнде

Өлгөлө ғаилә-ил күрке. Баймаҡ районының Түбә ауылында оҙаҡ йылдар бергә татыу йәшәүсе 13 ғаилә тәбрикләнде. Хеҙмәте һәм тормошо менән хөрмәт ҡаҙанған парҙар хаҡында киләһе яҙмала.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрының гастролдәре дауам итә

Ижади сәфәр Рәсәйҙең мәҙәниәт министрлығы һәм Росконцерт тарафынан тормошҡа ашырылған»Ҙур гастролдәр«федераль проекты сиктәрендә үтә. Ошо уҡ көндәрҙә Ҡазан ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сығыш яһай. Ике республиканың да алдынғы ижади коллективы тамашасыларға репертуарының иң уңышлы спектаклдәрен тәҡдим итә.
👏1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шаран ауылының «Балалар ижады һәм спорт үҙәге»ндә муниципаль экостанция асылды

Уның маҡсаты-уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм рухи-әхләҡи үҫешен тәьмин итеү, балалар һәм үҫмерҙәрҙең тәбиғи фәндәр буйынса грамоталылығын арттырыу өсөн практик йүнәлешле белем биреү мөхите тыуҙырыу. Экостанция 5 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, инвалид һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балалар, ата-әсәләр, студенттар, шулай уҡ предприятиелар, ғилми ойошмалар һәм бизнес компанияларҙан остаз белгестәр менән эш итергә ниәтләй.