This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә оҙатыусы эттәр мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә яңы мөмкинлектәр аса
Тормошта ла тоғро дуҫ менән. Өфөлә күреү һәләте сикләнгән кешеләрҙе оҙатыусы эттәр ярҙамында тулы тормош алып барыуға йүнәлтелгән инклюзив йәмғиәт проекты эшләй башланы. Президент Гранттары фонды буйынса ойошторолған сарала 30 эттең хужаһы табылған. Ошо маҡсатта Мәскәүҙән махсус белгес тә саҡыртыла.

Республика хөкүмәте тура линиянан һуң эш планын аныҡланы
Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, бындай саралар халыҡты борсоған мәсьәләләрҙе асыҡлау мөмкинлеген бирә. Күтәрелгән темалар хөкүмәт эшмәкәрлеге өсөн көнүҙәк. Андрей Назаров билдәләүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам, инвестиция, юлдар, йәмәғәт транспорты, инновацион иҡтисад үҫеше өҫтөнлөклө йүнәлештәр булып ҡала. - Инвестицияны 800 миллиард һумға еткереү маҡсаты ҡуйылды. Киләһе йылда М-12 федераль трассаһын һалғанда зыян килгән юлдарҙың бер өлөшөн ремонтлайбыҙ. Федераль программа буйынса автобустар алыу планлаштырыла. Инновацион иҡтисад үҫешендә Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең ВУЗ-ара студнеттар кампусы ҙур роль уйнаясаҡ. Был ҡуйылған бурыстарҙың бер өлөшө генә, - тине премьер-министр.

Өфө ҡотҡарыусылары ерҙә ятҡан әйберҙәрҙе алмаҫҡа кәңәш итә
Аҡса, йә уйынсыҡтарға ҡыҙығырға ярамай. Ҡаланың граждандарҙы һаҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ата-әсәләр балаларына яңы хәүеф тураһында аңлатырға тейеш. Ошо көндәрҙә Мәскәү өлкәһендә ерҙә ятҡан 10 һумлыҡ аҡсаны алырға теләгән малай йәрәхәтләнде. Купюраға шартлатҡыс беркетелгән булған. Бала дауаханаға оҙатылған, уға бер нисә операция эшләнгән.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан предприятиелары федераль ярҙамдың 40 процентын алды
Башҡортостандың рейтингтағы алдынғы позициялары кластерҙар һанына ғына түгел, уларҙың һөҙөмтәлелегенә лә бәйле, тип иҫәпләй эксперттар. Предприятиелар берләшмәләре яҡшы бәйләнеш булдырырға, уларға төбәк кимәлендә ярҙам күрһәтергә һәм федераль финанслау йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Быйыл
Башҡортостандың рейтингтағы алдынғы позициялары кластерҙар һанына ғына түгел, уларҙың һөҙөмтәлелегенә лә бәйле, тип иҫәпләй эксперттар. Предприятиелар берләшмәләре яҡшы бәйләнеш булдырырға, уларға төбәк кимәлендә ярҙам күрһәтергә һәм федераль финанслау йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Быйыл
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе коллективы уҡыусылар менән бергә яугирҙарға гуманитар ылау туплай
Еңеү өсөн. Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе коллективы уҡыусылар менән бергә яугирҙарға гуманитар ылау туплай. Махсус хәрби операция башланғас та Туймазы ҡалаһының 4-се мәктәбе маскировка селтәрҙәре үрергә тотона. Тәүҙә ҡул аҫтындағы туҡымаларҙы ҡулланһалар, һуңғараҡ гүзәл заттар оҫтара. Әле мәктәп райондың «Еңеү үрәбеҙ» ирекмәндәр клубына ҡушылып, дронға ҡаршы юрған, маскировка костюмдары әҙерләү менән шөғөлләнә.

Өфөлә Һаҙый Арыҫланов исемендәге журналистар конкурсы лауреаттары билдәләнде
Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, билдәле журналист Һаҙый Арыҫлановтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған республика журналистар конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.
Өфөлә Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, билдәле журналист Һаҙый Арыҫлановтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған республика журналистар конкурсы лауреаттарын бүләкләү тантанаһы үтте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә башҡорт балалар баҡсаһында туған телгә һөйөү тәрбиәләйҙәр
Өфөлә 51-се башҡорт балалар баҡсаһында башҡорт телен һаҡлау һәм өйрәнеү буйынса проекттар Башҡортостан Башлығы гранттары ярҙамында әүҙем тормошҡа ашырыла. Тыуған телде һаҡлауға ҡоролған дәрестәр ете модуль буйынса үткәрелә. Бынан тыш балалар баҡсаһына башҡорт телен һаҡлау Һәм үҫтереү фондынан тел өйрәнеүҙә ҡулланыу өсөн 5 төрлө уйын тапшырылған.Тел һағында торған тәрбиәселәр һәм һәләтле балалар менән беҙҙең ижади төркөм осрашты. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.