БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.26K photos
8.83K videos
1 file
213 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡазан ҡалаһында Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре башланды

Ҡазан ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының гастролдәре башланды. Татарстандың баш ҡалаһында ижади аҙналыҡ Таңсулспан Ғарипованың «Бөйрәкәй» спектакле менән асылды. Спектакль Ғәлиәскәр Камал театрының тарихи сәхнәһендә ҡуйыла, артабан бөтә спектаклдәр ҙә яңы, заманса майҙансыҡта үтәсәк.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры «Рәсәйҙең Алтын ҡулсаһы» буйлап гастролгә сыға

15-23 ноябрҙә Башҡорт оркестры Тәүге тапҡыр Сергиев Посады, Переславль-Залесский, Бөйөк Ростов, Иванов, Углич, Суздаль һәм Владимирҙа сығыш яһай. Гастроль Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Бөтә Рәсәй гастроль-концерт планына ярашлы «Беҙ-Рәсәй» федераль программаһы сиктәрендә үтә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Яуыз китап» балалар фильмының ябыҡ премьераһы үтте

Төп ролдәрҙе йәш актерҙар-«Яңы донъя» театр һәм кино студияһы тәрбиәләнеүселәре башҡара. Сюжет буйынса төп герой ҡурҡыныс хикәйәле китап уҡый һәм шул тиклем уның эстәлегенә мауыға, хатта персонаждарҙы күрә башлай. Фильмдың иң төп мәғәнәһе, артыҡ ҡурҡыуға бирелһәң улар терелә башлай.
👍2
Республика йәштәре федераль гранттар ала

Башҡортостан Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡтың гранттар конкурсында бишенсе урын алған. Был турала Республика йәштәр сәйәсәте министрлығынан хәбәр итәләр. Башҡортостандан 7 проект еңеп сыҡҡан. Республика йәштәре 4 миллион 151 мең һумлыҡ ярҙам ала. Беҙҙең республика бындай конкурстарҙа ҡатнашыусылар буйынса алдынғы төбәктәр рәтендә. 2024 йылда беҙҙең йәштәр 80 миллион һумға яҡын федераль ярҙамға ирешкән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанға бокс буйынса Европа беренселеге еңеүсеһе ҡайтты

Октябрскиҙан Азалия Әминева Ереванда үткән континенталь ярышта беренсе урын яуланы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 22 йәшкә тиклемге спортсылар араһында уҙған финалда яҡташыбыҙ Латвиянан Екатерина Сорокинаны еңде.
2