Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районында йәштәрҙе хәрби хеҙмәткә оҙатыу тантанаһы үтте
Ватан алдында бурысын намыҫ менән үтәргә. Зәкәриә Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар көнө үтте. Быйылғы көҙгө саҡырылышта уҡыу йортон тамамлаусы ете егет Рәсәй Ҡораллы көстәрен тулыландырасаҡ. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы таҙалыҡ һәм тәртипкә саҡырҙы
Таҙалыҡ һәм тәртип-төп талап. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын биләмәләрҙе тәртиптә тоторға, ҡышҡы көндәрҙе юғары әҙерлек менән ҡаршы алырға саҡырҙы. Аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төбәк башлығы үҙ эшенә яуапһыҙ ҡараған район етәкселәрен тәнҡитләп, тикшереүҙе көсәйтергә ҡушты. Ултырышта Башҡортостан башлығы менән 11 ноябрҙә Тура линияны ойоштороу, төбәктә Бөтә Рәсәй креатив индустриялар мәктәбе съезын үткәреү һәм башҡа көнүҙәк һорауҙар ҡаралды.

Радий Хәбиров Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотланы
Бөгөн полиция хеҙмәткәрҙәре ҡатмарлы һәм яуаплы мәсьәләләрҙе хәл итә. Йәмәғәт тәртибен һаҡлай, енәйәттәрҙе асыҡлай һәм иҫкәртә, терроризм, экстремизм, наркотиктар таралыуына ҡаршы көрәш алып бара. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы йыл башынан алып 17 меңдән ашыу енәйәт, шул иҫәптән дүрт меңдән ашыу ауыр һәм айырыуса ауыр енәйәтте асыҡлаған. Һөнәри байрам уңайынан республика етәкселеге, шәхси состав һәм ветерандар ҡатнашлығында тантаналы сара үтте.

👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Яман шеште еңеү тарихы: Гөлсинә Мөхәмәтйәрова яңы тормош башлаған
Үҙендә яман шеште еңеүгә көс тапҡан. Өфөлә йәшәүсе Гөлсинә Мөхәмәтйәрованың тарихы мөғжизәле һауығыу тураһында. Ҡатындың һауығып аяҡҡа баҫыуы табиптарҙың, сирленең үҙенең һәм туғандарының ныҡышмалы көрәш йылдары һөҙөмтәһе. Пациенттың яман шеште еңеү осрағы берҙән-бер миҫал түгел. Республиканың Йәмәғәт палатаһында ошо темаға фекер алышыу ойошторолдо. Онкологияны еңеп сығыусылар һәм уларға ярҙам ҡулы һуҙыусылар хаҡында киләһе яҙмала.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда студент отрядтары һаны 12 меңгә тиклем артасаҡ
Республика етәкселеге киләһе йылдан студенттар отрядтары ағзаларын 12 меңгә тиклем еткереү бурысын ҡуйҙы. Был турала күптән түгел Өфөлә үткән Башҡортостан студенттар отрядының 11-се слетында әйтелде. Республикала иң әүҙем отрядтарға тапшырыу өсөн Башҡортостан Башлығының күсмә байрағы ла булдырылды.

Билән ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсы призына төҙөлгән объекттар асылды
2025 йылдың май айында Өфө ҡалаһында «Айыҡ ауыл» республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Финалға сыҡҡан 12 ауыл араһында «Эре тораҡ пункттары» номинацияһында Балаҡатай районының Билән ауылы 1-се урын яулап, 6 миллион һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде. Ошо көндәрҙә районда приз аҡсаһына булдырылған обьекттар ҡулланыуға тапшырылды.

🔥3