БСТ | Яңылыҡтар
2.35K subscribers
5.26K photos
8.8K videos
1 file
212 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Ҡыш бабай поезы Башҡортостанда ике урында туҡталыш яһай

Поезд 19 ноябрҙә Владивостоктан ил буйлап сәйәхәткә сыға. Байрамса биҙәлгән күсмә резиденция 20 мең километрҙан ашыу юл үтергә тейеш. Поезд 70 ҡалаһы аша уҙып китә,14 декабрҙә Өфөлә, 15-ендә Стәрлетамаҡта туҡталыш яһай. “Ҡыш бабай поезы туҡтаған һәр ҡаланың вокзалында артистар һәм аниматорҙар ҡатнашлығында ҡышҡы әкиәт мөхитенә сумырға мөмкинлек биргән күңелле байрам программаһы көтә”, - тип белдерәләр Рәсәй тимер юлының матбуғат хеҙмәтенән.
Алдағы яңы йыл каникулы Рәсәйҙә иң оҙайлыһы буласаҡ

Дәүләт Думаһының Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт буйынса комитетынан ошо турала хәбәр итәләр. Ял 12 көн дауам итә. 31 декабрҙә башлана һәм 11 ғинуарға тиклем һуҙыла. Йылдың һуңғы эш аҙнаһы ике генә көн була.
Башҡортостан ҡала һәм райондарында хужаһыҙ эттәрҙе аулау өсөн сығымдар арта

Киләһе йылда муниципалитеттарға 60 миллион 700 мең һум бүленә. Был - быйыл ҡаралған аҡсанан 10 процентҡа күберәк, тип хәбәр итәләр Финанс министрлығынан. Бер йылда 12 меңдән ашыу эт һәм 3 мең бесәйҙе аулап алыу, уларға стерилизация эшләү һәм чип беркетеү планлаштырыла. Аҡсаның ҙур өлөшө Өфө һәм Стәрлетамаҡҡа бүленә.