This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 10 йәшлек ирекмән өләсәһе менән хоспис пациенттарына терәк була
Өфө хосписында ғаиләләре менән бергә ирекмәнлек эшен алып барыусылар бар. Баш ҡаланан Оксана Пономарёва 10 йәшлек ейәне менән бергә ауыр хәлдәге пациенттарға ярҙам күрһәтә. Үҫмер тәрбиәләнеүселәргә ҡарата иғтибарлы, улар менән төрлө темаларға һөйләшә, медицина персоналы менән бер рәттән пациенттарҙы транспортировкалауҙа булыша.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез яр буйы Архиwood премияһына лайыҡ булды
Мәләүез ҡалаһы яр буйы биләмәһе «Мөхит дизайны» категорияһында Архиwood абруйлы архитектура премияһына лайыҡ булды. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә белдерҙе. Ағастан эшләнгән иң яҡшы архитектура ҡоролмалары конкурсы йыл һайын уҙғарыла. Юғары награда Башҡортостандан иҫәп буйынса өсөнсө объектҡа тапшырылды.

Республиканың ауыл хужалығы тармағын һайлаған йәштәр студенттар сафын тулыландырҙы
Студенттарға бағышлау Башҡорт дәүләт аграр университетының беренсе курс студенттары тормошонда мөһим ваҡиға. Был көндән буласаҡ аграрийҙар йәшәйешендә яңы этап башлана, егеттәр һәм ҡыҙҙар ауыл хужалығы эшсәндәре сафына ҡабул ителә. Традицион йола студенттарҙы университет тормошона иртә яраҡлаштырыу программаһы ярҙамында яңы һулыш ала.

Маҡар ауылында ҡатын-ҡыҙҙар фронт өсөн изге эштәрҙе бергә башҡара
Ишембай районы Маҡар ауылында йәшәүселәр махсус хәрби операция башланғандан алып ирекмәнлек эшен алып бара. Алғы һыҙыҡҡа гуманитар ярҙам даими оҙатыла. Маскировка селтәрҙәрен үреү, окоп шәмдәре эшләү булһынмы, ойоҡбаштар бәйләүме-гүзәл заттар изге теләктәрен әйтеп бар эштәрҙе лә берҙәм башҡара.

Башҡортостанда иң яҡшы инженер-инспектор исеменә Өфө хеҙмәткәре лайыҡ булды
Башҡортостанда Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының иң яҡшы инженер-инспекторы билдәләнде. Һайлап алыу этаптарын 83 кешенең 14-е генә үткәйне. Улар финалға саҡырылды.
Башҡортостанда Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт комитетының иң яҡшы инженер-инспекторы билдәләнде. Һайлап алыу этаптарын 83 кешенең 14-е генә үткәйне. Улар финалға саҡырылды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Лицей уҡыусылары изге эштәрен дауам итә
Уҡытыусыға картуф ҡаҙышырға. Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының «Тимур командаһы»мәғариф ветерандарын шефлыҡҡа алған. Уҡыусылар быйыл да «Шәфҡәтлелек»айлығы барышында күп изге эштәр башҡарып өлгөргән. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.
Уҡытыусыға картуф ҡаҙышырға. Баймаҡ полилингваль күп профилле лицей-интернатының «Тимур командаһы»мәғариф ветерандарын шефлыҡҡа алған. Уҡыусылар быйыл да «Шәфҡәтлелек»айлығы барышында күп изге эштәр башҡарып өлгөргән. Тулыраҡ Баймаҡ телевидениеһы әҙерләгән яҙмала.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө табиптары Милли кейем көнөн флешмоб менән билдәләне
Башҡортостанда Милли кейем көнөнә арналған флешмоб иғлан ителгәйне. Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы башланғысын һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре лә күтәреп алған. Өфөнөң 5-се ҡала клиник дауаханаһы табиптары һәм шәфҡәт туташтары аҡ халаттарын милли кейемгә алмаштырып, клип төшөргән. Дауалау учреждениеһы баш табибы Салауат Өмөтбаев билдәләүенсә, видеояҙмала төрлө милләт вәкилдәре-барлығы тиҫтәгә яҡын белгес ҡатнашҡан.