БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.18K photos
8.18K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында башҡорт теле өҫтәл уйындары барлыҡҡа килде

Башҡорт телен өйрәнеүгә Башҡортостан Башлығы гранты проекттары. Республика мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында «Өҫтәл уйындары» проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Был уйындар туған телде дуҫтар, туғандар менән бергәләп уйын форматында төплө өйрәнеү һәм популярлаштырыу маҡсатын ҡуя. Баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында башҡорт телен заманса алымдарға таянып, өҫтәл уйындары ярҙамында өйрәнеүселәр янында беҙҙең ижади төркөм дә булды.
🔥4🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Үҙмәшғүлдәр һәм бәләкәй бизнес өсөн кредит каникулдары ғәмәлгә инә

1 октябрҙән үҙмәшғүлдәр һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары кредит каникулдарын рәсмиләштерә аласаҡ. Ошо туралағы указға Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Вуз-ара кампусы Рәсәйҙең алдынғы журналистарын ҡабул итте

Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы Рәсәйҙең билдәле жуналистарын һәм блогерҙарын ҡабул итте. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың ғилми-популяр туризм маршруты менән танышыуҙы төбәк башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙан башланы. Республика етәксеһе ҡунаҡтарға фән һәм юғары белем өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында һөйләне.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария теркәлгән

Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө-Ырымбур юлында «Лада Гранта» автомобиле ҡаршы һыҙатҡа сығып «ДАФ» йөк машинаһы менән бәрелешкән. Ҡурҡыныс фажиғә һөҙөмтәһендә еңел транспорт сараһының 35 йәшлек водителе ваҡиға урынында һәләк булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тәфтиш Комитеты 14 йәшлек Камилла Рафиҡованың юғалыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан

Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 14 йәшлек ҡыҙҙы эҙләүгә туғандары, полиция һәм ирекмәндәр ҡушылған, урындарҙы тикшереү өсөн пилотһыҙ техника ҡулланыла. Әсәһе әйтеүенсә, 9 сентябрҙә уҡыусы бала Нижегородка биҫтәһендәге өйөнән мәктәпкә китә. Ул бәйләнешкә сыҡмай һәм дәрескә лә килмәй. Үҫмер аҡ күлдәк, ҡара-зәңгәр салбар һәм ҡара жилет кейгән. Ҡулында ҡара күн рюкзак тотҡан. Бала тураһында мәғлүмәт белеүселәргә Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына йәки яҡындағы полиция бүлексәһенә хәбәр итеүҙәре һорала.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Туймазының «Спартак» футбол клубы икенсе йыл рәттән Башҡортостан кубогын яуланы

Ҡыҙыллы-аҡлылар хәл иткес уйында үҙҙәренең күптәнге дәғүәсеһе-Жуков ауылының «Старт» командаһын еңде. Осрашыу башында иҫәпте Өфө районы футболсылары асты. Уңышҡа Эмиль Ғәлиәкбәров өлгәште. Күп тә үтмәй Артур Шәйхлисламов яуап тубы индерҙе. Тәнәфестән һуң Туймазы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Линар Мөхәмәтшин үҙ командаһын 2:1 иҫәбе менән алға сығарҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда федераль журналистар фәнгә сәйәхәт ҡылды

Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы Рәсәйҙең билдәле журналистарын һәм блогерҙарын ҡабул итте. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре Башҡортостан фәненә сәйәхәтен республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙан башланы. Төбәк етәксеһе ҡунаҡтарға фән һәм юғары белем өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында һөйләп, ғилми-популяр маршруттар иҡтисадтың мөһим өлөшө булыуын билдәләне. Федераль ҡунаҡтар өсөн ойошторолған брифинг һәм экскурсияла БЮТ ижади төркөмө лә булды.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров республика колледждары студенттары менән осрашты

Төбәк етәксеһе йәштәр менән аралашып, эшсе һөнәрҙәрҙең киләсәгенә бәйле һорауҙар буйынса фекерҙәре менән уртаҡлашты, студенттар тәҡдим иткән ҡыҙыҡлы проекттар менән танышты. Республика етәкселеге хеҙмәт баҙарын көслө кадрҙар менән тәьмин итеү бурысын ҡуя. Бының өсөн республикалағы колледждар тәртипкә килтерелә, уларҙың матди-техник базаһы яңыртыла. Республика башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән 2022 йылдан урта һөнәри белем биреү учреждениеларын яңыртыу буйынса төбәк программаһы ғәмәлгә ашырыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт яугирҙары быуындар батырлығын дауам итә

Ҡарт олатаһы аттарҙа үткән яу юлын бүләһе «Ҡоштар» менән ҡабатлай. Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге батальондың пилотһыҙ осоу аппараттары взводында хеҙмәт итеүсе яҡташыбыҙ нацизм ҡалдыҡтарына ҡаршы көрәшә. Ошо уҡ Донбасс ерҙәрен азат итеүҙә уның кавалерист ҡарт олатаһы ла ҡатнашҡан. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы батырлыҡтарын хәҙер беҙ ҡабатлайбыҙ. Дошман шул уҡ, ләкин заманса алымдар, ҡорал, технологиялар менән, ти «Гриша» ҡушаматлы яугир.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Бөрйән районы Ырғыҙлы ауыл биләмәһенә өр-яңы «МТЗ-82» тракторы ҡайтарылды

Төбәк халҡы «Айыҡ ауыл-2024» республика конкурсында ҡатнашып, 3-сө урын яуланы. Шулай итеп ырғыҙлылар «Ҙур тораҡ пункттар» номинацияһында 2 миллион ярым һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәрби пенсионер тәбиғәттә туристар өсөн әкиәт донъяһы булдырған

Бында ял итергә ҡунаҡтар донъяның төрлө мөйөштәренән килә. Хәрби пенсионер Артур Фәйзрахманов Ҡариҙел районында Павловка һыуһаҡлағысы янында тәбиғәт ҡосағында ял итергә яратыусылар өсөн ҡунаҡ йорто менән ял базаһы ойошторған. Артур хәләле менән бергә биләмәне рус халыҡ әкиәттәре стилендә биҙәгән, ылыҫлы ағастар ултыртҡан.Оҫта ҡуллы хужа буш ваҡыттарында эскәмйәләр, ултырғыстар, биҙәү элементтары эшләү менән мәшғүл. Был урындың туристарҙы йәлеп итеү серҙәре тураһында репортаж.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләт һунар инспекторҙары Өфө буйлап йүгереп йөрөгән мышыны эҙләй

Яҡынса ике йәшлек хайуанды кешеләр Рудольф Нуриев урамында күргән. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хеҙмәткәрҙәре урынға килгән, ләкин мышыны тап итмәй. Әле белгестәр хайуанды эвакуациялау буйынса хәүефһеҙ план әҙерләгән.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Был аҙнала республикалағы һауа торошон төньяҡ антициклон билдәләй

Уралға арктик һауа күсеүгә бәйле, көндәр һиҙелеп һыуынды. Шуға ҡарамаҫтан, синоптиктар аҙна аҙағына төбәккә көньяҡтан йәнә йылы һауа массалары килеүен күҙаплай. Метеосайттар мәғлүмәттәренә ярашлы, аладғы ял көндәрендә республикала көн яуым-төшөмһөҙ һәм йылы була. Шәмбе көндөҙ термомтер бағаналары 16 грудсҡаса күтәрлә, йәкшәмбе 18 градусҡа тиклем йылыта. Еңелсә иҫкән елдең тиҙлеге секундына 3 метрға етеүе көтөлә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡорт батырҙары «Тополь-М» ракетаһын һөйрәп донъя рекорды ҡуйырға йыйына

Башҡорт батырҙары «Тополь-М» ракета комплексын буксирлау буйынса донъя рекордын ҡуйырға йыйына. 4 кешенән торған команда октябрь башында үтәсәк сараға әҙерлек эшен башлаған. Стәрлетамаҡ ҡалаһында ойошторолған күнекмәлә Айҙар Байсурин, Денис Ваһапов, Рәил Бикмаев менән Руслан Садиҡов ҡатнашты. Тап улар 44 тонна ауырлыҡтағы хәрби машинаны алға һөйрәп, донъя рекордын ҡуйырға ниәтләгән. Әле МАЗ 7917 шассиһындағы 27 метрлыҡ ракета комплексы уҡыу техникаһы булараҡ файҙаланыла. «Рәсәйҙең иң көслө кешеһе» титулына күп тапҡыр эйә булған спортсы, йәмәғәт эшмәкәре Эльбрус Ниғмәтуллин башҡорт атлеттарын әҙерләүҙә ҡатнаша.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә 10 йәшлек ирекмән өләсәһе менән хоспис пациенттарына терәк була

Өфө хосписында ғаиләләре менән бергә ирекмәнлек эшен алып барыусылар бар. Баш ҡаланан Оксана Пономарёва 10 йәшлек ейәне менән бергә ауыр хәлдәге пациенттарға ярҙам күрһәтә. Үҫмер тәрбиәләнеүселәргә ҡарата иғтибарлы, улар менән төрлө темаларға һөйләшә, медицина персоналы менән бер рәттән пациенттарҙы транспортировкалауҙа булыша.