Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡортостан» полкы дрондарға ҡаршы ҡоралды камиллаштыра
Көндән-көн үҙгәреп торған хәрби бәрелеш шарттары техниканы даими камиллаштырыуҙы талап итә. «Башҡортостан» полкының ремонт ротаһы дрондарҙан һаҡланыу сараларын тағы ла нығыраҡ, хәүефһеҙерәк итеп үҙгәртә.
Көндән-көн үҙгәреп торған хәрби бәрелеш шарттары техниканы даими камиллаштырыуҙы талап итә. «Башҡортостан» полкының ремонт ротаһы дрондарҙан һаҡланыу сараларын тағы ла нығыраҡ, хәүефһеҙерәк итеп үҙгәртә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Эльвира Айытҡолова һәм Әлфит Ниғәмәтйәнов Иглин халҡы менән аралашты
Иглин районында Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфит Ниғәмәтйәнов халыҡты ҡабул итте, махсус хәрби операция ветераны менән осрашты.
Халыҡты ҡабул итеү ваҡытында төрлө һорауҙар күтәрелде.
Иглин районында Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфит Ниғәмәтйәнов халыҡты ҡабул итте, махсус хәрби операция ветераны менән осрашты.
Халыҡты ҡабул итеү ваҡытында төрлө һорауҙар күтәрелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әминә Шафиҡова «Музалар тауышы.Башҡортостан» китабы авторҙары һәм геройҙары менән осрашты
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Музалар тауышы.Башҡортостан» китабы авторҙары һәм геройҙары менән осрашты. Илһөйәрлек рухында яҙылған йыйынтыҡтағы әҫәрҙәр махсус хәрби операция темаһына бағышланған. Ижади эштәрҙең күбеһе алғы һыҙыҡта, хәрби шарттарҙа яҙылған.
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Музалар тауышы.Башҡортостан» китабы авторҙары һәм геройҙары менән осрашты. Илһөйәрлек рухында яҙылған йыйынтыҡтағы әҫәрҙәр махсус хәрби операция темаһына бағышланған. Ижади эштәрҙең күбеһе алғы һыҙыҡта, хәрби шарттарҙа яҙылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районының Келәш ауылында янғын һүндереү депоһы асылды
Яңы объект тиҙ йыйыла торған заманса конструкцияларҙан төҙөлгән. Келәш район үҙәгенән 20 километрҙан ашыу алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылда ут сыға ҡалһа янғын һүндереү техникаһы килеп еткәнсе ваҡыт талап ителә, уттың ныҡлап таралыуы, кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе ихтимал.
Яңы объект тиҙ йыйыла торған заманса конструкцияларҙан төҙөлгән. Келәш район үҙәгенән 20 километрҙан ашыу алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылда ут сыға ҡалһа янғын һүндереү техникаһы килеп еткәнсе ваҡыт талап ителә, уттың ныҡлап таралыуы, кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе ихтимал.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында башҡорт теле өҫтәл уйындары барлыҡҡа килде
Башҡорт телен өйрәнеүгә Башҡортостан Башлығы гранты проекттары. Республика мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында «Өҫтәл уйындары» проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Был уйындар туған телде дуҫтар, туғандар менән бергәләп уйын форматында төплө өйрәнеү һәм популярлаштырыу маҡсатын ҡуя. Баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында башҡорт телен заманса алымдарға таянып, өҫтәл уйындары ярҙамында өйрәнеүселәр янында беҙҙең ижади төркөм дә булды.

🥰1