Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Өфө фән һәм технологиялар университетының киберспорт командаһы ағзалары менән осрашты
Республика башлығы Радий Хәбиров Өфө фән һәм технологиялар университетының киберспорт командаһы ағзалары менән осрашты. Көн тәртибендә төбәктә компьютер спорты үҫеше һорауҙары ҡаралды.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тәтешле районында үлемесле авария теркәлгән
Бөгөн көндөҙ Тәтешле районында үлемесле авария теркәлгән. Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәтенә ярашлы, Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе юлдында «Лада Гранта» автомобиле 7-се модель «ВАЗ» менән бәрелешә. Фажиғә һөҙөмтәһендә һуңғы транспорт сараһы водителе һәм уның пассажиры ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем вафат була, тағы ла ике кеше төрлө тән йәрәхәттәре ала.

❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Нижегородка биҫтәһендә бер тәүлектән ашыу 14 йәшлек ҡыҙҙы эҙләйҙәр
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ата-әсә полицияға ғариза менән мөрәжәғәт иткән.
Мәктәпкә юлға сыҡҡан уҡыусы Шепетов урамында юғалған. Ул бәйләнешкә сыҡмай һәм дәрескә лә килмәй. Үҫмер аҡ күлдәк, ҡара-зәңгәр салбар һәм ҡара жилет кейгән. Ҡулында ҡара күн рюкзак тотҡан. Бала тураһында мәғлүмәт белеүселәргә Эске эштәр минисрлығының ышаныс телефонына йәки яҡындағы полиция бүлексәһенә хәбәр итеүҙәре һорала.

«Башҡортостан» полкы дрондарға ҡаршы ҡоралды камиллаштыра
Көндән-көн үҙгәреп торған хәрби бәрелеш шарттары техниканы даими камиллаштырыуҙы талап итә. «Башҡортостан» полкының ремонт ротаһы дрондарҙан һаҡланыу сараларын тағы ла нығыраҡ, хәүефһеҙерәк итеп үҙгәртә.
Көндән-көн үҙгәреп торған хәрби бәрелеш шарттары техниканы даими камиллаштырыуҙы талап итә. «Башҡортостан» полкының ремонт ротаһы дрондарҙан һаҡланыу сараларын тағы ла нығыраҡ, хәүефһеҙерәк итеп үҙгәртә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Эльвира Айытҡолова һәм Әлфит Ниғәмәтйәнов Иглин халҡы менән аралашты
Иглин районында Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфит Ниғәмәтйәнов халыҡты ҡабул итте, махсус хәрби операция ветераны менән осрашты.
Халыҡты ҡабул итеү ваҡытында төрлө һорауҙар күтәрелде.
Иглин районында Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова менән Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Әлфит Ниғәмәтйәнов халыҡты ҡабул итте, махсус хәрби операция ветераны менән осрашты.
Халыҡты ҡабул итеү ваҡытында төрлө һорауҙар күтәрелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әминә Шафиҡова «Музалар тауышы.Башҡортостан» китабы авторҙары һәм геройҙары менән осрашты
Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова «Музалар тауышы.Башҡортостан» китабы авторҙары һәм геройҙары менән осрашты. Илһөйәрлек рухында яҙылған йыйынтыҡтағы әҫәрҙәр махсус хәрби операция темаһына бағышланған. Ижади эштәрҙең күбеһе алғы һыҙыҡта, хәрби шарттарҙа яҙылған.

❤1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районының Келәш ауылында янғын һүндереү депоһы асылды
Яңы объект тиҙ йыйыла торған заманса конструкцияларҙан төҙөлгән. Келәш район үҙәгенән 20 километрҙан ашыу алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылда ут сыға ҡалһа янғын һүндереү техникаһы килеп еткәнсе ваҡыт талап ителә, уттың ныҡлап таралыуы, кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе ихтимал.
Яңы объект тиҙ йыйыла торған заманса конструкцияларҙан төҙөлгән. Келәш район үҙәгенән 20 километрҙан ашыу алыҫлыҡта урынлашҡан. Ауылда ут сыға ҡалһа янғын һүндереү техникаһы килеп еткәнсе ваҡыт талап ителә, уттың ныҡлап таралыуы, кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе ихтимал.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында башҡорт теле өҫтәл уйындары барлыҡҡа килде
Башҡорт телен өйрәнеүгә Башҡортостан Башлығы гранты проекттары. Республика мәктәптәрендә, балалар баҡсаларында «Өҫтәл уйындары» проекты әүҙем тормошҡа ашырыла. Был уйындар туған телде дуҫтар, туғандар менән бергәләп уйын форматында төплө өйрәнеү һәм популярлаштырыу маҡсатын ҡуя. Баш ҡаланың Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында башҡорт телен заманса алымдарға таянып, өҫтәл уйындары ярҙамында өйрәнеүселәр янында беҙҙең ижади төркөм дә булды.

🔥4🥰1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Үҙмәшғүлдәр һәм бәләкәй бизнес өсөн кредит каникулдары ғәмәлгә инә
1 октябрҙән үҙмәшғүлдәр һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары кредит каникулдарын рәсмиләштерә аласаҡ. Ошо туралағы указға Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.
1 октябрҙән үҙмәшғүлдәр һәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары кредит каникулдарын рәсмиләштерә аласаҡ. Ошо туралағы указға Рәсәй президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Вуз-ара кампусы Рәсәйҙең алдынғы журналистарын ҡабул итте
Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Вуз-ара студенттар кампусы Рәсәйҙең билдәле жуналистарын һәм блогерҙарын ҡабул итте. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың ғилми-популяр туризм маршруты менән танышыуҙы төбәк башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙан башланы. Республика етәксеһе ҡунаҡтарға фән һәм юғары белем өлкәһендәге ҡаҙаныштар тураһында һөйләне.

11 сентябрь — Рәсәй именлек хеҙмәтенә нигеҙ һалыусының тыуған көнө
11 сентябрҙә күренекле дәүләт эшмәкәре, Рәсәй именлек хеҙмәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Феликс Дзержинскийҙың тыуған көнө билдәләнә.
Тарихи шәхестең тыуыуына 148 йыл тулыу уңайынан именлек хеҙмәте ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре уның һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды.
11 сентябрҙә күренекле дәүләт эшмәкәре, Рәсәй именлек хеҙмәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе Феликс Дзержинскийҙың тыуған көнө билдәләнә.
Тарихи шәхестең тыуыуына 148 йыл тулыу уңайынан именлек хеҙмәте ветерандары һәм хеҙмәткәрҙәре уның һәйкәленә сәскә гөлләмәләре һалды.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария теркәлгән
Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө-Ырымбур юлында «Лада Гранта» автомобиле ҡаршы һыҙатҡа сығып «ДАФ» йөк машинаһы менән бәрелешкән. Ҡурҡыныс фажиғә һөҙөмтәһендә еңел транспорт сараһының 35 йәшлек водителе ваҡиға урынында һәләк булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.
Бөгөн иртән Стәрлетамаҡ районында үлемесле авария теркәлгән. Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфө-Ырымбур юлында «Лада Гранта» автомобиле ҡаршы һыҙатҡа сығып «ДАФ» йөк машинаһы менән бәрелешкән. Ҡурҡыныс фажиғә һөҙөмтәһендә еңел транспорт сараһының 35 йәшлек водителе ваҡиға урынында һәләк булған. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Тәфтиш Комитеты 14 йәшлек Камилла Рафиҡованың юғалыу осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан
Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 14 йәшлек ҡыҙҙы эҙләүгә туғандары, полиция һәм ирекмәндәр ҡушылған, урындарҙы тикшереү өсөн пилотһыҙ техника ҡулланыла. Әсәһе әйтеүенсә, 9 сентябрҙә уҡыусы бала Нижегородка биҫтәһендәге өйөнән мәктәпкә китә. Ул бәйләнешкә сыҡмай һәм дәрескә лә килмәй. Үҫмер аҡ күлдәк, ҡара-зәңгәр салбар һәм ҡара жилет кейгән. Ҡулында ҡара күн рюкзак тотҡан. Бала тураһында мәғлүмәт белеүселәргә Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына йәки яҡындағы полиция бүлексәһенә хәбәр итеүҙәре һорала.
Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 14 йәшлек ҡыҙҙы эҙләүгә туғандары, полиция һәм ирекмәндәр ҡушылған, урындарҙы тикшереү өсөн пилотһыҙ техника ҡулланыла. Әсәһе әйтеүенсә, 9 сентябрҙә уҡыусы бала Нижегородка биҫтәһендәге өйөнән мәктәпкә китә. Ул бәйләнешкә сыҡмай һәм дәрескә лә килмәй. Үҫмер аҡ күлдәк, ҡара-зәңгәр салбар һәм ҡара жилет кейгән. Ҡулында ҡара күн рюкзак тотҡан. Бала тураһында мәғлүмәт белеүселәргә Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына йәки яҡындағы полиция бүлексәһенә хәбәр итеүҙәре һорала.
❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Туймазының «Спартак» футбол клубы икенсе йыл рәттән Башҡортостан кубогын яуланы
Ҡыҙыллы-аҡлылар хәл иткес уйында үҙҙәренең күптәнге дәғүәсеһе-Жуков ауылының «Старт» командаһын еңде. Осрашыу башында иҫәпте Өфө районы футболсылары асты. Уңышҡа Эмиль Ғәлиәкбәров өлгәште. Күп тә үтмәй Артур Шәйхлисламов яуап тубы индерҙе. Тәнәфестән һуң Туймазы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Линар Мөхәмәтшин үҙ командаһын 2:1 иҫәбе менән алға сығарҙы.