БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.18K photos
8.16K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан үҙәкләштереп оҙатылған 160-сы гуманитар ылау Донбасҡа барып етте

Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизациялған яугирҙар ҡаршы алды. Тыуған яҡтан һалдаттарға юғары үтемле автомобилдәр, мотоциклдар, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылды. Йөк автомобилдәре уларҙы яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби частәрҙең дислокацияһына тиклем алып барып етте.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә журналистар яугирҙар өсөн сәксәк бешерҙе

Бөгөн журналистарҙың халыҡ-ара теләктәшлек көнө. Ошо уңайҙан республика Матбуғат йортонда яугирҙар өсөн сәксәк бешереү өмәһе үтте.
Эште башлар алдынан журналистарҙы Башҡортостан журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаҡов, «Башҡортостан» нәшриәт йорто директоры Зөлфиә Рәхмәтуллина тәбрикләне. Улар алғы һыҙыҡтағы егеттәребеҙгә әүҙем ярҙам иткән журналистарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе, маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.
4
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан яңылыҡтарын хәҙер MAX милли мессенджерында ҡарарға һәм уҡырға мөмкин

БСТ MAX-та үҙ каналын асҡан беренсе төбәк телеканалы. Мессенджерҙың аудиторияһы көн һайын арта. MAX милли мессенджерында каналды асыу-Башҡортостан юлдаш телеканалының интернет-тапшырыуҙарын үҫтереүҙең сираттағы этабы. Үткән ял көндәрендә үткәрелгән ябыҡ тест һөҙөмтәләренә ярашлы, яңылыҡтарҙа күрһәтелгән видеосюжеттар бында тиҙ урынлаштырыла, был, һис шикһеҙ, яңылыҡтар контентының асыҡлығына йоғонто яһай. MAX мессенджерында Башҡортостан юлдаш телеканалына яҙылығыҙ һәм республиканың бөтә яңылыҡтары менән танышып барығыҙ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ»: Өфөлә балалар хәйриә футбол турниры үтте

«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ». Өфөнөң Жилин ауылында ойошторолған футбол буйынса ярыш шулай аталды. Балалар хәйриә турниры Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә арналды. «РгоФУтбол» спорт комплексына 27 команда йыйылды, улар өс йәш категорияһында көс һынашты.
🔥1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мотоциклда Рәсәй буйлап: Башҡортостанға сәйәхәтсе Наталья Лоу килде

Cтаврополдән Өфөгә тиклем мотоциклда. Шәкәр диабетынан яфаланған Наталья Лоу ил буйынса сәйәхәт итеп, ҡатмарлы диагноз менән дә тулы тормош менән йәшәү мөмкинлеген күрһәтә. Сәфәргә ул июль уртаһында сыҡҡан, әле 8 меңдән ашыу саҡрым юл үткән. Башҡортостанда ул бер нисә көнгә туҡталған. Маҡсаты баш ҡаланың иҫләлекле урындары менән танышыу. Беренсе типтағы шәкәр диабеты уға утыҙ йыл элек ҡуйылған.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез яр буйы Рәсәйҙең иң яҡшы ағас төҙөкләндереү проекты исеменә дәғүә итә

Мәләүез ҡалаһының ошо уҡ исемле йылға яры Архиwood ағас архитектураһы конкурсының «Мөхит дизайны» номинацияһында Рәсәйҙең ағас менән иң яҡшы төҙөкләндереү проекты исеменә дәғүә итә.
Проектты Башҡортостандың ҡалаларҙы үҫтереү институты «Новая земля» һәм «Аффинум» компаниялары менән берлектә эшләгән. Уның нигеҙендә ҡала үҙәгендәге элекке парковка яр буйына төшөү урыны, ял, спорт һәм балалар өсөн зоналары булған уңайлы йәмәғәт биләмәһенә әйләнгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәш ғалимдар яһалма интеллект ярҙамында күҙ ауырыуҙарын иҫкәртеү программаһы уйлап сығарҙы

Евразия ғилми-мәғариф үҙәге ҡарамағында университеттар һәм ғилми ойошмалар базаһында булдырылған 18 йәштәр лабораторияһы эшләй. Исемлектә донъя кимәлендә танылыу алған алдынғы ғалимдар етәкселегендә эшләгән берләшмәләр ҙә бар. Өфө фән һәм технологиялар университетында ойошторолоп, бөгөн уңышлы проекттар тормошҡа ашырған лабораториялар тураһында киләһе яҙма.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Оҙайлы ямғырҙар республикала ураҡ эштәрен тотҡарлай

Әлегә иген һәм иген ҡуҙаҡлы культуралар 714 мең гектар майҙанда йыйылған, был дөйөм майҙандың яртыһы. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Стәрлетамаҡ районы күрһәткестәр буйынса алдынғы урында. Уңыш ҡеүәте уртаса гектарынан 40 центнер тәшкил итә. «Дуҫлыҡ» фермер хужалығы ҡарамағында 7 комбайн эшләй.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Затон шоссеһында үлемесле авария теркәлгән

Ҡала дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә 6-сы модель «ВАЗ» автомобиле водителе йәйәүле ирҙе бәрҙергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡазаға тарыусы ашығыс медицина ярҙамы машинаһында вафат булған. Әле мәрхүмдең шәхесе асыҡлана. Авария осрағы буйынса административ тикшереү башланған. 19 йәшлек водитель әйтеүенсә, йәйәүле көтмәгәндә юлға йүгереп сыҡҡан.
😢1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Павел Качкаевтың исеме мәңгеләштерелә

Был туралағы Указға Башҡортостан башлығы ҡул ҡуйған. Документта билдәләнеүенсә, баш ҡаланың элекке мэры һәм Дәүләт Думаһы депутаты төбәктең социаль-иҡтиспади үҫешенә тос өлөш индергән. Уны исеме Өфөнөң 110-сы мәктәбе менән Өфө урамдарының береһенә биреләсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ватан һаҡсыларын оҙатыу сараһы бөгөн «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Көтөп алынған ял минуттарын ир-аттар башлыса ғаиләләренә бүлергә тырышҡан. Көнкүреш мәсьәләләрен хәстәрләгән,
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда һуғыш балалары өсөн социаль ярҙам киңәйтелә

Башҡортостанда 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған һуғыш балаларына социаль ярҙам сараларын арттырыу ҡарала. Был туралағы закон проектын республика парламенты әҙерләгән. Ул ҡабул ителгән осраҡта һуғыш балалары дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса Күп функциялы үҙәк офистарында һәм филиалдарында сираттан тыш хеҙмәтләндерелә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда льгота ярҙамы алыусылар 1 октябрҙән социаль хеҙмәт тупланмалары алыу ысулын үҙгәртә ала

Әле был хоҡуҡ менән республикала 318 меңдән ашыу кеше файҙалана. Улар - Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтары., Чернобыль һәләкәтендә зыян күреүселәр һәм башҡалар. Башҡортостанда 119 меңдән ашыу кеше льготаны шифаханаға путевка рәүешендә, тимер юлда һәм ҡала ара транспортта дауаланыуға барып ҡайтҡанда, медицина тауары алыуға тотона. Ҡалғандарға ул айына 1728 һум 46 тин күләмендә аҡсалата түләнә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Денис Лебедев Баймаҡ ҡалаһының үҙәк майҙанында иртәнге зарядка үткәрҙе

Рәсәй боксы легендаһы Баймаҡта! Бөгөн донъя чемпионы Денис Лебедев ҡаланың үҙәк майҙанында иртәнге зарядка үткәрҙе. Көслө нокауттары менән билдәле булған боксер менән осрашыуға Башҡортостандың спорт йондоҙҙары-күренекле чемпиондар ҙа ҡушылды.
👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың спорт өлкәһендәге башланғыстарына йәшел ут

Был турала Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярёв Мәскәүҙә Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе. Эшлекле фекер алышыу барышында федераль министр республика етәксеһен «Физик культура һәм спорт отличнигы» билдәһе менән бүләкләне. Михаил Дегтярёв былтыр Өфөләге «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара форумының юғары кимәлдә ойошторолыуын тағы ла бер тапҡыр билдәләп үтте.
1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда ҡырау төшөүе көтөлә

Был турала төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итәләр. Ведомстовонан белдереүҙәренсә, республиканың көньяҡ-көнсығышында юғары янғын хәүефе, ә төндә нолдән ике градусҡаса һыуытып ҡырау төшөүе күҙаллана. Иртәгә төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, көндөҙ башлыса яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Һауа температураһы төндә 2-7, көндөҙ 13-18 градус йылы күрһәтә.
2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Борай районында йылғаға ҡолаған автомобиль өсөнсө көн тигәндә табылған

Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары бөгөн һыу төбөнән 12-се модель «ВАЗ» автомобилен сығарған.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 7 сентябрҙә юғары тиҙлектә килгән машина төҙөлөп ятҡан күпергә бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә яна башлаған машина һыуға ҡолай. Эҙләү эшенә йылғалағы көслө ағым менән насар күреү мөмкинлеге ҡатмарлыҡ тыуҙыра. Ҡотҡарыусылар автомобилде тик һыу аҫты камераһы ярҙамында 2 метр ярым тәрәнлектә күрә алған. Машинаны һыуҙан сығарғанда салонда водителдең кәүҙәһе лә табылған.
😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ кооперативы дәүләт ярҙамы менән етештереүҙе арттырҙы

Һуңғы дүрт йылда республиканың ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ярты миллиард һумдан ашыу дәүләт ярҙамы саралары менән файҙаланған. Өс йыл элек Стәрлетамаҡ районындағы берләшмә матди-техник базаны нығытыуға грант алып, производство ҡеүәтен арттырған. Бөгөн цехта етештерелгән кулинар изделиелар продукцияһы Башҡортостан район-ҡалалары һәм Силәбе өлкәһе сауҙа нөктәләренә оҙатыла. Бәлештәргә айырыуса ихтыяж юғары.
3👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан яугирҙары Донбаста ҡаһарманлыҡ күрһәтә

90-сы гвардия танк дивизияһының 228-се полкында хеҙмәт итеүсе яугирҙарыбыҙ Донецк халыҡ республикаһының Покровское йүнәлешендә дошманды дөмөктөрә. Мотоуҡсылар полкында яҡташтарыбыҙ ҙа байтаҡ. Улар үҙҙәрен ҡурҡыу белмәҫ, сая, ҡаһарман яугирҙар булараҡ танытҡан. Башҡортостан хәрбиҙәре менән БЮТ хәбәрселәре лә осрашты.
1👍1🔥1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә милли гвардия ғәскәрҙәре ҡотҡарыусылары һәм янғын һүндереүселәренең чемпионаты башланды

Ғәҙәттән тыш хәлдәр системаһында хеҙмәт итеүселәр ярышы йыл һайын ойошторола. Конкурс бер яҡтан оҫталарҙы асыҡларға булышлыҡ итһә, икенсенән, яңы эш алымдары, технологиялар менән танышыу мөмкинлеге булып тора.
👍1