This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Синоптиктар көслө ел сығыуы, ҡойма ямғыр яуыуы, томан төшөүе тураһында иҫкәртә
Синоптиктар көслө ел сығыуы, ҡойма ямғыр яуыуы, томан төшөүе тураһында иҫкәртә. Көйһөҙләнгән һауа торошо Башҡортостанда бер тәүлек тирәһе күҙәтеләсәк. Атап әйткәндә, бөгөн киске сәғәт 8-ҙәр тирәһенән иртәге ошо ваҡытҡа тиклем урыны менән ямғыр яуыуы, күк күкрәүе ихтимал. Ел төньяҡ-көнсығыштан, йүнәлешен үҙгәртеүсән. һауа температураһы көндөҙ 11, 16, төндә 21, 26 градус тирәһе йылы күрһәтә. Юлдарҙың айырым өлөшөндә күреү мөмкинлеге сикләнә. Быға бәйле төнгө сәғәттәрҙә автоһәүәҫкәрҙәргә тиҙлекте арттырмаҫҡа кәңәш ителә.

Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Сәхнә уттарынан яу утына: «Шамсик» тарихы
Хәҙер ул бейемәй, әммә башҡаларҙы бейетә ала. Дошмандар ҙа хәҙер беҙҙең көйгә баҫа, ти элекке Сибай театр-концерт берекмәһе бейеүсеһе, хәҙерге «Шамсик» ҡушаматлы яугир. 90 -сы танк дивизияһының 428-се полкы мотоуҡсылар батальонында хеҙмәт итеүсе кесе лейтенант һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы менән Айнур Кәбиров осрашты.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан йәмәғәтселеге Рәшит Баҙыҡовты һуңғы юлға оҙатты
Башҡортостан йәмәғәтселеге Өфөнөң Почетлы гражданы, билдәле торакаль хирург-онколог, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы Рәшит Баҙыҡовты һуңғы юлға оҙатты. Рәшит Баҙыҡов Республика онкология хеҙмәтен булдырыу башында тора.
Башҡортостан йәмәғәтселеге Өфөнөң Почетлы гражданы, билдәле торакаль хирург-онколог, Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы Рәшит Баҙыҡовты һуңғы юлға оҙатты. Рәшит Баҙыҡов Республика онкология хеҙмәтен булдырыу башында тора.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә тәбиғәт ҡомартҡылары тураһында ғилми форум үтте
Өфө «Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең төбәктең экологик тотороҡлоғона индергән өлөшө» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын ҡабул итте. Сит ил вәкилдәре ҡатнашлығында үткән форум Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының 95 йыллығына ла арнала.
Өфө «Айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең төбәктең экологик тотороҡлоғона индергән өлөшө» Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын ҡабул итте. Сит ил вәкилдәре ҡатнашлығында үткән форум Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының 95 йыллығына ла арнала.
❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә беренсе курстарҙы студент тормошона ҡабул итеү тантанаһы үтте
Сарала юғары һәм урта махсус белем биреү уҡыу йорттарынан 5 меңләп егет-ҡыҙ ҡатнашты. Йәштәрҙе тормоштағы яңы статустары менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Төбәк етәксеһе үҙенең студент йылдарындағы хәтирәләре менән уртаҡлашып, рәсми рәүештә үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡан йәштәргә фәтиха һүҙҙәрен еткерҙе.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Өфө аръяғында коммуналь инфраструктура төҙөүгә өҫтәмә федераль ярҙам аласаҡ
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш режимында Тәбәктәр үҫеше буйынса Хөкүмәт комиссияһы президиумы эшендә ҡатнашты. Кәңәшмәгә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин рәйеслек итте. Көн тәртибендә төбәктәрҙең коммуналь инфраструктура объекттарын төҙөү-шул иҫәптән Өфө аръяғын һыу селтәрҙәре менән тәьмин итеү өсөн казначей кредиттарын алыуға заявкалары ҡаралды.

“AY YOLA” фольклор төркөмө Сибайҙа сығыш яһай
Унда Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы башланды. Бөгөн ҡаланың 70 йыллығы билдәләнә. Халыҡты тәбрик итергә килгән артистар араһында популяр төркөм дә бар. Улар “Сибай: 70 йыл һәр кемдең йөрәгендә” тигән тамашала ҡатнаша. Мәҙәни программа көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 11-гә тиклем дауам итә. Унда балалар коллективтары, бейеү ансамблдәре, эстрада йырсылары сығыш яһай.

Борай-Иҫке Балтас-Көйәҙе юлы ремонтланды
Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Борай районында - өс һәм Тәтешле районында бер участка тәртипкә килтерелде. "Тормош өсөн инфраструктура" милли проекты буйынса бөтәһе 13 километр төҙөкләндерелде. -Был юл Башҡортостан һәм Пермь крайын тоташтыра. Көн һайын унан 3 меңдән ашыу машина үтә, - тип белдерәләр ведомствонан.

Башҡортостанда һуғыш балалары күп функциялы үҙәктә сиратта тормаясаҡ
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләгән. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, бөгөн өлкәндәрҙе, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы яҡлау буйынса төрлө саралар күрелә. Күп функциялы үҙәктәрҙә сиратһыҙ ҡабул итеү хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға тейеш. Башҡортостанда бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән 113 меңдән ашыу кеше бар. Был категорияға 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандар инә.
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡануниәткә төҙәтмәләр әҙерләгән. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, бөгөн өлкәндәрҙе, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы яҡлау буйынса төрлө саралар күрелә. Күп функциялы үҙәктәрҙә сиратһыҙ ҡабул итеү хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртырға тейеш. Башҡортостанда бала сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килгән 113 меңдән ашыу кеше бар. Был категорияға 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуғандар инә.
❤1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сибай инвестиция һабантуйында Андрей Назаров бизнес берләшмәһе менән осрашты
Сибай инвестиция һабантуйында Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров бизнес берләшмәһе менән осрашты. «Йәштәр һәм бизнес» темаһына бағышланған осрашыуҙа яҡтар республикала урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү, дәүләт ярҙамы сараларын киңәйтеү, бизнес асыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мәсьәләләрен ҡараны.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Быйыл республикала иген культураларының яҡшы уңышы фаразлана
Яҙғы бойҙай гектарынан уртаса 35 центнер төшөм бирә. Әммә ҡойма ямғырҙар былтырғы хәлде хәтерләтә, сөнки артыҡ дымлылыҡ арҡаһында уңыштың бер өлөшө юғалған. Мишкә районы хужалыҡтары ла яуым-төшөмдән зыян күргән. Аяҙ көндәрҙе файҙаланып урындағы аграрийҙар ашлыҡты яҫмаларға һалып өлгөргән, әммә ерҙәге иген шыта башлаған.

👍1😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Белоретта ағалы-ҡустылы Владимир һәм Андрей Васильковтарға герой партаһы асылды
Белореттың 8-се мәктәбендә офицерҙар ағалы-ҡустылы Владимир һәм Андрей Васильковтарға герой партаһы асылды. Яугирҙар әле махсус операция биләмәһендә. Герой партаһын асыу сараһы Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә ойошторолдо.
Белореттың 8-се мәктәбендә офицерҙар ағалы-ҡустылы Владимир һәм Андрей Васильковтарға герой партаһы асылды. Яугирҙар әле махсус операция биләмәһендә. Герой партаһын асыу сараһы Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә ойошторолдо.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө районынан махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы гуманитар ылау оҙатылды
Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан бүлексәһенән «Рух менән көслөләр-102» командаһы төбәктең Рус йәмғиәте һәм хәрби бәрелештәр ветерандары союзы менән берлектә алғы һыҙыҡтағыларға даими ярҙам күрһәтә. Машиналарға дронға ҡаршы япмалар, маскировка халаттары, генератор, кер йыуыу машиналары, һыуытҡыстар, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, йылы кейем, юрғандар тейәлгән.

❤2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районының Ишмырҙа ауылы ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙәргә ҡаҡ ҡойҙо
Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған эш туҡтамай. Был юлы Ишмырҙа ауылы уңғандары яугирҙарға ҡаҡ ҡойҙо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Баймаҡ районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ир-егеттәргә ярҙам итеү маҡсатында алып барылған эш туҡтамай. Был юлы Ишмырҙа ауылы уңғандары яугирҙарға ҡаҡ ҡойҙо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
❤2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Грипп һәм респиратор инфекция ауырыуҙарын иҫкәртеп
Июль аҙағында Башҡортостанға грипҡа һәм киҫкен респиратор вирус инфекцияһына ҡаршы 505 мең самаһы доза вакцина алынған. Республикала 2 миллион 438 мең кешегә, шул иҫәптән 667 мең балаға киҙеүгә ҡаршы прививка яһау күҙаллана.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» тағы 5 йылға оҙайтылды
«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы тағы ла 5 йылға оҙайтыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән 2020 йылда старт алған проект республикала ҙур ихтяыяж менән файҙалана. Ошо йылдар эсендә унда хаҡлы ялдағы 500 меңгә яҡын кеше ҡатнашҡан.

Бөгөн Сибайҙың 70 йыллығы билдәләнә
Ошо уңайҙан ҡалала ҙур сәк-сәк бешерелгән. Милли ризыҡтың ауырлығы 980 килограмм, оҙонлоғо алты метрҙан ашыу. Сәк-сәкте 22 оҫта 15 көн дуамында әҙерләгән. Кондитерҙар әйтеүенсә, уға 6 мең ярым йомортҡа, 123 килограмм бал, 330 килограмм он киткән. Сибайҙың 70 йыллығы Инвестиция һабантуйы барышында үтә. Байрам саралары ҡаланың үҙәк майҙанында ойошторолған. Унда Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Тынлы оркестры, танылған йырсылар Вәхит Хызыров, Әлфиә Юлсурина, Тимур Рамазанов, популяр башҡарыусы Заһир Зәйнетдинов, ҡурайсылар Артур Ғайсаров, Азат Биксурин сығыш яһай. Төп ҡунаҡ булараҡ AY YOLA фольклор төркөмө саҡырылған.

👏2
Башҡортостанда үтә хәүефле эттәргә бәйле закон ҡәтғиләшә
Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа ошо мәсьәлә ҡаралды. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, халыҡтан мөрәжәғәттәр ҡабул ителә, йәмәғәт урындарында хәүефһеҙлек өсөн борсолоусылар бар. Подъезға инергә ҡурҡалар, ҡайһы берәүҙәр балаларың яңғыҙ йөрөтмәҫкә тырыша. Беҙҙең бурыс - эт хужаларының хоҡуҡтарын һәм граждандарҙың именлеген тәьмин итеүҙә уртаҡ фекергә килеү тине ул. Айырым тоҡомло эттәрҙе хәүеф сығанағы тип закон менән нығытырға тәҡдим ителә. Константин Толкачев әйтеүенсә, әле федераль законда 12 тоҡом, мәҫәлән, питбуль һәм алабай күрһәтелмәгән. Һәм иң мөһиме бөтә эттәр мотлаҡ тамғаланырға һәм уларҙың документтары булырға тейеш, тине парламент рәйесе.

Башҡортостанға алдынғы студенттар йыйыла
Өфөлә 7 сентябрҙә “Геоһынау” халыҡ-ара чемпионаты башлана. Унда 40-ҡа яҡын команда көс һынаша. Үзбәкстан, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Алжир һәм тағы ла ундан ашыу илдән ҡатнашыусылар көтөлә. Аҙна дауамында геология буйынса ярыштар, конкурстар, мәҙәни һәм спорт саралары, экскурсия, семинар һәм оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 17 сентбярҙә була.

Инвестиция һабантуйы: килешеүҙәр, яңы идеялар һәм халыҡ байрамы
100 млрд һумға килешеүҙәр һәм яңы иҡтисади проекттар. Сибайҙа Инвестиция һабантуйы сиктәрендә сәнәғәт, төҙөлөш, туризм, ауыл хужалығы тармаҡтарында күләмле проекттарға ҡул ҡуйылды. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров форумда ҡатнашыусы ҡунаҡтарҙы сәләмләп Инвестиция һабантуйының иҡтисади әһәмиәтен билдәләне. Күләмле сара сиктәрендә «Көньяҡ Урал һуҡмағы» туристик маршруты презентацияһы ойошторолдо. Сибай ҡалаһының 70 йыллыҡ юбилейы менән тура килгән форум бай йөкмәткеле мәҙәни программа менән тамамланды.