БСТ | Яңылыҡтар
2.39K subscribers
5.17K photos
8.08K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында тәүге ҡыңғырау тантаналары райондың 22 мәктәбендә үтте

Шишмә районында тәүге ҡыңғырау тантаналары райондың 22 мәктәбендә лә үтте. Төбәктә быйыл 501 бала беренсе класҡа уҡырға килде. Дөйөм алғанда, район мәктәптәрендә барлығы 5700 уҡыусы иҫәпләнә.
1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Азатлыҡ урамындағы йортта сыҡҡан янғын ваҡытында кешеләр эвакуацияланды

Өс кеше янғындан ҡотҡарылған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөнөң Азатлыҡ урамындағы күп фатирлы йортта ут сыҡҡан, ваҡиға урынына ашығыс хеҙмәттәр саҡыртылған. Янғын һүндереү-ҡотҡарыу подразделениеһы хеҙмәткәрҙәре ҡуйы төтөн араһынан өс кешене, шул иҫәптән ике баланы алып сыҡҡан, йортта йәшәүселәр эвакуацияланған. Асыҡ янғын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һүндерелгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләкән районы Суйынсы ауылында йәшәүселәр ташландыҡ мәҙәниәт йортона ҡарата борсолоу белдерә

Дәүләкән районы Суйынсы ауылында йәшәүселәр ташландыҡ мәҙәниәт йортона ҡарата борсолоу белдерә. Бер нисә йыл элек бина авария хәлендә булыуға бәйле, клубты ябыу тураһында ҡарар ҡабул ителгән. Урындағы халыҡ беҙҙең редакцияға мөрәжәғәт итеп, объекттың емерелеү ихтималлығын хәбәр иткәйне. Әле мәҙәниәт учреждениеһы элекке балалар баҡсаһы бинаһында эшләй. Күптәрҙе хәүефкә һалған мәсьәлә тураһында киләһе сюжетта.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, быйыл сентябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Гидрометүҙәк мәғүүмәттәренә ярашлы, уртаса һауа температураһының норманан бер градусҡа юғарыраҡ булыуы көтөлә. Шулай уҡ айлыҡ яуым-төшөмдөң норманан тайпылмауы күҙаллана. Алдараҡ синоптиктар көҙҙөң тәңге өс көнө республикала эҫе тороуын хәбәр иткәйне. Бөгөн көндөҙ республикала һауға температураһының-29, иртәгә 28 градус йылыға етеүе фаразлана.
🥰2🤩1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан аграрийҙарын ҡатмарлы ураҡ көтә

Республика аграрийҙарын ҡатмарлы ураҡ көтә- ямғырлы көндәр фаразланыуға бәйле, көнбағыш майҙандарында урып-йыйыу ваҡыты һуҙыла. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде. Бынан тыш төбәк етәксеһе Донбассҡа эш сәфәренә йомғаҡ яһап был аҙнала Ураларъяғында ойошторолған ҙур саралар тураһында хәбәр итте.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ҡулға алынған Рәиф Абдахимовҡа ҡарата яҡлау һүҙе менән сығыш яһаны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡулға алынған «Башспирт» акционерҙар йәмғиәте директоры Рәиф Абдахимовҡа ҡарата яҡлау һүҙе менән сығыш яһаны.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәиф Абдрахимов 30 августа вәкәләтен арттырыуҙа ғәйепләнеп ҡулға алынғайны. Радий Хәбиров билдәләүенсә, Рәиф Рамаҙан улы банкрот хәленә еткән «Башспирт» компанияһын тәртипкә килтереүгә, уны үҫтереүгә тос өлөш индерҙе.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәтенең торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса стратсессияһында ҡатнашты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында Рәсәй Хөкүмәтенең торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләре буйынса стратсессияһында ҡатнашты. Кәңәшмәне алып барыусы Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин белдереүенсә, киләһе йылдан льгота ставкалары булған ипотека программалары икенсел торлаҡҡа ҡарата ла ҡулланыласаҡ.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Электрон сауҙа үҫешенә республикала ҙур иғтибар бирелә

Былтыр Благовещен районында Ozon логистика үҙәге файҙаланыуға тапшырылһа, әле «Вайлдберриз» халыҡ-ара компанияһы менән «Сбер» экосистемаһы төҙөгән тағы ике логистика комплексында эш бара. Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә яҙған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан гранатометсылары дошман оборонаһын йыра

Артиллерия кесе, әммә нацизмға килтерелгән юғалтыуҙар ҙур. АГС- Автоматлаштырылған станоклы гранатомет расчеттары дошман оборонаһын йырыуҙа хәл иткес роль уйнай. Ҡорал ярҙамында шулай уҡ ҡаршы пехотаһы, бронетехника һөжүме лә кире ҡағыла. Яугирҙар штурмға барыусыларға ла ут менән ярҙам итә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда 130 һунарсыға айыу ауларға рөхсәт бирелде

130 һунарсыға айыу ауларға рөхсәт бирелде. Бөгөн Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында ҡырағай йәнлектәргә һунар итеү өсөн йәрәбә ойошторолдо. Быйыл ул тәүге тапҡыр электрон рәүештә, махсус программа ярҙамында уҙғарылды. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа айыуҙарҙың кешеләр янына сығыу осраҡтары арта.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Ишембайҙа ярты быуат элек һуҙылған торбалар алмаштырыла

Иҫкәртеү сараларына ҡарамаҫтан, селтәрҙәр туҙған-был йылылыҡ менән тәьмин итеү сифатына йоғонто яһай һәм юғалтыуҙарҙы арттыра. Бынан тыш, торбалар йылытыу миҙгелендә сафтан сығыуы ихтимал. Ремонт 30 сентябргә тиклем дауам итәсәк.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Республикала 800 студент маҡсатлы килешеү буйынса уҡый: Өфө предприятиелары менән киләсәккә юл

Өфө фән һәм технологиялар университетының урта һөнәри белем биреү институтына ҡабул ителгән 355 абитуриенттың 192-е маҡсатлы уҡытыуҙы һайлаған. Эре сәнәғәт менән төҙөлгән килешеүҙәр буйынса улар бер юлы биш һөнәр үҙләштерә ала, шулай уҡ юғары стипендияға дәғүә итә.
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфө уҡыусылары Ломоносов маршрутын һынап ҡараны

«Торатау» геопаркы «Михаил Ломоносов. Донъяға яңыса ҡара». Фән һәм технологиялар ун йыллығы сиктәрендә тормошҡа ашырылған маршрутты тәүгеләрҙән булып Өфө уҡыусылары һынап ҡараны. Ломоносов исемендәге фәнни-популяр тур уникаль объекттар буйлап үтте.