Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров Бөрө ҡалаһында капиталь ремонт эшләнгән мәғариф учреждениелары менән танышты
Яңы уҡыу йылына-яңыртылған уҡыу йорттары. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөрө ҡалаһында капиталь ремонт эшләнгән мәғариф учреждениелары менән танышты. Коррекция мәктәп-интернаты, Бөрө лицейы, Бөрө медицина-фармацевтика колледжы иғтибар үҙәгендә булды. Бынан тыш, педагогтарҙы берләштергән «Август кәңәшмәһе» Радий Хәбиров етәкселегендә Бөрө ҡалаһында үтте. Ултырышта бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә беренсел медицина ярҙамы буйынса Бөтә Рәсәй форум үтте
Өфө «Беренсел медицина-санитар ярҙамы күрһәтеүҙә урта медицина белеме булған белгестәрҙең роле» тип исемләнгән Бөтә Рәсәй форумын ҡабул итте. Унда илдең егерме төбәгенән 600-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылды, Ҡаҙағстандан да ҡунаҡтар булды.

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандың хәрби журналистары «Звезда» телеканалы алып барыусыһы Ирина Лосик менән осрашты
«Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә Башҡортостандың хәрби журналистары «Звезда» телеканалы алып барыусыһы Ирина Лосик менән осрашты.
Махсус хәрби операция башланыу менән республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт сараларында эшләгән 30-ҙан ашыу хеҙмәткәр Донбасс яҡтарына оҙайлы командировкаларға сыға башланы, объектив һәм дөрөҫ мәғлүмәт еткереүҙә БСТ телеканалы журналистары ла әүҙем ҡатнаша.

❤5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә «Еңеү шиғырҙары» тип исемләнгән илһөйәрлек шиғриәте сәғәте үтте
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала «Еңеү шиғырҙары» тип исемләнгән илһөйәрлек шиғриәте сәғәте үтте. «Армия мәҙәниәте көндәре» программаһына ярашлы уҙғарылған сарала танылған яҙыусылар, китап авторҙары уҡыусылары менән осрашып, ижади эшмәкәрлегенә ҡағылған һорауҙарға яуап бирҙе.

❤3
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Армия мәҙәниәте көндәре дауам итә
Саралар Өфөлә генә түгел, республика райондарында һәм ҡалаларында ойошторола.
Екатеринбург ҡалаһынан килгән Үҙәк хәрби округының йыр һәм бейеү ансамбле гастролдәр менән Күмертауҙа булды. Коллективта Башҡортостанда тыуып-үҫкән бер нисә артист эшләй. Беҙгә тыуған яҡта сығыш яһау айырыуса мәртәбәле, ти улар.

Өфөлә белорус техникаһын етештереү-сервис үҙәге асылды
Объектты асыу тантанаһында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән Белоруссияның Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Рогожник ҡатнашты. Күләмле проект 2022 йылдың майында үткән «Инвестиция сәғәте» ултырышында хупланғайны. Республикалар араһында хеҙмәттәшлек буйынса юл картаһы ла төҙөлгән, 8 йүнәлеш буйынса 74 сараны үҙ эсенә ала. Мультибрендлы яңы үҙәк эшмәкәрлеге һәм Белоруссиянан килгән делегеция менән осрашыу һөҙөмтәләре тураһында репортаж.

Автоһәүәҫкәрҙәр өсөн 1 сентябрҙән алып дәүләт пошлинаһы күләме артыуы ихтимал
Закон проекты Дәүләт Думаһының тәүге уҡыуында хуплау тапҡайны. Һүҙ водитель таныҡлығын һәм автомобилдең регистрация номерҙарын биреү тураһында бара. Уға ярашлы, водитель таныҡлығы өсөн 2 мең урынына, 4 мең һум түләргә кәрәк буласаҡ. Дәүләт номерын алыу 3 мең һумға төшәсәк. Тарифтар мотоцикл һәм прицеп хужалары өсөн дә арта. Шулай уҡ сентябрҙән медицина күрһәтмәләре һәм транспорт саралары менән идара итеүгә сикләүҙәр үҙ көсөнә инәсәк.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнөң Октябрь Проспектында 25-се йылылыҡ магистрале ремонтлана
Эшселәр иҫке торбаларҙы һәм бетон плитәләрҙе алмаштыра. Хеҙмәтләндереү ваҡыты 25 йылға иҫәпләнгән. Төҙөкләндереү эштәрен киләһе айҙа тамамлау планлаштырылған. Инженер инфраструктураның яңырыуы баш ҡала үҙәге һәм көньяҡ өлөшөндә йәшәүселәрҙе йылы һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеүт сифатын яҡшырта.

Башҡортостанда вейптар һатылыу тулыһынса тыйылыуы ихтимал
Шыйыҡсаны йылытып, һулау өсөн аэрозолгә әйләнгән препарат никотин бәйлелеге тыуҙыра. Йөрәк тибеше йышая, ҡан баҫымы күтәрелә һәм мейе үҫешенә кире йоғонто яһала. Быйыл Рәсәйҙә вейптар һатыуҙы тулыһынса тыйыуҙы тәҡдим иткән закон проекты индерелде. Ҡануни башланғыс шыйыҡсаны үҫмерҙәргә һатыуҙы кәметеүҙе күҙаллай.