БСТ | Яңылыҡтар
2.4K subscribers
5.16K photos
8K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
1 сентябрҙә Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу уҡыусы мәктәпкә уҡырға бара

1 сентябрҙә Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу уҡыусы мәктәпкә уҡырға бара, уларҙың яҡынса 45 меңе-беренсе класҡа. Белем көнөнә арналған тантаналы саралар төбәктең барлыҡ мәғариф учреждениеларында ла үтә, почетлы ҡунаҡтар саҡырылған. Оператив кәңәшмә барышында республика башлығы Радий Хәбиров яңы уҡыу йылын ойошҡан рәүештә башларға ҡушты. Ултырышта шулай уҡ ҡулланыусылар баҙары үҫеше, «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһына әҙерлек тураһында ла һүҙ барҙы.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан Хөкүмәте һәм ДОСААФ хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй Армияһына, авиацияға һәм флотҡа ярҙам итеү ирекле йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Республика йортонда Радий Хәбиров ойошма рәйесе Денис Добряков менән осрашып, төбәк бүлексәһенең эшмәкәрлеге тураһында һөйләште. Башҡортостанда ДОСААФ-тың көслө командаһы эшләүе билдәләнде, иң яҡшы практикалар илдең башҡа төбәктәренә таратыласаҡ. Килешеүгә килгәндә, документ хәрби-илһөйәрлек тәрбиә һәм хәрби хеҙмәткә әҙерлек, хәрби һөнәрҙәргә уҡытыу, физик культураны, адаптив спорт төрҙәрен үҫтереү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса берҙәм эште үҙ эсенә ала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөнән 5 йәшлек Эмиль Садиҡовҡа ярҙам кәрәк

Ярҙам кәрәк! Өфөнән 5 йәшлек Эмиль Садиҡовты тиҙерәк яҡҡа баҫтырыу өсөн 6 миллион 300 мең һум күләмендә матди ярҙам талап ителә. Эмилгә ҡатмарлы ортопедик әмәлиәтте 15 сентябрҙә уҙғарыу күҙаллана. Ата-әсәһенә рәсми саҡырыу ҡағыҙы ла ебәрелгән. Әмәлиәт Грецияның Афины ҡалаһында башҡарыласаҡ.
Әлегә мәрхәмәтле һәм изге күңелле кешеләр ярҙамы менән кәрәкле сумманың 2 миллион ярым һумы йыйылған.
Биш йәшлек Эмиль Садиҡовҡа янбаш быуындарына ҡатмарлы әмәлиәт өсөн ярҙам йыйыу дауам итә. Һәр кем матди хәленә ҡарап тейешле сумманы 8-927-081-13-38 телефон һандары аша Фәнилә Фәнил ҡыҙы Мөхәмәтшинаға ебәрә ала. Мәрхәмәтле булайыҡ.
🥰2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
«Уҡы»- халыҡ-ара проекты еңеүсеһе билдәләнде

Дини проект сиктәрендә ойошторолған республика конкурсы белем кимәлен күтәреү, уҡыу мәҙәниәтен үҫтереү, Ислам тураһында ышаныслы белем алыу мөһимлегенә иғтибар итеү маҡсатын ҡуя. Республика күләмендә был конкурс өсөнсө тапҡыр уҙғарылды. Диндарҙар «Башҡортостан» ҡунаҡханаһының «Нарыҫтау» конференциялар залында имтихан форматында белемен күрһәтте.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостан башлығы төбәктең белем биреү учреждениелары вәкилдәренә мәктәп автобустарын тапшырҙы

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан башлығы төбәктең белем биреү учреждениелары вәкилдәренә мәктәп автобустарын тапшырҙы. Бәләкәй, уртаса һәм ҙур һыйҙырышлы ике йөҙҙән ашыу транспорт сараһы республиканың 54 районына һәм 6 ҡалаһына юлланды. Улар Тахограф һәм Глонасс системалары менән йыһазландырылған. Республикала 2 мең 800 тораҡ пунктта йәшәүсе 52 меңдән ашыу малай-ҡыҙ уҡыу урынына тиклем мәктәп автобусында барып етә. Уҡыусыларҙы ташыуҙы ойоштороуға 1 590 мәктәп автобусы йәлеп ителгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Радий Хәбиров ярҙамы менән Благовещен районында туризм үҫешә

Республика башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткәрелгән «Инвестиция сәғәтендә» ҡаралған проекттар яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Уларҙың береһе-Благовещен ҡалаһында урынлашҡан глэмпинг. «БлагоЛэнд» ял базаһы тәүҙә Милли проект сиктәрендә дәүләттән ярҙам алһа, былтыр глэмпингты үҫтереү маҡсатында өҫтәмә ер бүленә.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын районы ойошторолоуға 95 йыл тулды

Юбилей уңайынан районда бер нисә объект төҙөлә. Шуларҙың береһе-Яңы Ҡаҙансы ауылындағы Мәҙәниәт йорто. Быға тиклем ауылдың барлыҡ мәҙәни саралары 60-сы йылдарҙа төҙөлгән бинала үтә. Мәҙәниәт йорто биш йыл элек авария хәлендә тип билдәләнә. Яңы объект «Социаль маҡсатлы программалар фонды» ярҙамында былтыр төҙөлә башлана. Яңы Ҡаҙансы ауылында 500-гә яҡын кеше йәшәй, эргәлә генә «Танып» шифаханаһы һәм эшселәр ҡасабаһы урынлашҡан. Шуға күрә мәҙәниәт йорто үтә лә кәрәкле ине, ти ауыл биләмәһе башлығы. Бинала 96 урынға иҫәпләнгән тамашасылар залы, китапхана һәм тренажерҙар урынлашасаҡ. Объект сентябрҙә сафҡа инә.
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылында «Дәртле гармун моңдары» гармунсылар бәйгеһе үтте

Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылында беренсе тапҡыр «Дәртле гармун моңдары» төбәк-ара гармунсылар бәйгеһе үтте. Тулыраҡ беҙҙең ижади төркөм әҙерләгән яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе 25 йәшлек егет лонгбордта Башҡортостандан Алтайға юллана

Сәйәхәтсе Салауат Зәйнетдинов маршруттың стартын һәм тәүге туҡталыштары тураһында мәғлүмәт менән шәхси блогында уртаҡлашҡан. Уға 2 мең ярым саҡрымдан ашыу юл үтергә тура киләсәк. Егет үҙенә уҙыш барышында тик лонгборд, төп туристик ҡорамалдар һәм үтеп барыусы транспорт менән генә файҙаланыу шарттарын ҡуйған. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Салауат өсөн был тәжрибә беренселәрҙән түгел. Быға тиклем ул дуҫы менән 28 көн эсендә Сочи ҡалаһына тиклем велосипедта барған.
4