БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.16K photos
7.98K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә

Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә. Уҡыу йорто айырым урынлашҡан дүрт иҫке ағас корпус урынына төҙөлә. Бер ҡыйыҡ аҫтында мәктәп менән балалар баҡсаһы урынлашасаҡ.
👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре дауам итә

Өфө Рәсәй Оборона министрлығының федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса төп майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелде. 27 авгусҡа тиклем баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бай программа әҙерләнгән. Атап әйткәндә, 30-ҙан ашыу концерт, күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡалар. Фестивалдең икенсе көнө нимә менән хәтерҙә ҡаласаҡ?
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын үҙәк район дауаханаһында табиптар династияһы эшләй

Ғаилә менән һаулыҡ һағында. Асҡын үҙәк район дауаханаһында табиптар династияһы эшләй. Аталы-уллы Нуретдиновтар тураһында киләһе яҙмала.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында «Ветерандар ихатаһына хәстәрлек һәм иғтибар!» төбәк смотр-конкурсы дауам итә

Хәйбулла районында «Ветерандар ихатаһына хәстәрлек һәм иғтибар!» төбәк смотр-конкурсы дауам итә. Ун дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған мәртәбәле бәйге йомғаҡтары муниципалитеттың алты зонаһы буйынса билдәләнде. Оло быуын вәкилдәрен әүҙемләштереүгә, уларҙың мәшғүллеген ойоштороуға һәм шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән сара урындағы халыҡ араһында популяр.
👍1