Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүсе Илгиз Ишмаев тыумыштан ҡулһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, таксист булып эшләй
Буш ваҡытта водитель ирекмән булараҡ изге эштәр башҡара . Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына дарыуҙар, аҙыҡ-түлек ташый. Ә инде таксиға мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ултырғанда ул юл өсөн аҡса алмай.

❤1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Силәбе өлкәһенең яҙыусылар берекмәһе ағзалары менән ижади осрашыу уҙғарылды
Башҡортостан Яҙыусылар союзында ут күршеләребеҙ, Силәбе өлкәһенең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге яҙыусылар берекмәһе ағзалары менән ижади осрашыу уҙғарылды. « Силәбе яҙыусылары осрашыуға саҡыра» пилот проектында шағирҙар, яҙыусылар, композиторҙар ҡатнашты.
Башҡортостан Яҙыусылар союзында ут күршеләребеҙ, Силәбе өлкәһенең Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге яҙыусылар берекмәһе ағзалары менән ижади осрашыу уҙғарылды. « Силәбе яҙыусылары осрашыуға саҡыра» пилот проектында шағирҙар, яҙыусылар, композиторҙар ҡатнашты.
❤1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә
Асҡын районының Ҡубыяҙ ауылында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яңы мәктәп төҙөлөшө дауам итә. Уҡыу йорто айырым урынлашҡан дүрт иҫке ағас корпус урынына төҙөлә. Бер ҡыйыҡ аҫтында мәктәп менән балалар баҡсаһы урынлашасаҡ.

👍2❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда Армия мәҙәниәте көндәре дауам итә
Өфө Рәсәй Оборона министрлығының федераль проектын тормошҡа ашырыу буйынса төп майҙансыҡтарҙың береһенә әүерелде. 27 авгусҡа тиклем баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн бай программа әҙерләнгән. Атап әйткәндә, 30-ҙан ашыу концерт, күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡалар. Фестивалдең икенсе көнө нимә менән хәтерҙә ҡаласаҡ?

👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Асҡын үҙәк район дауаханаһында табиптар династияһы эшләй
Ғаилә менән һаулыҡ һағында. Асҡын үҙәк район дауаханаһында табиптар династияһы эшләй. Аталы-уллы Нуретдиновтар тураһында киләһе яҙмала.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Хәйбулла районында «Ветерандар ихатаһына хәстәрлек һәм иғтибар!» төбәк смотр-конкурсы дауам итә
Хәйбулла районында «Ветерандар ихатаһына хәстәрлек һәм иғтибар!» төбәк смотр-конкурсы дауам итә. Ун дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған мәртәбәле бәйге йомғаҡтары муниципалитеттың алты зонаһы буйынса билдәләнде. Оло быуын вәкилдәрен әүҙемләштереүгә, уларҙың мәшғүллеген ойоштороуға һәм шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән сара урындағы халыҡ араһында популяр.

❤1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡ аграрийҙары республикала тәүгеләрҙән булып 100 мең тонна иген һуғып алды
Һауа шарттары насар бУлыуға ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре бер генә минутты ла әрәм итмәй, үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ урып килә. Иң уңдырышлыһы арыш баҫыуҙары. Был культура 15 мең гектарҙан ашыу майҙанда йыйып алынған. Гектар ҡеүәте 45 центнер тәшкил итә. Әлеге ваҡытта райондың барлыҡ хужалыҡтары ла иртә культураларҙы урыуға төшкән. 812 гектар ерҙә уңыш урып-һуғып алынған, гектар уңдырышлылығы 37 центнер ярымдан аша. Район буйынса ураҡҡа барлығы 144 комбайн йәлеп ителгән. Бер үк ваҡытта төбәк хужалыҡтары киләһе йыл уңышы өсөн ужым культураларын сәсеүгә төшә.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостандан сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Ҡыҫҡа ваҡытлы яолан һуң йәнә лә хеҙмәт итеү урынына. Башҡортостандан сираттағы яугирҙар төркөмө махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Хәрби хеҙмәткәрҙәр республикала ике аҙналыҡ ялда булған. Күпселек хәрбиҙәр өсөн был тәүге ял түгел. Яугирҙар ғаиләләре, туғандарына ваҡыт бүлгән, ял иткән, йорт эштәрендә ярҙамлашҡан. Уларҙы тантаналы оҙатыу сараһына яҡындары һәм дуҫтары килде.Илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлаусы яугирҙарға илһөйәрлек рухында йырҙар башҡарылды, изге теләктәр еткерелде.

«Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусылар дәүләт идараһында стажировка үтә
Алғы һыҙыҡтағы ҡаһарманлы юлдан һуң Республика Хөкүмәтендә һәм район-ҡала хакимиәттәрендә эш тәжрибәһе туплана. «Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусылар төбәктең идара командаһынан остаздар ҡарамағында стажировка үтә. Алексей Савельев махсус хәрби операцияла Харьков йүнәлешендә хеҙмәт иткән. Ватанға хеҙмәт итеү тәжрибәһе ҙур - Чечен, шулай уҡ 2014 йылда Луганск халыҡ республикаһындағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан.

Башҡортостандан үҙәкләштереп оҙатылған 159-се гуманитар ылау Донбасҡа барып етте
Уны республиканың исемле батальондары, «Башҡортостан» полкы һәм мобилизацияланған яугирҙар ҡаршы алды. Тыуған яҡтан һалдаттарға юғары үтемле автомобилдәр, төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылған. Ылауҙың күпселек өлөшөн был юлы Бөрйән һәм Бүздәк районы халҡы туплаған. Йөк автомобилдәре уны яугирҙар хеҙмәт иткән хәрби частарҙың дислокацияһына тиклем алып барып етте.

Өфө транспорт полицейскийҙары Ағиҙел йылғаһы буйлап сираттағы рейдҡа сыҡты
Һыу обьекттарында иҫкәртеү саралары. Өфө транспорт полицейскийҙары Ағиҙел йылғаһы буйлап сираттағы рейдҡа сыҡты. Һыу транспортында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлауға һәм иҫкәртеүгә, пассажирҙарҙың һәм судноларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән рейд хаҡында ентекләберәк киләһе яҙмала.

👍1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ауылға ҡайтып миллион ал: Башҡортостан «Ауыл табибы» программаһы буйынса алдынғы төбәктәр рәтендә
Ауылға ҡайт та, миллионер бул. Башҡортостан «Ауыл табибы һәм фельдшеры» программаларын федераль финанслау буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 5 субъекты иҫәбенә инде. Йәш табиптарҙы ауыл еренә йәлеп итеү һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтерергә, медицина ярҙамын күрһәтеү шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Асҡын үҙәк район дауаханаһында 1 августан ете яңы белгес эш башлаған.

👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә класс етәкселәре республика форумы үтте
Икенсе йыл рәттән ойошторолған сара Башҡортостандың төрлө тарафтарынан 750 уҡытыусыны, колледж төркөмдәре кураторҙарын берләштерҙе. Форумда 10-дан ашыу майҙансыҡ эшләне. Уларҙа балаларға тәрбиә биреү, уҡытыу процесына йәлеп итеү өсөн заманса технологияларҙы ҡулланыу һорауҙары тикшерелде. Шулай уҡ теләгән һәр педагог юридик ярҙам алды.

Башҡалала «Көҙ романтикаһы» фестивале тамамланды
«Көҙ Романтикаһы» халыҡ-ара классик музыка фестивале өсөнсө йыл рәттән уҙғарылды. Мәҙәни байрам Өфөнөң Совет майҙанында меңәрләгән музыка һөйөүселәрҙе берләштерҙе. Йылдан-йыл фествалдә ҡатнашыусылар географияһы ла киңәйә. Тамашасылар ҙа ил күләмендәге мөһим мәҙәни ваҡиғаны көтөп алған. Был юлы «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале «Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә ойошторолдо. Йылдың иң сағыу мәҙәни сараһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре лә саҡырылды.

👍1👏1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шишмә районында 20-се мосолмандар йыйыны уҙҙы
Сара имам Хөсәйенбәк иҫтәлегенә, Ватан һаҡлаусылар йылы һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Мәртәбәле сараға республиканың төрлө мөйөштәренән диндарҙар йыйылды. Иң йәш уҡыусылар «Мин исламды таныйым» ҡөрьән уҡыусылар конкурсында ҡатнашты. 4 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге балалар жюри ағзаларына намаҙ уҡыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләне һәм мөнәжәттәр башҡарҙы.

Республиканың фехтование үҙәгендә рапирасылар сборы тамамланды
Унда Башҡортостандан тыш, Татарстан Республикаһынан, Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Дондағы Ростов ҡалаларынан спортсылар ҡатнашты. Күнекмәләр ваҡытында төп баҫым атака һәм спарринг алымларына, йәғни алыш практикаһына яһалды. Атлеттарҙың күбеһе сентябрҙә үк Рәсәй кимәлендәге эре тунирҙарҙа сығыш яһай башлай. Йәш спортсылар менән күнекмәләрҙә олимпия чемпион Аделина Заһиҙуллина шөғөлләнде. Һуңғы көндө разминканы еңел атлетика буйынса Паралимпия уйындары призеры Анна Кулинич-Сорокина уҙғарҙы.

1 сентябрҙә Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу уҡыусы мәктәпкә уҡырға бара
1 сентябрҙә Башҡортостанда ярты миллиондан ашыу уҡыусы мәктәпкә уҡырға бара, уларҙың яҡынса 45 меңе-беренсе класҡа. Белем көнөнә арналған тантаналы саралар төбәктең барлыҡ мәғариф учреждениеларында ла үтә, почетлы ҡунаҡтар саҡырылған. Оператив кәңәшмә барышында республика башлығы Радий Хәбиров яңы уҡыу йылын ойошҡан рәүештә башларға ҡушты. Ултырышта шулай уҡ ҡулланыусылар баҙары үҫеше, «Йәшел Башҡортостан» экологик акцияһына әҙерлек тураһында ла һүҙ барҙы.

Башҡортостан Хөкүмәте һәм ДОСААФ хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө
Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй Армияһына, авиацияға һәм флотҡа ярҙам итеү ирекле йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Республика йортонда Радий Хәбиров ойошма рәйесе Денис Добряков менән осрашып, төбәк бүлексәһенең эшмәкәрлеге тураһында һөйләште. Башҡортостанда ДОСААФ-тың көслө командаһы эшләүе билдәләнде, иң яҡшы практикалар илдең башҡа төбәктәренә таратыласаҡ. Килешеүгә килгәндә, документ хәрби-илһөйәрлек тәрбиә һәм хәрби хеҙмәткә әҙерлек, хәрби һөнәрҙәргә уҡытыу, физик культураны, адаптив спорт төрҙәрен үҫтереү һәм башҡа йүнәлештәр буйынса берҙәм эште үҙ эсенә ала.

Өфөнән 5 йәшлек Эмиль Садиҡовҡа ярҙам кәрәк
Ярҙам кәрәк! Өфөнән 5 йәшлек Эмиль Садиҡовты тиҙерәк яҡҡа баҫтырыу өсөн 6 миллион 300 мең һум күләмендә матди ярҙам талап ителә. Эмилгә ҡатмарлы ортопедик әмәлиәтте 15 сентябрҙә уҙғарыу күҙаллана. Ата-әсәһенә рәсми саҡырыу ҡағыҙы ла ебәрелгән. Әмәлиәт Грецияның Афины ҡалаһында башҡарыласаҡ.
Әлегә мәрхәмәтле һәм изге күңелле кешеләр ярҙамы менән кәрәкле сумманың 2 миллион ярым һумы йыйылған.
Биш йәшлек Эмиль Садиҡовҡа янбаш быуындарына ҡатмарлы әмәлиәт өсөн ярҙам йыйыу дауам итә. Һәр кем матди хәленә ҡарап тейешле сумманы 8-927-081-13-38 телефон һандары аша Фәнилә Фәнил ҡыҙы Мөхәмәтшинаға ебәрә ала. Мәрхәмәтле булайыҡ.

«Уҡы»- халыҡ-ара проекты еңеүсеһе билдәләнде
Дини проект сиктәрендә ойошторолған республика конкурсы белем кимәлен күтәреү, уҡыу мәҙәниәтен үҫтереү, Ислам тураһында ышаныслы белем алыу мөһимлегенә иғтибар итеү маҡсатын ҡуя. Республика күләмендә был конкурс өсөнсө тапҡыр уҙғарылды. Диндарҙар «Башҡортостан» ҡунаҡханаһының «Нарыҫтау» конференциялар залында имтихан форматында белемен күрһәтте.