БСТ | Яңылыҡтар
2.41K subscribers
5.15K photos
7.95K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡалтасы районынан Диләрә Низаметдинова 7 йыл дауамында башҡорт тоҡомло аттар үрсетә

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. «Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң ул беҙҙең аграр университетта өҫтәмә белем алған һәм ата-әсәләре ярҙамы менән «Экони» йылҡы фермаһы асҡан. Бөгөн Диләрә ҡеүәтле крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы. Уның хужалығында 450 баш мал иҫәпләнә. Фермер әйтеүенсә, ул башҡорт тоҡомло аттар фанаты.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә контракт буйынса ҡабул итеү дауам итә

Өфөләге «Защитник» үҙәгендә республика район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә килеүселәр өсөн бөтә шарттар булдырылған. Үҙәктә банк хеҙмәткәрҙәре финанс буйынса аңлатыу эштәре алып бара, табиптар тикшереүҙәр үткәрә, ә инструкторҙар хәрби әҙерлек уҙғарыу менәнә шөғөлләнә. Хәрби хеҙмәткә һайлап алыныу процедураларын бер көн эсендә тулыһынса үтергә була.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы табип менән осрашыу үтте

Иглин районының «Барыһы ла Еңеү өсөн» ирекмәндәр штабында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы табип менән осрашыу үтте. «Космос» ҡушаматлы яугир яҡташтары менән аралашып, алғы һыҙыҡтағы яңылыҡтар менән уртаҡлашты. Яугир махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән 2022 йылда юлланған. Рәсәй оборона министрлығы менән контракт килешеүе төҙөгәндән һуң Достовалов исемендәге батальонда хеҙмәт итә башлаған. Алғы һыҙыҡта ул тиҫтәләрсә яраланған һалдат ғүмерҙәрен ҡотҡарған.
👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы МХО биләмәһенән экспонат менән тулыланды

Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы махсус хәрби операция биләмәһенән экспонат менән тулыланды. Гаубица гильзаһы хәҙер ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына күрһәтеләсәк. Уны активист һәм ирекмән Руслан Таһиров тапшырҙы. Ул даими рәүештә яугирҙарға гуманитар йөк ташый. Музейға Руслан улы Вадим менән килде, ул да гуманитар миссияларҙа ҡатнаша.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡотҡарыусыларҙың дүрт аяҡлы хеҙмәттәштәре

Улар ҡотҡарыусыларҙың үҙҙәренә ярҙам итә. Һүҙ янғын һүндереү частары, авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәрендә йәшәгән эт һәм бесәйҙәр тураһында. Берәүҙәре биләмәне һаҡлауҙа тоғролоҡ күрһәтһә, икенселәре емереклектәр араһынан кешеләрҙе эҙләп таба. Ҡотҡарыусылар менән бергә хеҙмәт иткән кесе дуҫтарыбыҙ тураһында репортаж.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Шаран районындағы «Бригантина» һауыҡтырыу лагерында дзюдосыларҙың күнекмә сборы үтте

Шаран районының Шаранбаш-Кенәз ауылындағы «Бригантина» һауыҡтырыу лагерында дзюдосыларҙың күнекмә сборы үтте. Сарала Шаран, Туймазы райондары, Приютов ҡасабаһы, Дәүләкән, Бөрө һәм Бәләбәй ҡалаларынан 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге спортсылар ҡатнашты. Лагерҙа бындай йыйындар 8 йыл рәттән, Рәсәйҙең спорт мастеры, Шаран районының балалар ижады һәм спорт үҙәге етәксеһе Салауат Хөсәйеновтың тәҡдиме менән үтә.
👍1