Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлебаш районында лагерҙа ағыуланыусыларҙың дүртеһе дауаханала ҡала
Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү дауам итә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе Стәрлетамаҡ дауаханаһына лагерҙа ағыуланған 25 кеше мөрәжәғәт итә. Уларҙың өсәүһе-вожатый, ҡалғандары балалар. Табиптар тикшереүенән һуң, 16 кеше дауаханағап һалына, ҡалған ун кеше өйҙәренә ҡайтарыла. Пациенттарҙың хәле уртаса тип баһалана. Балаларҙың һәм өлкәндәрҙең сәләмәтлегенә хәүеф янамай. Осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған.

This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Әлшәй районында иҫерек водитель баланы тапатҡан
Әлшәй районында иҫерек водитель баланы тапатҡан. Юл ситендә велосипедта хәрәкәт иткән 12 йәшлек ҡыҙҙың ғүмере өҙөлгән. Үлемесле авария Аксенов ауылы Вокзал урамында теркәлгән. Осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған.

😢1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә студенттар этнографияға бәйле уйын уйлап сығарҙы
«Башҡортостан: уйындар аша технологияларға» экспедицияһы сиктәрендә Өфө студенттары видеоуйын прототибын эшләгән. «Берлога» киберфизика платформаһында Рәсәй вуздарының 16 вәкиле берләшеп, республиканың этнографияһы һәм тарихы менән танышҡан.

❤2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Стәрлетамаҡта «Юлдаш»тар 18 меңдән ашыу тамашасы йыйҙы
«Юлдаш»тар йәнә тамашасыһы менән осрашты. Стәрлетамаҡ ҡалаһында радио хеҙмәткәрҙәре һәм башҡорт эстрадаһы йырсылары ҡатнашлығында «Беҙ бергә» фестивален 18 меңдән ашыу тамашасы ҡараған. Юрий Гагарин исемендәге ял паркының төп сәхнәһенән танһыҡ көй-моңдар, мауыҡтырғыс уйындар, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.

❤2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ҡурған өлкәһендә табылған метрика китаптары Башҡортостанға ҡайтарылды
Башҡортостан милли архивы хеҙмәткәрҙәре Ҡурған өлкәһе Әлмән районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡланған башҡорт ауылдарының метрика китаптарын реставрациялап, һанлаштырған. Ғәрәп графикаһы менән иҫке төркисә яҙылған документтарға яҡташтарыбыҙ 2022 йылда уҡ тап булғайны. Метрика китаптары йөҙҙән ашыу папкала килтерелә, уларҙы өйрәнгәндә исемлектә булмаған тиҫтәгә яҡын ауылда йәшәүселәр тураһында ла мәғлүмәт табыла.

❤1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Әбйәлил районында Спорт байрамы ойошторолдо
Ул йыл һайын августа билдәләнгән физкультурниктар көнөнә арналды. Сәләмәт тормош һөйөүселәрҙе урындағы хакимиәт башлығы Айрат Әминев сәләмләне. Ул төбәктә спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләп, бер төркөм ветерандарға райондың почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ»Спартак«ойошмаһының иҫтәлекле миҙалдары менән дә бүләкләнде.

❤1👍1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Волга буйы чемпионатында Башҡортостан командаһы беренсе булды
Башҡорт шашкасылары Ҡазанда үткән Волга буйы федераль округы чемпионаты һәм йәштәр беренселегендә уңышлы сығыш яһаны. Турнирҙа ике йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашты, улар араһында рус һәм йөҙ шаҡмаҡлы шашка буйынса етмеш миҙал комплекты уйнатылды. Республика данын Өфө, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ һәм Ишембай ҡалаларынан спортсылар яҡланы.

"Беренсе тирмә" проекты ирекмәндәре Луганск республикаһында эшләй
Был турала Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. Госпиталдәргә 20-се смена килде. Уның составында Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Шаран райондары вәкилдәре. Проект уҙған йылдың ноябрендә ғәмәлгә ашырыла башланы. Ҡатын-ҡы:ҙҙар Луганск республикаһында яралы һалдаттарҙы ҡарай, медицина хеҙмәткәрҙәренә һәр төрлө ярҙам күрһәтә.

👎1
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Сәләмәтлек поездары” маршрутын атаны
Был аҙнала күсмә медицина бригадалары Өфө, Нуриман, Көйөргәҙе, Ҡариҙел һәм тағы ла 4 районда була. “21 апрелдән башлап белгестәр 266 ауылда туҡталыш яһаған. 140 меңдән ашыу тикшереү уҙғарған. Онкология сирҙәре, туберкулез, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары асыҡланған. Пациенттар өҫтәмә тикшерелеү үтеү өсөн дауаханаларға ебәрелде”, - тип белдерҙе ведомство етәксеһе Айрат Рәхмәтуллин.

🥰1
Башҡорт шихандарын ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү ҡарала
Өфөлә ошо мәсьәлә буйынса фекер алышыу булды. Июлдә Шүлгәнташ мәмерйәһе халыҡ-ара статус алды, бөтә донъя ҡомартҡыһы исемлегенә ҡуйылды. Хәҙер Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштауҙы ошо исемлеккә теркәү буйынса эш бара. Объекттар буйынса мәғлүмәт әҙерләнгән. Баш ҡалаға Мысырҙан халыҡ-ара эксперт Мөхәммәт Әбделхәмид килде. Уның менән осрашыу барышында шихандарға халыҡ-ара статус биреүгә бәйле артабанғы аҙымдар ҡаралды. Тәбиғәт ҡоматҡылары буйынса белгес аҙна дауамында тауҙарҙы тикшерергә ниәтләй. Башҡортостан хөкүмәте премьер министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев әйтеүенсә, республика тәбиғәт ынйыларын киләһе быуындар өсөн һаҡлауға әҙер. “Шихандар республика символы булып тора. ЮНЕСКО-ның быны таныуы беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш”, - тине ул. Воскресенск баҡыр иретеү заводын да Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү ҡарала.

👍1
Өфөгә Запорожье уҡыусылары килде
"Университет сменаһы" тигән проект ғәмәлгә ашырыла. 37 бала ВУЗ-ара кампусты ҡараны, фәнни лабораторияларҙа булды. Делегацияның Өфөгә сәфәре иртәгә тамамлана. Рәсәйҙә президент Владимир Путин ҡушыуы буйынса заманса кампустар селтәре булдырыла. 2030 йылға 25 кампус ойошторолорға тейеш. Башҡортостан һынау уҙғарылған төбәктәрҙең береһе. Өфөлә ВУЗ-ара студенттар кампусының тәүге өөлөшө уҙған йылда файҙаланыуға тапшырылды.

❤1👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Лугансҡ ҡалаһы госпиталдәрендә «Беренсе тирмә» ирекмәндәренең 20-се төркөмө эш башланы
Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә Донбаста яраланған яугирҙарға ярҙам күрһәтеүсе Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары тураһында яҙып сыҡты. Проект былтыр ноябрҙә башланғайны. Луганск халыҡ республикаһында ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ яралыларҙы ҡарай, ашата, процедураларға йөрөтә, ғөмүмән һәр ерҙә лә ярҙам итә. Смена ике аҙна дауам итә һәм күптәр бер генә барыу менән сикләнмәй. Яугирҙар уларҙы көтөп ала.

👍3👎1
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Бөгөн бөтә донъя гуманитар ярҙам көнө билдәләнә
Халыҡ-ара календарҙә был мөһим көн Берләшкән Миләттәр ойошмаһының генераль ассамблеяһы башланғысы менән 2008 йылда барлыҡҡа килә. Уның маҡсаты йәмғиәткә мохтаждарға ярҙам итеү мөһимлеген, гуманитар миссияла ҡатнашыусылар, эш ваҡытында зыян күреүселәр тураһында Һөйләү, иғтибар йәлеп итеү.

👎1🥰1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Буранғол мәктәбе интернаты капиталь ремонттан һуң балаларҙы ҡабул итергә әҙер
Белем алыу өсөн шарттар. Әбйәлил районы Буранғол ауылы мәктәбе интернаты Белем көнөнә балаларҙы яңы шарттарҙа ҡабул итергә әҙерләнә. Капиталь ремонт районда баҡыр сығарыу буйынса яңы предприятие төҙөйәсәк инвестор аҡсаларына башҡарыла.
Белем алыу өсөн шарттар. Әбйәлил районы Буранғол ауылы мәктәбе интернаты Белем көнөнә балаларҙы яңы шарттарҙа ҡабул итергә әҙерләнә. Капиталь ремонт районда баҡыр сығарыу буйынса яңы предприятие төҙөйәсәк инвестор аҡсаларына башҡарыла.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә йәшәүселәр күп ҡатлы йорт баҙын һыу баҫа тип зарлана
Өфөлә йәшәүселәр күп ҡатлы йорт баҙын һыу баҫа тип зарлана. Өй подъезында һаҫыҡ еҫ, дым тора, хатта торлаҡтың нигеҙе боҙола башлаған. Өфө һыу каналы яуаплылығындағы участкаларҙа мәсьәлә бер нисә ай хәл ителмәй, ти дәғүә белдереүсе граждандар. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Өфөлә йәшәүселәр күп ҡатлы йорт баҙын һыу баҫа тип зарлана. Өй подъезында һаҫыҡ еҫ, дым тора, хатта торлаҡтың нигеҙе боҙола башлаған. Өфө һыу каналы яуаплылығындағы участкаларҙа мәсьәлә бер нисә ай хәл ителмәй, ти дәғүә белдереүсе граждандар. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнес үҫешә
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре хәҙер республикала 147 меңдән ашыу иҫәпләнә. Үҙ эшен Благовар районында табыусылар ҙа етерлек. Фермер Алик Ғәниев мәҫәлән, баҡсасылыҡ йүнәлешендә махсуслашҡан. Йүнсел тиҫтәләп төр йәшелсәләрҙән тыш, селекция ярҙамында сығарған алмалар ҙа үҫтерә. Республика климатына яраҡлаштырылған «Башҡорт зөбәржәте» тип исемләнгән сортты өйрәнеүгә генә 40 йыл самаһы ваҡыт талап ителгән.

Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы 225 йыллығын билдәләне
Кесе Ватанының юбилейын урындағы халыҡ юғары кимәлдә ҡаршыланы: тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса түңәрәк өҫтәл, мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарылды. Биләмәнең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәккә үҫеш мөмкинлектәре тураһында киләһе яҙма.

Башҡортостанда тағы 23 ауылға интернет үткәрелде
Халыҡ һаны 500-ҙән ашмаған ауылдарҙа юғары тиҙлекле элемтә булдырылды. Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдереүенсә, бындай эш федераль проект буйынса алып барыла. Ауыл халҡының дәүләт хеҙмәттәре порталы менән ҡулланыу, яңылыҡтар уҡыу, аралашыу мөмкинлеге була. Республикала ике йыл эсендә 250-гә яҡын ауылға интернет үткәрелгән.

Йылайыр районында Крепостной Йылайыр йылғаһы аша күпер ремонтлана
Күпер Магнигорск-Ира юлында Ҡашҡар ауылы янында һалынған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡашҡар, Исҡужа, Юлдыбай ауылдарында йәшәүселәр күпер аша район үҙәгенә бара. Был биләмәләрҙә ике меңдән ашыу кеше йәшәй. Күперҙе ремонтлау хәүефһеҙлек өсөн бик мөһим. Төҙөкләндереүҙе август аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.