БСТ | Яңылыҡтар
2.42K subscribers
5.14K photos
7.9K videos
209 links
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Download Telegram
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында яңы миҙгел календары иғлан ителде

Даими беренселек 20 сентябрҙә башлана. Тәүге уйын уҙған миҙгел чемпионы Өфөнән "Ағиҙел" һәм финалист Санкт-Петербургтан "Динамо-Нева" араһында була. Һәр команда 36 уйын уҙғара. Плей-офф 10 мартта старт ала.
Башҡорт балеты Ҙур театр сәхнәһендә күрһәтелә

26 ноябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры коллективы Мәскәүгә юллана. Бында Бөтә Рәсәй музыкаль театрҙар фестивале уҙғарыла. Мәскәү тамашасыһына "Ете ҡыҙ" балеты тәҡдим ителә. Уның премьераһы былтыр булды. Сюжеты башҡорт легендаһына нигеҙләнгән.
Шәйхзада Бабич исемендәге йәштәр премияһына ғаризалар ҡабул итеү оҙайтылды

Документтарҙы 20 авгусҡа тиклем тапшырырға мөмкин, тип хәбәр итәләр Йәштәр сәйәсәте министрлығынан. Шәйхзада Бабич исемендәге премия мәҙәни ҡаҙаныштар өсөн бирелә. Награда һәләтле һәм әүҙем йәштәрҙең ижади мөмкинлектәрен үҫтерергә булышлыҡ итә. Республика Башлығы ҡарары менән премия суммаһы 150 мең һумдан 500 мең һумға тиклем еткерелде.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Ишембай районы Хажы ауылына зәңгәр яғыулыҡ үткәрелә

Урындағы халыҡ өсөн көтөп алынған ваҡиға. Ишембай районы Хажы ауылына зәңгәр яғыулыҡ үткәрелә. Әлегә биләмәлә ер эштәре башҡарыла, газ бүлеү селтәрҙәре һалына. Тораҡ пункттарҙы газ менән тәьмин итеү программаһы буйынса башҡарылған
1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Мәләүез районы Ергән ауылында табип амбулаторияһы асылды

Социаль проект «Оҙон ғүмер һәм әүҙем тормош»милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырылған. Табип амбулаторияһы заманса медицина ҡорамалдары һәм мебель менән йыһазландырылған. Яңы бинала пациенттарҙы ҡабул итеү зонаһы, терапевт, педиатр кабинеты, ҡарау, прививка яһау, процедура бүлмәләре, көндөҙгө стационар, санузел һәм медикаменттар һаҡлау өсөн шарттар бар.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә янғын эҙемтәләре менән көрәш бер айҙан ашыу дауам итә

Төнгө янғын эҙемтәләре. 28 июлдә Өфөнөң Маяковский урамы 24-се йорт адресы буйынса беренсе ҡатта янғын сыға. Хәүефле урында тактик елләтеү алымы ҡулланыла, янғын һүндереүселәр 13 өлкән кешене һәм ике баланы ҡотҡара. Янғындан һуң, халыҡ эҙемтәләр менән нисек көрәшә?
🔥1
Быйыл Башҡортостан мәктәптәрендә 8 яңы стоматология кабинеты асылырға тейеш

Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, әле республикала 247 мәктәптә ошондай кабинеттар асылған. Уҙған йылда ғына уларҙа 257 мең баланың сәләмәтлеге тикшерелгән. - Балаларҙың йылмайыуы беҙҙең өсөн мөһим. Сәләмәт йылмайыу иһә икеләтә ҡиммәт. Башҡортостанда ошоға ынтылабыҙ, - ти Радий Хәбиров.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «Толпар» комплексы балаларға сәләмәт йылмайыу бүләк итә

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә 2020 йылдан республика төбәктәре буйлап сәфәр ҡылған «Толпар» балалар күсмә стоматологик комплексы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
Төбәк етәксеһе белдереүенсә, 5 йыл дауамында Өфөнөң 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы табиптары бөтә республиканы тиерлек урап сыҡҡан, балалар социаль учреждениеларында, иң төпкөл биләмәләрҙә лә булған. Аҡ халатлылар 13 мең баланың тештәрен дауалаған.
👍2
This media is not supported in your browser
VIEW IN TELEGRAM
Башҡортостанда «БСК» заводындағы шартлау осрағы буйынса ғәйепләнеүселәр ҡулға алынды

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ғәҙәттән тыш хәл һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлдө, 41-е йәрәхәтләнде. Предприятиеның хеҙмәтте һаҡлау буйынса директоры «һаҡһыҙлыҡ буйынса кеше үлеменә килтергән хәүефле производство объекттарының сәнәғәт хәүефһеҙлеге талаптарын боҙоуҙа», урындағы Ростехнадзор бүлеге етәксеһе-вайымһыҙлыҡта ғәйепләнә. Улар йорт аресына ултыртылған.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Иглин районы ирекмәндәре ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операция яугиры менән осрашты

«Бөтәһе лә Еңеү өсөн». Иглин районы ирекмәндәре ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан махсус хәрби операция яугиры менән осрашты.
Иглин ирекмәндәре илебеҙҙе нацистарҙан һаҡлаусы ир-егеттәр менән осрашыуҙарҙы даими үткәрә. Штаб етәксеһе Елена Полякова яугирҙарға штаб цехтары буйлап экскурсия үткәрҙе.
2👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфө фән һәм технологиялар университетына быйыл 40 абитуриент имтиханһыҙ ҡабул ителгән

Имтиханһыҙ уҡырға инеү менән бергә, юғары стипендия. Өфө фән һәм технологиялар университетына быйыл 40 абитуриент имтиханһыҙ ҡабул ителгән. Уларҙың 7-е башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына үткән.
2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә мәктәп етәкселәре өсөн стратегик сессия башланды

Өфөлә мәғариф учреждениелары етәкселәре өсөн «Оҙайлы планлаштырыу» тип исемләнгән стратегик сессия старт алды. Ике көнгә иҫәпләнгән сараны баш ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы «Горожанин» фонды менән берлектә уҙғара. 16 академик сәғәткә иҫәпләнгән уҡыуҙар эмоциональ яныуҙы иҫкәртеүгә арналған.
1👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләкән районының Калиновка ауылында йәйге халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбенең яңы сменаһы асылды

Дәүләкән районының Калиновка ауылында йәйге халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбенең яңы сменаһы асылды. Проект 14-се йыл рәттән балалар өсөн бушлай тормошҡа ашырыла.
2👍2
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә Белоруссиянан килгән уҡыусылар хәрби-патриотик тәрбиә ала

Башҡортостан тарихы менән таныша, бейеү һәм йырҙарҙы өйрәнә. «Патриот» паркында ойошторолған «Берҙәмлек көсө» халыҡ-ара профилле смена сиктәрендә Белоруссиянан килгән балалар ял итә. Бында улар хәрби-патриотик тәрбиә ала, ижад менән шөғөлләнә, яңы дуҫтар таба.
5
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Аҡъярҙа «Хәйбулла-шоу» район йәштәр концерт программалары конкурсының Гала-концерты үтте

Аҡъяр ауылы мәҙәниәт һәм ял паркында «Хәйбулла-шоу» район йәштәр концерт программалары конкурсының Гала-концерты үтте. Быйылғы сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Ватанды һаҡлаусылар йылына арналды.
👍21
Башҡортостанда мутлашыусыларҙың балаларҙы алдау осрағы арта

Эске эштәр министрлығынынан хәбәр итеүҙәренсә, Октябрьский ҡалаһында 9 йәшлек малай онлайн уйынға әүрәп "бушлай приз" тигән һылтанмаға инә. Уны әсәһенең банк картаһын фотоға төшөрөп ебәрергә күндергәндәр. Картанан 250 мең һум юҡҡа сыҡҡан. Ошоға оҡшаш хәл Бәләбәйҙә булған. 9 йәшлек ҡыҙ арзан уйын валютаһы алырға теләп әсәһенең телефонынан QR-кодты асҡан, банк иҫәбенән шулай уҡ 250 мең һум аҡса юғалған.
Башҡортостанда катер етештереүҙе яйға һалырға тәҡдим иттеләр

Республика үҫеш корпорацияһы инвесторҙар өсөн бизнес-идея әҙерләгән. Уға ярашлы, Ағиҙел ҡалаһында бәләкәй суднолар төҙөләсәк. Бының өсөн 200 миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк. - Бөгөн судно төҙөү сәнәғәтенә дәүләттән ҙур ярҙам бүленә. Эске туризм үҫеше лә тармаҡҡа ҡеүәт бирә. Ағиҙелдә тиҙҙән йылға порты яңыртыла. Бында суднолар етештереүҙе яйға һалыу инвестор һәм муниципалитет өсөн әһәмиәтле буласаҡ, тип белдерҙе корпорацияның генераль директоры Наиль Ғәббәсов. Башҡортостан үҫеш корпорацияһы инвестиция проекттары үтәлешенә һәр төрлө ярҙам күрһәтеү буйынса эш алып бара.
Башҡортостанда тәжрибә уртаҡлашыусы табиптарға өҫтәмә аҡса түләнә

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре профсоюзы педагогик эшмәкәрлек буйынса килешеүгә төҙәтмәләр ҡабул итте. Уға ярашлы, остазлыҡ өсөн окладтың кәмендә 15 проценты күләмендә аҡса түләнәсәк. Шулай уҡ остазлыҡ, фәнни эшмәкәрлек, хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу, студенттарҙың практикаһы менән шөғөлләнеүсе табиптар һәм урта медицина персоналы 56 көнгә тиклем отпуск алырға хоҡуҡлы була. Төҙәтмәләр федераль ҡануниәткә үҙгәреш индерелеүгә бәйле ҡабул ителгән.
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Дәүләкән-Талбазы юлында Дим йылғаһы аша күперҙе ремонтлау тамамланыу алдында

Төҙөкләндерелгән объект сентябрҙә асыласаҡ тип күҙаллана. Ремонт ваҡытына транспорт хәрәкәте светофор менән көйләнә һәм бер һыҙат аша ғына рөхсәт ителә. Республика буйынса барлығы 19 күперҙә ремонт эштәре дауам итә.
👍1
Media is too big
VIEW IN TELEGRAM
Өфөлә бәләкәй хужалыҡтар өсөн заманса күмәртә-логистика үҙәге булдырылған

Платформа үҙебеҙҙең ауыл хужалығы етештереүселәренә ярҙам итеү маҡсатында тормошҡа ашырылған. Мокроусов ауылындағы объект республикала өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегендә. Йәлеп ителгән аҡсаларҙың дөйөм күләме 338 миллион һум.
👍1